Эстәлеккә күсергә

Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гөлсирә Ғиззәтуллина битенән йүнәлтелде)
Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 июль 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1] (67 йәш)
Тыуған урыны Бохара өлкәһе[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө журналист, яҙыусы, тәржемәсе
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғиззəтуллина Гɵлсирə Мирза ҡыҙы (4 июль 1957 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист, тəржемəсе. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы (1996) һәм СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты[2]. Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2022).

Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина (ҡыҙ фамилияһы Ғайсарова) 1957 йылдың 4 июлендә тыуған.

Был хаҡта әҙип үҙе түбәндәгеләрҙе яҙа:

« Үзбәкстандың Бохара ɵлкəһе Ҡаған ҡалаһында тыуғанмын. Атайым Мирза Ҡолислам улы Ғайсаров, Башҡорт атлы дивизияһының разведка взводы командиры, һуғышта алған ҡаты яралары уңалмағанлыҡтан, табиптар кəңəше буйынса шунда барырға мəжбүр булған. Ҡағанда улар əсəйем Наилə Мирхəбиб ҡыҙы менəн осрашҡан. Апайым Земфирə менəн ағайым Салауат, унан һуң мин шунда донъяға килгəнбеҙ. Əммə атайым сит яҡтарҙа ерһенə алмаған һəм Йəнсураға, Иҙәш ауылына ҡайтып, атаһы-олатаһы нигеҙендə тɵплəнергə хыялланған. Күсеп ҡайтып килгəн саҡта, Ырымбур вокзалында миңə бер йəш тулған һəм шунда атлап киткəнмен. Холҡомдағы илгиҙəрлек, бəлки, яҙмышымдағы ошо ваҡиғаға бəйлəнгəндер. Ожмахтағы һымаҡ матур, иркə бала сағым Иҙәш ауылында үтте. Шуға күрə, кендегем алыҫ яҡтарҙа ҡырҡылһа ла, йəнемдең тɵйəге итеп ошо бəрəкəтле тупраҡты һанайым. »

Һигеҙ йыллыҡ мəктəптəн һуң Гөлсирә Гиззатуллина белем алыуын Өфөләге 1-се интернат-мəктəпкə (бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) дауам итә һәм уны тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-рус бүлегенə уҡырға керә. 1979 йылда университетты тамамлағандан һуң «Совет Башҡортостаны» (һуңынан «Башҡортостан») гəзите редакцияһының əҙəбиəт, сəнғəт һəм мəҙəниəт бүлегендə əҙəби хеҙмəткəр, унан мәғлүмәт бүлеге мɵдире булып эшләй. Республиканың төп баҫмаһында журналист 18 йыл тырышып хеҙмәт итә, бай тәжрибә туплай. 1996 йылдан Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә балалар əҙəбиəте секторын етәкләй, унан нəфис əҙəбиəт редакцияһы мɵдире урынбаҫары була. 2002 йылдан артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген «Башҡортостан ҡыҙы» журналында дауам итә: баҫманың яуаплы сəркəтибе вазифаһын башҡара. Бынан һуң «Ватандаш» журналында бүлек мɵдире булып эшлəп алғас, ныҡлап əҙəби ижад һəм профессиональ рəүештə тəржемə менəн шɵғɵллəнеүгә күсә. Был йәһәттән, Голландияла булып, Амстердамдың Ирекле университетында тəржемə оҫталығын камиллаштырып ҡайта. Башҡортостан радиоһында һәм «Ашҡаҙар» радиоһында тапшырыуҙар алып бара.

«Ɵмɵтɵмдɵ ҡалдыр…» (1993), «Юл япрағы менəн тамсы»(1994), «Йɵҙ ҙə бер ғүмерем»(1997), «Күңел утрауы»(2003), «Тормош шау сəскəлə»(2006) китаптары авторы. Әҫәрҙәренә психологизм, ысынбарлыҡты фәлсәфәүи аңлау хас. Мәҫәлән, «Күңел утрауы» повесының төп темаһы — кешенең тормошта үҙ урынын табырға ынтылыуы. «Тормош шау сәскәлә» китабына ингән «Һәҙиә» романында, повестар һәм хикәйәләрендә ҡатын-ҡыҙҙың ҡатмарлы яҙмышы, бай эске донъяһы күрһәтелә.

Тәржемә өлкәһендә әүҙем эшләп, Гөлсирә Мирза ҡыҙы Эрнест Хемингуэйҙың «Ҡарт менəн диңгеҙ» әҫәрен («Демиург» нəшриəте, 2001), 4 томлыҡ «Башҡорт халыҡ сəнғəте» («Демиург» нəшриəте, 2002) һəм бик күп хикəйəлəрҙе башҡортсаға тəржемə итте. Күп йылдар рəттəн республика журналдары һəм гəзиттəренең лауреаты булды, «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдары һəм «Йəшлек» гəзите үткəргəн хикəйəлəр конкурстарында призлы урындар яуланы.

«Һəҙиə» əҫəре 2005 йылда башҡортса иң яҡшы роман тип табылды. «Тормош шау сəскəлə» китабы 2008 йылда «Иң яҡшы йыл китабы» исеменə лайыҡ булды.

2008 йылда ул тɵрки донъяһының мəшһүр ғалимы Мəхмүд Ҡашғариҙың тыуыуына 1000 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара хикəйəлəр конкурсының региональ этабында беренсе урын алды[2]. Уның «Тɵшлɵктəге тɵш» хикəйəһе был конкурста еңеүсе булған əҫəрҙəр йыйынтығында тɵрɵк телендə донъя күрҙе.

2022 йылда әҙип Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды[3].

  • Ɵмɵтɵмдɵ ҡалдыр...: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1993. — 192 бит.
  • Юл япрағы менəн тамсы: Балалар өсөн повесть. — Өфө: Китап, 1994. — 20 бит.
  • Йɵҙ ҙə бер ғүмерем: Хикәйәләр, новеллалар, тарихи хикәйәт. — Өфө: Китап, 1997. — 304 бит.
  • Күңел утрауы: Повесть, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2003. — 102 бит.
  • Тормош шау сəскəлə: Повестар, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2006.
  • Йәннәт һулышы: Повесть. — Өфө: Китап, 2011.
  • Йәшәргә ваҡыт: Повестар, хикәйәләр һәм эсселар. — Өфө: Китап, 2012.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фазыл Искәндәр исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты (2022).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
  • Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.
  • Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабы еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты[2].
  • Романов В. В поиске смысла жизни (К юбилею башкирской писательницы Гульсиры Гайсаровой-Гиззатуллиной) — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 4 июль[4].
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.