Эстәлеккә күсергә

Шәүҡи Әфәнде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шәүҡи Әфәнде
фарс. شوقی اَفَندی رَبانی
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Фәләстин
Тыуған көнө 1 март 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2][3][4]
Тыуған урыны Акә[d], Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 4 ноябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[2][3][4] (60 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британия
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе H1N1[d][5]
Ерләнгән урыны Лондон
Хәләл ефете Рухия Ханум[d]
Һөнәр төрө дини башлыҡ, Баһаи Дине һаҡлаусыһы, тәржемәсе
Уҡыу йорто Баллиол колледжы[d]
Бейрут американ университеты[d]
Сәләмәтлек торошо Грипп
 Шәүҡи Әфәнде Викимилектә

Шәүҡи Әфәнде Раббани (1 март 1897 йыл — 4 ноябрь 1957 йыл) — Ғәбдел-Баһаның өлкән ейәне һәм 1921 йылдан алып 1957 йылға тиклем — Баһаи Дине башлығы. Ғәбдел-Баһа уны үҙенең васыятнамәһендә «Аллаһы Тәғәлә эшен һаҡлаусы» итеп тәғәйенләй[6].

Шәүҡи Әфәнде Раббани Ғосман империяһы Акә ҡалаһында 1897 йылдың 1 мартында тыуған. Уның тәрбиәһе менән башлыса ҡартатаһы Ғәбдел-Баһа шөғөлләнә. Хайфала иезуит мәктәбенә йөрөй, артабан Бейрутта католиктар мәктәбендә уҡый. Юғары белемде Шәүҡи башта Бейруттағы американ университетында ала, 1918 йылда сәнғәт бакалавры дәрәжәһенә лайыҡ була. Артабан ул Бөйөк Британиялағы Оксфорд университетында аспирант сифатында уҡыуын дауам итә (1920-1921), бында ул иҡтисад, сәйәси фәндәрен өйрәнә. Теннис, альпинизм һәм фотография менән шөғөлләнә. Инглиз телен бик һәйбәт кимәлдә үҙләштерә, инглиз телен тәрән белеүе уға көнбайыш әҙәбиәтен аңларға ярҙам итә, шул уҡ ваҡытта ул шәхсән үҙе инглиз телендә баһаизм тураһында яҙыша башлай, остаздары Баһаулланың һәм Ғәбдел-Баһаның ғәрәп һәм фарсы телендә яҙылған әҫәрҙәрен инглиз теленә тәржемә итеүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, Шәүҡи Әфәнде француз һәм төрөк телен өйрәнә. Былар барыһы ла Баһаи Динен бөтә донъяла таралыуына сәбәпсе була[7].

Дин Һаҡлаусыһы сифатында хеҙмәткә ул бик тиҙ ылыҡмай, башта ул бөтә эштәрҙе Ғәбдел-Баһаның апайы Баһийа Ханумға тапшыра, ә үҙе Швейцарияға, Альп тауҙарына, китә, унда ул спартандарса тормош алып бара, киләсәктххеҙмәт өсөн көс-ҡөҙрәт, энергия йыя. бер йылдан ул Хайфаға ҡайта һәм, ҡартатаһының васыятнамәһенә ярашлы, баһаизмдың административ институттарын ойоштора башлай, Иранда, АҠШ-та, Канадала, Көньяҡ Америкала, Яҡын Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Австралия, Европа континентында урындағы рухани йыйылыштар һайлау менән етәкселек итә[7].

Һуңғараҡ Шәүҡи Әфәнде етәкселеге аҫтында Милли рухани йыйылыштар барлыҡҡа килә, Бауалла күҙаллаған баһаи тормош нормалары көндәлек тормошҡа индерелә. 1951—1957 йылдарҙа Шәүҡи Әфәнде 32 күренекле баһаи һайлап ала һәм, Ғәбдел-Баһа васыятнамәһенә ярашлы, уларҙы "Аллаһы Тәғәлә эштәре ҡулдары" итеп тәғәйенләй[7].

36 йыл дауамында Шәүҡи Әфәнде баһаи мәхәлләһенең берҙәмлеген нығыта, аңлатыу эшен алып бара, уның үҫешенә даими рәүештә булышлыҡ итә. Уның етәкселегендә Баһаулла тарафынан мәхәллә эштәре менән идара итеү өсөн уйлап табылған уникаль система бөтә донъяла тарала[8].

Шулай уҡ ул Бөтә Донъя Баһаи Үҙәге, Баба Кәшәнәһе, Баһаулла Ғибәҙәтханаһы төҙөлөшөн проектлай. Шәүҡи Әфәнде — Баһаи Динен Һаҡлаусыһы, Баһаи Асышын аңлатыусы ролендә ентекле һәм ышаныслы итеп Асышта билдәләнгән Ғаләм төҙөлөшөн тасуирлай. Диндең нығынған осоронда уҡ ул «Баһаи Динен булдырыу иң мөһим бурысы булған илаһи цивилизацияның тиңһеҙ элементтары тураһында» һөйләй. Ул осорҙа әлеге темаға, ғәҙәттә «Ғаләм төҙөлөшө тураһында хаттар» тип исемләнгән мөрәжәғәттәр яҙа.

Шәүҡи Әфәнде, ҡатыны Рухийя Ханумдан башҡа, диндән бөтә иҫән туғандарын ситләштерә, васыятнамә ҡалдырмайынса һәм «Һаҡлаусылар» сылбырын өҙөп, 1957 йылдың 4 ноябрендә Лондонда вафат була. Балалары уның булмай. Баһаи Дине менән етәкселек итеү өсөн лидерҙар төркөмө 1963 йылда Баһаулла мираҫ итеп ҡалдырған Бөтә Донъя Ғәҙеллек Йортон йыйып ала һәм уға административ һәм догматик функцияларҙы тапшыра.

  1. Record #27864297 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Shoghi Effendi // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Shoghi Effendi Rabbani // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 4,0 4,1 Shoghi Effendi // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. https://www.nytimes.com/2020/06/24/books/robert-richardson-jr-dead.html
  6. Ҡайһы бер Баһаи диндәрҙәр Ғәбдел-Баһа васыятнамәһен ялған йәки Ғәбдел-Баһаға үҙенең вариҫы итеп уның кесе ҡустыһы Мырҙа Мөхәммәт Алиҙы тәғәйенләргә ҡушҡан Баһаулланың васыятына тура килмәй, тип ҡабул итәләр. «Васыятты боҙоусы» тип иғлан ителгән Мөхәммәт Али Унитар баһаизмы йүнәлешен булдыра, ә Ғәбдел-Баһа васыятнамәһен ялған тип иҫәпләүсе төркөмдәр «Ирекле Баһаи», «Яңы тарих йәмғиәте» һәм «Баһаи реформистар» хәрәкәттәр ойошторалар
  7. 7,0 7,1 7,2 Шоги Эффенди Раббани
  8. Шоги Эффенди — Хранитель веры Бахаи