Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы
Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 ғинуар 1949 |
Тыуған урыны | Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 4 май 2017 (68 йәш) |
Һөнәр төрө | яҙыусы, шағир |
Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы (3 ғинуар 1949 йыл — 4 май 2017 йыл) — башҡорт шағиры, йырҙар авторы. 199 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, Яңауыл районының почётлы гражданы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы Шафиҡова 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[1]) Яңауыл районы Иҫәнбай ауылында тыуған. Яман сир һөҙөмтәһендә ете йәшендә хәрәкәтһеҙ ҡала. Ижадҡа тотоноуы уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары аҙағына тура килә: тейешле белем алыуҙан мәхрүм булһа ла, үҙ аллы шөғөлләнеүе, күп уҡыуы, тормошҡа ышаныс һәм өмөт менән ҡарауы уның йөрәгендә илһам сатҡылары уята. Хис-тойғоларын тәүге тапҡыр шиғри юлдарға һалғанда уға ун ете йәш була. Уның тәүге әҫәре 1970 йылда Яңауыл районы гәзитендә донъя күрә, ә бер шәлкем шиғырҙары 1977 йылда Ҡазанда нәшер ителгән «Ҡыҙҙар тауышы» исемле йыйынтыҡҡа индерелә. Өфөлә «Йәш көстәр» альманахында 1984 йылда бер нисә шиғыры, тағы ла бер йылдан йәш шағирҙарҙың татар телендәге «Осҡондар» тупланмаһында «Был йыр һинең хаҡта» йыйынтығы уҡыусы хөкөменә тәҡдим ителә. Шунан һуңғы тиҫтә ярым йылдан артығыраҡ осорҙа Кәүсәриә Шафиҡованың Өфөлә ете, Ҡазанда өс, Нефтекама һәм Яңауылда ике йыйынтығы баҫыла. Һуңғы баҫмаларға әҙибәнең шиғырҙары һәм композиторҙар көй яҙған йыр текстары менән бер рәттән уның хикәйәләре һәм новеллалары ла ингән. 1995 йылда Өфөлә донъя күргән «Пар аҡ ҡош» һәм 2000 йылда Яңауылда сыҡҡан «Бөрөләр асылғанда» китаптары — Кәүсәриә Шафиҡованың тормош юлдашы, үҙенә оҡшаш яҙмышлы шағир Рәфис Мөхәмәтдинов[2] (1960—2015) менән берлектәге ижад емештәре.
Шағир Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында нәшер ителгән «Арғымаҡ» журналының Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге конкурсының тәүге лауреаты, төрлө йылдар йомғаҡтары буйынса шундай уҡ исемде уға республикабыҙҙың күп кенә гәзит-журналдары, шул иҫәптән «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы ла биргән. Ул шулай уҡ Яңауыл районы хакимиәтенең Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты, райондың почётлы гражданы[3].
Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәренә Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары ике йөҙгә яҡын йыр яҙған. Шағирәне оло сәхнәгә алып сығыусы, уның шиғырҙарын көйгә һалып, халыҡҡа еткереүсе — билдәле композитор һәм йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Наил Шәймәрҙәнов. Алтмыштан артыҡ йыр — ике авторҙың моң даръяһындағы сирек быуатҡа яҡын дауамындағы ижади дуҫлыҡ һөҙөмтәһе. Был хеҙмәттәшлек, 1991 йылда яҙылған «Ҡайталар инде ҡыр ҡаҙҙары»нан башланып китеп, «Башҡортостан гөлө беҙ», «Их, алмаһы», «Ҡоштар китә», «Ике малай», «Балан тәлгәштәре», «Иҫән саҡта күрешәйек» һәм башҡа киң танылыу алған йырҙар менән дауам итә. «Дәрмән» төркөмө башҡарыуында йыш яңғыраған «Был минең ғорурлығым»ды айырым билдәләргә кәрәк.
2014 йылдың 15 ғинуарында Яңауылда шағирҙың 65 йәшенә арналған кисә үткәрелде, унда юбилярға йылы ҡотлау һүҙҙәре әйтелде, сәхнә оҫталары матур концерт ҡуйҙы[4].
Кәүсәриә Шафиҡова 2017 йылдың 4 майында Яңауыл ҡалаһында вафат булды[5][6], тыуған ауылы Иҫәнбайҙа ерләнде.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙҙар йыры. Шиғырҙар. Авторҙар коллективы. — Ҡазан, 1984.
- Йәш көстәр. Шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө, 1984.
- Был йыр һинең хаҡта. «Осҡондар» тупланмаһы йыйынтығы. — Өфө, 1985.
- Тәүге ҡарлуғастар. Шиғырҙар. — Ҡазан, 1988.
- Тауҙарҙағы ун инеш. Шиғырҙар йыйынтығы. — Ҡазан, 1992.
- Бәйге. Шиғырҙар йыйынтығы. — Өфө, 1993.
- Яңауыл биҙәктәре. Шиғырҙар. — Ҡазан, 1994.
- Пар аҡ ҡош. Шиғырҙар йыйынтығы. — Өфө, 1995.
- Турғайҙар оса. Шиғырҙар. Авторҙар коллективы. — Өфө, 1996.
- Беүә ҡайындары. Шиғырҙар, хикәйәләр, йырҙар. — Өфө, 1996.
- Мәрйендәр. Хикәйәләр. Авторҙар коллективы. — Өфө, 1998.
- Бөрөләр асылғанда. Шиғырҙар. — Нефтекама, 2000.
- Күҙ йәштәрем — көмөш тамсы. Новеллалар. — Өфө, 2001.
Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һөйөүҙән бөртөкләп йыйып, алам мин йәшәү көсөн! Шиғыр шәлкеме. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 6 сентябрь[7].
- Ҡар бөртөктәре. Нәҫер. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 16 ғинуар[8].
- Был тормошта һинән, минән Тик матурлыҡ ҡалһын. Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите. 2011 йыл, 3 март.
- Шафиҡова К. Әле һаман да мөхәббәт алдында баш эйәм: шиғырҙар / Кәүсәриә Шафиҡова // Башҡортостан ҡыҙы. – 2008. – № 11. – 26 б.
- Шафиҡова К. Йәшәйһем килә; Маҡтарға яратмайым; Рәхмәт әйтәм һ. б. : шиғырҙар шәлкеме / Кәүсәриә Шафиҡова // Ағиҙел. – 2007. № 8. – 12–14 б.
- Бер ус тупраҡ алып еҫкәр өсөн ауылыма ҡайтып килешем...: Шиғырҙар. «Башҡортостан» гәзите, 2004, 9 июнь.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәли Соҡорой исемендәге премия.
- Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге шиғыр конкурсының тәүге лауреаты.
- Яңауыл районының почётлы гражданы.
Әҙип ваҡытлы матбуғатта һәм радиола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән шағирә Кәүсәриә Шафиҡова. «Юлдаш» радиоһының «Балҡыш» рубрикаһындағы тапшырыуы. 22 июнь 2011 йыл.
- Шағирә Кәүсәриә Шафиҡова. «Юлдаш» радиоһының «Аҡ ҡалфаҡ» рубрикаһындағы тапшырыуы. 4 декабрь 2012 йыл.
- Яҙмышынан тора юғары. «Башҡортостан» гәзите, 31 ғинуар 2014 йыл 2016 йыл 8 март архивланған..
- Бәхетһеҙлек, һине еңеп әйтәм: «Бәхетлемен» тигән һүҙемде! «Йәншишмә» гәзите, 21 март 2014 йыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йыл 30 июнь архивланған. (рус.)
- ↑ Рафис Назипович Мухаметдинов | Литературная карта Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2017)
- ↑ Звание «Почетный гражданин муниципального района Янаульский район» (положение) и список 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Вечер известной поэтессы Каусарии Шафиковой — Сайт Союза писателей Республики Башкортостан: Новости, 2014, 15 января(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ В Башкирии ушла из жизни поэтесса, автор многих песен Каусария Шафикова. ИА «Башинформ», 2017, 4 май (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 май 2017)
- ↑ Билдәле шағирә, байтаҡ йыр һүҙҙәренең авторы Кәүсәриә Шафиҡова арабыҙҙан китте. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы, 05 май 2017 йыл(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2018)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2016, 6 сентябрь 2016 йыл 15 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2016)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2014, 16 ғинуар 2016 йыл 9 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2016)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 сентябрь 2016)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2019)