Эстәлеккә күсергә

Әжмәғолов Мөхәмәт Әжмәғол улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әжмәғолов Мөхәмәт Әжмәғол улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 14 ғинуар 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, СССР
Вафат булған көнө 25 ғинуар 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Ҡашҡа, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө лесник
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Берлинды алған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Әжмәғолов Мөхәмәт Әжмәғол улы (14 ғинуар 1917 йыл — 25 ғинуар 1989 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, «Батырлыҡ өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[1].

Мөхәмәт Әжмәғол улыӘжмәғолов 1917 йылдың 14 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡашҡа ауылында тыуған. Башланғыс белем генә ала, сөнки уҡыуын дауам итергә мөмкинлеге булмай. Бала сағынан уҡ ат ҡарарға ылыға, һөрөнтө ерҙәрҙе ат менән эшкәртеүҙә, мал тиҙәге, серетмә менән ер ашлауҙа ҡатнаша. 19321938 йылдарҙа «Ҡыҙылармеец» колхозында эшләй.

1941 йылдың декабрендә Асҡын районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. 8-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны танктарға атыусы расчёты (ПТР) тоҫҡаусыһы, комендант взводы ат ҡараусыһы (коновод) була.

Курск дуғаһы, Чернигов һәм Сталинград янындағы алыштарҙа, Днепрҙы кисеүҙә ҡатнаша.

Брест — Литовск, Модлин, Варшава, Көнигсберг ҡалаларын азат итеүҙә Эльба, Висла, Одер йылғаларындағы алыштарҙа ҡатнаша һәм Бранденбург ҡалаһына ҡәҙәр етә. Һуғыш барышында уға аттарҙы ла ҡарарға тура килә. Уның аттарҙы яҡшы ҡарауы, ауыр урындарҙан еңелсә үтергә ярҙам итә. Берлин ҡалаһына етәрәк дивизия урманда ҡамауҙа ҡала. Мөхәмәт Әжмәғолов өс немец һалдатын юҡ итә, (15.04.45 — 03.05.45) дата менән документта теркәлгән. Уға Кавказда ла булырға тура килә. Унда 58-се кавказ полкында ПТР командиры була. 1943 йылда яралана, контузия ала, әммә яу яланын ҡалдырмай.

1944 йылда аяғы яралана. Комендант взводы командиры булып хеҙмәт итә (22.06.1945)[2].

Мөхәмәт Әжмәғол улы Әжмәғолов фронтта немец илбаҫарзарына ҡаршы кәрәштә командованиеның хәрби заданияларын үрнәкле башҡарған һәм хәрби батырлыҡтары өсөн СССР Юғары Советы Президиумы исеменән «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены[3] менән бүләкләнә. Ветерандың күкрәген "Батырлыҡ өсөн" (1944), «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары биҙәй. 04.03.1945 йылда алған таныҡлыҡ билдәһе бар. Унда Германия ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн тип рәхмәт белдерелгән. Еңеүҙең 40 йыллығына уға «II дәрәжә Ватан һуғышы» ордены[4] бирелә. Еңеүҙең 20; 25; 30 һәм 50; 60; 70 Ҡораллы Көстәренә юбилей миҙалдары бирелгән[5][6].

Мөхәмәт Әжмәғол улы Әжмәғолов Рәйхәнә Ғалиәхмәт ҡыҙына өйләнә. Ул 1919 йылғы, колхозда эшләй. Рәйхәнә Ғалиәхмәт ҡыҙы уның һуғыштан ҡайтыуын көтөп ала. Уларҙың балалары булмай.

Һуғыштан һуңғы тормошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө тармаҡтарҙа эшләй. Өс мәртәбә ауыл Советына депутат итеп һайлана (1950; 1953; 1957) Ҡашҡа ауылында Ҡашҡа урмансылығы 1937 йылдарҙа ойошторола. Ул эшләгән дәүерҙә «9-сы биш йыллыҡтың ударнигы» була. «Социалистик ярыштарҙың еңеүсеһе» (1973; 1976). 1977 йылда хаҡлы ялға сыға. 1989 йылдың 25 ғинуарында 72 йәшендә вафат була.

Гөлфиә Сабирова. . — Аскын: Аскын районының ижтимағи-сәйәси гәзите, 1 май 2020. — № 35 с.