Ҙаһир һәм батин
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҙаһир (ғәр. الظاهر — асыҡ, күренеп торған) һәм батин (ғәр. الباطن — йәшерен) — ғәрәп-мосолман философияһының ике фундаменталь төшөнсәһе. «Ҙаһир-батин» моделе дөйөм теоретик парадигма булып хеҙмәт итә. Улар реаль һәм вербаль өлкәләрҙә айырыла ала.
Төшөнсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батин һүҙе әйберҙәр өсөн асыҡтан-асыҡ ҡабул ителгән сифаттар йәки ваҡиғалар менән күрһәтелһә, ҙаһир — тауыш йәки график тышлыҡ тигән мәғәнәне аңлата. Ҙаһирҙы ла, батинды ла бер-береһенән айырып, хәҡиҡәт итеп ҡарарға ярамай [1].
Ғәрәп-мосолман даирәһендә Ҙаһири мәҙһәбкә кире ҡараш күҙәтелә, сөнки улар бары асыҡ күренеп торғанды өҫтөн күрә һәм Ҡөрьәндә һәм сөннәт аңлатмаларында йәшеренгә күсеүҙең тиң хоҡуҡлы булыуын танымай; йәшерен яҡты асыҡ яҡҡа ҡарағанда ҡиммәтерәк тип ҡарарға мөмкин тип иҫәпләгән батиниҙарға ла шундай уҡ мөнәсәбәт[1].
Ислам дине тәғлимәтендә ҙаһир һүҙе менән асыҡ, аныҡ һәм теп-теүәл мәғәнәне аңлатҡан илаһи асылыштарҙы (нәссәләрҙе) билдәләйҙәр [2].
Исемдәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттары (әсмә әл-хөснә) теҙмәһендә әҙ-Ҙаһир һәм Әл-Батин исемдәре лә бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 А. В. Смирнов, 2010
- ↑ Али-заде, А. А. Захир // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Явное / А. В. Смирнов // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |