Эстәлеккә күсергә

Шәмсетдин Зәки

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ш. Зәки битенән йүнәлтелде)
Шәмсетдин Зәки
Исеме

Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин

Тыуған көнө

1822({{padleft:1822|4|0}})

Тыуған урыны

Иҙәк утары, Бөрйән улусы, 10-сы Башҡорт кантоны, Ырымбур өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы)

Вафат булған көнө

1865({{padleft:1865|4|0}})

Вафат булған урыны

Таганрог

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

мәғрифәтсе, шағир, дин белгесе

Шәмсетдин Зәки (төп исеме — Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы Ғөбәйҙуллин; 18221865) — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.

Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы 1822 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе 10-сы Башҡорт кантоныны Бөрйән улусының (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы) Иҙәк утарында мулла ғаиләһендә тыуған.

Ул тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса бала саҡта һуҡырая). Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһендә, Ҡазандағы Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала.

Ауылдашы З. Мөхәмәтрәхими теркәүенсә[1], «ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары — суфый Ф. Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, Сәғди Ширазиҙың атаҡлы «Бостан», «Гөлбостан» китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә».

Һуңынан ул Таймаҫ ауылында шәкерттәргә белем бирә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлына баҫҡас, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта башлай. Шәмсетдин Зәкиҙе бөрйән ырыуының аҫаба башҡорто һәм шағир, Аҡмулланың уҡытыусыһы итеп кенә түгел, шулай уҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлындағы йөҙҙәрсә суфыйҙарҙың мөршиде итеп тә беләләр. Тап суфыйҙар XX быуат башында үҙ халҡын ойоштороп, III Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә[2].

1865 йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында вафат булған.

Шағирҙың төрки, фарсы, ғәрәп телдәрендә яҙылған ҡулъяҙмалары һаҡланған. «Булғай-булмағай», «Өйрәнмәк кәрәк» шиғырҙарында васыят һүҙҙәре суфыйсылыҡ юлын һайлаған тәҡүәләр өсөн генә түгел, ә барлыҡ әҙәми заттар өсөн дә әһәмиәтле икәне бәхәсһеҙ.