Эстәлеккә күсергә

Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Яхина Аниса Алтынтимеровна битенән йүнәлтелде)
Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

11 май 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Стәрлебаш районы, Табылды ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1976-2013

Театр:

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ артисы (1993)

Яхина Әнисә Алтынтимер ҡыҙы (11 май 1952 йыл) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының нәфис һүҙ жанры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Яхина 1952 йылдың 11 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Табылды ауылында тыуған.

Өфө дәүләт сәнғәт институты театр факультетының «Театр һәм кино артисы» бүлеген тамамлай. Үҙенең ижад юлын 1976 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында нәфис һүҙ жанры артисы булып башлай. Әнисә Яхина филармонияла һәм республика кимәлендә үткән бик күп концерттарҙың алып барыусыһы булараҡ сығыш яһай, эстрадала ла, музыкаль-әҙәби лекторийҙа ла берҙәй ныҡышмал эшләй. Аҙағыраҡ Әнисә Яхина Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрен һәм башҡорт әҙәбиәте декадаларын, Татарстанда (Ҡазан) Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрен үткәреүҙә ҡатнаша. 2002—2005 йылдарҙа Әнисә Алтынтимер ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының сәнғәт бүлеген етәкләй.

Әнисә Яхина Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Әнғәм Атнабаев шиғырҙарына йөҙләгән концерт программалары — «Мин яратам һине, тормош», «Мин ғашиҡмын донъяға», Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» һәм Абдулхаҡ Игебаевтың «Ер-әсә» поэмаларына әҙәби кисәләр үткәрә. Салауат Низаметдиновтың музыкаһына Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестрына ҡушылып, Рәми Ғариповтың «Баш эйеү — 1937 йыл» поэмаһы буйынса монументаль поэтик представлениены башҡарыусы була. Концерт программалары менән республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарын урап сығыуҙан тыш, Мәскәү, Санкт -Петербург ҡалаларында, Төмән, Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында, Эстония, Ҡаҙағстан илдәрендә һәм Испания (1996) тамашасылары алдында сығыш яһай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]