Эстәлеккә күсергә

Япония әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Япония әҙәбиәте
Ҡайҙа өйрәнелә японоведение[d]
 Япония әҙәбиәте Викимилектә

Япон әҙәбиәте (яп. 日本文学 бунгак нихон) — «Кодзики» йылъяҙмаһынан (712 йыл) хәҙерге заман авторҙарына тиклемге хронологик мең ярым йылға тиерлек солғаған әҫәрҙәрҙән торған япон телендәге әҙәбит. Үҙенең иртә үҫеш стадияһында ҡытай әҙәбиәтенең көслө йоғонтоһон кисергән һәм йыш ҡына классик ҡытай телендә яҙылған. Ҡытай теленең йоғонтоһон төрлө кимәлдә тойоп, Эдо дәүеренең аҙағына тиклем, XIX быуатта минимумға төшөп, һәм шунан һуң күп ваҡытта япон әҙәбиәте үҫеше милли әҙәбиәттең хәҙерге ваҡытҡа тиклем дауам иткән европа әҙәбиәте менән диалогына бәйле булып сыға.

Япон милли әҙәбиәт институты (япон. 国文学研究資料館кокубунгаку кэнкю: сирё:кан?)

Түбәндә илдең социаль һәм сәйәси тормошондағы әһәмиәтле үҙгәрештәренә бәйләнгән япон әҙәбиәтенең периодизацияһы килтерелгән:

  • Боронғо япон әҙәбиәте (600—794 йй. тирәһе) — япон яҙмаһы һәм беренсе йылъяҙма сығанаҡтар барлыҡҡа килгән дәүер, үҙ эсенә шулай уҡ Нарский тип аталған осорҙо индергән (710—784)
  • Классик әҙәбиәт, йәки Хэйан осоро (794—1185) — Япон дәүләтененең баш ҡалаһы Хэйан-кё ҡалаһында (хәҙер Киото) булған; шул дәүер әҙәби ижадында ҡатын-ҡыҙҙар ҙур роль уйнаған.
  • Урта быуаттар әҙәбиәте (1192—1603) — Японияла хәрби ҡатламдың, сёгундарҙың, өҫтөнлөгө башланған, әҙәби ижадтың ҡайһылыр кимәлдә көсһөҙләнгән осоро
  • Иртә яңы дәүер әҙәбиәте, йәки Эдо дәүере (1603—1868) — Токугава сёгунатлығы осоро ижады, япон әҙәбиәтенең иң сәскә атҡан дәүере
  • Хәҙерге әҙәбиәт, йәки Токио осоро (1868—1945) — Мэйдзиҙы реставрациялау дәүере һәм элек ябыҡ илгә европа идеяларының үтеп инеүе.
  • Һуғыштан һуңғы осор (1945—әлегә саҡлы) — Японияның Икенсе донъя һуғышында еңелгәненән һуң килгән дәүер.

Япон яҙмаһының барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Японияла, ҡытай яҙмаһын индергәндән һәм корей ғалимдары ярҙамында ҡытай ғилеме һәм әҙәбиәт менән тәүге танышҡандан һуң, яҙма барлыҡҡа килә. Ҡытай яҙмалары менән танышҡанға тиклем, Японияла бер ниндәй ҙә яҙыу булмаған. Японияла ҡытай телен өйрәнә башлау V быуатҡа ҡарай; 405 йылда[1] кореялы Ван Ин (япония йылъяҙмаларында — Вани 王仁, шулай уҡ 和邇吉師 , «мәрхәмәтле уҡытыусы Вани») япон нәҫел вариҫына ҡытай теле уҡытыусыһы итеп саҡырылған — шунан һуң Корея һәмҠытайҙан ғалимдар ағымы Японияла ҡытай йоғонтоһон раҫлаған. Кодзики был ваҡиғаны шулай һүрәтләй:

һәм шул саҡта император Одзин Кынчхого (Пэкче) батшаға ҡушҡан: «әгәр был яҡта әүлиә йәшәй икән, уны хөрмәт итеп килтерергә». Ваниҙы һайлағандар. Һәм шул саҡта батша уны Лунь юй ҡулъяҙмалар төргәктәре һәм Меңһүҙе менән хөрмәтләп килтергән. Вани Фуми-но-Обито ырыуының юлбашсыһы булып киткән.

Вани (XIX быуат картинаһы)

VII быуатта Император Тэндзи (662—671) ҡытай боронғолоҡтарын өйрәнеүсе юғары мәктәптәр булдырған; йәш япон егеттәре Ҡытайға илдең телен һәм әҙәбиәтен өйрәнергә йүнәлгән. Европа әҙәбиәтенә грек һәм латин классиктары ниндәй әһәмиәткә эйә булған Ҡытай әҙәбиәте лә Япония өсөн өлөшләтә шундай булған.

Ҡытайҙан яҙмалар, йәғни иероглифтар, үҙләштереп, япондар уларҙы [[япон теленең үҙенсәлектәренә оҙаҡ ҡулайлаштырған. Башта яҙма — бигерәк тә проза — ҡытайса, юғары, белемле синыфҡа ғына төшөнөрлөк булған. Өндәрҙең һәм ижектәрҙең генә түгел, тулайым һүҙҙәрҙең идеояҙма билдәләрен барлыҡҡа килтереүсе ҡытай иероглифтары шуға тиң япон һүҙҙәрен сағылдырыу өсөн ҡулланыла башлаған; шулай итеп иероглифтың оҡшаш яҙылышы ҡытайса һәм японса төрлөсә уҡылған, йәғни ҡытай тексы япон һүҙҙәре менән уҡылған. Япон әҙәби телен байытҡанда күберәк һандағы яҙма билдәләр талап ителгән — һәм ҡытай иероглифтары тулайым төшөнсә аңлатыу маҡсатында түгел, ә ижек, һүҙ өлөшөн билдәләгән кеүек, үҙенең өн мәғәнәһендә ҡулланыла. Был — фонетик япон әлифбаһына күсеүҙең башы булған: иероглифтар япон һүҙҙәрен яҙыу өсөн ҡулланылған[2]. Иң боронғо япон әҙәби ҡомартҡыларында ҡытай һәм япон һүҙҙәрен наҙандарса бутауға алып килгән, һәм бынан ҡотолоу маҡсатында иң һәйбәт япон авторҙары таҙа ҡытай телен яҡшыраҡ тип иҫәпләгән. Яйлап IX быуат аҙағында тамам нығынған һәм ҡытай билдәләренең ҡыҫҡартылған формаларын фонетик ҡулланыуҙан торған япон силлабик әлифбаһы манъёкана[3], эшләнә башлаған. Ошо үҙ аллы (ҡытай нигеҙендәге) фонетик әлифбаны индереү менән әҙәби маҡсатта япон телен ирекле ҡулланыу мөмкинлеге тыуған, һәм был япон шиғриәте һәм прозаһының шәп һәм бына тигән үҫешенә килтергән.

Япон әҙәбиәтенең архаик осоро тап шул ваҡытта башлана, сағыштырмаса бай булмаған микадо (император) резиденцияһы, хакимлыҡ иткән вариҫтың йәшәү урынына ҡарап, микадонан айырым йәшәгән һәр яңы хаким менән, үҙгәргән. Микадоның ошондай күсмә тормошо 710 йылда баш ҡаланы Ямато провинцияһындағы Нара ҡалаһында раҫлау менән тамамланған. Ошо ваҡыттан алып, мәҙәниәттең бөтә тармаҡтары үҫеше арҡаһында, микадо резиденциялары һаман да затлы һәм иң ышаныслы була барған. Фәҡәт Нараның урынлашыуы сәйәси маҡсат өсөн уңайһыҙ булғанға күрә, резиденция Нагаокуға, ә 794 йылда Киотоға (боронғо исеме — Хэйан-кё, йәғни донъя баш ҡалаһы) күсерелгән. Микадо резиденцияһы Нарала булған ваҡытҡа, VIII быуатҡа, ҡараған әҙәбиәт Нар осоро әҙәбиәте (Япония әҙәбиәте тарихын микадо резиденцияһы урынлашыу менән тап килгән осорҙарға бүлеү ҡабул ителгән) тип йөрөтөлә. Был осорҙоң төп һыҙаттары — ҡытай йоғонтоһо үҫеше, буддизм таралыуы һәм шуға ярашлы, әҙәбиәттең дә, сәнғәттең дә, бигерәк тә архитектураның (будда ҡорамдарын һәм микадо өсөн ҡупшы һарайҙар төҙөү) ҙур үҫеше.

Архаик япон әҙәбиәтенең ҡомартҡылары булып Кодзики һәм Нихон сёкиҙың боронғо йылъяҙмаларына индерелгән йырҙар тора. VI һәм VII быуаттарға ҡарауы ихтимал булған был йырҙар археологик яҡтан ғына ҡыҙыҡһыныу тыуҙыралыр һәм иң һуңғы осор япон шиғриәтенең төп һыҙаттарынан — тәбиғәтте хыялланып күҙәтеү, сәскәләргә, ҡоштарға һөйөп ҡарау әүәҫлегенән һ. б. ситләшкәндер. Улар тәүтормош япондарға һуғышсан, үҙенә ышанған, көр күңелле, яу яланында ҡыйыу, мәжлес йырҙыры йырларға, сәләмләү һәм ҡотлау йырҙары менән оҙатылған тантаналар яратҡан, эскерһеҙ, ябай хистәр менән йәшәгән халыҡ тип ҡылыҡһырлама биреү яғынан ҡыҙыҡлы. Япон архаик шиғриәтенең дөйөм характеры — байрам, мәжлес, һуғыш, һуңғы юлға оҙатыу, шаян, башлыса мөхәббәт, йырҙары, ҡайһы берҙә цинизмға тиклем барып еткән бер ҡатлы хис-тойғолар өҫтөнлөк итеүендә. Күп йырҙар — бигерәк тә хәрби йырҙар — япон монархияһының легендар тарих башына ҡарай тип иҫәпләнә һәм ғәҙәттә авторлыҡ императорҙарға һәм башҡа танылған кешеләргә ҡайтарып ҡалдырыла; күп кенә йырҙарҙы япон монархияһына нигеҙ һалыусы (660. й.) император Дзимму исеме менән бәйләйҙәр; иҫке йырҙарҙың иң яҡшыларының береһе микадо Одзинаның әҫәре тип һанала һәм — йылъяҙмаларҙа яҙылғанса — 282 йылда яҙған (үҙенең һәрәменә һылыуҡай Ками-нага-химэны һайлаған Император Одзин, улы ошо ҡыҙҙы яратҡанын белгәнлектән, уны улына биргән), әммә был шиғырҙың поэтик бәҫе, аллегорик формаһының тотанаҡлығы һәм нескәлеге уның иң һуңғы осорға — VI быуатҡа ҡарағанын күрһәтә.

Нар осороноң башҡа проза әҫәрҙәрендә: сэммио, йәки микотонорисэммио, или микотонори (япон. ?)(яп. теле) — императорҙарҙың тәхеттә ултырған саҡта йәки тәхеттән баш тартҡанда, яңы министрҙар тәғәйенләнгәндә, күренекле кешеләрҙең вафаты айҡанлы, болаларҙы баҫтырыу маҡсатында һ. б. япон телендә ижад ителгән эдикттары; улар норито тантаналы тонында төҙөлгән һәм байтаҡ риторик <nowiki>матурлап (күпертеп) һөйләүгә бай. Артабан фудоки — япон провинцияларын топографик тасуирлау. Шуларҙан иң билдәлеһе — 733 йылда баҫылған «Идзумо-фудоки», дөйөм алғанда, поэтик легендалар һәм иҫке мифтар индергән ҡоро ысынбарлыҡты һүрәтләүҙән тора. Айырым ғаиләләрҙең фамилия йылъяҙмалары йәғни удзибумиҙарҙан фәҡәт бер ғаиләнең, Такахаси Такахаси ғаиләһенең генә удзибуми ТакахасиТакахаси удзибуми (япон. 高橋氏文?)(яп. теле) һаҡланған. Ул сэммио һәм кодзики стилендә яҙылған.

Норито — синтоист доға һүҙе, ритмик прозала, тантаналы стилдәге оҙон периодтар менән, яҙылған йола табыныуы. Улар стилдең нәфислек ҡарашынан әҙәби ҡыҙыҡһыныуҙы сағылдыра, әммә башлыса, буддизм һәм конфуцианлыҡтың йоғонтоһо башланыр алдынан япондарҙың дини тормошо менән таныштырыусы документаль яғы, йәғни уларҙың илаһи ата-бабаларына микадо табыныуы менән мөһим. Норитоның йөкмәткеһе илаһтарға дан йырлауға, байрам тарихтарын тапшырыуға, аллаларҙың эштәре, ҡорбан килтереүҙәрен һанауға ҡоролған хикәйәләргә һ. б. ҡайтып ҡала. Норито стиленә тантаналы ҡабатлауҙар һәм төрлө риторик биҙәктәр, йәнәшлек, метафора, антитеза, поэтик сағыштырыу хас. Норитоны ике, Накатоми һәм Имиби, ғаилә ағзалары церемониаль (тантаналы) башҡара торған булған, сөнки уларға был бурыс быуындан-быуынға мираҫ булып күскән. Төрлө осор Норитоһы 延喜|Энгаяп. теле (901—923) йылдарында "Церемониаль ҡағиҙәләре йыйынтығы"нда, Энгисикиҙа (50 томда, 927 й. баҫылған) тупланған, унда 75 норито иҫәпләнә, шуларҙан — 27 төрлө байрамдарҙың иң мөһим йолалары (мацури) (8-се томда) тексы менән килтерелә. Был ризыҡ биреүсе алиһәләргә, ел аллалары, император ғаиләһе ата-бабаларына бағышланған, уңыш, үләтте булдырмау, яуыз хоҙайҙарҙы ҡыуыу һ. б. тураһындағы доғалар. Был доғаларҙың иң билдәлеһе — Охараи, бик күтәренке һәм шиғри итеп яҙылған бөйөк таҙарыныу тураһындағы доға.

Сусанооның Ямата-но-Ороти менән алышы (рәссам Тоёхара Тиканобу)

Кодзики — боронғо дәүерҙәге хәл-ваҡиғалар тураһында яҙмалар, япон монархияһының ярым тарихи, ярым легендар үткәне тураһында тарихи йылъяҙма. Кодзики сығарған һәм 712 һәм 720 йй. араһында баҫылып сыҡҡан; унда бәйән ителгән ваҡиғалар 628 й. тиклем еткерелгән (батшабикә Суйко хакимлығына тиклем); һуңғы быуат ярым тураһында яҙмалар исемдәрҙе лаконик ҡыҫҡаса һанауҙа сағыла. Кодзики батшабикә Гэммэй ҡушыуы буйынса әҙәм ышанмаҫлыҡ хәтер эйәһе Хиэда-но Арэ (япон. 稗田 阿礼稗田 阿礼, һөйләгәндән чиновник О-но Ясумаро[4] тарафынан төҙөлгән, тик уның ҡатын-ҡыҙмы йәки ир-егетме икәне[5])[6][7][8] генә билдәһеҙ; был, ахыры, катарибэ тип аталғандарҙың — һарай яны сәсәндәренең, тантаналы осраҡтарҙа боронғо риүәйәттәр ижад итеүселәрҙең, береһе. Кодзики теле — япон менән ҡытай теле ҡатышмаһы. О-но Ясумаро, йә мәғәнәһен һәм төҙөлөшөн һаҡлап, йә уларҙы япон өндәрен һүрәтләү өсөн фонетик яҡтан ҡулланып, ҡытай иероглифтарын файҙаланған (ул саҡта силлабик әлифба булмаған), һәм һөҙөмтәлә Кодзики стиле бик сыбар һәм килбәтһеҙ (ҡытай һәм япон конструкциялары буталған) килеп сыҡҡан. Кодзики йөкмәткеһе — Япония тарихының тәүге быуаттары, микадоның илаһи сығышы тураһындағы синтоистик мифтар. Ҡайһы бер мифтар грек мифтарын хәтерләтә, мәҫәлән, аждаһа Ямату-но оротиҙы үлтереүсе Сусаноо аллаһы тураһындағы миф Персей һәм Андромеда тураһындағы мифына яҡын. Был риүәйәттәрҙә художестволы фантазия күп (бигерәк тә һыу упҡындары аллаһының батырлығы, Сусаноо, һәм уның вариҫы, «бөйөк ерҙәр һәм һәм 8000 ҡылыс хакимы» тураһында һөйләүсе хикәйәләрҙә); әммә беренсе микадолар һәм уларҙың илаһи ата-бабалары тураһында хикәйәләүҙәр тарихи әһәмиәткә эйә.

683 йылдың 15 апреленә ҡараған көмөш тәңкәләр урынына баҡыр тәңкәләрҙе ҡулланыу тураһындағы «Нихон сёки» өлгөһөндәге яҙма — япон аҡсалары тураһында беренсе тапҡыр иҫкә алыу (XI быуат баҫмаһы)

Нар осороноң Нихон сёки тигән башҡа бер тарихи хеҙмәте — яп. 舎人親王|батша улы Тонэри һәм башҡа ғалимдар тарафынан Кодзики менән бер үк ваҡытта (720 й.) ҡытай телендә яҙылған 30 китаптан торған анналдар күпкә әһәмиәтлерәк. Тәүге ике китапта боронғо мифтар йыйылған; был китаптар, төпсинтоист риүәйәттәренең варианттарын һәм тәфсирле яҙмаларын биреп, Кодзикиға файҙалы өҫтәмә булып торған. Һуңынан Дзимму дәүерендә япон империяһына нигеҙ һалыу, төп утрауға япондарҙың күсеп ултырыуы, сит баҫҡынсы-айндарға ҡаршы көрәш, Кореяға бик боронғо походтар һ. б. тураһындағы тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда ла данлыраҡ мифтар килә. Хикәйәләү 697 йылға саҡлы еткерелгән. Ҡытай телендәге иң һуңғы йылъяҙмаларҙағы кеүек, Нихон сёки ҡытайлылар өлгөһөнә (Ханьшу һ. б.) эйәргән һәм күп нимәне уларҙан алған. Был үҙләштереүҙәргә һәм япон иҫкелегенең тәүтормош шарттарына мөһабәтлек бирергә тырышыуына ҡарамаҫтан, япон мәҙәниәте башын синтоистик нигеҙҙә өйрәнеү сығанағы булараҡ, Нихон сёки ҙур документаль ҡиммәткә эйә. Әҙәбиәт тарихы өсөн Нихон сёки һәм Кодзикиға ингән фонетик тапшырылышта яҙылған тәүтормош шиғриәте өлгөләре айырыуса ҡиммәтле.

Артабан Нихон сёкиҙың (ҡытай телендә) биш дауамы төҙөлгән: Беренсеһе — 797 йылда яҙылып бөткән «Сёку нихонги», 697 й. алып 791 йылға тиклемге, йәғни бөтә Нар осорон (20 томлы 40 китап) үҙ эсенә алған; был хеҙмәттең әҙәби ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған сере — шул осорҙоң япон прозаһы, төрлө рәсми документтар, микадо эдикттары һ. б. өлгөләре индерелеүендә. Уларҙы артабанғы дауам иткәндәре: , 841 й. баҫылған «Нихон-коки», «Соку-нихон-коки» (япон. 続日本後紀続日本後紀, 869), «Нихон-монток-тэнно-дзицурок» (япон теле 日本文徳天皇実録), император Монтоку тарихы, 850 йылдан 858 йылға (878) саҡлы, һәм «Нихон-сандай-дзицурок» (япон теле 日本三代実録) — өс микадо (император) Сэйва, Ёдзэя, Коко батшалығының тарихы, 859 йылдан 887 (901) саҡлы. Нихонгиҙың бөтә был алты өлөшө лә (яп.теле) 六国史 — «алты милли тарих» дөйөм атамаһы аҫтында берләшә.

Кодзикиҙан билдәле булған архаик йырҙар менән сағыштырғанда, Нар осоро шиғриәте көслө үҫешкән һәм үҙгәргән; ҡытай әҙәбиәте һәм буддизм йоғонтоһо аҫтында тәүтормош бошмаҫлығын һәм күңелсәклеген юғалтҡан һәм башлыса элегик: мөхәббәт ғазаптары һәм тынғылыҡ шатлыҡтары, аллаға тоғролоҡ, ата-бабаларға һөйөү, ил хакимдары бөйөклөгөн, йыраҡ йәшәгәндә тыуған илде һағыныу, вафат булғандарҙы иҫкә алып ҡайғырыу — башлыса тәбиғәттең матурлығы, йыл миҙгелдәрендәге сейә һәм слива баҡсалары еҫе үҙгәрештәр тыуҙырған хистәр-тойғолар һ. б. лирика булған. Буддизм йоғонтоһо аҫтында моңһоулыҡ өҫтөнлөк итә, созерцательный мотивтары. Оҙон шиғырҙар юҡ, эпос бөтөнләй юҡ; шиғыр лирик кәйеф бик ҡыҫҡа шиғри әүерелде.

Какиномото-но Хитомаро — Манъёсю йыйынтығына индерелгән күп һанлы тёка һәм танка авторы

Нар дәүерендә булдырылған һәм япон шиғриәтендә тамырланған төп форма — танка тип аталғаны — биш шиғырҙан (строфанан?) торған ҡыҫҡа шиғыр, сиратлап һәр береһе бишәр һәм етешәр ижектән тора. Сөнки ижектәр тормайынса Япон теле тулыһынса ҡыҫҡа ижектәрҙән (бер һуҙынҡы йәки тартынҡы менән һуҙынҡынан) торғанлыҡтан, йәғни бөтә ижектәре лә 5 һуҙынҡының береһенә тамамланғанлыҡтан, һәр береһе оҙонлоғо һәм баҫымы буйынса бер төрлө булғанлыҡтан, рифма ла (улар бигерәк бер төрлө тонлы булыр ине), оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәр алмашыныуына нигеҙләнгән ритм да була алмай. Япон телендә шиғриәттең прозанан берҙән-бер айырмалылығы — бер һәм ете ижекле юлдарҙың эҙмә-эҙлекле сиратлашыуы; танка принцибы шунан тора. Танка 5 юлдан тора, 1-һе һәм 3-һө биш, 2-һе, 4-һе һәм 5-һе — ете ижектән, йәғни дөйөм алғанда, бөтөн шиғыр 31 ижектән тора. Ҡайһы берҙә 6-сы шиғыр — 5-сенең көсәйтелгән варианты ҡушыла. Форманың ҡыҫҡалығы фантазия иреклеген ҡатмарлаштыра, әммә танка авторҙары нескә кәйефте ҡыҫҡартып билдәләү сәнғәтенә, тәбиғәт образдарын һәм уларға бәйле тәьҫораттарҙы 5, күберәген 6 юлда әйтеп биреү оҫталығына эйә.

Танка стиле һәм был төп форманың башҡа варианттары макуракотоба һәм какэкотоба хас булған бик күп ҡатмарлы риторик алымдар менән айырыла. Макуракотоба (яп. теле 枕詞 «һүҙ баш осо»«слово-изголовье») — Гомерҙың «ел кеүек осоусы Ахилл» һымаҡ һәм шуға оҡшаған билдәләүсе һүҙҙәр шиғыр башында ҡуйылған. Какэкотоба (яп. теле 掛詞 «әйләнеп торроусы һүҙҙәр»«вертящиеся слова») — беренсеһе үҙенең алдынан килгән һүҙ менән бер төшөнсә, ә артынан килгән һүҙ менән — икенсе мәғәнә аңлатҡан ике мәғәнәле һүҙҙәр. Мәҫәлән, «мацу» (япон. теле) 松) — ҡарағай; «мацу-но-эга» — ҡарағай ботағы, ә «хито-во-мацу» — кемделер көтөү; «хито-во-мацу-но-эга» һәм танкала йыш файҙаланылған какэкотобаны әйтелешен барлыҡҡа килтергән. Бынан тыш, танка байтаҡ ҡабатлауҙар, өндәмәләр һәм һоҡланыуҙар (ҡайһы берҙә бөтә шиғыр — аҙаҡта торған бер һүҙгә ҡоролған һоҡланыу), йәнәш юлдарҙағы параллель һүҙҙәр, аллитерация һ. б. менән тулы. Шиғырҙарҙы тотош фразанан — айырым бер һүҙгә йәки хатта һүҙҙең айырым ижегенә атрибуты булған инештән башлайҙар. Япон шиғриәтендә, ҡайһы саҡта күтәренке тойғоға һәм ниәттең киңлегенә зыян килгән осраҡта ла, форманың виртуозлығы һәм тапҡырлығы, миниатюрлығы, нәфислеге юғары баһалана.

Танканан тыш оҙонораҡ шиғырҙар, әммә биш строфа менән сикләнмәгән, һуңғы юлдары 7 ижектән, шул уҡ 5 һәм 7 ижекле юлдарҙың сиратлашыуынан торған нагаута (оҙон көйлө йырҙар) бар. Улар, ҡағиҙә булараҡ, 31 ижекле һуңғы шиғыр юлдары — шиғырҙың төп фекерен ҡабатлаған ханка менән оҙатыла. Бынан тыш тағы ла алты юлдан торған сэдока (яп. теле 旋頭歌), йәғни алдағыһын төрлөләндереүсе өҫтәлмә ете ижектән торған танка, һуңынан буссокусэкика (яп. теле 仏足石歌 «Будда аяғының эҙҙәре шиғыры»«стих отпечатка ноги Будды») — шулай уҡ алты юллы һ. б., әммә былар барыһы ла төп форма — танканың үҙгәртелгән төрҙәре.

Нар осоро шиғриәте IX быуат башында төҙөлгән «Манъёсю» («япраҡтар мириадаһы йыйынтығы») ҙур антологияһында һаҡланған. Унда фәҡәт 4000-дән ашыу танканан, ә артабан бер аҙ нагаута һәм сэдоканан торған 5000-гә яҡын шиғыр тупланған. Улар үҙ эсенә, VII быуат аҙағынан, 130 йыл осорҙо биләй, һәм бер нисә категорияға: йыл миҙгелдәрен йырлаусы, мөхәббәт һәм балаларының ата-әсәһенә, буйһонғандарҙың хужаларына, ағай-һеңлеләрҙең йәки туғандарҙың бер-береһенә хистәрен белдереүсе шиғырҙар; ҡатнаш — императорҙарҙың һәм шәхси заттарҙың сәйәхәттәре тураһында, табын шиғырҙары; элегиялар, кинәйәле шиғырҙар һ.б.

Манъёсюҙан өҙөк:

На сливовый цвет
Налёг толстый снег.
Я хотел собрать
Показать тебе,
Но в моих руках он растаял весь
На мне нет одежды,
Смоченной росой
При моей прогулке по летней траве.
Но платья моего рукав
Постоянно мокр от слёз

Шиғырҙарҙың авторҙары юғары һарай даирәләренә ҡараған; уларҙың күбеһе — ҡатын-ҡыҙ. 561 шиғырҙар авторының исеме аталған; шуларҙың араһынан 70 ҡатын-ҡыҙ. Бигерәк тә ике шағир билдәле: Какиномото-Хитомаро, йыш ҡына микадоны сәйәхәттә оҙатып йөрөгән Сёму һарайындағы (724—754) чиновник һәм Акахито. Оҙон шиғырҙарҙан, нагаута, Урасима Таро — үҙенең дыуамаллығы арҡаһында үлемһеҙҙәр илендә даими йәшәүҙән мәхрүм ҡалған балыҡсы тураһындағы популяр легенда. Был поэтик легенда кеше ҡыҙыҡһыныусанлығының һәләкәткә илткәне тураһында мәңгелек темаға бағышланған.

Кайфусо — абруйлы япон вельможалары төҙөгән ҡытай шиғриәте антологияһы (канси), .

Классик япон әҙәбиәте (794—1185)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон әҙәбиәтенең икенсе осоро 794 йылда империяның баш ҡалаһы Наранан Хэйан-кёға («донъя ҡалаһы» хәҙерге Киото) күсерелгән һәм Хэйан әҙәбиәте тип йөрөтөлгән. Хэйан осоро, 800 йылдан 1186 й.ылға саҡлы дауам итеп, классик осор тип һаналған. Ҡытай әҙәбиәте һәм буддизм йоғонтоһо менән бәйле милли әҙәбиәттеңюғары үҫеше күҙәтелгән. Япон халҡының күпселеге наҙан булған; был осор әҙәбиәте — аҡһөйәктәр әҙәбиәте, уның вәкилдәре — һарай юғары даирәһе ағзалары. Ҡатын-ҡыҙ ижады өҫтөнлөк алыуы дәүерҙең үҙенсәлеге булып тора. Был осорҙоң иң төп әҫәрҙәрен ул саҡта күренекле һәм ярайһы уҡ үҙ аллы ирекле урын биләгән ҡатын-ҡыҙҙар яҙған. Нәфис әҙәбиәт тулыһынса тиерлек ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында булған (ир-аттар ҡытай ғилемен өйрәнгән); шуға уның сифаты — XVIII һәм XIX быуаттарҙың порнографик беллетристикаһынанан айырмалы рәүештә нәзәкәтле һәм ғаиләләргә хас инсафлы.

Кокинсю

Хэйан осоро шиғриәте Дайго микадо ҡушыуы буйынса төҙөлгән һәм 922 йылда баҫылған «Кокинсю» йыйынтығында сағыла. Унда «Манъёсю»ҙағы кеүек рубрикаларға бүленгән 1100 самаһы шиғыр бар; уларҙың күп өлөшө — танка. «Кокинсю» айырым шиғырҙарының йөкмәтке байлығы һәм дәрәжәһе буйынса «Манъёсю»ҙан түбәнерәк тора; унда шиғри турнирҙарҙа бирелгән темаға яҙылған һәм формаһының тышҡы биҙәлеше, тапҡыр һүҙ уйыны менән ҡупшылатып яҙылған бик күп танка. Әммә тап шул йыйынтыҡҡа үҙенең ҙур популярлығы менән «Кокинсю» тейеш:XI быуатта уны өйрәнеү белемле кешеләрҙең барыһына, бигерәк тә ҡыҙҙар өсөн, мотлаҡ булған. Артабан «Кокинсю» күпселеген «Манъёсю»ға эйәргән.

Классик Хэйан дәүеренең данын шиғриәт түгел, япон теленә ҡытай теленән ингән һүҙҙәр арҡаһында бик нәфис һәм нәзкәтлегә әйләнеп, ҙур һығылмалылыҡҡа һәм байлыҡҡа өлгәшкән проза арттырған.

Шағир һәм «Кокинсю»ҙың нәшриәтсеһе Ки-но Цураюки (946 йылда үлгән) был осорҙоң иң күренекле прозаиктарының береһе булған. Уның «Кокинсю»ға яҙған инеш һүҙе стиль буйынса өлгөлө һанала, унда шиғриәттең килеп сығышы, тышҡы тойғо-хистәрҙең тәрәнлегенә һәм ихласлығына зыян килтереп булһа ла, арттырып ебәреүҙәрҙең артынан ҡыуыуҙың ығы-зығылығы тураһында әйтелгән. Цураюки Нар осоро шиғриәтенә күҙәтеү яһай. Был тәнҡит этюдтарында Цураюкиҙың теле бик образлы, шиғриәтле, йыш ҡына тапҡыр мыҫҡыллы.

Уның башҡа әҫәре — Тоса-никки, юл яҙмалары, Киото ҡалаһында 4 йыл буйы губернаторы урынын биләгәндә, Сикоку утрауындағы Тосанан сәйәхәт көндәлеге. Көндәлек ҙур юмор менән юлда осраған көнкүреш һәм ваҡ ғәҙәти ваҡиғаларҙы һүрәтләй, автор үҙен Тосаға оҙатҡанда үҙе һәм юлдаштарының эскелеген шаяртып, был сәбәптән яҙылған насар шиғырҙарҙан көлөп, моңһоу эпизодтарҙы (йәш ҡыҙҙың үлеме) бик поэтик рәүештә билдәләп, дауылды һәм пираттар менән ҡот осҡос осрашыуҙарҙы һүрәтләгән.

Уцубо-моногатари, 1809 йылғы баҫма

Хэйан осороноң төп прозаик әҫәрҙәре булып моногатари тип аталған, йәғни ҡайһы берҙә уйлап сығарылған, әкиәткә оҡшаш, ҡайһы берҙә, тарихи йәки мемуарҙар тибына яҡын хикәйәләр. Ҡайһы берҙә моногатари дөйөм герой менән бәйле айырым ҡыҫҡа хикәйәләр йыйынтығынан ғибәрәт; ҡайһы берҙә был ҙур повестар, хатта романдар. Был әҫәрҙәрҙең иң боронғолары булып икеһе лә X быуат башына (901 йыл менән 922 йыл араһында) ҡараған Такэтори ҡарт тураһында повесть һәм Исэ-моногатари һанала. Уларҙың тәүгеһе — япон телендә яҙылған, әммә ҡытай сығанаҡтарынан үҙләштерелгән, фантастик әкиәттәр йыйынтығы; мистикаһы будда дине характерында. Иң поэтик әкиәттәрҙең береһе — бөтә ир заты ла, хатта император ҙа уны үҙҙәренә кейәүгә сығырға өгөтләй алмағандан һуң, күккә ашҡан «балҡып торған ҡыҙ тураһында» (Кагуя-химэ). Исэ-моногатари — йәш һарай яны кешеһенең уйлап сығарылған мөхәббәт мажаралары менән бер рәттән герой барып күргән төрлө япон провинциялары тураһында һөйләүсе күп кенә хикәйәләр. Хикәйәләү мөхәббәт темаһына бик күп танкага бай.

Х быуат һәм XI быуат башынағы шуға оҡшаш башҡа әҫәрҙәрҙән Уцубо-моногатари, Хамамацу-Тюнагон-моногатари һәм Ямато-моногатари иң билдәлеһе. Классик дәүерҙең иң билдәле романы — Гэндзи-моногатари (XI быуат башы); уның авторы — Мурасаки Сикибу, Японияла күп быуаттар дауамында күренекле урын биләп торған һәм императорҙар, дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусылар биргән Фудзивара нәҫеленән һарай яны танылған ханым. Мурасаки үҙенең ғилемле булыуы һәм таланты менән дан тотҡан. Уның романы микадо улы Гэндзи һәм яратҡан кәнизәгенең тормошо тураһында, һәм аҡһөйәк япон йәмғиәте тормошо нескәлектәрен бай һәм мул итеп һүрәтләй[9]. «Гэндзи-моногатари»ҙың күләме ҙур: роман 54 томдан тора; шәхестәрҙең тик шәжәрә ағастары ғына ла (микадо, принц һәм принцессаларҙың, һарай яны кешеләренең һ. б.) 80 бит биләй. Был күләм хикәйәләүгә бөрсөкләп ҡыҫтырылған эпизодлы хикәйәләр менән аңлатыла.

Мурасаки Сикибу

Мурасаки, романы кеүек үк билдәлелек яуламаһа ла, шулай уҡ «Мурасаки Сикибу никки» япон. теле 紫式部日記) тигән көндәлек тә яҙған.

Мурасаки-но сикибу менән бер рәттән классик яҙыусы даны менән тағы ла бер ҡатын-ҡыҙ, юғары ҡатлам даирәләренә ҡараған һәм император ҡатынының һарай яны ханымы вазифаһын биләгән Сэй-Сёнагон, файҙаланған. Уның «Баш осонда ултырып яҙылғандарҙан» әҫәре — авторҙың, хикәйәләү, һүрәтләү, фекерләү, көнкүреш һүрәтләүҙәре менән сиратлашҡан, шәхси тормошона нигеҙләнгән мемуарҙары тип аңлайбыҙ. «Баш осонда ултырып яҙылған» әҫәренең стиле «Записки» Японияла бик популяр булған һәм дзуйхицу (ҡылҡәләм артынан эйәреү) тип аталған. Был башҡа нимә килә, шуны системаһыҙ рәүештә: күңелгә ятҡан да, күңелгә ятмаған да предметтарҙы һәм тәьҫораттарҙы, ғөрөф-ғәҙәттәр йәки шәхси кисерештәр тураһында очерктар, тәбиғәт тасуирлауға, тирә-йүн тураһында уйланыуҙарҙы теҙеп яҙыу. «Баш осонда ултырып яҙылған» — дзуйхицуҙың иң яҡшы өлгөһө. Ул, «Гэндзи-моногатари» кеүек үк, күләмле әҫәр (12 томда 6460 бит) ҡарап, шулай уҡ XI быуатҡа ҡарай. Мурасакиҙың көндәлегендәге эпик хикәйәләүе менән сағыштырғанда, был әҫәрҙең йөкмәткеһе бик күп төрлө һәм авторҙың индивидуаль үҙенсәлеге тәьҫирен йөрөтә.

Аталған моногатариҙарҙан башҡа тағы бик күп улар, шуларҙың иң билдәле «Удзи-моногатари» (авторы Минамото-но Такакуни, 1077 йылда үлгән), халыҡ ырымдары һәм риүәйәттәре йыйынтығы, һәм Сагоромо-моногатари һәм Сарасина-Ники (сәйәхәттәрҙе һүрәтләү), икеһен дә ҡатын-ҡыҙ яҙған. Барлыҡ был романдар, повестар һәм әкиәттәр ысынбарлыҡты ижад итеүҙең юғары үҫеше тураһында һөйләй һәм Хэйан осороноң мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү өсөн ҡиммәтле материал бирә.

Тарихи йылъяҙмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беллетристика менән бер рәттән, моногатари дәрәжәһенә тарихи хеҙмәттәр ҙә инә. Һуңғылары араһында — «Эйга-моногатари» (япон теле 栄花物語) һәм «Окагами» (япон теле 大鏡). «Эйга-моногатари» XI быуат аҙағына ҡарай, 40 китаптан тора һәм Япония тарихының ике быуатын (1088 й. тиклем) эсенә һыйҙырған. Был киң мәғәнәләге ил тарихы түгел, ә Фудзивара-но Митинаганың (Эйга-тимәк моногатари «дан тураһында хикәйәт») тормош юлын ентекле тасуирлап яҙыуы, атаһы өс император дәүерендә баш министр булып хеҙмәт иткән һәм уның улдары Ёримити һәм Норимити, атаһы власын үҙ ҡулдарына алған. Хикәйәләү уйлап сығарылған моногатари стилендә алып барыла, күп эпизодтар романтик, көләмәстәр һәм танка менән оҙатыла, шулай булыуға ҡарамаҫтан, документаль әһәмиәте лә юғалмаған. «Окагами» (һәр төрлө тарихи хеҙмәт «бөйөк көҙгө» йәки кагами (яп. теле 鏡) тип атала) 8 томдан тора һәм 14 батшалыҡтың, 851 йылда тәхеткә килгән микадо Монтокунан алып 1036 йылда вафат булған Го-Итидзё императорҙың тарихын күҙ алдына баҫтыра. «Окагами»ҙың авторы — Тамэнари (Фудзивара ғаиләһенән), император Сутокуҙың (1124—1141) һарай идарасыһы, һуңынан ул будда монахы булып киткән. «Окагами»ҙың йөкмәткеһе һәр микадоның биографик датаһын сағыштырмаса ҡоро һанап китеүҙән, көләмәстәрҙән, танкаларҙан һәм мөһим дәүләт эшмәкәрҙәренең тормош юлын уйлап сығарылған романтик ентекле бәйән итеүҙән тора.

Тарихи документ булараҡ, был ике хеҙмәт тағы ла ҡорораҡ булған ҡытай телендәге тарихи йылъяҙмаларына өҫтәлмә булып торған. Ике әҫәрҙең дә үҙенсәлеге — авторҙың буддизмдың ҙур йоғонтоһона бирелгәнлегендә. "Окагами"нан башҡа шулай уҡ түбәндәге тарихи хеҙмәттәр билдәле: Имакагами (яп. теле 今鏡 заман көҙгөһө зеркало современности), Мицукагами (яп. теле 水鏡 һыу көҙгөһө водное зеркало) һәм Масукагами (яп. теле 増鏡 таҙа көҙгө чистое зеркало) — улар барыһы ла бергә сикё яп. теле 四鏡 дүрт көҙгө четыре зеркала) йәки кагамимоно (яп. теле 鏡物)[10] тип атала. Был осорға ҡытай телендә яҙылған бер нисә тарихи һәм белешмә әҫәр ҡарай: «Синсэн Сёдзироку» (яп. теле 新撰姓氏録), «Ырыуҙарҙың яңынан төҙөлгән исемлеге», 815 й. баҫылған — 1182 дворян ғаиләләре шәжәрәләре; Энгисики (яп. теле 延喜式) — Энги эраһы уложениеһы (延喜, 901—923), 927 йылда тамамланған, үҙ эсенә синтоист ғибәҙәт йолаларын, доғалар (норито) алған, шулай уҡ административ ҡоролош, чиновник вазифалары һ. б. тасуирланған; Вамё Руйдзюсё — Минамото-но Ситаго төҙөгән ҡытай-япон һүҙлеге (911—983).

Урта быуаттар әҙәбиәте (1185—1603)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Камакур осоро (1186—1332)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Адзума кагами» (япон теле 吾妻鏡, Көнсығыш Япония Зерцало) — 1180 йылдан алып 1266 йылға тиклемге осорҙо һүрәтләгән япон урта быуат йылъяҙмаһы

Япон әҙәбиәтенең сәскә атҡан хэйан осоро дәүләт ҡоролошо үҙгәреүе арҡаһында нәфис ижадтың бөлгөнлөккә төшөү быуаттары менән алмашынған. Власть микадо, Интеллектуаль яҡтап үҫешкән һарай яеы кешеләрен, нәзәкәтле нәфис әҙәбиәт барлыҡа килтергән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғәмһеҙ йәшәүен хуплаған микадо власы хәрби ҡатлам — сёгундар хакимлығы менән алмашынған. Микадо резиденцияһы хэйан мәҙәни тормошо үҙәге булыуҙан туҡталған. Был хәл япон әҙәбиәтенең Камакур осоро (1186—1332) башланғанға саҡлы, XII быуат аҙағына, Минамото-но Ёритомо Камакура сёгунлығын раҫлағанға тиклем дауам иткән. Ёритомо ғаиләһенән һуң Япония яҙмышы менән Ходзё нәҫеле идара иткән. Был ғаилә ағзалары сёгун түгел, ә сёгун ярҙамсылары, сиккэндар, булған. Әммә уларҙың көсө шулай булған, Киотола йәшәгән императорҙар ҙа, Камакурала йәшәүен дауам иткән сёгундар ҙа үҙҙәренең титулдары менән бары тик номиналь ғына файҙаланған һәм ысынбарлыҡ власҡа эйә булмаған.

Миура Дайсукэ Ёсиакэ (1093—1181) Кинугаса һарайы янында атта һыбай (Тоёхара Тиканобуҙың «Гэмпэй Сэйсуйки» буйынса иллюстрацияһы).

Сёгунлыҡ дәүеренең характерлы һыҙаттары: уларҙың үҫешенә буддизмдың йоғонтоһо, ғилемлелектең монахтар ҡулында тупланыуы, сёгундар яҡлы монахтар йыш ҡына ҡоралға тотонғанлыҡтан һәм гражданлыҡ низағтарында ҡатнашҡанлыҡтан, әҙәбиәт артыҡ һуғышсан һәм тупаҫ характерҙа булыуында. Был осорҙа яҙыусылары араһында ҡатын-ҡыҙҙар юҡ тиерлек; шиғриәт һәм романдарға иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеү хөкөм һөргән. Камакура осоро әҙәби әҫәрҙәре араһында тарихи әҫәрҙәр һәм мемуарҙар өҫтөнлөк итә; уларҙың күп өлөшө осор башына ҡарай; һуңыраҡ илдең әҙәби эшмәкәрлеге кәмей бара. Был төрҙөң тәүге әҫәрҙәренең береһе — «Гэнпэй Дзёсуйки» йәки «Гэмпэй Сэйсуйки» (япон теле 源平盛衰記) XII быуаттың икенсе яртыһында ике, Гэндзи һәм Хэйкэ, аҡһөйәктәр нәҫеленең күтәрелеү һәм ҡолау тарихы. Был тарихтың 48 китабы 1161 йылдан 1185 йылға тиклемге осорҙо солғаған һәм шекспир хроникалары рухында яҙылған; тарихи хәҡиҡәт уйҙырмалар, риторик шымартыуҙар, фекерләүҙәр, дәүләт эшмәкәрҙәренең уйлап сығарылған телмәрҙәре, һуғыш күренештәрен героик стилдә тасуирлау, доғалар, арбауҙар, танкалар һ. б.менән ҡушылған. «Гэмпэй Сэйсуйки»ҙың Хамуро Токинага (яп. теле 葉室時長), шулай уҡ уға тағы ла ике башҡа әҫәрҙең: «Хогэн-Моногатари» (япон теле 保元物語) (Киотола 1157 й. тәхет өсөн бәхәс арҡаһында килеп сыҡҡан низағтар тураһында хикәйә) һәм «Хэйдзи-моногатари» (япон теле 平治物語) (һәм 1159 й. шул уҡ көрәштең яңынан ҡабатланыуы) авторы тип Хамуро Токинага һаналған. Билдәһеҙ авторҙың Тайра йорто тураһында повесы — «Гэмпэй Сэйсуйки»ға оҡшаған; яңы патриотик, тәҡүәле йәки драматик шымартыуҙар өҫтәлгән шул уҡ ваҡиға ҡабатлана. Был әҫәрҙең үҙенсәлеге, хикәйәләү теле бива-бодзу йырлауына (бива бонздары) яраҡлаштырылыуы уның популярлығын арттырған.

Был осорҙоң башҡа әҫәре — «Ходзёки» (1212 й.), шағир Камо-но Тёмэя мемуарҙары күпкә юғары тора. Ул синтоист ғибәҙәтханаһы тәртип һаҡлаусыһы булған, әммә, үрләтмәгәндәренә әсенгәнлектән, дәрүиш булып китә һәм яңғыҙлыҡта үҙенең шәп стиль өсөн юғары баһаланған мемуарҙарын яҙған. Китаптың исеме, «Ходзёки», авторҙың дәрүишлегенә күрһәтә (ходзё — 100 квадрат фут — Тёмэяның бәләкәй өйөнөң майҙаны: ки — яҙыу). «Ходзёки»ҙа иң ҡыҙыҡлыһы 1177 йылдағы Киото янғыны һәм 1185 й. ер тетрәүе тасуирлау, шулай уҡ авторҙың дәрүишлек һәм буддизм хаҡындағы фекерҙәре һәм уны тәбиғәткә һәм дингә ҡарата азатлығы һәм тәрәнлеге менән ҡыуандырған үҙенең яңғыҙлыҡта үткән ябай тормошон ҡыҙыҡлы тасуирлауы. «Ходзёки»ҙың характер «Ходзек» саф буддаса.

Баш ҡаланың юл һәм башҡа бик күп очерктар көндәлек камакур осор. «Никки Идзаеи» тол ҡатын Әзерләүсе абруйлы ғаиләләрҙең береһе яҙылған, Абуц, будда ант ҡабул итә[11]. Камакура уның сәйәхәт һүрәтләү, сентименталь бик то. «Бэн-но-найси-никки» (япон теле 弁内侍日記, べんのないしにっき), шағирәнең көндәлектәре япон Бэк-но Найся (япон теле 弁内侍) Шиғриәт һәм 1252 йылда ваҡиға тураһында шунда 1216 Камакур араһында осоронда, иртә кеүек, әҫәр танк, ҡалыша, әммә, элеккесә, Төҙөлгән антология (төрлө авторҙарҙың шиғырҙары 100 100), исем аҫтында иссь Хякунин. Улар араһында беренсе (баш танк йыйынтығы VII тиклем XIII быуат) 1235 йылда тәшкил итә. Садаиэ, ғаилә ағзалары Әзерләүсе.

Намбокутё һәм Муромати осорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Китабатакэ Тикафуса

Уларҙың беренсеһе — Намбокутё осоро (1336—1392), йәғни «көньяҡ һәм төньяҡ ихаталары», ул саҡта бер үк ваҡытта ике император: береһе,сёгундар ҡуйылыусыһы, Киотола, икенсеһе — Ямато провинцияһында хакимлыҡ иткәнгә шулай аталған. Икннсе осор, Муромати осоро (1392—1603), Киото провинцияһындағы ҡала исеме менән аталған, унда 1392 йылда император власынан да юғарыраҡ микадо Император Го-Комацу бер ҡулдарында тупланған Асикага сёгундар ырыуынан яңы династия нығынған. Был ике осор ҙа әҙәбиәттең ҡара быуаттары тип һанала. XIV быуаттң иң күренекле яҙыусыларының береһе Китабатакэ Тикафуса (япон. 北畠親房, 1293—1354 булған[12]), абруйлы дәүләт кешеһе һәм микадо Император Го-Дайго яҡлы[13]. Уның төп әҫәре — көньяҡ ихата хоҡуҡтарын яҡлап яҙылған «Аллаға оҡшаған батшаларҙың ысын күсәгилешлеге тарихы» (япон. 神皇正統記Дзинно Сётоки?), Японияның сәйәси ҡоролошоноң фәлсәфәүи теорияһын (6 китап) һәм ярым мифик, автор үҙе ҡанашҡан ваҡиғаларға саҡлы, ярым ысын-ярым ялған Япония тарихын үҙ эсенә индерә. Яҙылышы ҡоро, китаптың әҙәби әһәмиәте көсһөҙ, ләкин уның сәйәси йоғонтоһо ҙур булған; ул микадо власын нығытыуға ярҙам иткән. Тикафусаның икенсе әҫәре — «Гэнгэнсю» (8 китап), иң төп синтоист мифтары яҙылған.

Был осорҙоң күренекле әҫәре — «Бөйөк донъя хаҡында повесть» (япон. 太平記Тайхэйки?), 1181 й. Ёритомо нигеҙ һалғандан алып һәм микадо Император Го-Дайго (1319) тәхеткә килгән саҡтағы ваҡиғаларҙан башлап, 1368 й. Император Го-Мураками батшалығының аҙағына саҡлы сёгунат тарихы. Был япон тарихының өҙлөкһөҙ низағтарҙан, аҫтыртын бутауҙарҙан һәм яуызлыҡтарҙан торған иң болғансыҡ ярһыу осорҙарының береһе. Китаптың тәүге атамаһы икенсерәк ине: «Анки-юрайки» («Донъяның сәбәптәре һәм хәүефтәр яҙмаһы») йәки «Кокка-тиранки» («Донъя һәм дәүләттәге тартипһеҙлектәр тураһында яҙма»). Прежде «Тайхэйки» считалось сочинением нескольких жрецов, писавших по поручению микадо Го-Дайго, но есть основания полагать, что автор его — монах Кодзима-хоси (1374 й. үлгән)[14]. Китапҡа бер шәхестең ижады тамғаһы тәьҫире тойола. «Тайхэйки»ҙың характеры беллетристик, стиле риторик, ҡытай һүҙҙәре ярылып ятҡан һәм ишаралар һәм өҙөмтәләр менән тулы. «Тайхэйки»ға буддизм һәм буддист теологияһы белеменең көслө йоғонтоһо тойола. Хэйан осорона ҡарағанда төҙөлөшө буйынса китаптың теле ябайыраҡ, ҡытай һүҙҙрәе менән байытылған һәм иң яңы әҙәби стилгә нигеҙ булып тора. «Тайхэйки» хәҙерге көндәргә тиклем киң таралған; был милли үткән һәйкәлен айырым профессиональ уҡыусылар бар хатта.

Ёсида Кэнко

Был осорҙа Ёсида Кэнко, юғары ҡатлам ғаилә ағзаһы, артабан буддий монахы булып киткән һарай яны кешеһе яҙған; ул 1350 йылда 68 йәшендә үлгән. Уның төр әҫәре — «Эш бошҡанда яҙған ҡараламалар» (япон. 徒然草Цурэдзурэгуса?), фекрҙәр һәм тәғлимәт, аҡыллы тормош ҡағиҙәләре һәм, донъяуи йыуаныстарҙы данлау менән бергә, буддизмды, изгелекте һәм дәрүишлекте маҡтау йыйынтығы. Кэнко киң ирекле фекер йөрөтөүе менән айырылып торған һәм гонаһлы донъя кешеһенең йәм табыуын (тормоштағы кеүек, әҙәбиәттә лә) буддистың тәҡүәле ынтылыштары менән ҡатнаштырған.

Был осорҙоң шиғриәте, ғәҙәти танкаларҙан тыш, яңы жанр — но, йәғни, музыка һәм мимик бейеүҙәр менән оҙатылыусы лирик драмалар барлыҡҡа килгән. Уларҙың йөкмәткеһе буддист һәм синтоист риүәйәттәрҙән алынған; төп мотивтары — тәҡүәлелек, ватансылыҡ, хәрби батырлыҡ. Тексты буддийсы монахтар ижад иткән, ә музыканы, бейеүҙәрҙе һәм ҡуйыуҙы — пьесаларҙың авторҙары тип һаналыусы актёрҙар тормошҡа ашырған. Бөтә нолпүарҙың да төҙөлөшө бер төрлө: ҡанбаба сыға, үҙен исемләй һәм сәйәхәткә йүнәлгәнен иғлан итә. Арабан ул ҡайһылыр ғибәҙәтхана эргәһенә, йәки алыш яланына килә һ.б., һәм барлыҡҡа килгән йән уға урындағы легенданы һөйләй һәм уның кем икәнен һөйләй. Пьесалар бик ҡыҫҡа, 6-7 баҫма биттән тора һәм бер сәғәттән дә артыҡ башҡарылмай. Ҡатнашыусылар 5 — 6, ҡайһы берҙә бары 3 кеше, шулай уҡ бер нисә музыкант һәм хор. Тәүге но пьесалары XIV быуатта яҙылған; уларҙың күп өлөшө XV быуатҡа ҡарай.

Иртә яңы заман әҙәбиәте (1603—1868)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон әҙәбиәтендә Муромати осоро нәфис ижад үҫешенең һәм фәндең бөтә өлкәләренең сәскә атыу ваҡыты менән алмашынған — Эдо осоро (1603—1867), Токугава Иэясуның Токугава сёгунатына нигеҙ һалғандан һәм үҙенең резиденцияһын Эдо ҡалаһына (бынан атамаһы ла) күсергәндән алып микадо Мэйдзи власын тергеҙгәнгә һәм Японияның рухи тормошона европа йоғонтоһо башланғанға тиклем. Иэясу даймё үҙ-ара низағын туҡтатҡан, уларҙы (микадоның номиналь власын һаҡлағанда) үҙ власына буйһондорған һәм Япония тормошоноң бөтә йәмғиәт өлкәләрендә үҫештергән ныҡлы феодаль ҡоролошҡа нигеҙ һалған. Эдо осоро әҙәбиәте юғары ҡатламдың монополияһы булыуҙан туҡтауы һәм, матурлыҡты элеккесә нескә аңлау кимәле түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, күмәк халыҡҡа яҡынайыуы менән айырыла; китап баҫтырыу таралыуы менән бергә (ул Японияла VIII быуаттан булған, фәҡәт Токугава сёгунатында ғына — корея өлгөләре буйынса — ҡул менән шрифт йыйыу индерелгән һәм китап баҫыу ныҡ үҫешкән) Японияла тупаҫ порнографик әҙәбиәт таралған. Был ослорҙоң башҡа характерлы һыҙаты — Японияла буддизмдың тарҡалыуы һәм конфуцианлыҡ, уның позитив әхлағы япондарҙың милли рационалистик характеры менән ярашҡанлыҡ берләшкән.

Эдо осороноң иң иртә әҫәрҙәренең береһе — «Тайкоки» (япон. 太閤記, 1625 й.; авторы билдәле түгел), регент тарихы (тайко) Тоётоми Хидэёси, уның тыуыуы һәм тормошо, халыҡ фаразлауынса, легендар характерлы һәм мөғжизәләр менән уратылған була.

Иң танылған XVII быуат япон яҙыусылары кангакусяға [15], йәғни кангаку (япон. 漢学ханьское учение?) — ҡытай фәлсәфәһен (конфуцианлыҡ), ҡытай әҙәбиәтен һәм фәнен таратыусыларға ҡараған. Кангакуся башында ғалим Фудзивара Сэйка (ингл. 藤原惺窩, 1561—1619)[16] торған, ул ҡытай фәлсәфәһе менән Конфуций тәғлимәтенә Чжу-Си комментарийҙары һәм уны «Кана-Сэйри»ҙа — Эдо осоро әҙәбиәтенә һәм идея тормошона ҙур йоғонто яһаусы һәм уны пропагандалаусы әҫәр аша танышҡан.

Каибара Эккэндың "Ёдзёкун"ы

Ҡытай тәғлимәте тәьҫирендә этика дини идеяларҙы ҡыҫырыҡлап сығарған, изгелек кешенең тәбиғәи ихтыяжы, тәбиғәттең яраҡлашҡан ҡоролошона тап килә, тип һаналған; әхлаҡи камиллыҡтың идеалы тип лояллек, феодаль хужаға фиҙакәр тоғролоҡ, улының атаһына, ҡатынының иренә буйһоноуы, хөкөмдар өсөн (шулай уҡ улдарының атаһы өсөн) үс алыу бурысы, илтифатлылыҡ һәм намыҫ төшөнсәһенә һ. б. ингән әҙәплелек таныла. Хөкөмдар мәнфәғәте өсөн буйһоноусыларҙың үҙҙәрен ҡорбан итеүе иң изге бурыс тип иҫәпләнә; был осор әҙәбиәтендә сёгун йә уның вариҫының ғүмерен һаҡлап ҡалыу һәм уның өсөн үс алыу маҡсатында үҙ иректәре менән үҙҙәрен һәм үҙ балаларын үлтереүсе самурайҙар тураһында әҫәрҙәр менән тулы. Лояллек күрһәтеү йә рәнйетеүсенән үс алыу сараһы булараҡ үҙ-үҙен үлтереүҙең айырым этикаһы (харакири) барлыҡҡа килгән. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә үҙенең элекке үҙ аллы хәлен юғалтҡан; иренә буйһоноуы һәм түбәнселек менән ихтирам итеүе ҡатын-ҡыҙ яҡшылығының идеалы булған. Дини һәм мистик тойғоноң тулыһынса юҡҡа сығыуы менән бергә был әхлаҡи кодекс кангакуся әҙәбиәт йоғонтоһо аша нығынған һәм япондарҙың милли һыҙатын: үҙ тормошона һалҡын аҡыл менән тулыһынса ерәнеп ҡарауҙы һәм гражданлыҡ бурысының тотанаҡлығын, лояллеген, ҡыйыулығын булдырған.

Фудзивара Сэйка артынан башҡа кангакуся алға сығарыла: Хаяси Радзан (1583—1657), схоластик йә әхлаҡи характеҙағы 170 трактат, мемуарҙар, тарихи очерктар һ. б. авторы; уның улы Хаяси Гахо (япон. 林 鵞峰, 1618—1680), «Обзор императорских правлений в Японии» (япон. 日本王代一覧Нихон одай итиран?) «Япониялағы император хакимлығына күҙәтеү» хеҙмәте авторы; Каибара Эккэн (япон. 貝原 益軒, 1630—1714 гг.), барыһы ла төшөнөрлөк телдә, артыҡ риторикаһыҙ, фонетик азбука менән яҙған һәм шуның өсөн төрлө синыф уҡыусыларына ла аңлайышлы емешле яҙыусы; уның төп әҫәре — «Ёдзёкун», тәрбиә тураһындағы трактат.

«Нихон одай итиран» француз телендәге баҫмаһы, Исаак Титсинг тәржемәһе, 1834 йыл

Иң танылған кангакуся — Араи Хакусэки (1657—1725 г.)[17], бик ҡыҙыҡлы «Һындырылған сытырҙың яҙмалары», «Хандар генеалогияһы» (1701 г. — 1600 йылдан алып 1680 йылға саҡлы япон даймё тарихы, 30 томда), һәм «Тарихи уҡыуҙар өсөн ҡушымта» (1712 й. — 2000 йыл дауамындағы япон тарихына күҙәтеү) автобиографияларын яҙған. «Көнбайыштан ишетелгәндәр тураһында яҙмалар» китабында Хакусеки үҙенең 1708 йылда христианлыҡты таратырға маташҡаны өсөн ҡулға алынған итальян миссионеры патер Сидоттиит. менән танышлығы тураһында яҙған. Был хикәйә уның, тайпылмаҫ рационалистың, Японияла христианлыҡтың булыуы аҡылһыҙлыҡ тигән ҡараштарын яҙыуы менән ҡыҙыҡлы. Хакусэки тағы ла иҡтисад мәсьәләләре, енәйәти хоҡуҡ, археология һәм география буйынса бик күп әҫәрҙәр, япон һүҙлеген һ. б. яҙған.

Икенсе танылған кангакуся — Муро Кюсё (япон. 室鳩巣, 1658—1734), буддизмды эҙәрләүсе, конфуцианлыҡ рухында тормош фәлсәфәһен һәм әхлағын яҡлаусы. Уның төп әҫәре — «Сюндай Зацува», бер нисә өгөт-нәсихәт.

Шиғриәт һәм беллетристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVII быуатта фәлсәфәүи һәм ғилми әҙәбиәт менән бер рәттән түбәнге синыф белемгә эйә ауыл һәм ҡала халҡына (сауҙагәрҙәргә, һөнәрселәргә, крәҫтиәндәргә) уҡыу өсөн материал булырлыҡ беллетристика һәм шиғриәт үҫешкән. Күп романдар (иң билдәлеләре — «Мокудзу-моногатари», «Усуюки-моногатари», «Ханносукэ-но-соси»), күпселеген оятһыҙ эстәлекле хикәйәләр һәм очерктар (уларҙың иң билдәле авторҙары — Ихара Сайкаку) барлыҡҡа килә. Балалар әкиәттәре әҙәбиәте үҫешкән (иң киң таралғаны — «Нэзуми-но-ёмэири» (япон. 鼠の嫁入り?), «Ҡомаҡтың кейәүгә сығыуы», 1661 й. тирәһендә яҙылған); халыҡ драмалары көслө үҫешкән. Ул осорҙоң иң танылған драматургы — Тикамацу Мондзаэмон[18], уның пьесалары буталсыҡ, дөрөҫлөккә тап килмәүендә генә түгел, әммә ҡырағайлығында, уйлап сығарыуҙарға бай булыуында, дорфалыҡты үҙенсәлекле көс тип күрһәтеүендә. Уның пьесалары тарихиға (дзидаймоно) һәм тормош һәм холоҡ-ҡылыҡ драмалары (севамоно). Уның драмаларының иң яҡшыһы — «Коксинги алыштары» (данлыҡлы пират Кокусэнъиҙың алыштары, 1715 й. яҙылған).

Тикамацу Мондзаэмон

XVII быуат шиғриәтендә, һәм уларҙың иң данлыҡлы авторҙарының береһе Мацуо Басё (1643—1694 й.) булған, күп һанлы хайку (5 урынына 3 шиғырҙан торған танка) күрһәтелгән.

Танканың икенсе вариацияһы кёка (хыялый шиғриәт) — һүҙ уйыны һәм төрлө йор һүҙҙе урынһыҙ файҙаланған (сорэ) вульгар комик шиғырҙар. XVIII быуатта кангакуся ғилми һәм фәлсәфәүи әҙәбиәт тарҡалған; уның вәкилдәре үҙҙәренең фәҡәт ҡытай мауығыуы һәм япон телен һанламауы (япон телендә бары тик беллетристика ғына яҙылған) арҡаһында ахыр сиккә еткән. Был өлкәлә «Хатимондзия» (япон. 八文字屋дом 8 иероглифов?) китап нәшер итеүсе фирмаһы [19] таратҡан порнографик әҙәбиәт бик ныҡ үрсегән. Уның хужаһыХатимондзия Дзисё (япон. 八文字屋自笑?) шул уҡ ваҡытта яҙыусы ла булған. Яҙыусы Эдзиме Кисэки (1663—1736) һәм икеһенең исеме яҙылған шуға оҡшаш күп әҫәрҙәр уныҡы һәм уның хеҙмәткәренеке. «Хатимондзия» баҫмаһында оятһыҙ йөкмәткеле 100-ҙән артыҡ китап, повестар, хикәйәләр һәм очектар сыҡҡан; иң билдәлеләре: «Кэйсэй-кинтанки» (1711; буддизмдан мыҫҡыллы һәм бысраҡ көлөү, юмор буйынса бик талантлы), «Оядзи-катаги» («Ҡарттарҙың портреттары»), «Мусуко-катаки» («Алтын йәштәр портреты»). «Хатимондзия» фирмаһы XVIII быуат аҙағына саҡлы булған; шулай уҡ башҡа фирмалар сярэбон (тапҡыр китаптар) нәшер иткән, 1791 й., шул тиклем дә әҙәпһеҙ булғаны өсөн, хөкүмәт уларҙы тыйған. Бөтә етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан, был китаптар үткер юмор, уйлап сығарыуға бай, үҙ осороноң холҡон-ҡылығын ысынбарлыҡта һүрәтләүе менән айырылып тора.

Башҡа характерҙағы беллетристик әҫәрҙәргә сюжеты буйынса «Гулливера»ҙы хәтерләткән «Васобёэ» (1774) ҡарай. XVIII быуат драмаһын башлыса Тикамацуҙың 5 — 6 автор менән хеҙмәттәшлек итеүсе уҡыусыһы Такэда Идзумо (1691—1756) кәүҙәләндерә. Төп әҫәрҙәре — «Тюсингура» (тоғро вассалдар тураһында повесть, 1748) һәм яҙмыш тураһында драма, «Сугавара-но-Митидзанэ». Такэды Идзумо драмаһы, уҡытыусыһыныҡы һымаҡ, аҙ шиғриәтле булһа ла, тәбиғиерәк һәм ябайыраҡ.

Кэйтю

XVIII быуатта япон боронғолоғон тикшереүселәр Ҡытай менән мауығыуға ҡаршылама булып тора, вагакуся[15] (икенсе атамаһы — кокугакуся[15], йәки кокукагуха[20]). Милли боронғолоҡто өйрәнеүгә сёгун Токугава Иэясу нигеҙ һалған; уның эшен китапханаларға нигеҙ һалған, ғалимдарҙы яҡлаған ейәне даймё Токугава Мицукуни (япон. 徳川 光圀, 1628—1701) дауам иткән. Уның бойороғо буйынса ҡытай телендә Япония тарихы «Дай-Нихон-си» (япон. 大日本史?) яҙылған. XVIII быуаттың иң билдәле вакагусяһы: буддий ҡанбабаһы Кэйтю (япон. 契沖, 1640—1701), «Манъё Дайсёки» (япон. 万葉集大匠記?), «Кокин Ёзайсё» (иҫке һәм яңы материалдар йыйынтығы), классик әҙәбиәт тураһында тикшеренеүҙәр һ. б. авторы, Китамура Кигин (япон. 北村季吟?); Када-но Адзумамаро (япон. 荷田春満, 1669—1736); Камо-но Мабути (япон. 賀茂真淵, 1697—1769), профессор, боронғо әҫәрҙәргә күп комментарийҙары авторы; иң күренекле вакагуся Мотоори Норинага (1730—1801)[21], бик емешле ғалим һәм яҙыусы. Уның тп әҫәре — «Кодзики риүәйәте» (япон. 古事記伝кодзикидэн?), синтоизмдың изге китабы Кодзикиға аңлатма [22]. Был китапта Мотоори ҡытай йоғонтоһона ҡаршы киҫкен бәхәс алып бара һәм бөтә япондыҡын кәрәгенән артыҡ маҡтай. «Кодзикидэн» — япон милли үҙенә бер төрлөлөк хаҡына ҡытай идеяһына ҡаршы реакция башланғысы. Мотоори ҡәләменә шулай уҡ «Исоно-ками-сисюку» (шиғриәт тураһында трактат), «Гёдзин-гайгэн» — ҡытай фәлсәфәһен тәнҡитләү, «Үрелгән кәрзин» (япон. 玉勝間 15 томда, 1812 й., Мотоори вафатынан һуң баҫылған) һәм синтоист боронғолоғон өйрәнеү өсөн ҡиммәтле материал биреүсе «Судзу поясю» йыйынтығы.

Санто Кёгэндың Комон гава (япон. 小紋雅話?) китабының тышы, 1790 йылғы баҫма

Фәнни әҙәбиәт Мотоориҙың уҡыусыһы Хираты Ацутанэҙың (япон. 平田 篤胤, 1776—1843) дини хеҙмәттәрендә, европа фәненә дошмандарса ҡараған ялҡынлы, томана Охаси Даюндзо әҫәрҙәрендә, кангакуся әҫәрҙәрендә һәм буддий ғалимдарында күренә. Беллетристикала беренсе тапҡыр, элекке быуаттарҙағы моногатариға оҡшатып тарихи нигеҙгә таянмаған, ә уйлап сығарылған фабулаға таянған әҫәрҙәр урын алған. Был йүнәлештәге беренсе яҙыусы — Санто Кёгэн (япон. 山東 京伝, 1761—1816), ә Кёкутэй Бакин (япон. 曲亭 馬琴, 1767—1848) замандаштарын эрудицияһы һәм бай фантазияһы менән таң ҡалдырған мул емешле автор иң ҙур дан менән файҙалана. Уның иң танылған әҫәре — «Хаккэндэн»; «Юмихари-дзуки» («Молодая луна»), «Мусобёэ-катёмоногатари» һ. б. аҙыраҡ билдәле, күпселеген аллегорик әҫәрҙәр.

Романсылар — Бакиндың замандаштары: Рютэй Танэхико (1733—1842), Сакитэй Самбо (1775—1822), Дзиппэнся Икку һ. б.

Хәҙерге заман әҙәбиәте (1868—1945)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сёгундар власы ҡолатылғандан һуңғы һәм император власын тергеҙеү Мэйдзи осоро япон әҙәбиәтендә микадо (император) резиденцияһын 1869 йылда Киотонан Токиоға күсереү менән бәйле, Токийский атамаһын йөрөтә. Был осорҙоң характерлы һыҙаты — европа Көнбайышының бөтә техник камиллаштырыуҙарын үҙләштереү закондарҙы яңынан ҡарауҙан, европа телдәрен — бигерәк тә инглиз телен өйрәнеүҙән, Японияла мәғарифтың шәп үҫешенән, Японияның Император армияһын һәм Император флотын, Японияның тимер юлын һ. б. булдырыуҙан башланған европа идеяларының өҫтөнлөклө йоғонтоһо. Япон йәштәре Европаға, бигерәк тә медицина буйынса уҡырға барған; Токиола сит ил телдәре мәктәбенә нигеҙ һалынған.

Фукудзава Юкити

Әҙәбиәттә реформаларға һыуһау һәм европа мәҙәниәтенә тиңләшеүгә ынтылыш иң тәҙә бигерәк тә европа фәне һәм тормошо менән таныштырған күп һанлы тәржемә ителгән һәм төп нөсхә әҫәрҙәрҙә сағылған. Европа идеяларын пропагандалаған танылған яҙыусыларҙың береһе — Фукудзава Юкити, «Европала эштәр торошо» китабының авторы. 1879 йылдар тирәһендә көнбайыш европа романдарының күп һанлы тәржемәләре донъя күрә, ә һуңынан милли художество ижадының да яңырыуы башлана. Иң тәүҙә ул яһалмалыҡҡа, публика элекке яратҡандарының Кёкутэй Бакин һ. б. кеше ышанмаҫлыҡ һәм йәмһеҙ тонына ҡаршы реакцияһында сағыла. Цубоути Сёё беренсе тапҡыр «Романдың асылы» (1885) әҫәрендә Бакинға киҫкен ҡаршы сыҡҡан[23], артабан европа әҙәбиәт принциптарын таратҡан «Васэда-бунгаку» журналына нигеҙ һалған, һәм написал «Беҙҙең заман студенттарының ғәҙәттәре» (1886) тигән реалистик роман яҙған[23]. Хәҙерге заман япон театрының яңыртыусыһы булараҡ — сингэки (япон. 新劇новая драма?), уның өсөн «Пилигрим» тип аталған (1916, 1926 й. ҡуйыла) беренсе оригиналь пьесаһын яҙған[23].

Судо Нансуи (япон. 須藤南翠, 1857—1920), прогрессив йүнәлештәге сәйәси романдар авторы, европа әҙәбиәте һәм тарихы белгесе. «Яңы типтағы дамалар» (1887) романында ул киләсәк Япония үҫешенең мәҙәни үрендә торған утопик картинаһын һүрәтләй. Героиня — азат, хөр фекерле ҡатын-ҡыҙ идеалы, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарын яҡлаған ҡатын-ҡыҙҙар клубтары эшмәкәре, ә профессияһы буйынса — һөт яратыусы (япондар вестернизацияға саҡлы һөт аҙығы ашамаған); ул сәйәсмәнгә кейәүгә сыға, кейәүе никахҡа фрак кейә һәм петлицаһына флёрдоранж сәскәһе таға. Роман һәйбәт тел менән яҙылған һәм тәнҡитселәрҙә уңыш ҡаҙанған.

Одзаки Коё

Ул замандың иң танылған һәм мул емешле япон романистары — Одзаки Коё[24] (япон. 尾崎 紅葉, 1903 йылда үлгән). Йыуаныс таба алмаған толдоң ҡайғыһын тасуирлаған «Күп хистәр, күп ҡайғы» (1896) романы популярлыҡ яулай. Ул инглиз теле тәьҫире тойомланған йәнле һөйләү телендә яҙылған. Инглиз-ҡытай-япон һҙҙәре хәҙерге Японияла ҙур ҡулланышта һәм япон матбуғаты лексиконын тәшкил итә.

Хәҙерге Японияның икенсе билдәле яҙыусыһы — Кода Сигэюки (япон. 幸田 成行, псевдонимы Рохан) Эдо сёгунаты урынлаштырылғанға тиклем Япониялағы ҡыйын хәлде һүрәтләгән «Хигэ Отоко» (япон. ひげ男, 1896) тарихи романының авторы.

Быуаттар сигендәге япон шиғриәте танканың элекке монотон формаларынан сигенергә маташҡан һәм европа шиғриәте принциптарын ҡулланып, яңы типтағы шиғырҙар булдырылған. Был йүнәлештә Токио университеты профессорҙары Тояма Масакадзу (япон. 外山正一?), Ятабэ Рёкити (япон. 矢田部良吉?) һәм Иноуэ Тэцудзиро (япон. 井上哲次郎?) эшләгән. Улар икеһе бергә 1882 йылда, танканан баш тартып, заман талаптарына яраҡлашҡан, йәғни яңы идеялар һәм тойғолар сағылдырыуға тура килмәгән иҫке тел менән яҙылмаған, ә, элек етди шиғриәткә артыҡ йәмһеҙ кеүек һаналған, ғәҙәти китап теле менән яҙылған яңы нагаута (оҙон шиғырҙар) тибын «Яңы стиль антологияһы» (япон. 新体詩抄Синтайсисё?) пропагандалаған. 5- һәм 7-ижекле юлдарҙың сиратлашыуы һаҡланған, ләкин, европа шиғриәте миҫалында, шиғырҙар хәҙер тигеҙ строфаларға бүленә. Темалар һайлағанда һәм яңы шиғриәттең дөйөм характерында европа өлгөләренең туранан-тура йоғонтоһо күренә. Япон телендә шиғырҙар уңышһыҙ рифмалап маташыу аҙымдары яһалған. "Синтайсисё"ла 19 шиғыр, уларҙың күп өлөшө (инглиз теленән) тәржемә ителгәгән һәм тик 5-һе күсереп алымаған төп нөсхәлә: йыл миҙгелдәренә бағышланған одалар, Камакура ҡалаһындағы Котоку-ин йәғни Будда һынына мөрәжәғәт иткән хәрби йыр һәм шиғырҙар. Нәшриәтселәр әйткән принциптар йәнле бәхәстәр сығарған һәм яңы йүнәлеш шағирҙары мәктәбен булдырған; уларҙан иң күренеклеһе — романсы Ямада. XX быуат башында япон шиғриәте элекке танка һәм хайку кеүек бәләкәй формаларҙы тулыһынса ташлай; күпселеген хыял тулы, оҙонораҡ һәм бәйләнешһеҙ, шиғырҙар яҙыла, мәҫәлән, был 1898 йылда сыҡҡан «Ханамомидзи» йыйынтығында (сәскәләр һәм көҙгө япраҡтар) күренә.

Таяма Катай

Япон әҙәбиәтендә романтизм Мори Огайҙың «Тәржемә ителгән шиғырҙар антологияһы»нда барлыҡҡа килгән (1889 й.) 1900-сө йылдар башында «Мёдзё» (япон. 明星утренняя звезда?) һәм «Бунгакукай» журналдарында[25] баҫылған Тосон Симадзаки һәм башҡа авторҙарҙың ижадында үҙенең юғары ҡаҙанышына еткән. Шулай уҡ ҡайһы бер романдар, шул иҫәптән «Бейеүсе ҡыҙ» (1890), «Ҡырағай ҡаҙ» (1911) һәи тарихи повестар «Окицу Ягоэмонаның үлер алдынан яҙған хаты» (1912), «Абэ ғаиләһе» (1913) һ. б. Мори Огай ҡәләменә ҡарай[26]. Йыш ҡына Огай менән сағыштырылған Нацумэ Сосэки — «Һеҙҙең күндәм хемәтсегеҙ бесәй» (1905) сатирик романы авторы, артабан йәшлеккә «Боттян» (һүҙмә-һүҙ «Мальчуган», 1906)[27]) һәм «Сансиро» (1908) хеҙмәттәрендә дан йырлаған. Һуңғараҡ яҙған хеҙмәттәрендә ул кеше тойғоларының трансцендентлығын һәм эгоизмын өйрәнгән: «Йөрәк» (1914) романы һәм уның һуңғы тамамланмаған «Яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ» (1916) романы.

Тәүге натуралистик әҫәрҙәр — Тосон Симадзакиҙың «Боҙолған васыят» (1906) һәм Таяма Катайҙың «Түшәк» (япон. 蒲団, 1907)[28]. Һуңғы әҫәр «эго-роман|ватакуси сёсэцу», йәки эгобеллетристика — яҙыусылар ижтимағи мәсьәләләрҙән ситләшәләр һәм үҙҙәренең психологик тороштарын һүрәтләйҙәр — кеүек яңы жанрға нигеҙ һалалар[29][30]. Яҙыусылар Кафу Нагаи, Дзюнъитиро Танидзаки, Котаро Такамура, Хакусю Китахара ижадында натурализмға антитеза булараҡ неоромантизм барлыҡҡа килгән һәм 1910-сы йылдар башында Санэацу Мусянокодзи, Наои Сиги һ. б. хеҙмәттәрендә дауам ителгән. Сигиҙың автобиографик һәм «үҙ-үҙеңдә ҡаҙыныу» стиле ҡайһы берҙә «ватакуси сёсэцу» тип классификациялана. Сосэки тарафынан юғары баһаланған Акутагава Рюноскэ интеллектуаль һәм аналитик йүнәлешендәге, шул иҫәптән «Расёмон» (1915) хикәйәһен яҙған, һәм 1910-сы йылдар уртаһында неореализмды сағылдырған.

«Сиракаба» берекмәһе ағзалары

Ул осорҙа япондарға рус әҙәбиәте лә әһәмиәтле йоғонто яһаған — «Сиракаба» әҙәби төркөмө билдәлелек яулаған (һүҙмә-һүҙ «Аҡ ҡайын»), уның ағзаларыс рус яҙыусылары, иң тәүҙә Лев Николаевич Толстой ижадына һоҡланған.

В течение 1920-се йылдар дауамында һәм 1930-сы йылдар башында Инэко Сата, Такидзи Кобаяси, Куросима Дэндзи һәм Юрико Миямото кеүек яҙыусыларҙы үҙ эсенә алған пролетар әҙәби хәрәкәте үҫешкән. Инэко Сата эшсе, крәҫтиәндәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙың һәм йәмғиәттең башҡа кәмһетелгән вәкилдәренең аяуһыҙ тормошо һәм уны үҙгәртеү маҡсатында барған көрәш тураһында яҙған.

Икенсе донъя һуғышы осоронда Японияла теленең матурлығы һәм тулҡынландырғыс мөхәббәт тарихтары менән билдәле булған бер нисә авторҙың, шулар араһында — Дзюнъитиро Танидзакиҙың һәм психологик фантастика оҫтаһы, Японияның тәүге әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Ясунари Кавабата дебюттары матбуғатта баҫылып сыҡҡан. Тацузо Исикава Нанкинға һөжүм итеүгә һәм уның өсөн барған ҡаты алышҡа шомланып ҡараған саҡта, Асихэй Хино һуғышты данлаған лирик бестселлерҙар яҙған. Куросима Дэндзи, Канэко Мицухару, Хидэо Огума һәм Дзюн Исикава һуғышҡа ҡаршы сығыш яһаған.

Һуғыштан һуңғы әҙәбиәт (1945—хәҙерге осор)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Атом бомбаһы әҙәбиәте» (япон. 原爆文学?) — Японияның Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларын атом бомбардировкаһына тотоу тураһында яҙған яҙыусыларҙың ижадын берләштергән әҙәби жанр

Японияның Икенсе донъя һуғышында тар-мар ителеүе япон әҙәбиәтенә тәрән йоғонто яһаны. Ризаһыҙлыҡ, маҡсатты юғалтыу һәм еңелеүгә баш эйеү күп авторҙар әҫәрҙәренең төп темаһына әйләнә. Һуғыштан һуңғы яҙыусыларының тәүге быуынына ҡараған Харуо Умэдзаки (япон. 梅崎 春生?) «Сакурадзима» хикәйәһендә Кюсю утрауының көньяҡ осонда, Кагосима ҡалаһынан йыраҡ түгел вулканлы Сакурадзима утрауында урынлашҡан базаһында хеҙмәт итеүсе Япония Император флотының өмөтө өҙөлгән һәм төшөнкөлөккә бирелгән офицерын һүрәтләй. Осаму Дадзаяның «Байыусы Ҡояш» (япон. 斜陽?) романы Маньчжоу-гонан ҡайтып килеүсе һалдат тураһында һөйләй. Сёхэй Оока үҙенең филиппин джунглиҙарында аҡылынан яҙған һуғыштан ҡасып йөрөгән дезертир япон һалдатын һүрәтләгән «Тигеҙлектәге янғын» (япон. 野火?) романы өсөн Ёмиури әҙәби премияһына лайыҡ булған. Юкио Мисима — нигилистик манералы яҙыуы менән билдәле һәм үҙ-үҙенә ҡул һалып (сэппуку) ғүмерен өҙгән шулай уҡ һуғыштан һуңғы атаҡлы яҙыусы. Нобуо Кодзиманың «Америка мәктәбе» хикәйәһе япон инглиз теле уҡытыусылары төркөмөнөң һуғыштан һуң төрлө ысул менән америка оккупацияһына ҡаршы көрәше тураһында бәйән итә.

1970-се һәм 1980-се йылдарҙың социаль һәм сәйәси аң кимәлен күтәрергә тырышыусы күренекле яҙыусылары иғтибарын интеллектуаль һәм әхлаҡи проблемаларға туплаған. Атап әйткәндә, Кэндзабуро Оэ 1964 йылда үҙенең иң билдәле әҫәре, «Шәхси тәжрибә» романы өсөн Японияның әҙәбиәт буйынса икенсе Нобель премияһы лауреаты була.

Кэндзабуро Оэ

1980-се йылдарҙа Мицуаки Иноуэ ядро быуаты проблемалары тураһында яҙһа, Сюсаку Эндо, видный представитель «Өсөнсө яңылар»ҙың күренекле вәкиле, рухи проблемаларҙы хәл итеү сифатында, феодаль Японияла католиктарҙың дини дилеммаһын, какурэ-кириситанды, һүрәтләй. Ясуси Иноуэ ҙа шулай уҡ Эске Азия һәм Боронғо Япония тураһындағы тарихи романдарында кеше яҙмыштарын оҫта һүрәтләү аша, үткән замандарға мөрәжәғәт итә.

Һуғыштан һуңғы яҙыусыларҙың икенсе быуынына ҡараған Кобо Абэ үҙенең 1960 йылда баҫылған билдәле — «Ҡомдарҙағы ҡатын-ҡыҙ» әҫәре аша танылыу ала. Ёсикити Фуруи («Интроверттар быуыны»на ҡарай) көндәлек тормоштоң ваҡ-төйәк мәшәҡәттәренә бирешергә теләмәгән ҡалала йәшәүселәрҙең ҡыйынлыҡтары тураһында психодрама яҙған. 1988 йылда Сизуко Тодо үҙенең заман ҡатынының психологияһы тарихын сағылдырған «Өлгөргән Йәй» әҫәре өсөн Сандзюго Наоки исемендәге премияға лайыҡ була. Кадзуо Исигуро, япон сығышлы британлы, «Көндөң ҡалған өлөшө» (1989) романы өсөн өҫтөнлөклө Букеров премияһы һәм әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты (2017), халыҡ-ара билдәлелек алды.

Харуки Мураками бөгөнгө көндә әҫәрҙәре иң уҡымлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы япон авторҙарының береһе. Уның сюрреалистик хеҙмәттәре Японияла, «хәҡиҡәти» әҙәбиәт буламы ул, әллә ғәҙәттәге популяр фантастикамы тигән ҡаты дебаттар тыуҙырҙы; уның иң ризаһыҙлыҡ белдергән тәнҡитселәре араһында Кэндзабуро Оэ бар. Муракамиҙың иң билдәле хеҙмәттәре араһында — «Норвег урманы».

Харуки Мураками

Шулай уҡ Банана Ёсимото танылыу алған хәҙерге заман яҙыусылары иҫәбендә, уның манга стилендәге яҙыуы 1980-се йылдар аҙағында, ижади карьераһы башында, бигерәк тә күп бәхәскә килтерһә, әлеге көндә уны үҙенә бер төрлө үҙенсәлеккә эйә һәләтле автор тип танынылар. Манга стиле — диалогтың тасуирлауҙан өҫтөнлөклөрәк булыуында; уның әҫәрҙәре мөхәббәткә, дуҫлыҡҡа һәм юғалтыу әсенеүҙәренә күп иғтибар тупла. Дебют әҫәре - «Кухня» (1988 йыл).

Манга — картиналарҙа һүрәтләнгән тарихтар, хикәйәләр киң таралып киткән[31]. Уларҙың сюжет спектры кеше ҡыҙыҡһыныуының бөтә өлкәләрен, урта мәктәпте, Япония тарихын, иҡтисад буйынса хеҙмәттәрҙе һ. б. биләй. 1980-се йылдар аҙағында баҫмаларҙың 20-нән алып 30 процентына тиклеме мангаға тура килгән, уның әйләнеше йылына 400 миллиард япон иенаһына ¥ еткән.

Мобиль телефондар менән ҡулланыусылар өсөн яҙылған мобиль әҙәбиәт XXI быуат башында барлыҡҡа килде. Был әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре, «Мөхәббәт күге» тигәндәре миллион баҫма күсермәлә һатыла, ә 2007 йыл аҙағында «мобиль романдар» иң эре фантастика һатыусы бишкә индерелде [32].

Үҙенсәлекле жанрҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вака — урта быуат япон шиғри жанры.
    • Танка — вака (япон. 和歌вака?, «Ямато йыры») жанрының бер төрө булған 31-ижекле биш юллы япон шиғри формаһы (япон феодаль лирик поэзияһының төп төрө).
    • Рэнга (япон. 連歌, «һүҙмә-һүҙ: берлектәге шиғри ижад») — боронғо япон поэзияһы жанры. Рэнга кәмендә ике строфанан торған (ку, япон. ); ғәҙәттә строфалар күпкә күберәк булған. Рэнгты «асыусы» беренсе строфа (5-7-5 ижектәр) назывались хокку тип аталған, тап ул үҙ ваҡытында япон 3-юллыҡтары үҙ аллы - хайку - жанрын барлыҡҡа килтереү нигеҙе булып хеҙмәт иткән.
  • Хайку (япон. 俳句) — япон лирик поэзияһының традицион әҙәби жанры - XIV быуаттан билдәле вака. Ул дәүерҙә хокку атамаһын йөрөткән был шиғриәт XVI быуатта үҙ аллы жанр бүлып бүленеп сыҡҡан; хәҙерге замандағы атамаһын XIX быуатта шағир Масаока Сики тәҡдим иткән[33]. Хайку ҡулланып яҙған шағир хайдзин тип атала (япон. 俳人). Был жанрҙың иң билдәле вәкиле булып элек тә, хәҙер ҙә шағир Мацуо Басё һанала.
  • Дзуйхицу (япон. 随筆, ҡылҡәләм эҙенән) — автор, «әҙәбиме» тип уйлап-нитеп тормай, башына был мәлдә нимә килә, шуны яҙа алған япон ҡыҫҡа проза жанры. Дзуйхицу кинәт иҫенә төшкән хәтирә, күрелгән көнкүреш ваҡиғаһын бәйән итеүе мөмкин. Дзуйхицу классикаһына Сэй Сёнагондың относятся «Записки у изголовья» (X быуат аҙағы), Камо-но Тёмэйҙың «Записки из кельи» (1153-1216), Ёсида Кэнконың «Записки от скуки» (1330 йыл тирәһе), Араи Хакусэкиҙың «Собирание и сжигание хвороста» (1716—1717 йй. тирәһе).
  • Моногатари — япон классик повесы, традицион япон прозаһы романы, эпопея менән сағыштырырлыҡ, киңәйтелгән хикәйәләү, тексында шиғриәт элементтары булған япон новеллалары йыйылмаһы.[34]
  • Манга — япон комикстары[35][36]
  • Ранобэ — төп маҡсатлы аудиторияһы — үҫмерҙәр һәм йәштәргә тәғәйенләнгән иллюстрациялы япон романдары.[37] «Light Novel» термины ингл. light (еңел, ябайлаштырылған) һәм novel (роман) тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан, һүҙмә-һүҙ «еңел роман» тигәнде аңлата һәм «васэй-эйго» миҫалы — инглиз һүҙҙәренән төҙөлгән япон теле термины булып тора. 1980-се йылдарҙан киң таралған.[37]
  • Эго-роман (Сисёцу]] — роман-көндәлек, «үҙең тураһында роман», роман-тәүбә итеү.[38]
  • Хентай — япон анимацияһы жанрҙары (аниме), комикстар (манга), шулай уҡ төп элементы уларҙың йөкмәткеһенә һалынған эротика йә порнография күренештәре һәм шуға ярашлы стилистикаһы булған жанрҙар.[39][40]
  • Рюка (окинава теле ру: ка 研究センタ; ja|琉歌; рю: ка) — рюкю шиғри жанры: ғәҙәттә «8-8-8-6» ижектәр структураһына эйә ҡыҫҡа хикәйә жанры. Рюканы ғәҙәттә окинава телендә ижад иткәндәр һәм сансин - рюкю музыкаһына эйәреп башҡарғандар (ата-баба - сямисэн)[41][42].
  1. Прасол, Александр Федорович. Генезис и развитие японского образования : VIII — начало XX вв. : диссертация доктора исторических наук : 07.00.03. — Владивосток, 2004. — С. 44
  2. Черевко, Кирилл Евгеньевич. «Кодзики» («Запись о деяниях древности»), VIII в., и становление японского письменно-литературного языка : диссертация доктора филологических наук : 10.02.22. — Москва, 2004. — С. 35
  3. Шарко, Марина Владимировна. Исследование политических процессов Японии : Традиции и современность : диссертация кандидата политических наук : 23.00.02. — Москва, 2004. — С. 14
  4. Habersetzer Gabrielle & Roland. Encyclopédie technique, historique, biographique et culturelle des arts martiaux de l'Extrême-Orient. — Amphora, 2004. — P. 380. — ISBN 2-85180-660-2.
  5. В частности, краевед Кунио Янагита полагает, что Хиэда был женщиной
  6. Nihon Koten Bungaku Daijiten: Kan’yakuban. Tōkyō: Iwanami Shoten. 1986. ISBN 4-00-080067-1.
  7. Kurano, Kenji; Yūkichi Takeda (1958). Nihon Koten Bungaku Taikei 1: Kojiki. Tōkyō: Iwanami Shoten. ISBN 4-00-060001-X.
  8. Yamaguchi, Yoshinori; Kōnoshi Takamitsu (1997). Shinhen Nihon Koten Bungaku Zenshū 1: Kojiki (in Japanese). Shōgakkan. ISBN 4-09-658001-5.
  9. Morris, I., The World of the Shining Prince; Court Life in Ancient Japan (Oxford: Oxford University Press, 1964) p. xiv.
  10. Jeffrey P. Mass The Origins of Japan’s Medieval World 1997 Page 441 "The "historical tale, « for example, is typically represented by the „four mirrors“ (shikyō) of history that begin to appear in the late Heian with the Ōkagami and continue into the Muromachi. „Military tales“ begin with accounts of the Hogen and ..»
  11. Оськина А. С. (НИУ ВШЭ, ИВ РАН, Россия) Отличительные особенности дневника «Идзаёи никки» монахини Абуцу (1221?-1283)(недоступная ссылка)
  12. Paul Varley. (1995). «Kitabatake Chikafusa», Great Thinkers of the Eastern World, p. 335.
  13. Iwao, Seiichi et al. (2002). 2-7068-1632-5&lr=&client=firefox-a#PPA1553,M1 Dictionnaire historique du Japon, p. 1553.
  14. Тайхэйки
  15. 15,0 15,1 15,2 Лим, 1999, с. 43: «Приверженцам китайской культуры кангакуся противостояли вагакуся или кокугакуся»
  16. Прасол, Александр Федорович. Генезис и развитие японского образования : VIII — начало XX вв. : диссертация доктора исторических наук : 07.00.03. — Владивосток, 2004. — 535 с.
  17. Лим, 1999, с. 46: «Хаяси, виднейший представитель кангакуся»
  18. «Chikamatsu Monzaemon.» Encyclopædia Britannica. 2006. Encyclopædia Britannica Online.
  19. Григорьева, Т. П. Японская художественная традиция. — Москва, 1979. «В XVIII в. издательство „Хатимондзия“ выпускало книги массовым тиражом. Это были повести о нравах в веселых кварталах, но они не оставили по себе памяти»
  20. Молодяков, 2004, с. 60: «окончательная политизация учения кокугакуха»
  21. Молодяков, 2004, с. 52: «её виднейших представителей Мотоори Норинага»
  22. Молодяков, 2004, с. 54: «Норинага получил наибольшую известность как текстолог и комментатор «Кодзики»»
  23. 23,0 23,1 23,2 Цубоути Сёё // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  24. Одзаки Коё // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  25. Сулейменова, Аида Мусульевна. Эволюция творчества Есано Акико в контексте развития японской романтической поэзии: диссертация кандидата филологических наук: 10.01.03. — Владивосток, 2004. — С. 39
  26. Мори Огай // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  27. Сулейменова, Аида Мусульевна. Эволюция творчества Есано Акико в контексте развития японской романтической поэзии: диссертация … кандидата филологических наук : 10.01.03. — Владивосток, 2004. — С. 60
  28. Санина, Ксения Геннадьевна. Запад и Восток в литературе японского неоромантизма : Творчество Нагаи Кафу и Танидзаки Дзюнъитиро: диссертация кандидата филологических наук : 10.01.03. — Санкт-Петербург, 2004. — С. 31
  29. Таяма Катай // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  30. «Ватакуси Сёсэцу» // Краткая литературная энциклопедия. Т. 9. — 1978
  31. Полякова, Ксения Владимировна. Становление семиотической системы американского комикса и японского манга : диссертация кандидата филологических наук : 10.02.20. — Санкт-Петербург, 2004. — 203 с.
  32. Goodyear, Dana. I ♥ Novels (22 декабрь 2008). 6 декабрь 2010 тикшерелгән.
  33. Higginson, William J. The Haiku Handbook, Kodansha International, 1985, ISBN 4-7700-1430-9, p.20
  34. [ Моногатари] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  35. MacWilliams, Mark W. Japanese Visual Culture: Explorations in the World of Manga and Anime. — M.E. Sharpe, 2008. — 352 с. — ISBN 978-0-76-561602-9.
  36. Иванов Б. А. Введение в японскую анимацию. — 2-е изд. — М.: Фонд развития кинематографии; РОФ «Эйзенштейновский центр исследований кинокультуры», 2001. — 396 с. — ISBN 5-901631-01-3.
  37. 37,0 37,1 Ҡалып:Книга:Thompson J.: The Complete Guide
  38. Fowler Edward. The rhetoric of confession : shishõsetsu in early twentieth-century japanese fiction. — 1. paperback printing.. — Berkeley: University of California Press, 1988. — ISBN 0-520-07883-7.
  39. Luther, Katherine. Hentai — Genre Profile (ингл.). About.com. Дата обращения: 3 ғинуар 2010. Архивировано 11 август 2011 года.
  40. Vermaak, Cara. Confessions of the Dyslexic Virgin: A Touch of Love. — AuthorHouse, 2006. — P. 407. — ISBN 978-1425953027.
  41. Ryuka
  42. Robert Garfias. The Okinawan Kunkunshi Notation System And Its Role In The Dissemination Of The Shuri Court Music Tradiotion // Asian Music. — Journal of the Society for Asian Music, 1993. — Vol. 25. — P. 117.
  • Япония/Литература // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Литература // В стране восходящего солнца : Очерки и заметки о Японии / [Соч.] Григория де-Воллана. — 2-е испр. и доп. изд. — Санкт-Петербург ; Москва : т-во М. О. Вольф, 1906 (Санкт-Петербург). — С. 396
  • Лим С. Ч. История развития системы народного образования Японии и политической борьбы за её демократизацию, вторая половина XIX в. - первая половина XX в.: диссертация доктора исторических наук. — Южно-Сахалинск, 1999.
  • Молодяков В. Э. Консервативная революция в Японии: политика и идеология : диссертация доктора политических наук. — Москва, 2004.
На русском языке
  • Астон В. Г. История японской литературы = A History of Japanese Literature / перевод В. Мендрина. — Владивосток, 1904.
  • Боронина И. А. Поэтика классического японского стиха (VIII—XIII вв.) М., 1978.- 373 с.
  • Боронина И. А. Классический японский роман. М., 1981.-294 с.
  • Бреславец Т. И. Теория японского классического стиха (X-XVII вв.) : учеб. пособие / под ред. С. С. Паскова. — Владивосток : Изд-во Дальневост. ун-та, 1984. — 116 с.
  • Бреславец Т. И. Литература модернизма в Японии : монография. — Владивосток : Дальнаука, 2007. — 255 с.
  • Горегляд В. Н. Японская литература VIII—XVI вв. — СПб.: Петербургское Востоковедение, 2001.
  • Григорьева Т., Логунова В. Японская литература. Краткий очерк. М., 1964.
  • Долин А. А. История новой японской поэзии в очерках и литературных портретах. В 4 томах. Т.1. Романтики и символисты. СПб.: Гиперион, 2007.- 416 с. [4] с. ил.
  • Долин А. А. История новой японской поэзии в очерках и литературных портретах. В 4 томах. Т.2. Революция поэтики. СПб.: Гиперион, 2007.- 320 с. [4] с. ил.
  • Долин А. А. История новой японской поэзии в очерках и литературных портретах. В 4 томах. Т.3. Грани модернизм. СПб.: Гиперион, 2007.- 288 с. [4] с. ил.
  • Долин А. А. История новой японской поэзии в очерках и литературных портретах. В 4 томах. Т.4. Танка и хайку. СПб.: Гиперион, 2007.- 416 с. [12] с. ил.
  • Долин А. А. Новая японская поэзия. М.: Наука. Главная редакция восточной литературы.1990.- 311 с. ISBN 5-02-016533-6
  • Долин А. А. Японский романтизм и становление новой поэзии. М., 1978.
  • Конрад Н. И. Очерки японской литературы. М., 1973.
  • Конрад Н. И. Японская литература в образцах и очерках. Репринтное издание. Автор послесл. Б. Л. Рифтин.- М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1991. (Библиотека отечественного востоковедения)- 562 с.
  • Курахара К. Статьи о современной японской литературе. М., 1959.
  • Логунова В. В. Писатель и время. Реализм и модернизм в японской литературе. М., 1961.
  • Мамонов А. И. Свободный стих в японской поэзии. М., 1971—192 с.
  • Рехо К. Современный японский роман. М., 1977.- 304 с.
  • Рехо К. Русская классика и японская литература. М., 1987.
  • Чегодарь Н. И. Литературная жизнь Японии между двумя мировыми войнами. М., 2004.- 222 с. ISBN 5-02-018375-X
  • «Япония в капле дождя», тематический номер журнала «Иностранная литература», № 2 за 2012 год.
На английском языке
  • Miner E. R., Odagiri H., and Morrell R. E., The Princeton companion to classical Japanese literature, Princeton, N.J. : Princeton University Press, 1985. ISBN 0-691-06599-3
  • The Cambridge History of Japanese Literature (инг.) / Edited by D. Lurie, H. Shirane, T. Suzuki. — Cambridge University Press, 2016. — 865 p. — ISBN 978-1-107-02903-3.

Ҡалып:Япония в темах

Ҡалып:Японский язык