Эстәлеккә күсергә

Шарунас Саука

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шарунас Саука
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Литва
Тыуған көнө 11 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Вильнюс, Литва Совет Социалистик Республикаһы[d], СССР
Атаһы Donatas Sauka[d]
Һөнәр төрө рәссам
Эшмәкәрлек төрө живопись
Уҡыу йорто Вильнюс сәнғәт академияһы[d]
Сәнғәт йүнәлеше постмодернизм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][2][3]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Шарунас Саука (лит. Šarūnas Sauka; 11 сентябрь 1958 йыл) — рәссам. Литва милли премияһы лауреаты.

Һынлы сәнғәт серҙәренә Литва дәүләт художество институтында (хәҙер — Вильнюс сәнғәт академияһы) төшөнә. 1980-се йылдар башынан Литва сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. 1985 йылда Шарунас Сауканың һынлы сәнғәт буйынса беренсе персональ күргәҙмәһе ойошторола. Ошо ваҡыттан уның эштәре күп кенә Европа илдәре күргәҙмәләрендә күрһәтелә — Люксембург, Венгрия, Германия, Польша, Скандинавия һәм башҡа илдәрҙә. 1992 йылда Саука ҡала Раума (Финляндия) ҡалаһында үткәрелгән биенналеҙә (ике йылда бер тапҡыр үткәрелә торған сәнғәт күргәҙмәһе), 2001 йылда — Балтия һәм Скандинавия илдәрендә һәм Висбю (Швеция) ҡалаһы биенналеҙә ҡатнаша. 1994 йылда ул Сан-Паулу ҡалаһында (Бразилия) халыҡ-ара биенналеҙә Литва исеменән ҡатнаша.

1989 йыл «Грюнвальд алышы» (1987) диптихы өсөн Саука Литва Дәүләт премияһына лайыҡ була.

Төп ижади темалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Саука ижадының айырмалыҡлы һыҙаты — тамуҡ, әшәкелек һәм ҡәбәхәтлелек сәхнәләре, улар бында, ерҙә, мәҙәни һәм сәйәси өлкәләрҙе сағылдырған төрлө тарихи шәхестәр, хәҙерге замандағы әҙәпһеҙ аҫыл ҡоштар, бик йыш рәссамдың үҙенең дә — ҡатнашлығында һүрәтләнә. Әммә Саука ижадының үҙенсәлеге шунда: ул һүрәтләгән әшәкелектәр — кешенең эске ағзалары, таралып барған органик материалдар иллюзияны булдыралар, һоҡланыу тойғоһон уятҡан, үҙенә әйҙәгән зиннәтле әйберҙәрҙе күҙ алдына килтертә: сағыу аҫыл таштар, биҙәүестәр, ювелир әйберҙәре, мәрмәр, бәрхәт, ебәктән тегелгән руханиҙар кейеме. Объекттарҙың бындай трактовкаһы Саука һүрәтләгән сәхнә мәғәнәһен пластик эффекттар кимәленән метафизик дөйөмләштереүгә еткерә: рәссам тамашасыны бер үк ваҡытта һоҡланыу һәм ошо уҡ ваҡытта ерәнеү тойғоһон кисерергә мәжбүр итә, шулай итеп, шәхсән үҙенең һәм универсаль экзистенциаль ҡиммәттәрҙе шик аҫтына ҡуя.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Литва милли премияһы (1989)
  • 5-се дәрәжә Литва Бөйөк кенәзе Гядиминас ордены (1998)[4]
  • Зарасай крайының почетлы гражданы (2014; профессиональ сәнғәтте үҫтереү һәм пропагандалау һәм Зарасай крайын Литвала һәм сит илдәрҙә популярлаштырыу өсөн[5]

Саука литва сәнғәте тарихында айырым урын биләй. Ул колористик эҙләнеүҙәр һәм әҙәби башланғысы, традициялар менән бәйле ғәҙәти литва экспрессионизмына ынтылмай, әммә үҙенсәлекле идея системаһын булдыра. Уның ижады постмодерник һынылышты илһамландырған билдәһе булып тора. Тәнҡитселәр Сауканың ижадын «магик реализм» һәм «әшәкелек эстетикаһы», «ирониялы һынлы сәнғәте» һәм хатта «ҡурылған матурлыҡ ҡуйырығы» тип билдәләй[6]. Рәссамдың ижадын үҫеш эҙмә-эҙлелеге айырып тора, уның сюжеттары һәм мотивтары йылдан-йылға бер полотнонан икенсегә күсә киләләр[7]

Саука төрлө темаларҙа һәм жанрҙарҙа ижад итә: натюрморт, иллюстрация, галлюцинация картиналары, оргиялар һәм ғазаптар сәхнәләре (уларҙы рәсам үҙә йәки уның балалары күҙәтә), «Раббы ғазаптары» циклы, шулай уҡ Сауканың ижади һәм идея сәнғәт системаһын дөйөмләштергән «Тамуҡ» рәсеме һәм «Грюнвальд алышы» диптихы[7] Рәссам үҙенең эштәре тураһында ошолай һөйләй:

Ижад — ул упҡын ситендә — зауыҡһыҙлыҡ, күп сәйнәлгән һүҙ, тупаҫлыҡ, әҙәпһеҙлек, әҙәбилек, анекдотлыҡ, китч һәм артабан — тигеҙлек һаҡлау. Ни тиклем нәфис һәм ышаныслы итеп һин тигеҙлек һаҡлай алаһың, ни тиклем ул һинең өсөн хәүефле һәм ни тиклем упҡын тәрән булһа — шул тиклем тамашасыға һине күҙәтеүе мауыҡтырғыс була. Әммә һин сикте үттең икән — барыһы ла ысынында бер ниндәй ҙә упҡын юҡлығын күрәсәк. Тигеҙ урында тигеҙлек һаҡлап, һин иҫәр кеүек һәм нисектер көлкө булып күренәсәкһең.


  1. Record #96575553 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. https://www.adagp.fr/en/identities/sarunas-sauka-44493
  3. Sauka, Sarunas // https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=dade1fbc-2eec-e711-8b59-000c29e811b2
  4. VLE
  5. Garbės piliečiai (лит.). Zarasų rajono savivaldybė. Zarasų rajono savivaldybės administracija (25 октябрь 2017). Дата обращения: 29 декабрь 2017. 2017 йыл 28 декабрь архивланған.
  6. Шарунас Саука. Гений между жизнью и смертью.
  7. 7,0 7,1 Литовское Искусство в 1960-80 гг.
  8. Šarūnas Sauka apie kūrybą (лит.). A galerija. A galerija. Дата обращения: 2 ғинуар 2018. 2018 йыл 3 ғинуар архивланған.
  • Sáuka (лит.). Visuotinė lietuvių enciklopedija. Mokslo ir enciklopedijų leidybos centras (11 июнь 2012). Дата обращения: 29 декабрь 2017.