Дивани яҙма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дивани яҙма
Рәсем
Дивани яҙма өлгөһө

Дивани ((фарс. ديواني Diwan-i; рус. Дивани) — ғосман төрөктәре XVI быуатта булдырған ғәрәп яҙмаһының каллиграфик стиле күп халыҡтарҙы берләштергән үҙ империяһында ҡулланыу өсөн (шул иҫәптән ғәрәп теле туған теле түгелдәр өсөн дә) әҙерләнгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙманы барлыҡҡа килтереүсе тип XV быуат каллиграфы ғосманлы Ибраһим Мөнифте атайҙар.

Дивани яҙма күп мосолман илдәрендә таралған, Ғосман дәүләтендә тап ошо дивани яҙма ҡулланып, аҡсалата купюралар, бойороҡтар һәм указдар, шулай уҡ хаттар һәм башҡа яҙма документтар яҙа һәм баҫтыра башлайҙар.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дивани стиле хәрефтәрҙең тығыҙ урынлашыуы һәм уларҙың ҡатмарлы түңәрәк-бөгөлсәк формалары менән айырылып тора. Ул аныҡ һәм структуралы курсив (ауышлығы яҡынса 23 °), хәрефтәр үҙ-ара айырым рәүештә тоташа.

Хәҙерге ваҡытта дивани шрифы йыш ҡына төрлө тантаналы документтар — дипломдар, аттестаттар һ. б. өсөн ҡулланыла.

Һуңыраҡ диван модернизациялана һәм хәҙерге идеаль күренешенә тиклем еткерелә.

Әлеге ваҡытта ике төр дивани бар — ҡатмарлы дивани һәм өҙөк дивани.

Өҙөк диваниҙан айырмалы рәүештә, ҡатмарлы диваниҙа әлиф, дәл, ҙәл, ра һәм уау хәрефтәре үҙҙәренән һуң бөгөлгән һыҙыҡтар менән тоташа, был яҙманы уҡыуҙы ҡатмарлаштыра һәм уға ҡабатланмаҫ матурлыҡ бүләк итә.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]