Эстәлеккә күсергә

Әүештау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әүештау
Артта Әүештау тауы
Артта Әүештау тауы
Характеристикалары
Абсолют бейеклеге645 м
Урынлашыуы
54°43′41″ с. ш. 59°40′59″ в. д.HGЯO
Страна
Тау системаһыКөньяҡ Урал 
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Әүештау

ӘүештауБашҡортостан Республикаһы Учалы районы Әүешкүл күле янында урынлашҡан тау түбәһе.

Әүештау — яңғыҙ конус формаһындағы тау. Бер ниндәй ҙә тау һыртына ҡарамай. Урал аръяғында урынлашҡанға, кескәй һырттар араһында бейеклеге менән айырылып тора. Әүештау алыҫтан уба һымаҡ күренһә лә, уның битләүҙәре арыуыҡ текә. Әүешкүл яғына ҡараған битләүе асыҡ һәм ялан үләндәре менән ҡапланған, ә кире яғында — ҡайын урманы. Тауҙың башынан Күмәс һырты күренә.[1]

Атамаһы «ауыш» — ҡыя һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Тура мәғәнәһендә әйткәндә, ҡыя, текә тау.

Шулай уҡ атамаһының килеп сығышы буйынса икенсе фараз бар, ул инде риүәйәттә бирелгән: «Борон беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ, беҙгә һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡанда, аңын-тоңон белмәйенсә, каруансыларҙы ҡырып ташлаған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән бер изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар. Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң, кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай. Шифалы шишмә Әүлиә шишмәһе тип йөрөтәләр.»[2]

Әүештау тауы йәшмәгә ныҡ бай. Бындағы йәшмәгә ҡабатланмаҫ матурлыҡты һоро һәм ҡара дендриттар (кристалдар) бирә, улар үҙҙәренең бөгөлөштәре менән үләндәрҙең һабаҡтарын хәтерләтәләр. Тауҙан алыҫ түгел тау өңөнтөһөләре урынлашҡан һәм унда туристарға был билдәле йәшмәнең кескәй генә киҫәктәрен алырға ярай. Әүештау йәшмәһен 17-се быуатта сығара башлайҙар. Элек батша заманында был ташты вазалар эшләү өсөн ҡулланылған. Ошондай ике ваза Санкт-Петербург ҡалаһындағы Эрмитаж музейының түр баҫҡысында торалар. Шулай уҡ Әүештау йәшмәһенән эшләнгән әйберҙәр донъя буйлап төрлө күргәҙмәләрҙә күрһәтелә[3].

Шишмә һыуының шифалы үҙенсәлектәре Мәккәлә лә билдәле. Ул Әүештау итәгенән башлана. Һауа шарттары ла, яуым-төшөм дә йоғонто яһамай Әүлиәгә. Шишмәнән алынған һыу оҙаҡ һаҡлана. Был шишмәнең һыуын лабораторияла тикшерәләр һәм уның һыуы йомшаҡ, төрлө микроэлементтарға, ирегән һыу булыуы асыҡлана. Әүлиә һыуы бөйөрҙән ташты сығара, аллергияны бөтөрә, тын, аш һеңдереү ағзалары сиренән дауалай, тән ҡартайыуын яйлата, тиҙәр. Ләкин һыу 15 майҙан һуң ғына шифалы үҙенсәлектәргә эйә була икән һәм июнь башында ҡорой. Әүешкүл эргәһендә урынлашҡан Әүештауға йыл һайын меңдәрсә кеше йыйыла. Иманлылар бында доға ҡыла, шишмә һыуын тәмләй.[4]

Әүештау башындағы ҡәбер ташы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әүеш тауы башында ҡәбер ташы бар. Боронғо таш урынына яңыһын Зәйнулла ишан ҡуйҙырта. Унда ғәрәп хәрефтәре менән: «Был (сәйәхәтсе) Шәйех Мөхәммәд Миһнән Аләүҫә 651 һижри йыл Беркәхан быуатында Бәнисарай Беркәхан дәүләте», – тип яҙылған. Джучи улы Беркә хан Сыңғыҙхандың ейәне була. Алтын Урҙа ваҡытында Монгол империяһынан айырылып, хәҙерге Волгоградтан алыҫ түгел үҙенең ханлығының баш ҡалаһы Беркәһарайҙы төҙөй. Тәхеткә ултырыу менән, ул ҡатыны Сәсәк, ҡәрҙәше Туҡайтимер һәм башҡа олуғтары менән бергә Исламды ҡабул итеүен рәсми рәүештә иғлан итә. Үҙенең исемен дә шунда Бүркәнән Беркәгә әйләндерә. Ислам хәлифәһе Мөстәғсим Баллаға ант биреп, уның менән хаттар яҙышып тора. Әйтелгәндәрҙән сығып, Әүеш тауы башында ерләнгән сәйәхәтсенең был ерҙәрҙә Ислам динен таратып йөрөүсе Беркә хан дәүләте илсеһе булғандыр, тип уйларға була. Сөнки Беркә хан үҙе Исламды ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ә был динде тирә-яҡҡа таратыу буйынса ла ҙур эш алып барған.[5]