Эстәлеккә күсергә

Абҙанов Шәмси Саҙрый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Шәмси Саҙрый улы Абҙанов битенән йүнәлтелде)
Шәмси Саҙрый улы Абҙанов
Тыуған көнө

24 октябрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Бөрө өйәҙе, Эткенә ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы)

Вафат көнө

10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (43 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы, Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

иҡтисади география

Альма-матер

Г. В. Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институты

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

иҡтисадсы-географ, педагог

Абҙанов Шәмси Саҙрый улы (24 октябрь 1894 йыл10 июль 1938 йыл) — ғалим-иҡтисадсы-географ, уҡытыусы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1931—1937 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының иҡтисади география кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1935—1937 йылдарҙа — Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институты директоры. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Профессор (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.

Шәмси Саҙрый улы Абҙанов 1894[1] йылдың 24 октябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районының) Эткенә ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса башҡорт[2].

1912 йылдан Пермь губернаһы Уҫы өйәҙе Солтанай ауылының «Мансуриә» мәҙрәсәһендә уҡыта. 1913—1923 йылдарҙа Урта Азияла йәшәй: башта Ташкентта, һуңыраҡ Бохара ҡалаһында төрлө һөнәр буйынса эшләй. РКП (б)-ға инә. 1923 йылдың сентябрендә йәнә Ташкент ҡалаһына күсә һәм декабрҙә хәрби сафҡа алыныуына тиклем трамвай йөрөтөүсе булып эшләй[3]. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша[4].

1919 йылдың июленән 1920 йылдың ғинуарына тиклем Мосолман коммунистик курстары клубы эргәһендә инструктор, бер үк ваҡытта Төркөстан һәм Ташкент ғәҙәттән тыш комиссияларының хеҙмәткәре була. 1920—1923 йылдарҙа Ташкент рабфагында белем ала һәм уны тамамлағас Мәскәүгә китә. 1924—1928 йылдарҙа РСФСР-ҙың Мәскәү һәм Һарытау ҡалалары уҡыу йорттарында мөғәллимлек итә[4], башҡорт һәм татар телендә Мәскәүҙә баҫылып сыҡҡан гәзит-журналдарға мәғариф һәм иҡтисад мәсьәләләренә арналған мәҡәләләр яҙа. 1927 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институтының иҡтисади факультетын тамамлай һәм «Русско-тюрк» рус-төрөк экспорт-импорт акционерҙар йәмғиәтендә эшләй башлай[3].

1929 йылда Г. В. Плеханов исемендәге Халыҡ хужалығы институты эргәһендәге бер йыллыҡ Юғары педагогия курстарын тамамлай һәм педагог һөнәрен ала һәм бер аҙ ваҡыт ошо курстарҙың ғилми сәркәтибе булып эшләй. 1929 йылдың сентябренән Һарытау кооператив техникумына эшкә ебәрелә һәм уның тәүге директоры була, 1930 йылдың апрелендә доцент ғилми дәрәжәһен ала. Ҡаты сирләгәс дауаланырға Мәскәүгә күсерелә һәм бында ҡала. 1930 йылдың сентябренән А. С. Бубнов исемендәге Мәскәү педагогия институты эргәһендәге Юғары педагогия курстарында доцент була[3].

ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының РСФСР Наркомпросына мөрәжәғәте буйынса, Башҡорт АССР-ына ҡайтарыла. 1931 йылдың августынан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты директоры һәм шул уҡ ваҡытта иҡтисади география кафедраһы мөдире вазифаларын башҡара. 1930-сы йылдарҙа башҡорт телендә өс күләмле мәҡәлә яҙа: «Франция» (1933), «Төньяҡ Америка Ҡушма Штаттары» (1933) һәм «Хәҙерге Германия» (1934). 1934—1935 йылдарҙа рус телендә Башҡортостанда халыҡ мәғарифы тарихына арналған хеҙмәте ике баҫма менән сыға. Шәмси Абҙанов иҡтисади география буйынса уҡыу әсбаптары төҙөүҙә һәм институттың тәүге ғилми хеҙмәттәр йыйынтығын[5] әҙерләүҙә ҡатнаша[3].

1935 йылдан Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеүҙәр институтының директоры була[4].

1937 йылдың 27 июлендә ҡулға алына. 1938 йылдың 10 июлендә атыла[6]. 1957 йылдың июлендә аҡлана[2].

  1. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1895 йылда.
  2. 2,0 2,1 Абзанов Шамси Садриевич. Международное общество «Мемориал». Дата обращения: 16 февраль 2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Ергин Ю. В. Ш. С. Абзанов (1894—1938), директор БГПИ им. К. А. Тимирязева в 1931—1935 годах // Вестник Башкирского университета : журнал. — 2014. — Т. 19. — № 4. — С. 1650—1657. — ISSN 1817-3292.
  4. 4,0 4,1 4,2 Илтенбаев А. Ф. Абҙанов Шәмси Саҙрый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Башкирский педагогический институт им. К. А. Тимирязева к ХV годовщине Башкирской АССР: Сб. 1 / под ред. Ш. С. Абзанова. — Уфа: изд-во БГПИ, 1934. — 65 с.
  6. Саламатова Г. Кровавое воскресенье кровавого года // Ватандаш. — 2013. — № 6. — ISSN 1683-3554.