Яшин Лев Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Яшин Лев Иванович
рус. Лев Иванович Яшин
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 22 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][…]
Тыуған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы[1][4]
Вафат булған көнө 20 март 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5] (60 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак желудка[d]
Ерләнгән урыны Ваганьково зыяраты[d]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө футболсы, хоккейсы
Командалағы уйын позицияһы ҡапҡасы[d]
Ҡушамат Чёрный паук һәм Чёрная пантера
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1971
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Спорт командаһы ағзаһы Динамо[d], Динамо (хоккей клубы, Мәскәү) һәм сборная СССР по футболу[d]
Ауырлығы 82 Килограмм[6]
Состояние здоровья ампутация[d]
Спорт төрө Футбол һәм Шайбалы хоккей
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по футболу 1970[d], Чемпионат мира по футболу 1966[d], Чемпионат мира по футболу 1962[d], Чемпионат мира по футболу 1958[d], Летние Олимпийские игры 1956[d], Чемпионат Европы по футболу 1960[d] һәм Чемпионат Европы по футболу 1964[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Буйы 189 сантиметр[6]
Commons-logo.svg Яшин Лев Иванович Викимилектә

Лев Ива́нович Я́шин (22 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][…], Мәскәү ҡалаһы[1][4]20 март 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[5] (60 йәш), Мәскәү ҡалаһы) — СССР футболсыһы, ҡапҡа һаҡсыһы, Мәскәүҙең «Динамо» футбол клубы һәм СССР йыйылма командалары өсөн сығыш яһай. 1956 йылда Олимпия чемпионы һәм 1960 йылда Европа чемпионы, 5 тапҡыр СССР чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). Полковник. 1958 йылдан КПСС ағзаһы .

ФИФА[7], МФФИИС[8], World Soccer, Football France һәм Placar версиялары буйынса XX быуаттың иң яҡшы ҡапҡасыһы[9][10]. Venerdì[11], Guerin Sportivo[12], Planète Foot[13] һәм Voetbal International версиялары буйынса XХ быуаттың иң яҡшы уйынсылары исемлегенә ингән[14]. Спорт тарихында «Алтын туп» алыуға өлгәшкән берҙән-бер ҡапҡасы. Донъя футболында уйындан сығыу һәм тотош штраф майсансығында уйынды яҡшы үҙләштергән тәүге ҡапҡа һаҡсыларының береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бала сағы, үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лев Иванович Яшин 1929 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙә, Богородское районында тыуа. Атаһы, Иван Петрович, юғары квалификациялы слесарь була[15], Тушинолағы оборона авиация заводында шымартыусы булып эшләй, әсәһе, Анна Митрофановна, «Красный богатырь» заводында эшләй . Яшиндар Анна Митрофановнаның ҡустылары һәм һеңлеләре менән бергә Миллионная урамындағы 15-се һанлы йортта бер ғаилә булып йәшәй. Лев Яшин бала саҡтан ихаталағы малайҙар менән туп тибә. Иртә яҙҙан көҙ һыуыҡтарына саҡлы көнө буйына, ҡараңғы төшкәнсе футбол уйнайҙар. Лев Иванович ошо уйындарҙа ҡапҡа һаҡсыһы тәжрибәһен туплай башлай ҙа инде[16]. Ҡышҡыһын ихатала туңдырылған боҙҙа туплы хоккей уйнайҙар. Футбол менән хоккейҙан тыш балалар араһында лапта, саңғы менән трамплиндан һикереү уйындары ла бик популяр була. Яшин бала сағындағы мауығыуҙарҙы шулайыраҡ хәтерләй: «Йығылып ҡул-аяҡ һыҙырыуҙар, тәндең күгәреүҙәре беҙҙе бейеклектән ҡурҡмайынса, аяҡта ныҡ баҫып торорға өйрәтте». Ошондай күнегеүҙәр уны ҙур спортта сығыш яһарлыҡ итеп әҙерләгән дә инде[17].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 11 йәшлек Яшин Подольск ҡалаһы янында йәйге каникул осорона ял итеү өсөн туғандарына ебәрелгән була. Иван Петрович эшләгән завод октябрҙә Ульяновск ҡалаһына эвакуациялана; бөтә ғаилә менән шунда күсенәләр, 12 йәшлек Леваға ла завод станоктарын бушатыуҙа ҡатнашырға тура килә[16]. 1943 йылдың яҙында Яшин слесарь өйрәнсеге булып атаһы эшләгән заводҡа эшкә төшә. Лев Яшин 16 йәшендә тәүге наградаһы — миҙалдар «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[15].

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яшиндар Мәскәүгә 1944 йылда ҡайта. Лев заводта эшләй һәм бөтә буш ваҡытын яратҡан уйынына арнай — Тушиноның йыйылма командаһында ҡапҡа һаҡсыһы була. 18 йәштә армия сафына алына. Хәрби хеҙмәте Мәскәүҙә үтә уның, бына ошонда уны «Динамо» (Мәскәү) футбол клубы тренеры А. И. Чернышёв күреп ҡала һәм йәш спортсыны клуб командаһына саҡыра. 1949 йылдың яҙында Яшин төп команданың өсөнсө һанлы ҡапҡа һаҡсыһы булып китә — Алексей Хомич менән Вальтер Санайҙың дублеры итеп тәғәйенләйҙәр[18]. Шул мәлдән алып Лев Яшин, 1971 йылда футбол карьераһы тамамланғансы, тик ошо клуб өсөн уйнай.

Спорт карьераһы башланғанда Яшин хоккей ҙа уйнай (1950—1953 йылдарҙа). 1953 йылда ул Хоккей буйынса СССР кубогын ала һәм, ҡапҡа һаҡсыһы булып уйнап, СССР чемпионаты призеры ла булыуға өлгәшә. 1954 йылғы хоккей чемпионаты алдынан хоккей буйынса СССР йыйылма командаһына кандидат була, ләкин футболға нығыраҡ иғтибар бүлергә ҡарар итә.

1950-се йылдар башында көйәрмәндәр «Юлбарыҫ» тип атаған Алексей Хомич "Динамо"ның төп ҡапҡа һаҡсыһы була. Тик 1953 йылдан башлап ҡына Яшин «Динамо» ҡапҡаларында беренсе урынды биләй башлай.

Лев Яшин үҙ клубы менән биш тапҡыр (1954, 1955, 1957, 1959 и 1963 годы) СССР чемпионы була һәм өс тапҡыр футбол буйынса СССР Кубогын яулауға өлгәшә.

1954 йылдан Яшин — СССР йыйылма командаһының ҡапҡа һаҡсыһы, был урында ул 78 матч үткәрә. 1956 йылда йыйылма команда менән Мельбурнда Олимпия уйындарында һәм 1960 йылда Европа Кубогы өсөн ярышта еңеү яулай.

1959 йылда «Торпедо» клубы өсөн өс иптәштәрсә матчта[19][20] уйнай.

Ул йыйылма командаһы составында өс тапҡыр футбол буйынса донъя чемпионаты финалында уйнай: 1958 йылда Швецияла, 1962 йылда Чилила һәм 1966 йылда Англияла. Донъя чемпионаттарындағы иң юғары ҡаҙаныштары — 1966 йылғы чемпионатта дүртенсе урын. Шулай уҡ 1970 йылда Мексикала үткән донъя чемпионатында өсөнсө ҡапҡа һаҡсыһы тип иғлан ителә, әммә уйындарҙа ҡатнашмай.

Игорь Нетто һәм Лев Яшин

1963 йылдың 23 октябрендә Лондонда, «Уэмбли» стадионында, Лев Яшин донъя йыйылма командаһы составында инглих футболының йөҙ йыллығына арналған «Йөҙ йыллыҡ матчында» Англияның йыйылма командаһына ҡаршы уйнай (2:1 иҫәбе менән матчта инглиздәр еңә; әммә Яшин ҡапҡаға бер генә тупты ла индермәй, икенсе таймда уны алмаштырған югослав Милутин Шошкич ике тапҡыр үҙ ҡапҡаһына туптың инеүенә юл ҡуя)[21]. Бөтә донъяла Яшинды йә «Ҡара ҡаплан» (ҡара ҡапҡа һаҡсыһы кейеме, йылдам хәрәкәте һәм акробатик һикереүҙәре өсөн), йәки «Ҡара үрмәксе» (оҙон ҡулдары өсөн) тип атайҙар[22].

1963 йылда Яшин Европаның иң яҡшы футболсыһы призын — «Франс-Футбол» аҙналыҡ гәзитенән «Алтын туп» яулай.

1971 йылдың 27 майында Мәскәүҙә В. И. Ленин исемендәге Үҙәк стадионда Лев Яшииндың футбол менән хушлашыу матчы була, унда бөтәһе 103 мең тамашасы ҡатнаша. Был матчта сборная клубов Бөтә Союз «Динамо» спорт йәмғиәте клубтарының йыйылма командаһы (матчта Мәскәү, Киев һәм Тбилиси футболсылары уйнайу) донъя «йондоҙҙары» йыйылма командаһына ҡаршы уйнай (был командала Эйсебио, Бобби Чарльтон, Герд Мюллер һәм башҡалар уйнай). Матч барышында Яшин үҙенең бирсәткәләрен 23 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы Владимиру Пильгуйға тапшыра (әммә Пильгуй аҙаҡ интервьюһында был фактты кире ҡаға)[21]. Матч 2:2 иҫәье менән тамамлана, ә Пильгуй артабан 11 йыл буйы "Динамо"ның ҡапҡа һаҡсыһы була.

Шул уҡ йылдың 31 авгусында Яшин тағы ла футбол яланына сыға; был юлы ул донъя «йондоҙҙары» йыйылма командаһы составында Италия йыйылма командаһына ҡаршы матчта ҡатнаша (матч йондоҙҙар файҙаһына 4:2 иҫәбе менән тамамлана)[23].

Рәсәйҙең почта маркаһы, 2015 йыл

Карьераһы тамамланғанға тиклем үк Л. И. Яшин Дәүләт үҙәк физик культура институты (Гцолифка) эргәһендәге тренерҙар мәктәбен тамамлай (1967 йылда). 1971 йылдан 1975 йылдың апреленә тиклем «Динамо» командаһы начальнигы. Йәш һәм талантлы футболсы тарҙан һуң, ҡайғы-хәсрәт менән футболсы А. Е. Кожемякиндың фажиғәһенән һуң Лев Иванович « әхлаҡи-тәрбиәүи эште йомшартыуҙа» ғәйепләнә. Ул «Динамо» йәмғиәтенең Үҙәк советына эшкә күсә: советтың хоккей һәм футбол бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй (1975 йылдан 1976 йылдың май айынан октябргә тиклем). Артабан СССР Спорт комитеты Футбол идаралығы начальнигының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары (1984 1976 йылдың октябренә тиклем), бер үк ваҡытта СССР Футбол федерацияһы рәйесе урынбаҫары була (1981 йылдан алып 1989 йылға тиклем). Тыуған йәмғиәте 1985 йылла «Динамо» йәмғиәтенә кире ҡайта һәм йәмғиәттең үҙәк советының тәрбиә эше буйынса өлкән тренеры вазифаһын башҡара[24]. СССР-ҙың икенсе йыйылма командаһында тренер булып эшләй һәм бер ни тиклем ваҡыт икенсе балалар командаһы тренеры була.

50 йәшенән һуң Яшиндың һул аяғында гангрена башлана, бик күп тәмәке тартыуы уны ошо сиргә юлыҡтыра. 1984 йылда уның аяғын ҡырҡалар. Операциянан һуң да тәмәке тартыуын ташламай. Марк Зайчик раҫлауынса, 1989 йылда, ветерандың йыйылма командаһы Израилгә барғанында Яшинға бушлай «бик яҡшы протез» эшләп бирәләр. Яшин Израилдә булған сағында Израиль йыйылма командаһының баш табибы Марк Росновский уға ярҙам итә[25].

1990 йылдың 18 мартында Лев Иванович Яшинға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ә ике көндән һуң, 20 мартта СССР-ҙың данлыҡлы спортсыһы вафат була һәм Ваганьков зыяратында ерләнә

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Банкыһының Лев Яшин һүрәтләнгән иҫтәлекле тәңкәһе. 2 һумлыҡ, көмөш, 2009 йыл

Ҡатыны — Валентина Тимофеевна;

Ҡыҙы — Ирина;

Ҡыҙы — Елена.

Яшиндың ейәне — Василий Фролов та (22 февраль, 1986 йыл) футболда ҡапҡа һаҡсыһы була: "Динамо"ның алмаш составында, Петербургтың «Динамо» һәм «Зеленоград» командаларында уйнай, 2009 йылда ҙур спортта карьераһын тамамлай. Физик культура уҡытыусыһы, аҙағыраҡ балалар футбол командаһы тренеры була. 2012 йылдың яҙында Рәсәй йәштәр беренселеге уйындарының ике матчында судья ярҙамсыһы була.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Команда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Динамо (хоккей клубы)

  • СССР Кубогын яулаусы: 1953
  • СССР чемпионатының бронза призеры: 1953

Динамо (Москва) (футбол клубы)

  • СССР чемпионы (5): 1954, 1955, 1957, 1959, 1963
  • СССР Кубогын яулаусы (3): 1953, 1967, 1970
  • СССР чемпионатының көмөш призер (5): 1956, 1958, 1962, 1967, 1970
  • СССР чемпионатының бронза призер: 1960

СССР йыйылма командаһы

  • Олимпия чемпионы (Мельбурн, 1956)
  • Европа кубагын яулаусы (Франция, 1960)
  • Европа кубогының көмөш призеры: 1964
  • Футбол буйынса донъя чемпионатының бронза призёры (4-се урын өсөн) (Лондон, 1966)
  • Победитель СССР Халыҡтары спартакиадаһында еңеүсе: 1956

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990)
  • Ленин ордены (16.09.60, 1990)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1971)
  • Көмөш Олимпия ордены (1986)
  • Хеҙмәттәре өсөн Алтын орден, ФИФА (1988)
  • «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» (1945)

Яшин әҙәбиәттә һәм фольклорҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яшиндың спорт талантын Владимир Высоцкий «Вратарь» йырында сағылдыра.

Вот судья противнику пенальти назначает —
Репортёры тучею кишат у тех ворот.
Лишь один упрямо за моей спиной скучает —
Он сегодня славно отдохнёт!

Роберт Рождественский «Года летят» шиғырын Яшинға арнап яҙа:

Я славлю
ощущение броска!
Года летят,
и каждый
как пенальти,
который ты возьмёшь
наверняка!

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Грозныйҙа Лев Яшин урамындағы йорттарҙың береһендәге яҙыу
  • 1997 йылда Мәскәүҙә «Лужники» спорт комплексында Яшинға һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. И. Рукавишников).
  • 1999 йылда Мәскәүҙә үҙәк «Динамо» стадионында һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. И. Рукавишников).
  • 2011 йылдың майында Грозныйҙың Косиор урамы Лев Яшин урамы тип үҙгәртелә.

Маркалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Монтсерраттың 2-шәр долларлыҡ 4 марканан торған блогы. Футбол буйынса 1994 йылғы Донңя чемпионатына (АҠШ) арнала. Маркаларҙың береһендә Л. И. Яшин портреты һүрәтләнгән..

Кинематограф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • х/ф «Лев Яшин. Вратарь моей мечты» (Рәсәй, 2019)

Яҙмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Яшин Л. И  Записки вратаря — М.: Правда, 1976. — 64 б. — (Библиотека журнала «Огонёк»).
  • Яшин Л. И  Счастье трудных побед — М.: Физкультура и спорт, 1985. — 208 б. — (Сердца, отданные спорту).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Яшин Лев Иванович // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. 2,0 2,1 Encyclopædia Britannica
  3. 3,0 3,1 Transfermarkt.com — 2000.
  4. 4,0 4,1 Czech National Authority Database
  5. 5,0 5,1 Брокгауз энциклопедияһы
  6. 6,0 6,1 https://academydinamo.ru/yashin/
  7. Мемориальная доска, посвящённая Льву Яшину, открыта в Москве. РИА Новости Спорт (2011-10-22). Тәүге сығанаҡтан архивланған 4 февраль 2012. 23 октябрь 2011 тикшерелгән.
  8. The World’s best Goalkeeper of the Century
  9. France Football’s Football Player of the Century
  10. Placar’s 100 Craques do Século
  11. Venerdi’s All-Time Top-100 (100 Magnifici)
  12. Guerin' Sportivo’s I 50 Grandi del Secolo by Adalberto Bortolotti
  13. Planète Foot’s 50 Meilleurs Joueurs du Monde
  14. Voetbal International’s Wereldsterren by Raf Willems
  15. 15,0 15,1 Венглинский, Ильинский, 2005
  16. 16,0 16,1 Валерий Гук. Держать удары Яшин учился в Богородском // Восточный округ (газета). — 2014. — № 40 за 14 ноября. — С. 11.
  17. Галедин, 2014
  18. Венглинский, Ильинский, 2005, с. 19
  19. ФК ТОРПЕДО МОСКВА - Форум. torpedom.ru. 17 сентябрь 2016 тикшерелгән.
  20. UK: SHEFFIELD WEDNESDAY vs MOSCOW TORPEDO SOCCER MATCH: SHEFIELD.. www.itnsource.com. 17 сентябрь 2016 тикшерелгән.
  21. 21,0 21,1 Есенин, 1983
  22. The path of the «Panther». BBC Sport (2002-04-09). 21 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  23. Есенин, 1983, с. 126
  24. Валентина Яшина: После матча Лев всегда меня спрашивал: «Ну, как я торчал?»
  25. Владимир Бейдер Наши против наших // Огонёк (журнал). — 2007. — № 45. — С. 29.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асаулов В. Ф.  Лев Яшин — русский гений — М.: Вагриус, 2008. — 368 б. — ISBN 978-5-9697-0471-8.
  • Венглинский Г. П., Ильинский М. М.  Лев Яшин: вратарь эпохи. Заметки и мнения современников — М.: Вече, 2005. — 160 б. — ISBN 5-9533-1007-2.
  • Винокуров В. И.  Лев Яшин: биографический очерк — М.: Книжный клуб, 1999. — 64 б. — (Память. Спорт как спорт). — ISBN 5-7717-0017-7.
  • Винокуров В. И.  Яшин, Платини, Беккенбауэр и Мюллер: биографические очерки — М.: Эксмо, 2009. — 288 б. — (Клуб 100 лучших футболистов мира). — ISBN 978-5-699-31147-7.
  • Галедин В. И.  Лев Яшин — М.: Молодая гвардия, 2014. — 301 б. — (Жизнь замечательных людей. Вып. 1462). — ISBN 978-5-235-03669-7.
  • Горянов Л. Б.  Новеллы о вратаре — М.: Советская Россия, 1973. — 192 б.
  • Есенин К. С.  Футбол. Сборная СССР — М.: Физкультура и спорт, 1983. — 208 б.
  • Соскин А. М.  Триумф без пощады. Лев Яшин сквозь фильтр времени — М.: Книжный клуб, 2004. — 111 б.
  • Соскин А. М.  Лев Яшин. За кулисами славы — М.: Алгоритм, 2007. — 413 б. — (Память). — ISBN 978-5-9265-0422-1.
  • Соскин А. М.  Лев Яшин. Блеск сквозь слёзы — М.: Алгоритм, 2009. — 384 б. — ISBN 978-5-9265-0710-9=.
  • Соскин А. М.  Лев Яшин. Легендарный вратарь — М.: Алгоритм, 2014. — 349 б. — (Легенды нашего спорта). — ISBN 978-5-4438-0705-8.
  • Авторский коллектив Российский футбол за 100 лет — М.: Грэгори Пейдж, 1997. — 724 б. — ISBN 5-900493-70-9.
  • Chris Whitfield BALLS! The Best European Football Nations — Sedbergh Publishing, 2012. — Б. 1. — 149 б. — ISBN 9781476439174. Архивная копия на Wayback Machine
  • Дитрих Шульце-Мармелинг Лев Яшин. «Я-легенда» — М: Э, 2018. — 400 б. — (Иконы спорта). — 3000 экз. — ISBN 978-5-699-97992-9.
  • Галедин Владимир Игоревич Лев Яшин. Вратарь нашей мечты — М: Молодая гвардия, 2018. — 320 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-235-04121-9.
  • Иванов Олег Николаевич Уроки Льва Яшина — М: Спорт, 2018. — 120 б. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9500180-6-0.
  • Асаулов Виктор Фёдорович Вратарь всех времён и народов — М, 2018. — 504 б. — 4000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]