Эстәлеккә күсергә

Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин битенән йүнәлтелде)
Эльбрус Хәмит улы
Ниғмәтуллин
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Специализация

стронгмен

Клуб

ElbrusTeam

Тыуған датаһы

30 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (50 йәш)

Тыуған ере

Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Субар ауылы

Буйы

180

Ауырлығы

139

[[commons:Category: Elbrus Nigmatullin Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Ниғмәтуллин Эльбрус Хәмит улы (30 март 1974 йыл) — «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, Рәсәй спортсыһы, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, 2005 йылдағы «Планетаның иң көслө кешеһе» ярышының вице-чемпионы, йәмәғәт эшмәкәре, актёр.

Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин 1974 йылдың 30 мартында Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Субар ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе төҙөлөш училищеһендә, индустрия техникумында уҡый. Аҙаҡ Урал физик культура академияһын тамамлай. Силәбенең «Атлет» Спорт клубына йөрөй, пауэрлифтинг һәм армрестлинг менән шөғөлләнә башлай. 2000 йылда ул армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы исемен, ә 2001 йылда «Силәбенең иң көслө кешеһе», «Урал титаны» — титулдарын яулай.

Эльбрус үҙенең тағы ла бер ҙур ҡаҙанышына Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй турнирында өлгәшә. 18 баһадир араһында башҡорт батыры еңеп сыға. Шулай уҡ баш ҡалала уҙғарылған «Толстяк» турнирында беренсе була. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһа ла, Эльбрус батырҙың даны, милләте үҙенән алда йөрөй. Уны бөтө донъя баһадирҙары араһында «Башҡорт» тип беләләр.

«Василий Алексеев, Юрий Власов, Давид Ригерд, Солтан Рахманов — заманында штанга спортында еңеүселәр — доньяның иң көслө кешеләре булып һаналды. Хәҙер ысын көстө күрһәтеүҙең юлы — „Стронгстмен“. Штанга күтәреу өсөн көстән бигерәк күнекмә, теүәл техника талап ителә. Ә мин шөғөллөнгән спорт төрө традицион булмаған әйберҙәрҙе күтәреп ташлауға, йүгереүгә, тейәүгә, этеп-тартып йөрөтөүгә бәйле. Беҙҙең спорт снарядтары — бүрәнә, автомобиль покрышкаһы, таш, йөк машиналары, арба һәм башҡа ауыр көнкүреш әйберҙәре. Был спорт төрө Шотландияла барлыҡҡа килгән, аҙаҡ бөтә донъяға таралған. Беҙ үҙебеҙҙең башҡорт көрәшен дә шундай кимәлгә күтәрә алабыҙ», — ти Эльбрус батыр.

Рекордтары һәм ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2014 йыл: Силәбе ҡалаһының М. Горький исемендәге паркында 34 тонна ауырлығындағы күҙәтеү тәгәрмәсен әйләндерҙе.
  • 2015 йыл: Билдәле башҡорт спортсыһы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы рекорд ҡуйырға әҙер. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы ул ауырлығы 700 килограмм тартҡан дөйәне күтәрергә ниәтләй. Бәһлеүән быны Силәбеләге йәйәүлеләр урамында, бронзанан эшләнгән «Башҡорт малайы һәм дөйә» тип аталған скульптур композиция янында эшләргә ниәтләй. Был осраҡлы түгел — ҡаланың гербында төшөрөлгән дөйә Силәбенең символы булып тора. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Көньяҡ Урал аша Бөйөк ебәк юлы үткән.

2015 йылдың 4 мартында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Арина Рәхимҡолова) хәбәр итеүенсә, Эльбрус Ниғмәтуллин яңы донъя рекордын ҡуйҙы — үҙе ҡуйылған металл платформа менән бергә дөйөм ауырлығы тоннанан ашыу тәшкил иткән дөйәне 44 секунд күтәреп торған. Аҙаҡтан бәһлеүән, тағы ла бер нисә автомобиль тәгәрмәсе һәм штанга дискыларын өҫтәлеп дөйөм ауырлығы 1030 килограмға еткән конструкцияны 23 секунд дауамында төшөрмәгән. Эльбрустың әйтеүенсә, «тағы ла ҙурыраҡ дөйәне күтәреп, оҙағыраҡ торорға мөмкин».

  • 2015 йыл: 27 майҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Арина Рәхимҡолова) хәбәр итеүенсә, башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин яңы донъя рекорды ҡуйҙы — спортсы 30 тонналыҡ йортто урынынан күсерҙе. Бәһлеүән һүҙҙәренсә, был уның карьераһындағы иң ҡатмарлы рекордтарҙың береһе булған[1].