Яруллин Харис Хафиз улы
Яруллин Харис Хафиз улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 14 июль 1924 (97 йәш) |
Тыуған урыны | Йыланлы, Ҡыйғы районы |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | Таджик дәүләт медицина университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Яруллин Харис Хафиз улы (14.07.1924—3.10.1987), ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974)[1][2].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Харис Хафиз улы Яруллин 1924 йылдың 14 июлендә БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Йыланлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].
Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1942 йылдың 8 мартында БАССР-ҙың Ҡыйғы район хәрби комиссариаты Яруллин Харисты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Бөйөк Ватан һуғышы барышында медицина хеҙмәтенең гвардия лейтенанты дәрәжәһенә тиклем күтәрелеп, 53-сө армияның 214-се уҡсылар дивизияһының 683-сө артиллерия полкы составында хәрби бурысын үтәй.
1942 йылдың 12 ғинуарында Сталинград алышы барышында:
3-сө дивизиондың фельдшеры өлкән сержант Яруллин Харис Хафиз улы ҡамалған немец төркөмөн ҡыйратыу барышында 10 ғинуарҙан 31 ғинуарға тиклем алғы һыҙыҡта тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. 1943 йылдың 12 ғинуарында ПМН-да беренсе ярҙам күрһәтеп, 391-се истребитель противотанковый полкының яралы командирын ПМН-дан алып сыҡты. Шул уҡ көндә 1-се Совхоз районында башҡа частарҙың 25 ҡыҙылармеецына һәм 780-се уҡсылар полкы командирына тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. 1924 йылғы, ВКП (б) ағзалығына кандидат
1946 йылдың 11 октябрендә Совет Армияһынан демобилизациялана[4].
1946 йылдан алып Сталинабад ҡалаһында Республика клиник дауаханаһында, 1947—52 йылдарҙа Республика тире‑венерология диспансерында хеҙмәт итә.
1952 йылда Дүшәмбе (Сталинабад) ҡалаһында (хәҙер — Абуали ибни Сино (Авицена) исемендәге) Тажик медицина институтын тамамлаған.
1955 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре һәм 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Медик‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире[5].
Фәнни эшмәкәрлеге йыһанға осоу шарттарына тап килгән йоғонто аҫтында космонавлыҡҡа кандидаттарҙың һәм космонавтарҙың резервтағы мөмкинлектәрен билдәләү өсөн организмдағы төрлө системаларҙың функцияларын тикшереү ысулдарын әҙерләүгә һәм камиллаштырыуға арналған.
Яруллин Х. Х. ҡатнашлығында аяҡ‑ҡулдарҙы пневматик массажлау өсөн ҡоролма эшләнгән.
200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы[6].
1987 йылдың 3 октябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат булған[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (9.05.1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (7.05.1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (3.02.1943)[8]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.11.1985)
- Медицина фәндәре докторы
- Профессор
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Клиническая реоэнцефалография. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1983.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафизович
- Память народа. Награждение. Яруллин Харис Хафизович
- Память народа. Сводная информация. Яруллин Харис Хафизович
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Память народа. Сводная информация. Яруллин Харис Хафизович
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- ↑ Память народа. Сводная информация. Яруллин Харис Хафизович
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафизович
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- ↑ Память народа. Награждение. Яруллин Харис Хафизович
- 14 июлдә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 14 сентябрҙә тыуғандар
- 1987 йылда вафат булғандар
- 3 октябрҙә вафат булғандар
- Тажик медицина институтын тамамлаусылар