ҠҠХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы | |
---|---|
Чемпионат мәғлүмәте | |
Үткәреү ваҡыты | 4 сентябрь 2015 — 4 март 2016 |
Ҡатнашыусылар һаны | 7 |
Ҡалалар | 7 |
Стадиондар | 7 |
Миҙаллы урындар | |
Чемпион | «Торнадо» (Дмитров) (1-се тапҡыр) |
Икенсе урын | «Ағиҙел» (Өфө) |
Өсөнсө урын | «Бирюса» (Красноярск) |
Чемпионат статистикаһы | |
Тамашасылар һаны | 18 147 (216 бер уйында) |
Уйындар | 84 |
Гол керетелгән | 600 (7.14 бер уйында) |
Бомбардир(ҙар) | Ольга Сосина (58 мәрәй) |
← Юҡ 2016/17 → |
ҠҠХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының тәүге миҙгеле. Чемпионат 2015 йылдың 4 сентябрендә «Арктик-Университет» һәм «Динамо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана. Шул осрашыу 2:3 иҫәбе һуңғыларҙың файҙаһына тамамлана[1]. Миҙгел 2016 йылдың 4 мартында тамамлана.
Чемпион исемен Мәскәү өлкәһенән «Торнадо» хоккей клубы яулай, ә икенсе урында «Ағиҙел» урынлашһа, өсөнсөлә «Бирюса» була.
Миҙгел араһы яңылыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 18 июнендә Рәсәй хоккей федерацияһы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтарын Континенталь хоккей лигаһына тапшыра. Яңы лигала үткән миҙгелгә ҡарағанда командалар һаны туғыҙҙан етегә тиклем әҙәйә. Лиганың 6 командаһы һуңғы Рәсәй чемпионатында ҡатнаша, ә Екатеринбургта «Спартак-Меркурий» командаһы урынына шайба менән хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар Свердлов өлкәһе йыйылма командаһы килә.
ҠҠХЛ командалары ҡатнашлығында миҙгел алдынан үткән турнирҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ағиҙел» кубогы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйындар һөҙөмтәләре | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Дата | Этап | Команда 1 | Иҫәп | Команда 2 | |||||
25.08 | Төркөм этабы |
Айһылыу | 3:1 | БДБ | |||||
Ағиҙел | 4:0 | СКИФ | |||||||
26.08 | СКИФ | 4:5 | Айһылыу | ||||||
Ағиҙел | 12:1 | БДБ | |||||||
27.08 | БДБ | 1:5 | СКИФ | ||||||
Ағиҙел | 9:2 | Айһылыу | |||||||
28.08 | 3-4 урын өсөн уйын | СКИФ | 2:3 (Б) | БДБ | |||||
Финал | Ағиҙел | 6:0 | Айһылыу |
Клубтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Команда | Ҡала | Арена (ҙурлығы) | Нигеҙләнгән | Лигала |
---|---|---|---|---|
Ағиҙел | Өфө | «Салауат Юлаев» СҺ (3500) | 2010 | 2015 |
Арктик-Университет | Ухта | С.Капустин ис. БСҺ (2300) | 2012 | 2015 |
Бирюса | Красноярск | «Сокол» БҺ | 1987 | 2015 |
Динамо | Санкт-Петербург | «СПБГБУ ЦФКСиЗ ВО» СҺ(500) | 2013 | 2015 |
СӨЙК | Екатеринбург | «Курганово» СК (1500) | 2015 | 2015 |
СКИФ | Түбәнге Новгород | «Нагорный» МКАК (5600) | 2000 | 2015 |
Торнадо | Дмитров | «Дмитров» СК (2000) | 2003 | 2015 |
Тренерҙар һәм капитандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клуб | Баш тренер | Капитан | Тренерҙар китеүе |
---|---|---|---|
Ағиҙел | Денис Афиногенов | Анна Шибанова | Владимир Малмыгин (23 декабрь)[2]. |
Арктик-Университет | Сергей Столбун | Лиана Ганеева | |
Бирюса | Александр Ведерников | Елена Подкаменная | |
Динамо | Владислав Продан | Юлия Карпова | |
СӨЙК | Андрей Анисимов | Оксана Афонина | |
СКИФ | в.б. Василий Смирнов | Мария Печникова | Олег Наместников (18 ғинуар)[3]. |
Торнадо | Алексей Чистяков | Анна Шохина |
Турнир таблицаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миҙгел башынан уҡ «Ағиҙел» һәм «Торнадо» хоккей клубтары таблицала беренселекте яулайҙар һәм дәғүәселәрен артта ҡалдыралар. «Ағиҙел» чемпионат аҙағында «Торнадо» командаһына ҡарағанда күберәк мәрәй юғалта, икенсе урынды яулай һәм тәүгегә үҙ тарихында Рәсәй чемпионаттарының көмөш миҙалын яулай. «Торнадо» иһә һуңғы 12 йылда һигеҙенсе тапҡыр чемпион була. Бронза миҙалын Красноярскиҙан «Бирюса» еңә.
Урын | Команда | Уйын | Еңеү | Өҫтәмә ваҡытта еңеү | Булиттар серияһында еңеү | Булиттар серияһында еңелеү | Өҫтәмә ваҡытта еңелеү | Еңелеү | Кереткән-үткәргән шайбалар һаны | Шайбалар айырмаһы | Мәрәйҙәр | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | «Торнадо» | 24 | 18 | 0 | 0 | 0 | 2 | 4 | 108–51 | 57 | 58 | |
2 | «Ағиҙел» | 24 | 16 | 1 | 1 | 1 | 1 | 4 | 117–61 | 55 | 54 | |
3 | «Бирюса» | 24 | 14 | 1 | 1 | 2 | 0 | 6 | 92–57 | 35 | 48 | |
4 | «Динамо» | 24 | 13 | 1 | 1 | 0 | 0 | 9 | 91–57 | 34 | 43 | |
5 | СКИФ» | 24 | 9 | 2 | 0 | 1 | 0 | 12 | 83–76 | 7 | 32 | |
6 | «Арктик-Университет» | 24 | 5 | 0 | 1 | 0 | 2 | 16 | 73–113 | 40 | 19 | |
7 | СӨЙК | 24 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 24 | 36–185 | -149 | 0 |
Уйынсылар статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Шәхси бүләктәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иң мәргән уйынсы – Алевтина Штарёва (Торнадо)[4]
- Иң яҡшы тренер – Алексей Чистяков (Торнадо)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә
- ЮХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә
- ЮХЛ беренселеге 2015/2016 йылдар миҙгелендә
- ЙХЛ чемпионаты 2015/2016 йылдар миҙгелендә
- ЙХЛ беренселеге 2015/2016 йылдар миҙгелендә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Девчонки, на старт! 2015 йыл 4 октябрь архивланған.
- ↑ Изменения в команде «Агидель» 2015 йыл 31 декабрь архивланған.
- ↑ Изменения в тренерском штабе «СКИФ»
- ↑ «Торнадо» в золоте
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үткән: 2014/15 |
Миҙгелдәр 2015/16 |
Киләһе: 2016/17 |
Миҙгелдәр | Йондоҙҙар уйындары | Плей-офф | |
---|---|---|---|
2023/24 миҙгел клубтары | |||
Ағиҙел (Өфө) | Бирюса (Красноярск) | Динамо-Нева (Санкт-Петербург) | Белые Медведицы (Силәбе) |
МСМО 7.62 (Воскресенск) | Торпедо (Түбәнге Новгород) | СӨЙК (Екатеринбург) | Торнадо (Дмитров) |
ҠҠХЛ боҙ ареналары | |||
Башҡа хоккей лигалары |