Эстәлеккә күсергә

Әһәмәниҙәр дәүләте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әһәмәниҙәр империяһы битенән йүнәлтелде)
Әһәмәниҙәр дәүләте
бор. фарсы Ariyānām Xšaçam
Флаг Герб
Флаг Герб

 
 
беҙҙең эраға тиклем 550 йыл — беҙҙең эраға тиклем 330 йыл
Баш ҡала

Персеполь (50,000), Пасаргад, Экбатана (50,000), Суза (100,000), [[Бабил]] (200,000)

Эре ҡалалары

Персеполь, [[Бабил]], Бактра (200,000), Сард (100,000), Суза, Пасаргад, Экбатана, Мемфис (Мысыр)

Телдәр

боронғо фарсы, империя арам, элам, аккад

Аҡса берәмеге

Дарик

Халҡы

50 млн. кеше (б. э. т. 480 й.) 35 млн. кеше (б. э. т. 330 й.)

Идара итеү формаһы

Монархия

Династия

Әһәмәниҙәр

Административ бүленеше

20 Сатраплыҡ

Шаһиншаһ
 • 559б. э. т. 530 йыл

Бөйөк Кир II

Тарихы
 • беҙҙең эраға тиклем 550 йыл

барлыҡҡа килгән

 • беҙҙең эраға тиклем 330 йыл

бөтөрөлгән

Преемственность

← Мидия ← Персия ← Соғдиана ← Бактрия

Македон империяһы → Сәләвкиҙәр дәүләте →

 Әһәмәниҙәр дәүләте Викимилектә

Әһәмәниҙәр державаһы (бор. фарс. Ariyānām Xšaçam) — Азияла б. э. т. VI—IV быуаттарҙа фарсы Әһәмәни ырыуы төҙөгән дәүләт. Б. э. т. VI аҙағына Әһәмәни державаһының сиктәре көнсығышта Инд йылғаһынан алып көнбайышта Эгей диңгеҙенә, көньяҡта Нилдың беренсе һикәлтәһенән төньяҡта Кавказ аръяғына тиклем йәйрәп ятҡан[1].

Дәүләт тарихына ҡағылышлы сығанаҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабил сығанаҡтарында (Кир манифесы, Бабилдың ҡолауы йылъяҙмаһы) Кир II батша осорондағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Кирҙың Пасаргад эргәһендәге яҙмалары иң боронғо тәүсығанаҡ булып тора. Дарий батшаның Беһистун шына яҙыуҙары иң күләмле һәм ҡиммәтле һанала. Персеполь, Суза һарайҙарының диуарҙарында, Ван күле эргәһендә, Мысырҙағы Суэц эргәһендә, Наҡш-Рөстәмдә ҡаяға уйылған Дарий I төрбәһендә башҡа яҙыуҙар ҙа бар. Ғәҙәттә Әһәмәниҙәр яҙыуҙары өс телдә: боронғо фарсы, элам һәм бабил телдәрендә булған. Меңдәрсә балсыҡ таҡтанан торған авхив 1933—1934 йылдарҙа Персеполдә табыла. Табылған архив документтарының күбеһе — элам телендә, Әһәмәниҙәр дәүерендә үк халыҡ-ара аралашыу теле булып йөрөгән арам телендәгеләре лә бар. Элефант папирустары әһәмәндәрҙең Мысырҙағы хәрби колониялары тураһында һөйләүсе ҡыҙыҡлы документтар булып тора[2]. Фарсылар тураһында мөһим мәғлүмәттәрҙе грек тарихсылар ҡалдырған. Рәсми фарсы сығанаҡтарынан, грек-фарсы һуғышы ҡатнашыусылары яҙмаларынан һәм фарсыларҙың үҙҙәре һөйләгәндәрҙән мәғлүмәт алған Геродоттың хеҙмәте айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләттең төрлө өлкәләрен һүрәтләгән һәм был өлкәләр тураһында этнографик, географик белешмәләр яҙып ҡалдырған Ксенофонттың мәғлүмәттәре лә ифрат ҡиммәтле һанала[3].

Фарсыларҙың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарсылар — Иранға б. э. т. XV быуаттарҙа Кавказ ашамы, Урта Азия ашамы килгән иран телле ҡәбиләләрҙең береһе. Б. э. т. IX быуат аҙағында фарсы ҡәбиләләре төркөмө Элам сигендә торлаған, унан һуң Кермандағы һәм Фарстағы киң биләмәләрҙә төпләнгән[1].

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әһәмәниҙәр дәүерендә Фарсы империяһы территорияһы Греция менән Ливиянан Һиндостанға тиклемге ерҙәрҙе алып торған. Әһәмәни империяһының халҡы һаны 25 миллиондан сама менән 50 миллионға тиклем булған, был б. э. т. V—IV быуаттарҙа Ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең яртыһын тәшкил иткән. Б. э. т. 521 йылда дәүләт 20 хәрби-административ округҡа (сатраплыҡҡа— бор. фарс. xšaθra) бүленгән, һәр береһенең башында сатраптар (бор. фарс. xšaθrapāvan) торған. Фарсылар буйһондорған батшалыҡтар (Мидия, Лидия, Яңы Бабил, Мысыр, Бактрия) төп сатраплыҡ статусын алған. Уларҙың эске бүлектәре кесе сатраплыҡ статусында булған. Сатраплыҡтарҙың бер өлөшө (мәҫәлән, Саҡтар сатраплығы, һинд сатраплыҡтарының бер өлөшө, Нубия, Фракия, Колхида) империя провинцияһы тип һаналһа ла, бер ҡасан да фарсылар идаралығында булмаған.

Сатраплыҡтар исемлеге (йыл һайын түләнгән яһаҡ күләмен күрһәтеп) түбәндәге таблицала бирелә[4][5][6][7][8][9][10].

Өлкә Сатраплыҡ йәки халыҡтар Хәҙерге илдәр Сатраптар Йыллыҡ яһағы
I. Иондар, Анатолия Магнезияһы, Эолия, Кария, Ликия, Памфилия Төркиә (көньяҡ-көнбайышы) Гекатомн, Мавсол
400 талант көмөш
II. Лидия, мизиҙар, лакондар, кавалдәр, хитендар Төркиә (төньяҡ-көнбайышы) Тиссаферн
500 талант көмөш
III. Геллеспонттан көньяҡтағы ҡәбиләләр, Фригия, Азия фракиҙары, Пафлагония, марияндтар, Кесе Азия сүрҙәре (Каппадокия) Төркиә (үҙәге) Фарнабаз
360 талант көмөш
IV. Киликия
Төркиә (көньяҡ-көнсығышы) Мазей
360 аҡ ат (йылдың һәр көнө өсөн бер баш) һәм 500 талант көмөш; уларҙан: 140 талант — урындағы атлы ғәскәрҙе аҫрауға, ҡалған 360-ы — державаның Батша һарайына
V. Йылға аръяғы(Сүриә) Сүриә, Ливан, Израиль Мегабиз
350 талант көмөш
VI. Боронғо Мысыр һәм Ливия Кирения һәм Барканың ҡалалары менән (~11 000 000) Мысыр 700 талант көмөш һәм 120 000 бушель иген (Мемфис ҡалаһындағы хәрби гарнизонды аҫрау өсөн)
VII. Саттагидия, Гандхара, дадиҙар, апариттар
Афғанстан (көньяғы), Пакистан (төньяғы) 170 талант көмөш
VIII. Сузиана
Иран (көньяҡ-көнбайышы) 300 талант көмөш
IX. Бабил дәүләте һәм Ассирия ~11 000 000 Ираҡ 1000 талант көмөш һәм 500 алашар хеҙмәтсе
X. Экбатандар һәм Мидияның ҡалған өлөшө, париканийҙар, ортокорибантийҙар Иран (төньяҡ-көнбайышы) 450 талант көмөш
XI. Каспийҙар, паусикиҙар, пантиматтар, дариттар Әзербайжан (көньяғы) 200 талант көмөш
XII. Бактрия һәм күрше халыҡтар (~2 000 000) Тажикстан,

Афғанстан (төньяғы)

Гистасп, Бесс
360 талант көмөш
XIII. Әрмәнстан менән уның составындағы Пактия (Пайтакаран?) һәм Ҡара диңгеҙгә тиклемге башҡа халыҡтар (~2 000 000) Төркиә (көнсығышы) Оронт 400 талант көмөш
XIV. Сагарттар, сарангтар, фамандар, утиҙар, миктар һәм Ҡыҙыл диңгеҙ утрауҙарында йәшәүселәр Иран (көнсығышы) 600 талант көмөш
XV. Саҡтар һәм каспиҙар Әзербайжан (төньяғы) 250 талант көмөш
XVI. Парфалар, Хәрәзем, Соғдиана һәм арийҙар (~2 000 000) Төркмәнстан,

Үзбәкстан

300 талант көмөш
XVII. Парикандар һәм Азия эфиоптары (дравидтар) (~2 000 000) Пакистан (көньяҡ-көнбайышы) 400 талант көмөш
XVIII. Матиандар (һүрриҙәр), саспирҙар, алародтар, әрмәндәр[11][12][13][14]. Әрмәнстан,

Грузия

200 талант көмөш
XIX. Мушктар, тибарендар, макрондар, мосинойктар, марездар (Понт) Төркиә (төньяҡ-көнсығышы) 300 талант көмөш
XX. Һиндостан (боронғо халыҡтарҙың иң күп һанлығы, ~35 000 000 (5 000 000 Фарсы сиктәре эсендә) Пакистан 360 талант алтын (иң ҙур сумма)
(+) Ғәрәптәр (~1 000 000) Иордания
1000 талант кейәү үләне[15].
Бөйөк Кир II. Барельефтағы һүрәт.
Бөйөк Кир II колоннаһы. Пасаргад. («Мине Кир ҡуйҙы. Мин шаһитлыҡ ҡылыу өсөн торам…»
Кир төрбәһе. Пасаргад.
Персеполь.

Әһәмәниҙәр державаһының яуланмалары һәм һәләкәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Грек вазаһына төшөрөлгән Дарий I һүрәте
  • Б. э. т. 550 йыл — Мидия яулана.
  • Б. э. т. 549 йыл тирәһе — фарсылар Эламды тотошлайы менән ала[16].
  • Б. э. т. 549—548 йыл — фарсылар Парфияны, Гирканияны ала, йәнә әүәл Мидия составына ингән Әрмәнстанды ла буйһондорғандарҙыр[16].
  • Б. э. т. 547 йыл — Крёз етәкселегендәге Лидия ғәскәрҙәрен Кир ҡыйрата. Лидия, Ликия һәм Иония айырым провинцияларға әйләнә[17].
  • Б. э. т. 539 йыл — Опис ҡалаһы янында, Тигр йылғаһында, Бабилия батшаһы Набонидтың улы Белшаруцур командалығы аҫтындағы бабил ғәскәре фарсылар тарафынан ҡыйратыла. Бабил батшалығы формаль рәүештә һаҡланып ҡала, әммә Бабил ҡалаһы фарсы батшаһының резиденцияһына әүерелә. Кир II «Бабил батшаһы, илдәр батшаһы» тигән титул ала. Бабилиялағы беренсе наместник итеп уның улы Камбиз II ҡуйыла.
  • Б. э. т. 525 йыл — Пелусий тигән Мысыр ҡалаһы янында фарсы һәм мысыр ғәскәрҙәре бәрелешә. Мысырҙар еңелә, Саис ҡалаһы менән Мысыр флоты фарсыларға тапшырыла. Камбиз II рәсми рәүештә Мысыр батшаһы тип иғлан ителә һәм уға «Мысыр батшаһы, илдәр батшаһы» тигән титул бирелә[18].
  • Б. э. т. 484 һәм 482 йылдар — Бабилда фарсы власына ҡрашы ихтилалдар. Шамаш-эрибу Бабил батшаһы тип иғлан ителә, әммә ихтилал фарсы ғәскәре тарафынан баҫтырыла. 12 талант саф алтындан ҡойолған илаһ Бэла-Мардук һынын фарсылар Бабилдан алып сыға ла иретеп ала. Бабилияның үҙаллылығы һәм Бабилия гражданлығы бөтөрөлә. Бабилия Ассирия сатраплығының бер өлөшө булып ҡала, ә бойондороҡло территориялар булған Фәләстин менән Сүриә айырым сатраплыҡ итеп айырыла[17].
  • Б. э. т. 480 йыл — Грецияға Ксеркс ғәскәре баҫып инә.
  • Б. э. т. 404 йыл — Мысыр Фарсы империяһынан айырылып сыға һәм XXIX династия фирғәүендәре менән бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙә (б. э. т. 404—343).
Персеполь.
  • Б. э. т. 401—400 йылдар — Фарсы империяһында Артаксеркс II Мнемон менән уның тәхеткә дәғүә иткән ҡустыһы араһында көрәш бара.
  • Б. э. т. 334 йылда Македония батшаһы Искәндәр Зөлҡәрнәй Әһәмәниҙәр дәүләтенә баҫып инә. Дарий III батша еңелә башлай.
  • Б. э. т. 331 йылда Гавгамел эргәһендәге хәл иткес яуҙан һуң Фарсы державаһы ҡолай. Элекке империяның илдәре һәм халыҡтары Бөйөк Искәндәргә буйһона.

Әһәмәниҙәр армияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тимер аҡсаға төшөрөлгән Дарий I һүрәте (уҡ атып тора)
Әһәмәниҙәр державаһының барлыҡҡа килеүендә һәм йәшәүендә Кир II төҙөгән ғәскәр ифрат ҙур әһәмиәткә эйә була. Ил хәрби топархияларға бүленгән була. Ғәскәр кавалериянан (asabara) һәм пехотанан (pasti) тора[18]. Хәрби яу арбалары махсус тәғәйенләнештәге ҙур булмаған подразделениелар рәүешендә файҙаланыла. Армияның үҙәген «үлемһеҙҙәр» отряды менән батшаның атлы гвардияһы тәшкил итә. Мең «үлемһеҙ» батшаның шәхси йәнһаҡсыһы булып тора. Унлы система буйынса төҙөлгән армия подразделениелары кавалеристарға, һөңгөсөләргә һәм уҡсыларға бүленә[19].

Әһәмәниҙәрҙең мәҙәниәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Үлемһеҙҙәр» барельефы

Әһәмәниҙәр империяһы бик ҙур булғанлыҡтан, мәҙәниәт тә төрлө була. Фарсы аҡһөйәктәре зәртүштилек (зороастризм) динендә була һәм куб рәүешле ҡорамдарҙа (Зәртүшт ҡәғбәһе) утҡа табына. Боронғо Ҡояш культы ла йәшәй (Митраға табыныу). Геродот хәбәр итеүенсә, фарсыларҙың илаһ һындарына табыныу йә булмаһа күп һанлы ҡорамдар төҙөү ғәҙәте булмай. Урындағы халыҡтарға түҙемле мөнәсәбәт хөкөм һөрә. Фарсы аҡһөйәктәре, эламдарҙан күреп, монументаль ҡоролмалар менән мауыға. Архитектурала барельефтар һәм колонналарға өҫтөнлөк бирелә.

Берҙәм рәсми тел булмай (Беһистун яҙыуҙары). Боронғо фарсы теленән тыш (ул шына яҙыуы менән яҙылған) финики яҙмалы арам теле таралған була[20].

Әһәмәниҙәр династияһынан Фарсия батшалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ксеркс I һарайының ҡапҡаһы төбөндә. Барельеф.
Ксеркс I-нең өс телдәге яҙмаһы

Әһәмәниҙәр ырыуы пасаргад ҡәбиләһенән сыҡҡан була. Ксеркс I-гә тиклемге фарсы батшалары шәжәрәләрендә үҙҙәрен «Әһәмәниҙәр» ырыуынан, «парса» һәм «арья» ҡәбиләһенән тип билдәләй[2]. Монархтарҙың титулдары — бөйөк батша, батшаларҙың батшаһы, Фарсия батшаһы, илдәр батшаһы. Рус тарихында әһәмәни батшаларын уларҙың исемдәренең грек варианты менән йөрөтөү ҡабул ителгән. Түбәндәге исемлектә был исемдәрҙең дөйөм ҡабул ителгән эллинса формаһы һәм фарсыса төп нөсхәһе бирелгән:

  • Ахемен (башҡ. Әһәмән) — Хахаманиша (Haxāmaniša) ???—б. э. т. 675
  • Теисп — Чишпиш (Čišpiš) б. э. т. 675—640
  • Ариарамна — Ариарамна (Ariyāramna) б. э. т. 640 — ?
  • Кир I — Куруш I (Kuruš I) б. э. т. 640—580
  • Камбиз I — Камбуджия I (Kambūjiya I) б. э. т. 580—559
  • Бөйөк Кир II — Куруш II (Kuruš II) б. э. т. 559—530, Фарсы империяһын нигеҙләгән, яуҙа Массагеттар тарафынан үлтерелә
  • Камбиз II — Камбуджия II (Kambūjiya II) б. э. т. 530—522, үҙенә үҙе ҡул һалып үлә
  • Дарий I — Дараявахуш I (Dārayavahuš I) б. э. т. 522—486
  • Ксеркс I — Хшаяршан I (Xšayāršā I) б. э. т. 486—464
  • Артаксеркс I — Артахшатра I (Artaxšaçā I) б. э. т. 464—424
  • Ксеркс II — Хшаяршан II (Xšayāršā I б. э. т. 424
  • Согдиан (башҡ. Соғдиан) — Согдъяна (Sogdyāna) б. э. т. 423
  • Дарий II — Дараявахуш II (Dārayavahuš II) б. э. т. 423—404
  • Артаксеркс II — Артахшатра II (Artaxšaçā II) б. э. т. 404—358
  • Артаксеркс III — Артахшатра III (Artaxšaçā III) б. э. т. 358—337
  • Артаксеркс IV — Артахшатра IV (Artaxšaçā IV) б. э. т. 337—335
  • Дарий III — Дараявахуш III (Dārayavahuš III) б. э. т. 335—330
  • Артаксеркс V Бесс — Артахшатра V (Artaxšaçā V) б. э. т. 330—329.

Б. э. т. 329 йылда Фарсы империяһы Бөйөк Искәндәр Зөлҡәрнәй тарафынан яулап алына һәм юҡҡа сыға.

  1. 1,0 1,1 История Ирана / М. С. Иванов. — М.: МГУ, 1977. — С. 488.
  2. 2,0 2,1 М. М. Дьяконов. Очерк истории древнего Ирана. — М., 1961.
  3. Н. В. Пигулевская. История Ирана с древнейших времён до конца 18 в.. — Л., 1958.
  4. История (Геродот), 3:90-94
  5. John William Humphrey, John Peter Oleson i Andrew Neil Sherwood: «Grčka i rimska tehnologija» (Greek and Roman technology), str. 487.
  6. Robin Waterfield i Carolyn Dewald: «Herodot — Povijesti» (Herodotus — The histories), 1998., str. 593.
  7. «Krezov Život» (Life of Crassus), Sveučilište u Chicagu
  8. Darel Engen: «Gospodarstvo antičke Grčke» (The Economy of Ancient Greece), EH. 2006 йыл 2 май архивланған.
  9. Darije Veliki: popis satrapija s odgovarajućim porezima (Livius.org, Jona Lendering) 2010 йыл 6 ғинуар архивланған.
  10. Talent (unitconversion.org)
  11. И. Дьяконов «История Мидии», стр. 355, 1956
  12. И.
  13. James R. Russell «Zoroastrianism in Armenia», chapter 2 «Armenia from the Median Conquest to the Rise of the Artaxiads».
  14. Дж.
  15. Ahemenidska Arabija (enciklopedija Iranica, M. Dandamayev) 2007 йыл 12 ноябрь архивланған.
  16. 16,0 16,1 История Востока. Восток в древности / Р. Б. Рыбаков. — М.: Восточная литература, 2002. — Т. 1.
  17. 17,0 17,1 Куликан Уильям. Персы и мидяне. Подданные империи Ахеменидов. — М.: Центрполиграф, 2002.
  18. 18,0 18,1 А. Н. Бадак. Всемирная история. Век железа. — Минск: Харвест, 2003. — Т. 3.
  19. Р.Фрай. Культура народов востока. Наследие Ирана. — М.: Восточная Литература, 2002.
  20. Культура и религия в державе Ахеменидов
  • Кембриджская история древнего мира. Т. IV: Персия, Греция и Западное Средиземноморье ок. 525—479 гг. до н. э. Под ред. Дж. Бордмэна и др. Пер. с англ. А. В. Зайкова. М.: Ладомир, 2011. 1112 стр. — ISBN 978-5-86218-496-9