Эстәлеккә күсергә

Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
2-се Башҡорт кавалерия полкы
Ғәмәлдә булған йылдары

19181919

Ил

Башҡортостан автономияһы

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Составында

Башҡорт айырым корпусы, Башҡорт корпусы

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Ә. Ә. Бейешев, Х. Ф. Әлишев

-

Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

Башҡорт хәрби советының 1918 йылдың 7 октябрендәге бойороғона ярашлы Башҡорт айырым ирекле кавалерия полкы булараҡ булдырыла. Полк составына 5 башҡорт ирекле отряды һәм Махсус тәғәйенешле команда инә.

1918 йылдың октябрендә үк 2-се Башҡорт кавалерия полкы тип үҙгәртелә. Полкка 6 эскадрон (1-се эскадрон — Бөрйән-Түңгәүер, 2-сене — Үҫәргән, 3-сө — Ҡыпсаҡ, 4-се — Ете ырыу, 5-се — Туҡ-Соран, 6-сы — Башҡорт хәрби советы ҡарамағындағы Махсус тәғәйенешле команда ирекле отрядтары) инә. 2-се башҡорт кавалерия полкы — доброволецтарҙан торған берҙән-бер регуляр башҡорт часы.

Полктың дөйөм составы яҡынса 1500 кеше тәшкил итә. 1918 йылдың ноябренә тиклем полк Башҡорт айырым корпусы составына инә, ул бөтөрөлөүҙән һуң Башҡорт хөкүмәте ҡарамағына күсә, декабрҙән — «Стәрлетамаҡ фронтының башҡорт көстәре» оператив хәрби төркөм ҡарамағында була.

1919 йылдың ғинуарында, Башҡорт корпусы тергеҙелгәндән һуң, полктың 2 эскадроны 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына, 4 эскадрон 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына индерелә. Башҡорт хөкүмәтенең һәм ғәскәрҙәрҙең Совет республикаһы яғына күскәненән һуң полк тарҡатыла.

1919 йылдың март айында Башҡорт корпусы һәм башҡорт халҡына ҡарата Ҡыҙыл Армия яғынан репрессиялар һөҙөмтәһендә 3-сө эскадрон аҡтар яғына сыға.

Граждандар һуғышы осоронда РККА частарына ҡаршы Аҡтүбә фронтында, Стәрлетамаҡ фронтында һуғыша, хәрби милицияның функцияларын үтәй.

1918 йылдың башында Башҡорт хөкүмәте ҡушыуы буйынса Әмир Ҡарамышев һәм Ғабдулла Иҙелбаев менән берлектә Бөрйән-Түңгәүер кантонына Башҡорт ғәскәренең I Башҡорт полкын ойоштороуҙа етәкселек итеү өсөн ебәрелә.

1918 йылдың 2 мартында С. М. Цвиллинг бойороғона ярашлы Баймаҡ эшсе-депутаттар советы вәкилдәре тарафынан Ғабдулла Иҙелбаев һәм Ғимран Мағазов һәм тағы ла унлап башҡорт яугирҙары, шул иҫәптән 5 поляк, ҡулға алына. Баймаҡ Советы эшселәре, бер нисә көн буйы, ҡыҙылдарҙың полкы килгәнсе, Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазовты туҡмап, төрлө мыҫҡыллауҙарға дусар итеп, һорау алалар. 1918 йылдың 7 мартында ҡыҙылдарҙың полкы башҡорт офицерҙарын, улар менән бергә ике полякты атырға тигән ҡарар сығара. Башҡорт офицерҙары ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем үҙҙәрен батырҙарса, ғорур тота.

1918 йылдың йәйендә Бөрйән-Түңгәүер кантоны халҡы, Башҡортостан автономияһы өсөн ҡорбан булған ҡаһарман башҡорт офицерҙарының исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәреп сыға.

1918 йылдың көҙөндә 2-се Башҡорт кавалерия полкына Ғабдулла Иҙелбаев исеме бирелә.

Полк командирҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ротмистр Ә. Ә. Бейешев (1918 йылдың октябренән),
  • ротмистр Х. Ф. Әлишев (1919 йылдың ғинуар-феврале),
  • Полк муллаһы — А. Хәмитов.