Яблонская Татьяна Ниловна
Яблонская Татьяна Ниловна (24 февраль 1917 йыл — 17 июнь 2005 йыл) — СССР һәм Украина рәссамы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1944 йылдан Украина ССР-ының Рәссамдар союзы ағзаһы. Профессор (1967). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1982). Ике тапҡыр икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы (1950, 1951), СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1979) һәм Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһы (1998) лауреаты, Украина Геройы (2001).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Ниловна Яблонская 1917 йылдың 24 февралендә Смоленскийҙа рәссам, график һәм тел уҡытыусыһы Н. А. Яблонский ғаиләһендә тыуа.
1928 йылда ғаилә Украинаның Одесса ҡалаһына, ә 1930 йылда — Каменец-Подольскийға, һуңынан Луганскийға күсеп килә, унда Яблонская ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1933 йылда Киев сәнғәт техникумына уҡырға инә.
1935—1941 йылдарҙа Татьяна Яблонская — Киев дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты студенты, ул бында профессор Ф. Г. Кричевский оҫтаханаһында рәссам һөнәре серҙәренә төшөнә.
Үҙенең бөтә ижади тормошо дауамында бик күп республика, бөтә союз һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, улар араһында иң әһәмиәтлеләре:
Студент йылдарынан башлап Мәскәүҙә, Лондонда, Будапештта, Киевта һәм башҡа ҡалаларҙа 30 ашыу шәхси күргәҙмәһе була. Рәссамдың «Старт алдынан» картинаһы (1947) формализм менән көрәш башланыу арҡаһында Сталин премияһынан мәхрүм ҡала.
Татьяна Ниловна Яблонская күп йылдар Киев дәүләт сәнғәт институтында эшләй, уның күп уҡыусылары Украинала билдәле рәссамдар. Үҙенең эштәрендә станокта башҡарылған майлы һынлы сәнғәт принциптарын донъяға булған ҡараштар менән берләштереп, синтетизм тәжрибәһен ҡуллана. «Синтетизм» методологияһында, рәссам аңлатыуында, тамашасының төп иғтибары, символик -образлы төҫтәр күҙ уңында тотола, был XIX быуат аҙағында француз постимпрессионизмының айырым вәкилдәренең практикаһына хас.
1999 йылда кисергән инсульттан һуң Татьяна Яблонская инвалид коляскаһына ултыра[7]
2005 йылдың 17 июнендә вафат була. Киевтың Байков зыяратында ерләнә.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙ туғаны — рәссам Елена Яблонская, ир туғаны — архитектор Дмитрий Яблонский. Ҡыҙҙары — рәссамдар Елена Бейсембинова (Отрощенко) («Иртә» картинаһында һүрәтләнгән), Ольга Отрощенко, ейәнсәре — Ирина Атаян, шулай уҡ рәссам. Беренсе ире — рәссам Сергей Отрощенко, икенсе ире — рәссам Атаян Армен[8]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2005 йылда Киев советы депутаттары Украина Геройы Татьяна Яблонскаяның музейын булдырыу һәм баш ҡалала урамдарҙың береһен уның исеме менән атау тураһында ҡарар ҡабул итә
2017 йылдың 21 февралендә Украинаның Милли банкы 2 гривна номиналында Татьяна Яблонскаяға арналған иҫтәлекле тәңкәне әйләнешкә индерә[9]
Шәхси күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1992 — һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, рус сәнғәтенең Киев музейы
- 1993 — «Ысын күңелдән» картинаһы күргәҙмәһе Украинаның Милли әҙәбиәт музейы, Киев
- 1996 —"Тәҙрәләр" картинаһы күргәҙмәһе , Киев рус сәнғәте музейында
- 1996 — «27» картинаһы күргәҙмәһе, Корк-стрит, Лондон галереяһында
- 1997 — тыуыуына 80 йәш тулыу айҡанлы ретроспектив һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Украинаның Милли әҙәбиәт музейы, Киев
- 1999 — графика күргәҙмәһе (һүрәт, акварелдәр), Украин сәнғәт академияһы
- 1999 — «Хәтирәләр» эштәре күргәҙмәһе, Милли әҙәбиәт музейы, Киев
- 2002 — «Йыл миҙгелдәре» картинаһы күргәҙмәһе, Украинаның Милли әҙәбиәт музейы, Киев
- 2004 — «Йыл миҙгелдәре» серияһынан картиналар күргәҙмәһе, Украин мәҙәни үҙәге, Мәскәү
- 2004 — пастель күргәҙмәһе, рус сәнғәтенең Киев музейы
- 2006 — Украинаның өс ҡалаһында (Черкассы, Донецк, Мариуполь) һынлы сәнғәт эштәре күргәҙмәһе
- 2006 — «2003-2005 йылдарҙа пастель» күргәҙмәһе, Милли әҙәбиәт музейы, Киев
- 2018, 2 февраль—12 март — «Үҙеңә ҡолаҡ һалып» күргәҙмәһе, Украинаның китап һәм китап баҫтырыу музейы (Киев), рәссамдың иң һуңғы осорҙағы 70-тән ашыу әҫәрҙәр йыйынтығы.
Тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күргәҙмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 24.02.-23.04.2017 — «Хәтирәләр һәм хыялдар», Украинаның милли сәнғәт музейы, Киев
- 03.03.-01.04.2017 — музей фондынан, Одесса художество музейы
- 14.02.-14.03.2017 — «Илһам ҡайһы берҙә көтмәгәндә килә...», рус сәнғәтенең Киев милли музейы
- 17.02.-05.03.2017 — «Лирика», Украинаның Милли әҙәбиәт музейы, Киев
- 23.02.-12.03.2017 — Үҙәк рәссамдар йортонда һынлы сәнғәт, графика күргәҙмәһе, Киев
- 24.02.-05.03.2017 — «Татьяна Яблонская: уйҙар, хистәр, эҙләнеүҙәр...», Днепропетровск художество музейы
- 2017 — «Татьяна Яблонская һәм XX быуат украин һынлы сәнғәтенең классиктары», Полтава художество музейы
- 01.03.2017 — «Татьяна Яблонская дәүере», Запорожье өлкә художество музейы
- 2017 февраль — музей фондынан, Хмельницкий өлкә художество музейы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1949 — Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы — «Икмәк» картинаһы өсөн
- 1951 — Икенсе дәрәжәләге Сталин премияһы — «Яҙ» картинаһы өсөн
- 1951 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- 1958 — Брюсселдә Бөтә донъя художество күргәҙмәһендә бронза миҙал — «Икмәк» картинаһы өсөн
- 1960 — Украина халыҡ рәссамы
- 1974 — СССР художество академияһының көмөш миҙалы — «Кис. Иҫке Флоренция» картинаһы өсөн
- 1975 — СССР художество академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы
- 1977 — Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- 1979 — СССР дәүләт премияһы — «Етен» картинаһы өсөн
- 1982 — СССР халыҡ рәссамы
- 1987 — СССР художество академияһының алтын миҙалы — портреттар серияһы өсөн
- 1994 — Украина Президентының Почёт Билдәһе[10]
- 1997 — Украина художество академияһының ғәмәли ағзаһы
- 1997 — II дәрәжәләге «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены[11]
- 1998 — Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһы — һуңғы йылдарҙағы эштәре өсөн
- 2001 — Украина Геройы — Украина өсөн һынлы сәнғәт өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте, ижади ҡаҙаныштары һәм хеҙмәттәре өсөн
- 2004 — Украина художество академияһының алтын миҙалы (шаҡтай ҙур ижади ҡаҙаныштары өсөн)
Музейҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дәүләт Третьяков галереяһы (Мәскәү, бында «Иртә» картинаһы һаҡлана, 1954 йыл)
- Рус Дәүләт музейы (Санкт-Петербург)
- Аждаһа музейы (Тайвань)
- Украинаның милли сәнғәт музейы
- Киев рус сәнғәте музейы
- Одесса художество музейы
- Запорожье художество музейы
- Харьков художество музейы
- Полтава художество музейы
- В. И. Суриков исемендәге Красноярск дәүләт художество музейы.
- Львов картиналар галереяһы
- Горловский художество музейы һ.б.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #77629634 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ https://www.webumenia.sk/autor/4387 (словак.)
- ↑ Яблонская Татьяна Ниловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ https://smolgazeta.ru/culture/38350-rozhdyonnaya-s-revolyuciej.html
- ↑ RKDartists (нидерл.)
- ↑ Интервью дочери Татьяны Яблонской
- ↑ Киевский календарь
- ↑ Нацбанк выпустил монету в честь украинской художницы – фото. 20 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента України № 467/94 від 23 серпня 1994 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України» (укр.)(укр.)
- ↑ Указ Президента України № 207/97 від 5 березня 1997 року «Про нагородження відзнакою Президента України — орденом „За заслуги“»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яблонская Татьяна Ниловна — статья из Большой советской энциклопедии
- Яблонская Татьяна Ниловна | Персоны | АртРу.инфо 2011 йыл 19 октябрь архивланған.
- Киевский календарь
- Ольга Полянская «Год 1949. Горячее сердце Татьяны Яблонской». Журнал «Третьяковская галерея», #4 2014 (45)\
- Л.Владич. Т. Н. Яблонская. Киев, 1958.
- Татьяна Яблонская. Комплект открыток. Киев, 1986.
- 24 февралдә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 17 июндә вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР-ҙың халыҡ рәссамдары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Украинаның 2 дәрәжә «За заслуги» ордены кавалерҙары
- Украинаның «Ҡаҙаныштар өсөн» (Почёт билдәһе) ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса рәссамдар
- КПСС ағзалары
- СССР Рәссамдар союзы ағзалары
- Украина рәссамдары