Эрдэнэт
Город | |||
Эрдэнэт монг. Эрдэнэт ᠡᠷᠳᠡᠨᠢᠲᠦ | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Аймак | |||
Сомон | |||
Координаталар | |||
Нигеҙләнгән | |||
Майҙаны |
208,0 км² | ||
Халҡы |
92000 человек (2011) | ||
Тығыҙлығы |
442 кеше/км² | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Һанлы танытмалар | |||
Эрдэнэт (монг. Эрдэнэт - «ҡиммәтле») — Монголияла ҙурлығы буйынса икенсе ҡала, Селенга һәм Орхон йылғалары араһында урынлашҡан, тәү сиратта үҙәк ҡарамағындағы административ берәмек, ә 1992 йылдан Орхон аймағының үҙәге, уға ҡаланан тыш, бер генә сомон (ауыл районы) инә. Илдең төньяҡ өлөшөндә Орхон һәм Селенга йылғалары үҙәнендә урынлашҡан.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең баш ҡалаһы Улан-Баторҙан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 340 саҡрым, Дархан ҡалаһынан көнбайыштараҡ 180 км, Булған аймағының үҙәгенән төньяҡҡа ҡарай 60 саҡрым, шулай уҡ Рәсәй дәүләт сигенән 140 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡалала тимер юл бәйләнеше бар, Эрдэнэт станцияһы төп Трансмонгол тимер юлы линияһындағы Салхит станцияһынан алып тимер юл тармағында һуңғыһы булып тора[1]. Был станциянан Көнсығыш-Себер тимер юлының Наушки станцияһына йәки Эрэн-Хото ҡытай тимер юлдары станцияһына етергә була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1972 йылда[2] СССР һәм МХР араһында хөкүмәт-ара килешеүгә ярашлы, баҡыр-молибден «Эрдэнэтийн овоо» — «Хазина тауы» ятҡылыҡтарын үҙләштереү өсөн ойошторола[3].
1974 йылда КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары Л. И. Брежневтың Монголияға рәсми визиты ваҡытында «Эрдэнэт» тау комплексын төҙөү буйынса Хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Ҡаланың генераль планын тормошҡа ашырыу буйынса эштәрҙе Л.В.Вавакин етәкселеге аҫтында совет архитекторҙары башҡара.
1975 йылдың 11 декабрендә Монголия Халыҡ Республикаһының Бөйөк Халыҡ Хуралы Президиумы Указы менән Эрдэнэтҡа ҡала статусы бирелә.
1977 йылда тимер юлы төҙөлә[4]. Ысынында 1978 йылдың мартында тимер юлы ҡаланың түгел, ә һаман комбинаттың ихтыяждарын хеҙмәтләндерә. Асылда был предприятиеның инә торған тармағы була. 1978 йылдың 14 декабрендә комбинаттың ваҡытынан алда асыу тантанаһы була, ул буш урында 4 йыл эсендә төҙөлә[5].
Ҡала һәм Эрдэнэт комбинаты совет технологияһы һәм совет белгестәре ярҙамында төҙөлә. Ҡаланың яҡынса 1% — урыҫтар[2]. Эрдэнэтта Рәсәйҙең генераль консуллығы бар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала (ҡырҡа-континенталь һыҙаттар менән) һыуыҡ ҡыш һәм һалҡынса йәй менән тау климаты. Яуым-төшөм, нигеҙҙә, йылдың йылы миҙгелендә була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса температура, °C | −13 | −10 | −7,6 | 1,3 | 8,6 | 16,2 | 18,4 | 15,5 | 8,4 | −0,2 | −8,5 | −12,4 | |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 1,5 | 1,7 | 6,1 | 11,8 | 20,4 | 66,1 | 91,1 | 71 | 41,6 | 10,8 | 8,2 | 3,1 | 341 |
Сығанаҡ: World Climate |
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрдэнэт комбинаты
«Эрдэнэт» предприятиеһы ҡаланы булдырыусы предприятие булып тора, устав капиталының 51 проценты Монголияға, ә 49 проценты — Рәсәй Федерацияһына ҡарай. Эрдэнэт предприятиеһы йылына 26 миллион тонна мәғдән сығара[6] (2007 йылға 25 млн тонна[7][8]) һәм унан 126 700 тонна баҡыр, 1954 тонна молибден етештерә[9]. Предприятиеның Монголияның тулайым эске продуктында өлөшө 13,5 % тәшкил итә[10][11].Предприятиела 6 меңдән ашыу кеше эшләй[12]. Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[13] һәм Азияла иң ҙур тау-мәғдән компанияларының береһе[14][15].
Эрдэнэтийн- овоо ятҡылыҡтарында геологик тикшеренеүҙәр 1950 йылдар аҙағында башлана, ә предприятие 1974 йылда барлыҡҡа килә. Был ятҡылыҡтарҙа асыҡ ысул менән табылған мәғдәндән байыҡтырыу фабрикаһында баҡыр -молибден концентраты етештерелә[16]. Эрдэнэтийн-овоо төп ятҡылыҡтарының 2060 йылға тиклем етерлек запастары бар тип һанала[17].
Предприятие комплексының 5 бүлексәһе, шулай уҡ 2007 йылдан ҡорос шарҙар етештереүсе «Эрдэнэт металл» компанияһы бар[18].
Эшселәр составы күп милләтле, монголдарҙан тыш бында Рәсәй, Ҡаҙағстан, Украина, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Әзербайжан, Белоруссия, Ҡырғыҙстандан граждандар эшләй[19]
Предприятие бер нисә тапҡыр абруйлы наградаларға эйә була, шул иҫәптән иң яҡшы хужалыҡ берәмеге тип атала һәм «Монголияның 100-ТОП компаниялары» конкурсында 1-се урынды яулай[20].
Компанияның штаб-фатиры А. Амар майҙанында урынлашҡан[21].
Башҡа ҡайһы бер эре тау-мәғдән компаниялары менән, шул иҫәптән шәхси сеймал базаһына һәм Урал тау-металлургия компанияһына эйә булған һәм баҡыр сеймалына ҡытлыҡ кисергән «Нориль никель» тау металлургия комплексы менән хеҙмәттәшлек итә[22].
Башҡа компаниялары
Ҡаланы электр энергияһы һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү өсөн Эрдэнэт йылылыҡ-электр үҙәге төҙөлгән.
Тимер юлы Эрдэнэтты Дархан ҡалаһы менән тоташтыра ( Трансмонгол тимер юлында).
«Эрдэнэт» предприятиеһынан тыш келәм-туҡыу фабрикаһы, төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятиелар, аҙыҡ-түлек, йөн эшкәртеү предприятиелары эшләй.
Стадионы
Спорт комплексы хужаһы булып ҡалала Эрдэнэт предприятиеһы тора. Комплекс бер нисә бүлектән тора: халыҡ-ара стандарттарға тап килгән «Хилэм» йөҙөү бассейны (45 кеше һыйҙырышлы), ҙур спорт залы (һыйҙырышлығы 200 кеше), «Хангарьд» стадионы (2000 кеше һыйҙырышлы), «Сархиа» саңғы базаһы[23][24] (сәғәтенә 300 кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле), хоккей өсөн һырғалаҡ, еңел атлетика, теннис өсөн корттар, көрәш, бокс, дзюдо, гимнастика, өҫтәл теннисы, бодибилдинг, шахмат, ауыр атлетика, бильярд өсөн залдар, ҡунаҡхана, сауна, контроль һәм клиника кабинеттары, химик-бактериологик лаборатория бар. 3000 ашыу кеше 25 спорт төрө менән шөғөлләнә һәм урындағы, төбәк һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа ҡатнаша. Комплекста шөғөлләнгән спортсылар дөйөм иҫәптә 2500-ҙән ашыу миҙал яулаған. Спорткомплекста 2 атҡаҙанған тренер, 3 атҡаҙанған спортсы, 18 халыҡ-ара класлы спорт мастеры һәм 81 спорт мастеры тәрбиәләнгән[25].
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]• Туристар карьерға бара ала. Ул ҡаланың көнсығыш өлөшөндә, үҙәктән 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
• Башҡа мөһим иҡтисади фактор булып Эрдэнэтта келәм фабрикаһы тора, ул 1981 йылда ҡала үҙәгенән яҡынса 2 км алыҫлыҡта төҙөлгән. Заводта йыл һайын 2000 тонна самаһы йөн эшкәртелә, унда яҡынса 1100 кеше эшләй[26]. • Ҡаланың үҙәк майҙанында Мәҙәниәт һарайында тау эштәре музейы[27].
• 1983 йылда ойошторолған аймаҡ музейы
• Совет-монгол дуҫлығына арналған һәйкәл Эрдэнэттың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә йәмле ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.
• Ҡалала ике будда ғибәҙәтханаһы — Ганданшадувлин һәм Норовлин, шулай уҡ Будданың һыны менән ғибәҙәтхана бар.
• Күңел асыу паркы үҙәктән көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан.
• Эрдэнэтта Монголияның фән һәм технология университеты бар.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эрдэнэттың туғандаш ҡалалары:[28]
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Эрдэнэтта Дуҫлыҡ монументы
-
Ҡаланың үҙәк өлөшө
-
Ҡала урамдарында
-
Ҡала урамдарында ГАЗ-21
Ҡала күренештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡала үҙәге
-
Үҙәктә магазин
-
Будданың яңы һыны
-
Мормон сиркәүе бинаһы
-
Эрдэнэттың типик күренеше
-
Күңел асыу паркы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Схема железных дорог Монголии
- ↑ 2,0 2,1 Michael Kohn: Mongolia, p. 142, London 2008
- ↑ Монголо-Российская совместная компания КОО "Предприятие «Эрдэнэт»
- ↑ Werner Elstner: Mongolei, p. 146, Berlin 1993
- ↑ Немного истории. Эрдэнэт в 1978—1980 гг.
- ↑ Новости. В 2009 году «Эрдэнэт» добыл и переработал рекордное количество руды . Дата обращения: 5 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года.
- ↑ Новости тиновой промышленности . Дата обращения: 5 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года. 2012 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Агентство Новостей «Монцамэ». Монголия. 2006, ISBN 99929-0-627-8, p. 80 (инг.)
- ↑ Агентство Новостей «Монцамэ». Монголия. 2006, ISBN 99929-0-627-8, p. 80 (инг.)
- ↑ Агентство Новостей «Монцамэ». Монголия. 2006, ISBN 99929-0-627-8, p. 83 (инг.)
- ↑ Michael Kohn: Mongolia, p. 143, London 2008 (инг.)
- ↑ Центр Азия. Удержит ли Россия монгольский "Эрдэнэт"? Переговоров много, соглашения все нет . Дата обращения: 5 октябрь 2012. Архивировано 23 октябрь 2012 года. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Совместное Монголо-Российское предприятие «Предприятие Эрдэнэт» . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года. 2012 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Монголо-Российское совместное горно-обогатительное предприятие “Эрдэнэт” является одним из крупнейших предприятий в Азии по добыче и обогащению меди и молибдена . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ "РУСЭЛПРОМ" поставит оборудование для предприятия "Эрдэнэт" . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Забытое золото Монголии . Газета «Русский курьер». Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года. 2011 йыл 22 август архивланған.
- ↑ На центральном участке месторождения Эрдэнэтийн-Овоо произведено первое бурение . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ "Эрдэнэт" выкупил у швейцарской MICO Holding 49 проц в предприятии по производству стальных шаров "Эрдэнэт металл" . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Общество: Кому нужна Монголия? Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ СП Эрдэнэт признан лучшим предприятием Монголии . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. 2014 йыл 22 октябрь архивланған.
- ↑ Эрдэнэт, горно-обогатительное предприятие . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Эрдэнэт" вернулся Суд восстановил государственную долю в российско-монгольском СП . Дата обращения: 28 сентябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Drei Pisten bedient der Schlepplift in Erdenet (нем.). Дата обращения: 19 октябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Ein Doppelankerschlepplift, ein einfacher Schlepper und bis zu 100 m Höhenunterschied (нем.). Дата обращения: 19 октябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Спорт . Дата обращения: 20 октябрь 2012. Архивировано 20 октябрь 2012 года.
- ↑ Marion Wisotzki. Mongolei, p.227, Berlin 2010
- ↑ Michael Kohn: Mongolia, p. 144, London 2008
- ↑ Chris Freiberg. Sister-city program brings Mongolian delegation to Fairbanks . newsminer.com (30 март 2008). Дата обращения: 9 ғинуар 2010.(недоступная ссылка)