Эстәлеккә күсергә

Ясунари Кавабата

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ясунари Кавабата
япон. 川端 康成[1]
Рәсем
Зат ир-ат[2][3]
Гражданлыҡ  Япония
Тыуған көнө 11 июнь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Осака, Япон империяһы[d]
Вафат булған көнө 16 апрель 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][5][4][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Дзуси[d], Канагава[d], Япония[3]
Үлем төрө Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу
Хәләл ефете Кавабата, Хидэко[d]
Туған тел Япон теле
Һөнәр төрө яҙыусы, романист, сценарий яҙыусы, шағир
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт
Уҡыу йорто Токио университеты
Әүҙемлек урыны Япония
Сәләмәтлек торошо болезнь Паркинсона[d] һәм депрессия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Kawabata Yasunari
 Ясунари Кавабата Викимилектә
{{{Исеме}}}
Жанр:

роман, повесть, новелла, эссе

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында


Ясунари Кавабата (япон. 川端 康成Кавабата Ясунари?, 11 июнь 1899 йыл16 апрель 1972 йыл)Япония яҙыусыһы, француз сәнғәте һәм әҙәбиәте ордены офицеры (1960), әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (1968).

Кавабата Японияның тәрән нәфис милли традицияларын дауам имтә, әммә шул уҡ ваҡытта заманса әҙәбиәттең алымдарын иркен ҡуллана, текстың эске, туранан-тура әйтелмәгән мәғәнәһенә, аныҡлап әйтелеп бөтмәүенә суггестивлығына ҙур әһәмиәт бирә. Төп әҫәрҙәренә «Тысячекрылый журавль», «Снежная страна», «Старая столица», «Стон горы» һ. б. романдары инә. Үҙенең төп эше тип Кавабата «Мэйдзин» романын күрһәтә. Яҙыусы әҫәрҙәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән.

Ясунари Кавабата Дзусиҙағы үҙенең өйөндә 1972 йылда һөрөм газы менән ағыуланып вафат була. 1974 йылда «Синтеся» нәшриәте Ясунари Кавабата исемендәге премия булдыра.

Кавабата Осака ҡалаһында хәлле табип ғаиләһендә 1899 йылдың 11 июнендә тыуа[6] һәм дүрт йәшендә етем була. Ата-әсәһенең вафатынан һуң ул ҡартатаһы менән өләсәһе янында йәшәй. Уның өлкән апаһын тәрбиәгә инәһе ала, шуға күрә ул апаһы менән бары тик 10 йәшендә генә бер тапҡыр осраша. Кавабатаның өләсәһе уға 7 йәш, ә олатаһы — 15 йәш тулғанда вафат булалар.

Ғаиләһен юғалтҡандан һуң, ул әсәһенең туғандарында (Курод ғаиләһендә) йәшәй. Әммә 1916 йылдың ғинуарынан алып Ясунари Ибараки мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм мәктәп яны интернатында йәшәй башлай. 1917 йылдың мартында, мәктәпте тамамлағас, ул Токиоға, уҡырға инәсәгенә ышанып Токио университеты янындағы «Беренсе юғары мәктәпкә» (япон. 第一高等学校?) китә. Шул уҡ йылда ул университеттың гуманитар факультетының «инглиз теле» һөнәренә уҡырға инә.

Ясунари Кавабата 1917 йылда

1924 йылда Кавабата университетта уҡыуын тамамлай һәм уҡыған саҡта «Бунгэйсюндзю» (япон. 文藝春秋?) әҙәби журналы менән хеҙмәттәшлек итеүе арҡаһында Кан Кикути һәм башҡа билдәле яҙыусылар һәм мөхәррирҙәрҙең күҙенә сағыла. 1931 йылда ул өйләнә, ә 1934 йылда Камакураға күсеп килә.

Кавабата нәфис әҙәбиәт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ул шулай уҡ гәзит репортеры булып эшләй һәм шул иҫәптән «Майнити нитинити симбун» гәзитендә лә яҙыша. Икенсе донъя һуғышы барышында яҙыусы һуғышты яҡламай һәм һуғыштан һуңғы реформалар менән дә артыҡ ҡыҙыҡһынмай. Әммә Кавабата туғандарының иртә үлеме һәм һуғыш уның ижадына ныҡ йоғонто яһауын билдәләй. Ул һуғыштан һуң бары тик элегия ғына яҙырлыҡ хәлдә була..

Моғайын, Кавабата үлеменең сәбәбе булып үҙ-үҙенә ҡул һалыу торған. 1972 йылда яҙыусы, газ менән ағыуланған тиһәләр ҙә, уның яҡындары, шул иҫәптән, тол ҡатыны Кавабатаны бәхетһеҙ осраҡтан вафат булған тип иҫәпләй. Вафаты сәбәбенең версиялары күп, улар араһында һаулығының насар булыуы ла телгә алына (Кавабата Паркинсон ауырыуы менән сирләгән була), шулай уҡ уңышһыҙ йәшерен мөхәббәте һәм дуҫы Юкио Мисимоның ваҡытһыҙ үлеме лә уға ныҡ йоғонто яһаған тип иҫәпләйҙәр.

Тормошоның төп даталары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1899 — Осака ҡалаһына яҡын торған Акутагава ауылында шәхси практика менән шөғөлләнеүсе табип ғаиләһендә өлкән ул булып тыуа. Атаһы әҙәбиәт һәм сәнғәт менән мауығыусы кеше булған.
  • 1901 — Атаһы туберкулездан вафат була.
  • 1902 — Әсәһе туберкулездан вафат була. Кавабата өләсәһе менән бергә Ибаракиға күсә.
  • 1906 — өләсәһе вафат була.
  • 1912 — Ибараки урта мәктәбенә уҡырға инә.
  • 1914 — ҡартатаһы вафат була. Бала үҙенең әсәһе яғынан туғандары йәшәгән Осакоға күсә, әммә уҡыуын дауам итер өсөн яңынан Ибараки урта мәктәбенә ҡайа, унда мәктәп ятағында йәшәй. Артабан уның әҫәрҙәрендә етемлек мотивтары үҙенең сағылышын таба.
  • 1917 — Ибараки утра мәктәбен тамамлай һәм Токио университеты янындағы мәктәпкә уҡырға инә. Уҡыу йылдарында һынлы сәнғәт менән мауыға, рәссам булырға хыяллана, әммә 15 йәшендә әҙәбиәткә мөкиббән бирелә. Ошо уҡ ваҡытта скандинав әҙәбиәт менән мауығып ҡарай (бөтәһенән элек Стриндберг әҫәрҙәре менән), шулай уҡ «Сиракаба» төркөмөнә ҡараған япон авторҙарының әҫәрҙәрен яратып уҡый.
  • 1918 — Идзу ярымутрауына беренсе сәйәхәт ҡыла.
  • 1920 — Токио университетының филология факультетына уҡырға инә (инглиз филологияһы бүлегенә).
  • 1921 — Токио университетының япон филологияһы бүлегенә күсә. Әҙәбиәттә үҙ юлын беренсе хикәйәһе «Картины поминовения павших на войне» (япон. 招魂祭一景?) менән башлай, университет студенттарының «Новое течение» (япон. 新思潮?). Драматург һәм яҙыусы Кикути Кан менән таныша һәм тығыҙ аралаша башлай, йәш яҙыусыны Кикути Кан ҡурсай һәм йәш яҙыусының әҙәби карьераһына булышлыҡ итә. .
  • 1924 — Токио университетын сәнғәт бакалавры һөнәрен алып тамамлай. 14 октябрҙә яҙыусылар, улар араһында, Кавабатанан тыш, Риити Екомицу, Тэппэә Катаока, Накагава Еити, Фудзисава Такэо Фудзисава , модернистик «Синканкаку-ха»[ja] әҙәби төркөмөн ойошторалар һәм үҙҙәрен неосенсуалист тип йөрөтәләр. Төркөм «Литературная эпоха» (япон. 文藝時代?), ә Кавабата үҙе яңы йүнәлештең төп идеологы һәм теоретигы була. Дүрт йылдан һуң неосенсуалистар берекмәһе тарҡала.
  • 1925 — тәүге хикәйәләре «Дневник шестнадцатилетнего» (япон. 十六歳の日記?) һәм «Чувства сироты» (япон. 孤児の感情?) баҫыла.
  • 1926 — Кавабатаға киң билдәлелек килтергән «Танцовщица из Идзу» повесы баҫыла. Яҙыусының тәүге осор ижадындағы иң яҡшы тип һаналған повесы. Никахҡа инә.
  • 1929 — «Асаха симбун» гәзитендә күп сериялы «Алая банда Асакуса» повесы баҫыла башлай. Был әҫәрендә яҙыусы Токионың Асакуса районындағы тормош картиналарын һүрәтләй.
  • 1931 — эксперименталь манераһында яҙылған «Видения в хрустальном шаре» повесы өҫтөндә эшләй башлай (бөтөлмәй ҡалған). Әҫәрҙә Джеймс Джойстың «Улисса» әҫәренең ҙур йоғонтоһо һиҙелә. 30-сы йылдарҙа ул тағы бер нисә модернистик әҫәрҙәрен баҫтыра, унда фрейд психоанализы алымдарын ҡуллана. Эстетик яҡтан уларға яҡын «Иглы, стекло и туман» сюрреалистик повесы тора.
  • 1932 — сюрреализм манераһында яҙылған «Элегия» повесы донъя күрә. Әҫәрҙә ,тәнҡитселәр раҫлауынса, будда кәйефе һиҙелә.
  • 1933 — «Птицы и звери» хикәйәһен баҫтыра (бөтөлмәй ҡалған).
  • 1934 — әҙәбиәт буйынса Консультатив советтың ағзаһы итеп тәғәйенләнә. «Письма к родителям» автобиографик повесын тамамлай. Юдзавалағы ҡайнар сығанаҡтарға ял итергә бара һәм шунда «Снежная страна» романын яҙа башлай.
  • 1935 — «Снежная страна» романының тәүге өлөшө «Нихон хёрон» журналында баҫылып сыға, артабанғы өлөштәре 1937 йылдың майына тиклем сыға бара.
  • 1938 — журналист булараҡ Японияла үткән го ярыштары тураһында репортаждар яҙа.
Яҙыусының музейы
  • 1941 — Ике тапҡыр башҡа яҙыусылар менән бергә Маньчжурияға маньчжурия гәзиттәре һәм квантун армияһы саҡырыу буйынса сәйәхәт итә.
  • 1942 — Элегерәк баҫып сығарған журналист яҙмалары буйынса «Мастер игры в го» («Мэйдзин») романын яҙа башлай (1954 йылда тамамлай). Ватанға хеҙмәт итеү әҙәби япон йәмғиәтенә ағза булып инә.
  • 1943 — Такацуки (Осака) ҡалаһынан ике туған ағаларының ҡыҙын балалыҡҡа ҡабул итә. «Место рождения» (тамамланмай ҡалған), «Закат», һәм «Дорога Токайдо» — әҫәрҙен баҫтырып сығара. Уларҙа яҙыусының милли мәҙәниәт традициялары проблемалары менән ҡыҙыҡһыныуының артыуын сағыла.
  • 1945 — Кагосима префектураһында урынлашҡан хәрби часта хәрби хәбәрсе булараҡ ай дауамында эшләй.
  • 1946 — ошо уҡ йылда булдырылған «Нингэн» журналы менән хеҙмәттәшлек башлай.
  • 1948 — ПЕН-клубтың япон бүлегендә 4-се президенты итеп һайлана.
  • 1949 — Кавабатаның «Стон горы», «Тысячекрылый журавль» һәм башҡа мөһим эштәре баҫылып сыға.
  • 1950 — Дзюнъитиро Танидзаки 1934 йылда башлаған традицияны дауам итеп, Кавабата «Новую хрестоматию по литературе» (япон. 新文章読本?), унда популяр эссе формаһында япон уҡыусыларынАкутагава Рюноскэ, Кикути Кан, Исикава Дзюн һ. б. ижады менән таныштыра.
  • 1955 — «Озеро» повесы баҫыла. Күләме буйынса иң ҙур «Токийцы» әҫәрен һәм «Быть женщиной» повесын яҙып бөтөрә.
  • 1957 — Халыҡ-ара ПЕН-клуб вице-президенты сифатында уның Японияла үткәрелгән халыҡ-ара конгрессында рәйес була (Токио һәм Киото ҡалаларында).
  • 1957 — «Синте» журналында уның «Спящие красавицы» повесы баҫылып сыға башлай.
  • 1961 — Мәҙәниәт Ордены менән бүләкләнә. «Старая столица», повесын яҙа башлай. Уны яҙыу өсөн Киотоға күсеп килә.
  • 1962 — «Старая столица» повесы баҫыла.
  • 1964 — «Рука» сюрреалистик повесы донъя күрә. «Одуванчик» повесын яҙа башлай (1968 йылға тиклем «Синте» журналында өлөшләп баҫыла ).
  • 1968 — әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы «япон аңын оҫта тапшырған яҙыусы булған өсөн».
  • 1969 — Ибараки ҡалаһының почетлы гражданы була.
  • 1970 — Тайвань һәм Кореяға сәйәхәт ҡыла.
  • 1971 — Токио губернаторын һайлау алды кампанияһында ҡатнаша.
  • 1972 — апрелдә һөрөм газы менән ағыуланыу арҡаһында үҙенең эш кабинетында, Дзуси ҡалаһында, һәләк була (преф. Канагава). Төп версия — үҙ-үҙенә ҡул һалыу. Әлегә тиклем сәбәптәре асыҡланмай ҡала.
  • 1985 — Ибараки ҡалаһында Кавабата йорт-музейы асыла.
Кавабата үҙекнең ҡатыны Хидэко (秀子) (һулда) һәм уның һеңлеһе Кимико (君子) (уңда) менән (1930 йыл).

Әле университетта уҡыған сағында уҡ Кавабата университеттың «Новое течение» (япон. 新思潮?). Бында ул үҙенең «Картины поминовения павших на войне» (япон. 招魂祭一景?). Инглиз факультетында уҡый башлап, һуңынан ул япон әҙәбиәте факультетына уҡырға күсә. Уның диплом эше «Япон романының ҡыҫҡаса тарихы» тип атала.

Кавабата бер нисә дуҫы менән бергәләшеп 1924 йылдың октябрендә «Литературная эпоха» (япон. 文藝時代?) тигән яңы әҙәби журналға нигеҙ һала. Был йәштәр журналының иҫке япон әҙәбиәтен мәктәбенә, бигерәк тә натурализмға, яңыса ҡарашы булып тора. Шул уҡ ваҡытта улар пролетар әҙәбиәткә лә — социалистик/коммунистик мәктәбенә лә — оппозицияла тора. Йәш яҙыусылар сәнғәт сәнғәт өсөн идеяһы йоғонтоһо аҫтында була һәм европаның кубизм, экспрессионизм, дадаизм һәм башҡа модернистик стилдәрен яҡлай. Кавабата һәм Екомицу Риити үҙҙәренең стилен «Синканкаку-ха»[ja] (неосенсуализм) — яңы тәьҫораттар стиле тип атай.

Университетты тамамлағандан һуң уның бер нисә хикәйәһе баҫылып сыға һәм Кавабатаға танылыу килә. «Тванцовщица из Идзу» повесы баҫылып сыҡҡандан һуң, Кавабата 1926 йылда популярлыҡ яулай. Был әҫәрендә Кавабата меланхолик студенттың һөйөүе тураһында һүҙ алып бара.

1920-сы йылдарҙа Кавабата Токионың плебейҙар йәшәгән Асакуса районында йәшәй. Был осорҙа ул стиль өҫтөндә төрлө эксперименттар үткәрә. «Весёлые девушки из Асакуса» романында ул куртизанкалар тормошон һүрәтләй. Роман 1929-1930 йылдарҙа айырым китап итеп сығарыла.

1934 йылда Кавабата Канагава префектураһының Камакуру ҡалаһына күсеп килә һәм күп һанлы әҙиптәрҙең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Һуғыш буйы ҡалала йәшәп, ғүмере аҙағында ул бик аҫтыртын кешегә әйләнә.

Кавабатаның иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Снежная страна» романы. Китап 1934 йылда баҫылып сыға башлай һәм 1947 йылға тиклем бер нисә тапҡыр баҫтырыла. «Снежная страна» — Токио дилетанты һәм провинция гейшаһы араһындағы мөхәббәт тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Романдағы ваҡиға термаль курорттарҙа бара. Роман шунда уҡ классик тигән танылыу ала. Ул баҫылғандан һуң, Кавабата Японияла иң күренекле яҙыусыларҙың береһе булып һанала. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Кавабата әҫәрҙәр яҙыуын уңышлы дауам итә. Уның әҫәрҙәре араһында «Тысячекрылый журавль», «Стон горы», «Спящие красавицы», «Красота и грусть» (япон. 美しさと哀しみと?) һәм «Старая столица» ҙур уңышҡа эйә була.

Кавабата эш өҫтөндә, Камакура ҡалаһы (1946)

Китап авторы үҙ әҫәрҙәренең араһында иң яҡшы тип «Мэйдзин» («Мастер игры в го») повесын һанай. Был эш повесы стиле буйынса уның башҡа әҫәрҙәре стиленән ныҡ айырыла. Был хикәйә ярым документаль, ул 1938 йылдағы го ярышы тураһында. Уйында ҡатнашыусы Сюсай Хонъимбоның был һуңғы партияһы була, ул йәш дәғүәсенән еңелә. Бер йылдан ҡарт мэйдзин вафат була. Повеста көсөргәнешле спорт көрәше тураһында һүҙ барһа ла, тәнҡитселәр әҫәрҙе Японияның Икенсе донъя һуғышында еңелеүе символы итеп ҡарайҙар.

Яҙыусының һуғыштан һуңғы ике иң ҙур китабы — «Тысячекрылый журавль» (1949-1951 йылдарҙа яҙылған) һәм «Стон горы» (1949-1954). Беренсе китабының үҙәк темаһы булып япон сәй церемонияһы һәм яуапһыҙ мөхәббәт тора. Төп герой атаһының һөйәркәһенә ғашиҡ була, ә атаһы үлгәндән һуң, уның һөйәркәһенең ҡыҙына ғашиҡ тота. Ҡыҙ унан ҡасып китә. Сәй тантанаһы матур, ул ябай кешелек мөнәсәбәтенең фоны ғына булып тора, әммә Кавабатаның маҡсаты ҡайһы бер хистәрҙең үлем килтереү мөмкинлеген күрһәтеү була. Сәй церемонияһы өсөн һауыт-һаба оҙаҡҡа етә, !кешеләр тормошо ҡайһы саҡ көсһөҙ, тотороҡһоҙ. Аныҡ булмаған инцест, мөхәббәт юҡлығы, ҡотолғоһоҙ үлем темаһы Кавабатаның «Стон горы» әҫәрендә лә дауам итә. Ваҡиғалар Камакура ҡалаһында бара. Төп герой, оло йәштәге ир, ҡатынын, балаларын яратмай. Уға килене ныҡ оҡшай, әммә был тыйылған мөхәббәт. Китап, был хәлде сисмәйенсә ҡалдырып, тамамлана.

Кавабатаның күп кенә китаптарының сиселеше асыҡ финал менән ҡалдырып тамамлана, был ҡайһы саҡта тәнҡитселәр һәм уҡыусыларҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Әммә яҙыусы был аҙымды аңлы рәүештә һайлай, сөнки автор һүрәтләнгән ваҡиғаларға ҡарағанда әҫәр тыуҙырған һөҙөмтәләр өҫтөнөрәк тип таба. Ул үҙ стилен шиғриәттәге япон традицион хайку формаһы менән сағыштыра.

1948-1965 йылдарҙа ПЕН-клубтың япон бүлеге президенты булараҡ, Кавабата үҙ әҫәрҙәрен япон теленән көнбайыш телдәренә тәржемә итә ала. Япон яҙыусылары араһында Кавабата беренсе булып 1968 йылда «япон йәненең иҫ киткес сыҙамлылығын хикәйәләү оҫталығы өсөн» әҙәбиәт буйынса Нобель премияһын ала. Премияны тапшырыуҙа Нобель комитеты уның өс повесын: «Снежная страна», «Тысячекрылый журавль» һәм «Старая столица» — билдәләп үтә. Һуңғы йылдарҙа көсөргәнешле рәүештә яҙа башлаған яңы романын Ясунари Кавабата тамамлай алмай. Яҙыусы ҡаты ауырыуҙан наркотиктар ҡуулланырға әүәҫләнә. Үҙенең дуҫы Юкио Мисиманың вафатын ауыр кисерә, 1972 йылдың 16 апрелендә Токио ситендәге аулаҡ курорт ҡаласығы Дзусиҙа,һөрөм газынан ағыуланып, Кавабата үлә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үҙ-үҙенә ҡул һала).

  • 1937 — Хөкүмәт Консультатив советының әҙәбиәт буйынса премияһы («Снежная страна» повесы өсөн)
  • 1944 — Кикути Кан премияһы («Место рождения», «Закат» һәм башҡа әҫәрҙәре өсөн)
  • 1952 — Япония сәнғәт академияһының премияһы («Тысячекрылый журавль» повесы өсөн )
  • 1954 — Нома премияһы («Стон горы» повесы өсөн )
  • 1958 — Кикути Кан премияһы (ПЕН-клубтың япон бүлеге менән етәкселеге өсөн)
  • 1960 — Сәнғәт һәм әҙәбиәт орденының офицерҙар тәреһе
  • 1961 — Мәҙәниәт Ордены
  • 1962 — «Майнити» гәзитенең мәҙәниәт буйынса бүлегенен призы («Спящие красавицы» повесы өсөн)
  • 1968 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы
  • 1926 — Страница безумия
  • 1933 — Танцовщица из Идзу: Там, где распускаются цветы любви
  • 1936 — Господин Спасибо
  • 1954 — Стон горы
  • 1954 — Танцовщица из Идзу
  • 1963 — Танцовщица из Идзу
  • 1967 — Танцовщица из Идзу
  • 1969 — Тысяча журавлей
  • 1974 — Танцовщица из Идзу
  1. https://jpsearch.go.jp/entity/chname/川端康成 (яп.) — 2020.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118776940 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Yasunari Kawabata // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  5. Yasunari Kawabata // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. Kawamoto Saburō, Kawabata Yasunari: Explorer of Death and Beauty, Japan Book News, No. 63, Spring 2010, p. 13

Рус телендәге әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герасимова, М. П. Поиски неизменного в условиях перемен: Кавабата Ясунари // Япония второй половины XX века: Проблемы и судьбы / Отв. ред. Э. В. Молодякова, С. Б. Маркарьян. — М.: Вост. лит., 2003. — С. 149—163. — 248 с. — ISBN 5-02-018349-0.
  • Чегодарь, Н. И. Кавабата Ясунари (1899—1972) // Литературная жизнь Японии между двумя мировыми войнами. — М.: Вост. лит., 2004. — С. 147—160. — 222 с. — ISBN 5-02-018375-X.
  • Федоренко Николай Трофимович. Кавабата Ясунари : Очерк. — М.: Советский писатель, 1978. — 272 с.
  • Федоренко, Н. Т. Кавабата Ясунари // Кавабата Ясунари. Краски времени. — М.: Советский писатель, 1982. — С. 1 — 298. — 463 с.
  • Р. в. Грищенков, предисловие Кавабата Григорьева Т. П. Ясунари // луна Отраженный. — С.-Пб., «Издательский Дом „Кристалл“», 2001. С. 5 — 20. — С. 896 ISBN 5-306-00109-2
Урыҫса
Японса
  • 空の片仮名 (яп.) Содержит подробный библиографический перечень сочинений писателя, критической литературы о нём, а также экранизаций его произведений.
  • Kawaken Web (яп.) Подробный список произведений и хронология жизни.
  • Фонд Кавабаты (яп.) Официальная страница Фонда Кавабаты. Библиография переводов произведений писателя, информация о премии имени Кавабаты, хронология жизни, информация о деятельности литературного исследовательского общества имени Кавабаты, а также список основных произведений.
  • Дзэнская поэзия в Нобелевской лекции Кавабаты (яп.)