Эстәлеккә күсергә

Ҡылым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡылым таблицала

Ҡылым — үҙ аллы һүҙ төркөмө. Ниндәй ҙә булһа заттың, предметтың, эшен, хәрәкәтен йә торошон белдергән һүҙҙәр ҡылым тип атала. Ҡылымдар нимә(ни) эшләй, нимә(ни)эшләне, нимә(ни) эшләй ине, нимә(ни) эшләй торғайны, нимә(ни) эшләр тигән һорауҙарҙың береһенә яуап була: Дәрес бара. Имтихандар башланды. Атай иртәгә әйтер. Бөтәһен дә һөйләп бирәсәкмен.[1]

Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә ҡылым заман менән үҙгәрә: хәҙерге заман, үткән заман, киләсәк заман.

Хәҙерге заман эш-хәрәкәттең хәҙерге ваҡытта эшләнеүен йә эшләнмәүен белдерә: бара, әйтеп тора, ултыра, һөйләй, тыңламай.

Үткән заман эш-хәрәкәттең һөйләү ваҡытына тиклем булғанлағын, эшләнгәнлеген- эшләнмәгәнлеген аңлата: һөйләне, яҙған, әйткәйне, ултырған ине, торғайны, ҡайтманы.

Киләсәк заман эш-хәрәкәттең, хәлдең һөйләү ваҡытынан һуң эшләнәсәген, буласағын йәки булмаясағын белдерә:әйтер, һөйләр, әйтәсәк, әйтмәйәсәк.

Ҡылымдарҙың затта һәм һанда үҙгәреше:


Зат Берлектә Күплектә
1-се зат килде киләбеҙ
2-се зат барғандар киләһегеҙ
3-сө зат эшләйәсәк эшләйәсәктәр

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә ҡайһы бер ҡылымдар ике төрлө ҡулланыла:

1. үҙенең мәғәнәһендә, йәғни үҙ аллы;

2. ярҙамсы мәғәнәлә. Телмәрҙә үҙенең төп мәғәнәһендә ҡулланылған ҡылым үҙ аллы ҡылым тип атала.

Үҙ аллы ҡылымға эйәреп, ул бедергән эш-хәрәкәттең биҙәктәрен, торошон, нескәлектәрен аңлатҡан ҡылым ярҙамсы ҡылым тип атала.

Әсәйемә хат яҙҙым — Урамда ҡолай яҙҙым.

Иртәгә иртә кил — Һин дәрескә бара тор.

Бишектә бала ята. — Беҙгә кемдер килә ята.

Килтерелгән миҫалдарҙа яҙҙым, ята, тор ҡылымдары үҙ аллы һәм ярҙамсы мәғәнәлә ҡулланылған.

Ярҙамсы ҡылымдар үҙ аллы ҡылымдар менән бергә һөйләмдең хәбәре булып килә һәм зат менән үҙгәрә.

1-се зат һөйләп тор инем

2-се зат һөйләп тора инең

3-сө зат һөйләп тора ине.

Тамыр һәм нигеҙ ҡылым

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә тамыр һәм нигеҙ ҡылымдар була. Яһаусы ялғауы булмаған, тамырҙан ғына торған ҡылым тамыр ҡылым тип атала.

Ҡылым яһаусы ялғауҙар ярҙамынды башҡа һүҙ төркөмдәренән(исем, сифат, рәүеш, ымлыҡ, оҡшатыу һүҙҙәренән) яһалған ҡылым нигеҙ ҡылым тип атала: баш- башла, ҡуйы- ҡуйырт, шәп- шәбәй, күп, күбәй, гөж- гөжөлдә, ух- ухылда.

Ҡылым һөйкәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә ҡылымдың дүрт һөйкәлеше бар

Бойроҡ һөйкәлешендәге ҡылым ниндәйҙер бер эште, хәрәкәтте башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә: Дәрес әҙерлә. Балаларҙы уят. Иртә тор.

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары түбәндәге мәғәнәләрҙе аңлата: 1. Ғәҙәти бойороу: барығыҙ ҙа килегеҙ, бергәләп уйнағыҙ, ишекте асмағыҙ.

2. Ҡаты бойороу: тор, күҙемә күренмә. Уйлап торма. Барып йөрөмә.

3. Рәсми бойороуҙы: Ҡыр эштәрендә барыһы ла ҡатнашһын.

4. Үтенес: әйтегеҙ инде, кил инде, бир инде.

Бойроҡ һөйкәлеше ҡылымдары зат, һан менән үҙгәрә, барлыҡ- юҡлыҡта килә ала. Заман менән үҙгәрмәй. Бойроҡ һөйкәлешенең 1-се заты булмай.

Хәбәр һөйкәлеше эш хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә: Уҡыған, әйтә, белә, һөйләй торғайны. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары үткән, хәҙерге. киләсәк замандарҙа килә.

Башҡорт телендә шарт һөйкәлеше ниндәйҙер бер эш -хәрәкәттең үтәлеүенә икенсеһенең шарт булып килеүен белдерә. Килһә, апайыңдарға шылтыратырбыҙ. Күп көлһәң, иларһың.

Башҡорт телендә теләк һөйкәлеше эш-хәрәкәтте башҡарырға теләүҙе йәки үтәргә саҡырыуҙы белдерә.

Ҡылым төркөмсәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡылымдар эшләнгән эштең исемен, сифатын, ваҡытын, рәүешен, сәбәбен, эште эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәклеген белдереп тә киләләр. Ошо мәғәнәләре буйынса башҡорт телендә ҡылымдың түбәндәге төркөмсөлөре бар: исем ҡылым, сифат ҡылым, уртаҡ ҡылым. хәл ҡылым.

Башҡорт телендә эш-хәрәкәттәр, хәл-тороштар аталып та йөрөтөлөргә мөмкин. Ул исем ҡылым тип атала. Тимәк. исем ҡылым эш-хәлдең, хәрәкәттең исемен белдерә. Ул нимә, ни эшләү һорауына яуап бирә: Көн дә йәйәү йөрөү(нимә? ни эшләү?)арытты. Башҡа барыу (нимә? ни эшләү?) булмаҫ.

Исем ҡылымдар тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыу, -еү, -оу,-өү, -у, -ү ялғауҙары ҡушылыуҙан яһала: килеү, эшләү, ҡайтыу, башлау, һуғыу, көлөү, бороу һ. б.

Эйәлек заты менән үҙгәреше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исем ҡылымдар эйәлек заты һәм килеш менән үҙгәрәләр, күплек ялғауҙарын да ҡабул итәләр.

Уртаҡ ҡылым зат менән үҙгәрмәй һәм эш-хәрәкәттең барышын сағылдыра. Уртаҡ ҡылым формалары, ярҙамсы ҡылымдар менән бергә килеп, эш-хәрәкәттең, тороштоң маҡсатын белдерә. Уртаҡ ҡылым менән бәйләнешкә ингән һүҙҙәр тейешлек, теләк, ниәт, йөкмәтеү, бойороу, саҡырыу, мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек кеүек мәғәнә биҙәктәрен сағылдыра. Һөйләмдә ул күбеһенсә маҡсат хәле функцияһын үтәй, бер составлы инфинитив һөйләмдәрҙең төп киҫәге булып сығыш яһай. Уртаҡ ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымдарға -рға, -ргә (башҡа фонетик варианттары менән) аффиксы ҡушылып яһала. Йәнле һөйләү телендә -ыр, -ер, -р аффикслы ҡыҫҡа вариант та йыш ҡулланыла: эшләр кәрәк, йөрөр кәрәк, йөрөр булғас; Бөгөн уйынға сығыр булғас, егеттәр үҙ-ара өсәр-бишәр тин аҡса йыйып, Ғәлимйән купецтың лавкаһынан керәндилдәр килеп алып киттеләр. (Ж. Кейекбаев.)

Башҡорт телендә дүрт төрлө затһыҙ ҡылым бар. Уларҙы ҡылым төркөмсәләре тип йөрөтәләр: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Зат менән үҙгәреүсән ҡылымдар һымаҡ уҡ уларға барлыҡ-юҡлыҡ, күсемлелек һәм күсемһеҙ лек, йүнәлеш һәм күләм категориялары хас, тик зат, һан менән үҙгәрмәйҙәр; сифат ҡылымдың заман формалары бар. Сифат ҡылым тип зат менән үҙгәрмәй торған һәм үҙендә ҡылымдың да, сифаттың да билдәләрен туплаған ҡылым формаһы һанала. Сифат ҡылым билдәле бер ваҡыт (үткән, хәҙерге, киләсәк замандарҙа) эсендә предметтың, заттың эш-хәрәкәт ағышын сағылдырыуы менән ҡылымға ҡараһа, шул уҡ заттың хәрәкәт яғынан билдәһен белдереүе менән сифатҡа яҡын тора.

Сифат ҡылым түбәндәге формалар һәм категорияларға эйә: 1) күсемлелек-күсемһеҙлек: а) яҙышыуын туҡтатҡан кеше, б) экскурсиянан -ҡайтыусы уҡыусылар һүҙбәйләнештәрҙең беренсеһендә — күсемле, икенсеһендә күсемһеҙ ҡылым сифат ҡылым функцияһын башҡара;

2) йүнәлеш: уҡылған әҫәр, әйткән һүҙгә һөйөнгән бала; өй эшләшкән өмәсе, килешелгән эш;

3) ҡылым рәүешлеге: урамда уйнап йөрөгән бала, йырлап ебәргән һәүәҫкәр, һөйләп бөткән һүҙ, бер аҙ уҡыштырылған китап.

4) мөмкинлек-мөмкин түгеллек: йөрөй алған ауырыу, йөрөй алмаған ауырыу;

5) -ма, -мә ялғаулы юҡлыҡ формаһы: дәрестә уҡымаған бала, дәресте уҡыған бала;

6) килеш менән башҡарыу: ҡаланан килгән ярҙам, ҡалаға килгән уҡыусы, ҡалала уҡыған студент.

Сифат ҡылым сифаттың түбәндәге грамматик үҙенсәлектәренә эйә: 1) предметтың һәм заттың билдәһен белдерә: комбайнда эшләгән кеше; киләһе йыл уҡыясаҡ бала, был яҡ ярҙа тороусы кешеләр;

2) Сифаттар кеүек үк исем урынында ҡулланылғанда исем вазифаһын башҡара: килеш менән үҙгәрә, һөйләмдең эйәһе, тултырыусыһы булып та, хәбәр составында ла килә ала: Бөтәбеҙҙе лә халыҡ һайлап ебәргән. Беҙ уларҙың ҡушҡанын үтәйбеҙ. (Ғ. Ибраһимов.) 3) Сифат ҡылымдың төп вазифаһы — һөйләмдә аныҡлаусы булып килеү: Ғинуар айында һыуыҡтар бик көслө булды бит: өшөп килгән Ҡансыуаровҡа колхозсының йылы өйө бик килешеп ҡуйҙы. (С. Агиш.) Үткән заман сифат ҡылым предметтың, заттың үткәндәге һөйләү моментына тиклем булған эшмәкәрлеге буйынса билдәһен белдерә һәм һөйләмдә аныҡлаусы вазифаһын башҡара, -ған, -гән, -ҡан, -кән ялғауҙары менән яһала. Мәҫәлән: "Шулай ҙа эҫе була икән ул күңелгә тыуған-үҫкән ер, « — ағай кеше быныһын ололарса һиммәт менән бер килке хисләнеп шым торғандан һуң әйтте. (С. Шәрипов.) Хәҙерге заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -ыусы, -еүсе, -усы, -үсе (төрлө фонетик варианттарҙа) ялғауы ҡушылып яһала: йыуыусы, йыйыштырыусы, уҡыусы, эшләүсе, ярҙамлашыусы, ярҙам итеүсе һ. б. Киләсәк заман сифат ҡылым нигеҙҙә өс төрлө формала була. Беренсе форма нигеҙ һәм тамыр ҡылымға -ыр, -ер, -ор, -өр, -р аффикстары, юҡлыҡ формаһы -маҫ, -мәҫ ялғауы ҡушылып яһала: Хәҙер бына һырға һабағы алып, килен булырға әҙерләнеп йөрөр сағы ла бит, ул рәхәтләнеп уҡып тик йөрөй. (Һ. Дәүләтшина.) Сифат ҡылымдың икенсе формаһы нигеҙ йәки тамыр ҡылымға -асаҡ, -әсәк һәм -ясаҡ, -йәсәк ялғауҙары ҡушылып яһала: Мәскәүгә осасаҡ самолет, Стәрлетамаҡҡа китәсәк машина һ. б. Сифат ҡылымдың был формаһының мәғәнә үҙенсәлеге шунда, ул аңлатҡан эш-хәрәкәт киләсәктә мотлаҡ үтәләсәк. Өсөнсө форма киләсәк заман сифат ҡылым тамыр йәки нигеҙ ҡылымға -аһы, -әһе, -йһы, -йһо, -йһе, -иһә аффикстары ярҙамында барлыҡҡа килә: Йыуатаһы, кәңәш итәһе урынға Әмир уны рәнйетте. (Х. Ғиләжев.) Бараһы ер хәтһеҙ бит әле. — Саҡыраһы кешеләр бар, ҡәйнеш ҡайтыуға ик-өс өйлө ҡунаҡ йыйырбыҙ, тип еңгәң дә йомартланырға уйлай. (С. Шәрипов.)

► Хәл ҡылым зат, һан менән үҙгәрмәй, һәм ул икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эш-хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен сағылдыра. Семантикаһы, грамматик һыҙаттары яғынан ул үҙендә ҡылым менән рәүеш билдәләрен берләштерә. Мәҫәлән: Бәләкәс кенә 'ҡураныс -ҡына әҙәм аяҡ баҫҡан һайын ҙурая, оҙоная, мыҡтылана бара, имеш; уны ер ҙә тартмай, күк тә баҫтырмай, йәш сағындағы һымаҡ атлай-йүгерә талпынып килә. (М. Кәрим.) Хәл ҡылымға хас булған ҡылым билдәләре: а) мәғәнәһе менән предметтың эшмәкәрлек процесын белдерә: Һин ҡайтҡансы бында матур-матур йырҙар сығарып торҙолар бит әле. (М. Кәрим.) б) юҡлыҡ формаһының -ма, -мә ялғауы ҡушылыуы: Йәмғи, әйткәнде лә көттөрөп тормайынса, гәзит башын күтәреп, уға ҡарап торған Фәтих янына барып ултырҙы. (Х. Ғиләжев); Хәл ҡылымға рәүеш үҙенсәлектәре лә хас: а) икенсе бер эш-хәрәкәттең, тороштоң башҡарылыу рәүешен сағылдыра: Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә. (Мәҡәл.) Уны (Баҙлый ҡартты) тимерлеккә йәки малсылыҡ фермаһына ҡуйһалар, ул үзенең егәрлелек стихияһына бирелеп, бөтә күңелен һалып эшләр. (Б. Бикбай); б). күләм категорияһының рәүештәрҙә була торған төрлө дәрәжә яһаусы аффикстарҙың булыуы: Хәким: „Дә-ә, тыуып уҫкән ер…“ — тип һүҙен теүәлләй биреберәк ҡуйҙы ла муйыл курепте ығыштыра-ығыштыра аяҡтарын боҙлауыҡлы тапандыға әйләнгән ҡарға терәне. (С. Шәрипов.) Уларҙың аяҡ аҫтынан тиерлек үҙ өшәләктәренә боҫҡан ҡуяндар сығып ҡасты, туғайға еткәсерәк бер төлкө шырлыҡҡа инеп китте. (Ғ. Ибраһимов); в) рәүештәр һымаҡ морфологик категорияларҙың береһе менән дә үҙгәрмәүе; шулай ҙа айырым ситуацияларҙа хәл ҡылым күплек ялғауын ҡабул итеүе мөмкин. Мәҫәлән: Рәйес итеп һайлагастары, ҡайҙан белгәндәр, иртәгеһенә ук килеп етте. (Ә. Вәхитов.)

Ҡылым йүнәлештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Төп йүнәлеш эш-хәрәкәтте башҡарыусының үҙе эшләүен йәки эшләмәүен белдерә.

2. Ҡайтым йүнәлеше эш-хәрәкәттең башҡарыусыға йүнәлеүен, ҡайтыуын аңлата.

3.Төшөм йүнәлеше ҡылым белдергән эш-хәрәкәттең билдәһеҙ бер зат йәки предмет тарафынан эшләнеүен белдерә.

4. Йөкмәтеү йүнәлеше берәй эш-хәрәкәтте башҡа кешегә ҡушыуҙы, йөкмәтеүҙе аңлата.

5. Уртаҡлыҡ йүнәлеше ҡылым белдергән эш-хәрәкәттең ике йәки бер нисә кеше тарафынан бергә эшләнеүен йәки уларҙың бер- береһенә ярҙамлашыуын белдерә.

Йүнәлештәр Ялғауҙар Миҫалдар
Төп йүнәлеш - ҡайтыу, һаҡлау
Ҡайтым йүнәлеше -н; -ын, -ен һаҡла-н-ды
Төшөм йүнәлеш -л; -ыл, -ел. Һаҡла-л-ды
Уртаклыҡ йүнәлеше -ш; -ыш, -еш Һаҡла-ш-ты
Йөкмәтеү йүнәлеше -т; -дыр, -дер, -тер, -тыр, -һәт Һаҡла-т-ты

► Арауыҡ һәм ваҡыт эсендә ҡылымдан аңлашылған эш-хәрәкәттең, тороштоң, хәлдең башҡарылыу дәрәжәһен күбәйтеү йәки әҙәйтеү, дауамлы булыу йәки бөтөү, бер йәки бер нисә ҡабат эшләнеү йәһәтенән күрһәтеүсе ҡылым формаларын „кылым күләмдәре тип йөрөтәләр. Хәҙерге башҡорт телендә ҡылым күләмдәре нигеҙҙә ике төрлө юл менән яһала: синтетик (йәки морфологик) юл һәм аналитик (синтаксик) юл. Синтетик юл менән яһалғанда, нигеҙ йәки тамыр ҡылымға айырым аффикстар ҡушыла: килгеләү (ҡабатланған эш-хәрәкәт), китеңкерәү (көсәйтелгән эш-хәрәкәт). Аналитик юл менән яһалғанда, төп мәғәнәне белдереүсе теге йәки был ҡылымға ярҙамсы ҡылым вазифаһын башҡарыусы икенсе бер ҡылым ҡушылып килә, һәм ул ярҙамсы ҡылым күләм мәғәнәһен сағылдыра. Мәҫәлән: килеп йөрөү (ҡабат-ҡабат башҡарылыусы бер төрлө эш-хәрәкәт), эшләй һалыу (тиҙ, йәһәт башҡарылған эш-хәрәкәт), эшләп тороу (дауамлы эш-хәрәкәт) һ. б. Ҡылым күләмдәренең яһалышында икенсе ысул өҫтөнлөк итә. Күләм мәғәнәһе биреп килеүсе ҡылымдарҙың һаны сикләнгән, улар иҫәбенә бар, бир, тор, ят, ал, ит, һал, ҡуй, башла, ебәр, кереш, -ҡал, сыҡ, төш, ҡара, ет, яҙ, уҙ, тот кеүек ярҙамсы ҡылымдар инә. Ҡылым күләмдәренең мәғәнә биҙәктәре бик күп төрлө. Ул хәрәкәттең барышын башынан алып аҙағынаса ни дәрәжәлә, ниндәй кимәлдә башҡарылыуын, дауам ителеүен йәки тамамланыуын сағылдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Ҡылым рәүешлеге категорияһы(ҡылым модаллеге) тип тел белемендә ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәтткә, төрлө хәл-ваҡиғаларға мәнәсәбәтен сағылдырусы лексик-грамматик категорияға әйтәләр.

рәүешлегә эшкә, хәрәкәткә, торошҡа, хәл-ваҡиғаларға кәмһетеп ҡарауҙы, инсафлыҡты, түбәнселекте, эш-хәрәкәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен, башҡарылып ятҡан эш-хәрәкәткә ышанып етмәүҙе (икеләнеүҙе, шикләнеүҙе), теге йәки был эште башҡарыу мөмкин һәм мөмкин булмауҙы белдерә. Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдарҙың түбәндәге рәүешлек формалары йыш осрай. 1. Ысынбарлыҡ рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары; был төп рәүешлек һанала: а) хәбәр һөйкәлешенең үткән һәм хәҙерге заман формаларын -сы, -се, -со, -сө киҫәксәләре ҡушылған ҡылымдар эшмәкәрлекте, һөйләүсе әсән көтөлмәгән хәл булыуын аңлата: Мин, иҫәүән, һыр бирмәгән булып, Сәлмәндең үҙенә лә шул мәрәкә хаҡында һүҙ ҡуҙғатып торманымсы… (С. Шәрипов.) Һай, ҡалай киләләрсе! Тас алыҫ походтан ҡайтҡадағыса, ҡушарланған аттарын сығырлатып атлайҙар. (Ғ. Ибраһимов.) б) теге йәки был эштең үтәлеүенә тулы ышаныс булыуын раҫлауҙы, һөҙөмтә яһауҙы аңлатыусы рәүешлек формаһы хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән, хәҙерге, киләсәк заман формалары икән киҫәксәһенең йәнәш тороуынан яһалған аналитик ҡылымдан килә. Мәҫәлән: Ҡарауылсы һаман төпсөнә икән: “Ә был ҡауындарҙы кем өҙҙө һуң?» Бер көндө Хужа юлдан аҡса тапҡан икән. (Көләмәс.) 2. Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән рәүешлекте белдергән ҡылым формалары: а) үткән заман сифат ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымы йәнәш тороп яһалған форма: Мөхәррәм ишектән ингәндә шәкерттәр көйләп, дәрестәрен уҡып ултырган булалар ине. һеҙ әрәмтамаҡтарға ышанып, улдарым бар тигән булып йөрөгән булам. (Ж. Кейекбаев.) Ярым мыҫҡыл итеү, көлөү мәғәнәһе һалынған булһа, ул саҡта -ған, -гән аффикслы ҡылымдан һуң «кеше» һүҙе ҡуйылырға мөмкин: Ҡыңғырау шылтыратып йөрөнөләр: ҡыңғырау тауышына байтал кешнәп килеп сыҡмаҫмы тип уйлаған кеше булдылар. Ж. Кейекбаев.) Алтын еңгәм аптыраған кеше булды. (Һ. Дәүләтшина.) 3. Түбәнселек (инсафлыҡ, итәғәтлелек, күнеүсән лек, кәмһетеү) рәүешлеген белдереүсе формалар. Был төр ҡылым формаларының мәғәнәләре, уларҙың төрлө биҙәктәре бик күп: улар һөйләмдәге эйәнең йәки субъекттың эшенә һәм хәрәкәтенә, хәл-торошона кәмһетеп, түбәнһетеп, меҫкенләнеп ҡарауҙы; мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, йәлләүҙе, иркәләүҙе белдерәләр. Ундай ҡылым формаһы -ған, -гән, --ҡан, -кән аффикслы төп мәғәнәне белдереүсе ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымдың ҡушарлап килеүенән яһала: Байҙар уның менғн «баймын» тигән булып, кәртә тулы йылҡы аҫраган булалар. (Ж. Кейекбаев.) Атайым шулай тигәс, табаҡ-һауыттарымды, самауырымды йыйыштырған булдым. (Һ. Дәүләтшина.) 4. Мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек рәүешлегә. Улар түбәндәгесә яһала: а) -ып, -еп, -п ялғаулы хәл ҡылым + булыу; б) -а, -ә, -й Ҡыя яҙылышялғаулы хәл ҡылым + алыу; в) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + мөмкин, ярай һәм булыу ярҙамсы ҡылымдары ҡалыбы менән яһала. 5. Тейешлек-кәрәклек рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары а) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + кәрәк, кәрәкмәй, кәрәк тә түгел; 6)-ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + тейеш, тейеш түгел ҡалыбы менән яһала; в) уртаҡ ҡылым + -аһы, -әһе ялғаулы мәжбүрилек формаһына бар, юҡ мөнәсәбәт һүҙҙәре эйәреп яһала. 6. Аныҡһыҙлыҡ, самалау, ҡарар итеү, фараз итеү рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары. Улар а) -п ялғаулы хәл ҡылымынан һуң булһа кәрәк, булырға кәрәк һүҙҙәре килеп; б) -ған, -гән, -ҡан,-кән ялғаулы ҡылымға булырға тейеш һүҙбәйләнеше ҡушылып; в) -ыу, -еу, -оу, -өу, -у, -у ялғаулы исем ҡылымға бар, мөмкин мөнәсәбәт һүҙҙәре йәнәш ҡуйылып; г) -дыр, -дер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, -лер ялғауҙары ҡушылған ҡылымдан; ғ) моғайын, ахырыһы, әйтерһең, бәлки, ихтимал мөнәсәбәт һүҙҙәр менән яһалалар.

Ҡылымдарҙың яһалышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]




  1. Ғәҙәти булмаған ҡылымдарҙы өйрәнеү