Эстәлеккә күсергә

Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һиҙиәт Сәғәҙиев битенән йүнәлтелде)
Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы
Сәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы
Флаг
Флаг
Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1920—1922)
1920 — 1922
 
Тыуған: 27 июль 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Тирмәнйылға ауылы [1],
Үлгән: 9 октябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (50 йәш)
Мәскәү
Партия: ВКП (б) (КПСС)
Белеме: Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университет (Мәскәү)
Профессияһы: педагог

Сәғәҙиев Һиҙиәт[2] Сибәғәт улы (27 июль 1887 йыл9 октябрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1921—1923), Башҡортостан Баш суды ағзаһы (1923—1930). Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.

1887 йылдың 27 июлендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тирмәнйылға ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһы составында) тыуған.

1911 йылда Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен тамамлай.

1912 йылдан алып, 1917 йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙенең Ергән ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1917 йылда Һиҙиәт Сәғәҙиев сәйәси эшмәкәрлеккә бирелә һәм Юрматы кантоны округының шура ағзаһы итеп һайлана. 1919 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе комитетының секретары була.

1919 йылда Мәскәүҙә Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университетты тамамлай.

1919 йылдың октябренән Петроград янындағы Башҡорт ғәскәре төркөмөнә ингән Башҡорт айырым кавалерия дивизияһы сәйәси бүлегенең мөдире. Петроградты обороналауҙағы ауыр һуғыштарҙа һәм генерал Юденичтың төньяҡ-көнбайыш армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

1920 йылдың мартынан, ул ваҡытта РСФСР-ҙың Финляндия һәм Латвия менән дәүләт сиген һаҡлаған Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһының хәрби комиссары була.

1920 йылдың ноябрендә Һиҙиәт Сәғәҙиев тыуған иленә ҡайта һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының халыҡ мәғариф комиссариаты коллегияһы ағзаһы булып эшләй.

1921 йылдың июленән РКП(б)-ның Башҡортостанөлкә комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире.

1921 йылдың декабрендә Башҡортостан АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары итеп һайлана һәм ошо вазифала 1923 йылдың ғинуарына тиклем эшләй.

1923 йылдың ғинуарында ул үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Баш суды ағзаһы булып дауам итә. Һуңғараҡ ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының инструкторы була.

1929 йылда Һиҙиәт Сәғәҙиев һөнәрселек сәнәғәтенең Башҡортостан республика союзының инструкторы була.

1930 йылда эшсе һәм инженер-техник кадрҙар әҙерләү буйынса Тоҡмаҡ (Ҡырғыҙстан) эшселәр факультетының директоры итеп тәғәйенләнә.

1936 йылдың июнендә Һиҙиәт Cәғәҙиевты ҡулға алалар. Бер йылдан һуң иреккә сығарыла һәм элекке вазифаһына кире ҡайтарыла. 1937 йылда тағы ла ҡулға алына һәм атыуға хөкөм ителә. 1957 йылда аҡлана.

Хөкөм эшенән:

Башҡорт; белеме тамамланмаған юғары; 1935 йылда ВКПб-нан сығарылған; Ҡырғыҙ ССР-ның Тоҡмаҡ ҡалаһында йәшәй. 1937 йылдың 7 авгусында ҡулға алына. 1937 йылдың 9 октябрендә хөкөм ителә. 1957 йылдың 24 октябрендә аҡлана.
  1. хәҙер Ишембай ҡалаһы составында
  2. исемдең башҡа варианттары: Ғидәйәт, Ғәдәйәк