Эстәлеккә күсергә

Әл-Кәүҫар сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әл-Кәүҫәр битенән йүнәлтелде)
Әл-Кәүҫар
سورة الكوثر

Әл-Кәүҫар
Синыфы

Мәккәләге

Мәғәнәһе

Муллыҡ

Иңгән ваҡыты

Һиҗрәттең 9 йылы

Статистика
Сүрә номеры

108

Аяттар һаны

3/4

Джүз

30

Руҡуғ

1

Һүҙҙәр һаны

10

Хәрефтәр һаны

42

Алдағы сүрә

Әл-Мәғүн сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Кәфирун сүрәһе

QuranAcademy.org
Әл-Кәүҫар сүрәһе

Әл-Кәүҫар (Муллыҡ) сүрәһе — Ҡөрьәндәге 108-се сүрә, 3/4 аяттан тора. Мәккәлә иңгән[1].

«Әл-Кәүҫар» — йәннәттәге йылғаларҙың береһе. Был сүрәлә иһә Мөхәммәттең Аллаһы исеменән ергә, кешеләр араһына Ислам диненә өндәр һәм күндерер пәйғәмбәр — Аллаһ илсеһе вазифаһында ебәрелеүе таныҡлана.

Ғас бине Ваил Пәйғәбәр с.ғ.с. менән Бәни Сәһем ишек төбөндә һөйләшеп торған. Унан Пәйғәмбәр Мәсет Харамдан сығып киткән. Ғас эскә кергән. Эстә ҡөрәйештең олуғтары ултырған, улар бынан: «Кем менән һөйләштең?» — тип һораған. Ул: «Әбтәр менән», — тип яуап биргән. Ғәрәп халҡында ир балаһы булмаған кешене «әбтәр», йәғни, нәҫеле киҫелгән кеше тип һанай торған булғандар. Ғастың был һүҙҙәре Пәйғәмбәргә ишетелгәс, ул бик ҡайғырған. Аллаһы тәғәлә уны шатландырыр өсөн әлеге сүрәне иңдергән.

Ғәрәпсәһе, транскрипцияһы, башҡорт телендә тәфсире

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمـَنِ الرَّحِيم

* Бисмилләәһир-рахмаанир-рәхиим
* Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).

108:1 بِسْمِ اللّهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِ

* Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫар
* Беҙ һиңә муллыҡ бирҙек.

108:2 فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ

* Фәсалли лираббикә үәнхар
* Шуға Раббың ризалығыңа намаҙға баҫ һәм ҡорбан сал.

108:3 إِنَّ شَانِئَكَ هُوَ الْأَبْتَرُ

* Иннәә шәәни́'әкә һү́әл-ә́бтар
* Һиңә үслеләр бынан мәхрүм.
  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004
  1. Ибне Ғәббәс, Ибне -Зөбәйер, Ғәйшә р.ғ әйтеүҙәренә ҡарағанда, әлеге сүрә Мәккәлә иңгән