Эстәлеккә күсергә

Әл-Мәидә сүрәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әл-Мәида битенән йүнәлтелде)
Әл-Мәидә сүрәһе
المائدة

Әл-Мәидә сүрәһе
Синыфы

Мәҙинә

Мәғәнәһе

Аш табыны

Статистика
Сүрә номеры

5

Аяттар һаны

120

Джүз

6 — 7

Хизб

11 — 13

Руҡуғ

16

Алдағы сүрә

Ән-Нисә сүрәһе

Киләһе сүрә

Әл-Әнғәм сүрәһе

QuranAcademy.org

Әл-Мәидә сүрәһе (ғәр. المائدة‎, Аш табыны) — Ҡөрьән Кәримдең 5 сүрәһе. Мәҙинәлә иңгән сүрә, 120 аяттан тора.

1. Әй, иман килтергәндәр, антығыҙҙа (вәғәҙәгеҙҙә) тороғоҙ. Хайуандарығыҙ һеҙгә хәләл ризыҡ ителде. Аятта һа­налғандарҙан (харамдан) башҡаһы. Ихрамда булһағыҙ, аусы­лыҡ тыйыла. Хаҡтыр, Аллаһ Үҙе теләгәнен хөкөм итә. (Ант, вәғәҙә өс төрлө Ҡөръәндә яҙылғанса ғына эш ҡылырмын, тип Аллаһ ҡаршыһындағы ант. Аллаһ исеме менән әйтелгән нәҙерҙәр. Кешеләрҙең үҙ-ара ҡуйышҡан вәғәҙәләре, һүҙҙәре. Ихрам, йәғни харам, хаж ваҡытында ихрам бәйләү йолаһы бар. Ихрам бәйләгән кеше махсус кейем кейә. Ихрам ваҡытында хәләл ҡылынған кейектәрҙе ауларға ярамай.)

2. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһ шәриғәтенең, харам айҙарҙың, ҡорбан салыуҙың, ғәрдәнлектәрҙең (биҙәлгәндәрҙең) һәм Раббынан сауҙа файҙаһы һәм Уның ризалығын эҙләп Бәйтүл-Харамға килгәндәрҙең дәрәжәһен төшөрмәгеҙ, уларҙы рәнйетмәгеҙ. Ихрамдан сыҡҡас та ау башларға мөмкин. Харам мәсетенә керетмәгәндәре өсөн һин асыу тотоп, асыуланма. Изгелек итеүҙә, яман эш ҡылыуҙан һаҡланыуҙа бер-берегеҙгә ярҙамлашығыҙ. Гөнаһ ҡылыуҙа, дошманлыҡ эштәрендә ярҙамлашмағыҙ. Гөнаһлы булып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡы­ғыҙ. Аллаһтың язаһы бик тә хәтәр булыр. (Харам айҙар - һуғышырға ярамай торған айҙар. Бәйтүл-Харам - харамлыҡ, ярамаған эш ҡылырға ярамай торған бина. Ғәрдәнлек - дини байрамдарҙа мосолманлыҡты, хажилыҡты айырып күрһәтеп тороусы биҙәнеү әйберҙәре: муйынсаҡ, алҡа һәм башҡалар. Ҡорбанға салынырға тейешле хайуандың, муйынына матурлау-биҙәү әйберҙә­ре, йәғни ғәрдәнлектәр тағыла, был осраҡта, әлбиттә, ҡорбан ғәрдәнлеге тураһында һөйләнә.)

3. Үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Аллаһтан башҡа затҡа ба­ғышлап салынған, быуылып үлгән, (таш, күҫәк менән бәреп) үлтерелгән, бейеклектән йығылып үлгән, һөҙөп үлтерелгән, йәнлектәр ботарлаған хайуан итен - үлеп етмәгәндә салып ҡалынғандан тыш - табына торған таш һындарға бағышлап салынған иттәрҙе ашау һәм фал уҡтары (ырымланған уҡтар) менән үлсәү һеҙгә харам ителде. (Ундай иттәрҙе ашау) юлдан сығыу, тип атала. Бөгөн кәферҙәр һеҙҙе динегеҙҙән яҙҙырыу эшенән ваз кистеләр. Хәҙер уларҙан ҡурҡмағыҙ инде. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәм­мәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләнгән Ислам динен хуп күрҙем. Кем дә кем ашарына ризыҡ таба алмайынса, аслыҡтан ашарға мәжбүр булһа, (харамды ла) ашай ала, гөнаһлы булмаҫ дәрәжәлә. Һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер.

Изге Ҡөрьән башҡорт телендә

  • Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // — Стәрлетамаҡ: ҡала типографияһы, 2007. — 609 бит.