Эстәлеккә күсергә

Шафиҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Шафиҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Шафиҡ башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Шәфҡәтле, рәхим­ле, миһырбанлы, һөйәкле; яҡ­лаусы; яҡын дуҫ тигәнде аңлата.[1]

Әминев-Тамъяни Шафиҡ (тулы исеме Әминев Шафиҡ Әмин улы; 19 март 1858 йыл — 1936 йыл) — башҡорт сәсәне.

Шафиҡова Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы (3 ғинуар 1949 йыл — 4 май 2017 йыл) — башҡорт шағиры, йырҙар авторы. 199 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты, Яңауыл районының почётлы гражданы.

Шафиҡова Әминә Ивний ҡыҙы (24 март 1974 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, музыкант-пианист. 2012 йылдың ноябренән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры[1]. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).

Шафиҡов Ғәзим Ғәзиз улы (1 октябрь 1939 йыл — 28 ғинуар 2009 йыл) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән шағиры. Прозаик, драматург, сценарист, публицист, тәржемәсе һәм фольклорсы. 1977 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1992), Сергей Чекмарёв исемендәге (1989), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге (1992), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1995), Рәми Ғарипов исемендәге (1998) премиялар лауреаты.

Шафиҡов Денис Фуат улы (3 июнь 1985 йыл) — Рәсәй спортсыһы, еңел һәм беренсе ярымурта ауырлыҡ категорияларында сығыш яһаусы боксёр. Донъя чемпионы (2009).

Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16 май 1955 йыл) — шағир, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.

Шафиҡов Әхиәр Талип улы (1905 йыл — 24 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.

Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (19 февраль 1899 йыл — 1947 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Шафиҡова Закира Рәзетдин ҡыҙы (рус. Шафикова Закира Разетдиновна) — (24 октябрь 1936 йыл) — йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — татар.

Шафиҡ (йыр) —— башҡорт халыҡ йыры.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ