Ҙур ала тумыртҡа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур ала тумыртҡа
Самка с добычей
Самка с добычей
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Dendrocopos major (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svgen:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 141705
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Ҙур ала тумыртҡа (рус. Большой пёстрый дятел, лат. Dendrocopos major)- тумыртҡалар ғаиләһендәге ҡош. Ҙур сыбар тумыртҡа, туҡран, туҡыртма. Сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Ҡара ҡанаттарында аҡ һыҙыҡтар бар, һырты ҡара. Кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ. Түбәһе һәм ҡойроҡ аҫты сағыу ҡыҙыл. Суҡышынан аҫҡараҡ төшкән ҡара һыҙыҡ, ике ;яҡтан килеп, елкәһендә тоташа. Ваҡ ала тумыртҡанан байтаҡ ҙур.

Тауышы яңғырауыҡлы әсе: «кик-кик-кик».

Урманда йәшәй. Ағастағы бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—6 бөртөк аҡ йомрртҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырын, ҙур файҙа килтерә.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гладков Н. А., Дементьев Г. П., Михеев А. В., Иноземцев А. А. Жизнь животных. — М.: Просвещение, 1970. — Т. 5. Птицы. — С. 445—447.
  • * Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90