Эгон Фридель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эгон Фридель
нем. Egon Friedell
Рәсем
Заты ир-ат[1][2][3]
Гражданлығы Flag of Hungary (1896-1915; angels; 3-2 aspect ratio).svg Австро-Венгрия
Flag of Austria.svg Австрия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Egon Friedmann
Тыуған көнө 21 ғинуар 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3][…]
Тыуған урыны Австро-Венгрия, Вена[2]
Вафат булған көнө 16 март 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][…] (60 йәш)
Вафат булған урыны Өсөнсө рейх, Вена[2]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Үлем сәбәбе ҡолап төшөү[d]
Ерләнгән урыны Венаның Үҙәк зыяраты[d]
Изображение могилы
Яҙма әҫәрҙәр теле Немец теле
Һөнәр төрө историк культуры, тәржемәсе, журналист, фәлсәфәсе, яҙыусы, театр актёры, тарихсы, кино актёры
Уҡыу йорто Вена университеты
Ғилми дәрәжә фәлсәфә докторы[d] (1904)
Эш урыны Берлин[2]
Архивы хранятся в Австрийская национальная библиотека[d][5]
Commons-logo.svg Эгон Фридель Викимилектә

Фридель Эгон (ингл. Egon Friedell, тыуған саҡтағы фамилияһы Friedmann; 1878 йыл1938 йыл) — Австрия журналисы, яҙыусы һәм театр тәнҡитсеһе; шулай уҡ актёр, кабаре артисы һәм конферансье сифатында сығыш яһай[6].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1878 йылдың 21 ғинуарында Венала ебәк туҡыма етештереүсе Мориц Фридман (Moriz Friedmann) һәм уның ҡатыны Каролинаның (ҡыҙ фамилияһы Eisenberger) йәһүд ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған. Эгонға бер йәш булған саҡта әсәһе, өс балаһын иренә ҡалдырып, ғаиләһен ташлап сығып китә. 1887 йылда ата-әсәһе айырылыша. 1991 йылда атаһы вафат булғандан һуң Эгон инәһе менән Майндағы Франкфуртта йәшәй.

Франкфуртта мәктәпкә уҡый, тыңлауһыҙ бала булып таныла һәм насар тәртибе арҡаһында ике йылдан һуң мәктәптән ҡыуыла. Шунан Австрия һәм Германияның төрлө мәктәптәрендә уҡый. 1899 йылдың сентябрендә Бад Херсфельдта Конрад Дуден гимназияһына имтихан тота һәм уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта, 1897 йылда, немец телен, фән һәм философияны өйрәнеү өсөн Фридрих-Вильгельмдың Берлин университеты студент сифатында ҡабул ителгән була. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Гейдельбергта Рупрехт-Карл Университетына күсә, унда ул философия тарихы Куно Фишерҙа уҡый. о.

1899 йылда, туғандар менән дәғүәләшкәндән һуң, Эгон Фридель атаһының мөлкәтенә эйә була һәм финанстар яғынан бойондороҡһоҙ була ала һәм үҙе теләгән өлкәләрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеген ала. Ул Венаға Gentzgasse, 7 адресы буйынса урынлашҡан фатирына күсә һәм ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәй. 1900 йылдан алып Венала туғыҙ семестр дауамында философияны өйрәнә. Ошо осорҙа"Централь" кафеһында урынлашҡан әҙәби түңәрәккә ылыға һәм тиҙ арала Петер Альтенбергтың иң яҡын дуҫы булып китә. Гәзиттәр һәм журналдарҙа эсселар яҙа, мәҫәлән, Schaubühne[de] һәм März[de]. 1904 йылда ул «Novalis als Philosoph» диссертацияһы өсөн докторлыҡ дәрәжәһенә лайҡ була, диссертацияһын ул Фридель исеме аҫтында нәшер итә.

«Fledermaus» кабареһындағы холл

1906 йылдан Эгон Фридель кабаре артисы һәм конферансье булараҡ «Nachtlicht», «Hölle» һәм «Fledermaus» кафеларында сығыш яһай. Иоганн Штраус опереттаһы хөрмәтенә аталған «Friedermaus» кабареһында ул 1908 йылдан алып 1910 йылға тиклем художество етәксеһе була. Ошо уҡ ваҡытта ул очерктар һәм бер актлы пьесалар яҙыуын дауам итә. 1910 году нәшриәт хужаһы Самуэль Фишер Фриделгә Петер Альтенбергтың биографияһына яҙырға ҡуша. 1912 йылда баҫылып сыҡҡан хеҙмәт коммерция яғынан уңышһыҙ була, әммә шул уҡ ваҡытта Эгон фриделде мәҙәниәт тарихы менән мауығыуға килтерә.

Венаның Үҙәк зыяратындағы ҡәбере

Актёр булараҡ Карл Краус ойошторған һәм Франк Ведекинд ҡуйған шәхси спектклдә күренә («Büchse der Pandora[de]») . Журналист Феликс Фишер менән бергә 1910 йылда ул «Intime Theater»ға нигеҙ һала, 1912 йылда — Берлинда кабарела, ә 1913 йылда ҡыҫҡа ваҡыт актёр булып режиссёр Макс Рейнхардта эшләй.

1914 йылдан алып алкоголь менән артыҡ мауыуығы һәм артыҡ кәүҙә ауырлығы проблемалары алға сыға һәм ул Мюнхен тирәһендә санаторийҙа махсус дауаланыу үтергә мәжбүр була. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән ул һуғышҡа ҡаршы тороусыларға йүнәлтелгән шовинистик хеҙмәттәр баҫтыра һәм үҙ теләге менән фронтҡа китергә теләй, әммә һаулығы арҡаһында уны алмайҙар. Һуғыштан һуңғы инфляцияла ул үҙенең бөтә мөлкәтен юғалта. 1919—1924 йылдарҙа Фридель журналист һәм театраль тәнҡитсеһе булараҡ төрлө журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә эшләй, шул иҫәптән Neue Wiener Journal журналында. Шулай уҡ Берлинда Немец театрында һәм Венала Бургтеатрҙа драма советнигы, театр режиссёры һәм актёры сифатында эшләй.

1927 йылдан һаулыҡ проблемалары арҡаһында эшләүҙән туҡтай, эсселар яҙа, тәржемәсе сифатында, айырыуса заман мәҙәниәте тарихы буйынса, шөғөлләнә. Нацистар германияла власҡа килгәс. Фриделдең эштәрен нәшер итеүҙән баш тарталар, сөнки ул Гитлер режимы тураһында һәйбәт фекерҙә булмай. 1937 йылдың аҙағында национал-социалистик режим тарафынан уның хеҙмәттәре конфискациялана. 1938 йылдың февралендә Германияла Эгон Фриделдең мәҙәни мираҫы тулыһынса тыйыла.

1938 йылдың 16 мартында үҙ-үҙенә ҡул һала, СА-нан штурмовиктар уны ҡулға алырға килгәс, үҙ йөртө тәҙрәһенән һикерә. Үҙәк ҡала зыяратында ерләнә. 2005 йылда уның ҡәбере «Почетлы ҡәберҙәр» рәтенә индерелә.

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Эгон Фридель на почтовой марке Австрии

1954 йылда уның исеме Венала Флоридсдорф районындағы бер урамға бирелә — Egon-Friedell-Gasse. 1978 йылда уның 100 йыллығына Австрияға почта маркаһы сығарыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Heribert Illig. Schriftspieler — Schausteller. Die künstlerischen Friedells Egon Aktivitäten. Dissertation. Löcker, 1987 Wien, ISBN 3-85409-105-2.
  • Lorenz Wolfgang. Egon Friedell. Leben Ungewöhnlichen eines Momente im. Eine Biographie. Ed. Raetia, 1994 Bozen, ISBN 88-7283-054-0.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]