Эстәлеккә күсергә

Ғайсар

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғайсар

Ғайсар — башҡорт ир-ат исеме.

Ғайсар исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, ҡайнар шишмә; император тигән мәғәнәгә эйә[1].

Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы (1 ғинуар 1944 йыл) — хеҙмәт ветераны, 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.

Миңдеғолов Ғайсар Ғәйфулла улы (9 ғинуар 1992 йыл) — йырсы, музыкант.

Дәүләкән Ғайсаров (1786 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 18131814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашҡан.

Бикбалта Ғайсаров — хәрби эшмәкәр, хорунжий, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Ғайсаров Мирза Ҡолислам улы — Башҡорт атлы дивизияһының разведка взводы командиры, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның атаһы.

Ғайсаров Ғөзәйер Ғайсар улы (1914 йыл — 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Ғайсаров Артур Борхан улы — Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы рәйесе (2016).

Мусин Сәфәр Ғайсар улы (5 ноябрь 1948 йыл) — хеҙмәт ветераны, 19652007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районының почётлы гражданы.

Ғайсар (ауыл) — 1920—1930 йылдарҙа Һамар өлкәһе Быҙаулыҡ йылғаһы буйында, Байҡары руднигы ҡасабаһы янында урынлашҡан ауыл.

Ғайсар — Флорид Бүләковтың «Ҡыҙҙар ни өсөн илай» әҫәре геройы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ