Эстәлеккә күсергә

Шарков Гаврил Антонович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шарков Гаврил Антонович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Анновка, Стәрлетамаҡ кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 апрель 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Күмертау, Көйөргәҙе районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены

Шарков Гаврил Антонович (1 ғинуар 1927 йыл — 18 март 2002 йыл) — «Башкируголь» күмер комбинаты карьерының экскаваторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Етенсе саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1966-1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған шахтеры (1981).

Гаврил Антонович Шарков[1] 1927 йылдың 1 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Анновка ауылында тыуған. Тулы булмаған урта белемле.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Ермолаевка машина-трактор станцияһының тракторсылар курсын тамамлағандан һуң башлай. 1944-1951 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Демобилизациянан һуң 1954 йылға тиклем «Башуглеразрезстрой» тресының Ермолаевка шахта төҙөү идаралығында электрослесарь булып эшләй. Ситтән тороп экскаваторсылыҡҡа уҡый, курстарҙы тамамлағас, «Башкируголь» комбинатының Күмертау күмер карьерында экскаватор машинисы булып, бригадир булып эшләй.

Г. А. Шарков экскаваторсы һөнәрен камил белә. Сифатлы итеп, машинаһын ваҡытында ҡарап, уны техник яҡтан дөрөҫ эксплуатациялап, күмер сығарыу буйынса ете йыллыҡ планды (1959-1965)  106 процентҡа үтәй, пландан тыш 145 мең тонна күмер тейәп оҙата. 1965 йылдың йөкмәткеһен 113 процентҡа үтәй.

Ул етәкләгән 32 кешенән торған бригада ете йыллыҡ йөкләмәне 104,6 процентҡа үтәй.  Планда ҡаралған 9400 тонна күмер урынына 9 900 мең тонна күмер сығара. Бригада, пландан тыш 166 мең тонна күмер артыҡ сығарып, 1965 йыл планын 109,2 процентҡа үтәй. Техниканың ҡеүәтен арттырыу, уның ремонтҡа туҡтатылыу арауығын оҙонайтыу һәм эште оҫта ойоштороу арҡаһында Г. А. Шарков үҙ бригадаһы менән етейыллыҡ осоронда хеҙмәт етештереүсәнлеген 2,2 тапҡырға арттырып,  етейыллыҡ башында 890 мең тонна күмер урынына 1965 мең тонна күмер сығара.

Г. А  Шарков экскаваторҙы забойҙа урынлаштырыу, техниканың ҡеүәтен арттырыу өсөн уның айырым тармаҡтарын реконструкциялауға рациональ тәҡдимдәр индерә. Уның ҡатнашлығында экскаваторҙың ротор тәгәрмәсенең конструкцияһы үҙгәртеп ҡорола: был экскаватор сүмесенә күмер йәбешеүҙе кәметә һәм машинаның етештереүсәнлек һәләтен  20 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә.

Г. А. Шарков тәҡдиме менән экскаваторға  күмер ваҡлағыс ҡуйыла. Был йылылыҡ электр үҙәктәрендәге һәм брикет фабрикаһындағы күмер ҡабул итеү бункерҙарына тимер юл вагондарын бушатыуҙы еңеләйтә, 18 кешенең эшен алмаштыра һәм йылына 36 мең һум аҡса экономияларға мөмкинлек бирә

Етейыллыҡ эсендә Г. А. Шарков 15 кешене экскаваторсы һөнәренә өйрәтә.

Күмер сәнәғәтен үҫтереү буйынса ете йыллыҡ план йөкләмәһен үтәгәндәге юғары ҡаҙаныштары һәм эшендәге юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре өсөн 1966 йылдың 29 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Г. А. Шарковҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1982 йылда пенсияға сыға.

Етенсе саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1966-1970). 2002 йылдың 18 мартында вафат була.

Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. - Уфа : Китап, 2011. - 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. -624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.