ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы
ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1982 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Рәсми сайт | ifugatu.ru |
ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы Викимилектә |
Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай ҡалаһындағы филиалы — Ишембай ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто, был юғары уҡыу йортоноң иң эре филиалы[1].
Тулы рәсми исеме — Ишембай ҡалаһы "Өфө дәүләт авиация техник университеты" федераль дәүләт бюджет юғары белем биреү учреждениеһы филиалы; ҡыҫҡартып — Ишембай ҡалаһы ФДБЮББУФ «ӨДАТУ» филиалы[2][3][4].
Төҙөлөү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылда Ишембай ҡалаһында Ишембай транспорт машиналары эшләү заводына нигеҙ һалыныуға бәйле. ашығыс рәүештә белемле, квалификациялы белгестәр кәрәк була. Уларҙы тап Ишембай ҡалаһында, етештереү эшенән айырып тормайынса әҙерләү маҡсатҡа ярашлы була.
Ишембай транспорт машиналары эшләү заводының беренсе директоры В. И. Савельев һәм Ишембай ҡалаһы халыҡ депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе В. Н. Поляков инициативаһы буйынса, Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты ректоры Р. Р. Мәүлетов ярҙамы менән, 1980 йылдың сентябрендә Ишембай ҡалаһында Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты технология факультетының киске бүлеге асыла. Ул Революция урамы, 85 адресы буйынса элекке 8-се һанлы мәктәп бинаһында урынлаша. Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы етәкселегенең әүҙем ярҙамы менән лаборатория һәм кабинеттар ойоштороу буйынса эштәр башлана. Бүлек етәксеһе итеп Мәскәү авиация институтын тамамлаған һәм тәғәйенләнгәнгә тиклем Ишембай нефть техникумында уҡытыусы булып эшләгән Виктор Михайлович Шилкин тәғәйенләнә.
РСФСР-ҙың юғары һәм урта махсус һөнәри белем биреү министрлығының 1982 йылдың 26 июлендәге 432-се һанлы бойороғо менән, Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының Ишембай ҡалаһындағы киске факультеты бүлеге, Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының киске уҡытыу формаһындағы филиалы тип үҙгәртелә[4]. Бүлектең ике курсында 200-ләп студент уҡый. Уларҙың ҡайһы берҙәре уҡытыусылар менән бергә лаборатория һәм кабинеттарҙы йыһазландырыуҙа ҡатнаша. Уҡыу базаһы, лабораториялар, аудиториялар, кабинеттар, китапхана булдырыу һәм үҫтереү буйынса эште Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы етәкселеге, КПСС ҡала комитеты һәм ҡала башҡарма комитеты контролдә тота.
1982—1986 йылдарҙа филиалдың матди базаһы үҫә барыусы Ишембай транспорт машиналары эшләү заводына параллель рәүештә үҫешә. 1985 йылға химия, физика, материалдар ҡаршылығы, материаловедение, гидравлика һәм электротехника лабораториялары эшләй башлай. Биш курс студенттарының һаны 400 кешенән артып китә. Филиалға яңы майҙан талап ителә, 1984 йыл башында Ишембай ҡалаһы етәкселеге юғары уҡыу йортона Губкин урамы, 26 адресы буйынса элекке 11-се һанлы мәктәп бинаһының беренсе һәм икенсе ҡатын тапшыра. Ҡала ремонт-төҙөлөш ойошмаһы көсө менән аудиторияларҙы ремонтлау һәм реконструкция эштәре башлана. 1984—1985 уҡыу йылы башына беренсе станоктар килтерелә һәм урынлаштырыла.
1985 йылдың октябрь айында юғары уҡыу йортона, СССР юғары уҡыу йорто министрлығының инспекция комиссияһы килә, ул филиалдың артабанғы үҫешен билдәләй. Төп маҡсаттары билдәләнә — Чкалов урамында яңы уҡыу корпусын төҙөүҙе дауам итергә һәм Губкин урамындағы уҡыу корпусында уҡыу-лаборатория базаһын үҫтерергә. Виктор Михайлович Шилкин директор вазифаһынан азат ителә.
1986 йылдың 20 ғинуарында Өфө авиация институтының Ишембай ҡалаһындағы филиалы деканы итеп доцент Яруллин Сыңғыҙхан Әсхәт улы тәғәйенләнә. 1986 йылдың июль айында филиал үҙенең тәүге белгестәрен: «Машиналар төҙөү технологияһы, металл киҫеүсе станоктар һәм инструменттар» һөнәре буйынса утыҙ дүрт инженер — механик сығара.
1987 йылда икенсе һөнәргә ҡабул итеү асыла — «Машиналар төҙөүҙә производство процестарын автоматлаштырыу». Илдә башланған үҙгәртеп ҡороуҙар филиал үҫешенә үҙ төҙәтмәләрен индерә. 1984 йылда башланған яңы корпус төҙөлөшө тамамлана һәм 1989 йылда тулыһынса туҡтатыла.
1992 йылда Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы бойороғо менән, баш юғары уҡыу йорто статусы үҙгәреү менән бәйле, Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтының Ишембай ҡалаһындағы филиалы Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай ҡалаһындағы филиалы булып китә[4].
1998 йылда, Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми советы ҡарары буйынса, филиалда түләүле нигеҙҙә өс һөнәр буйынса көндөҙгө уҡыу асыла: «Машиналар эшләү технологияһы», «Технология процестарын һәм производствоны автоматлаштырыу (машиналар төҙөүҙә)», «Ойоштороу-техник системаларҙа операцияларҙы моделләштереү һәм тикшереү».
2000—2002 йылдарҙа студенттар контингентының ҙур үҫеше киҫкен уҡыу майҙаны дефицитын барлыҡҡа килтерә. Дәрестәр 10-сы һанлы мәктәптең, 27-се балалар баҡсаһының ҡуртымға алынған майҙанында үтә. 2004 йыл аҙағында, Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы Р. Ф. Ибраһимов ҡарар буйынса, филиалға Губкин урамы, 15 адресы буйынса биш ҡатлы элекке көнкүреш йорто бинаһы тапшырыла.
2011 йылда ҡыҫҡартылған уҡыу формаһы булдырыла[5].
2012 йылда ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй[6]. «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиал студенттары өсөн лаборатория комплексы һатып ала[7].
Хәҙерге торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Филиалда уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу формаларында алып барыла. 2011—2012 уҡыу йылында белгестәр әҙерләү туғыҙ йүнәлеш буйынса алып барыла: «Технологик машиналар һәм ҡорамалдар», «Машиналар төҙөү производствоһын конструктор-технологик тәьмин итеү», «Технология процестарын һәм производствоны автоматлаштырыу», «Ғәмәли информатика», «Информацион системалар һәм технологиялар», «Йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы», «Энергетик машиналар эшләү», «Иҡтисад», «Менеджмент». Спецкурстарҙы уҡытыу өсөн баш юғары уҡыу йорто — ӨДАТУ-ның алдынғы уҡытыусылары йәлеп ителә. Студенттар практиканы беркетелгән база предприятиеларында: «Машиналар эшләү компанияһы „Витязь“» АЙ-те, «Ишембай машиналар эшләү заводы» ААЙ-те, «Башкирэнерго» ААЙ-те, НГДУ «Ишембайнефть», «Стәрлетамаҡ-МТЕ» ААЙ-те, «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ-те, «Салауатгидромаш» ААЙ-те, «Рәсәй һаҡлыҡ банкы» ААЙ-те, «Уралсиб» ААЙ-те һәм башҡаларҙа үтә. Баш аттестация комиссияһы эштәрендә был предприятие етәкселәре ҡатнаша[1]. Май айында филиал базаһында «Машиналар төҙөүҙә фәнни технологиялар» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелгән[1].
Структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы ҡаланың үҙәк өлөшөндә, ике корпуста (дөйөм майҙаны — 6500 кв. м) урынлашҡан:
- Уҡыу-административ корпус № 1: (Ишембай ҡалаһы, Губкин урамы, 15) — юғары уҡыу йорто кафедралары, уҡыу аудиториялары, тамаша залы, ашхана, администрация.
- Уҡыу-лаборатор корпусы № 2: (Ишембай ҡалаһы, Губкин урамы, 26. б.) — компьютер кластары, лабораториялар, станоктар паркы, саңғы базаһы, фәнни-техник китапхана.
Филиалдың спорт һәм тренажер залдары, саңғы базаһы, ашханаһы, медкомплексы бар, ситтән килгәндәргә Салауат ҡалаһында ятаҡтан урын бирелә (2011 йылдан башлап).
Кафедралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ӨДАТУ-ның Ишембай филиалы 5 кафедранан тора[8][9]:
- Производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы;
- Механообработка теорияһы һәм технологияһы кафедраһы;
- Физика һәм математика кафедраһы;
- Гуманитар һәм социаль-иҡтисади дисциплиналар кафедраһы;
- Дөйөм һөнәрҙәр дисциплиналары кафедраһы.
Филиал менән бәйле билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишембаев Ринат Сахиулла улы — совет Рәсәй шашкасыһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Яруллин Ч. А. Ишимбай // Авиатор : газета. — Уфа, 2011. — № 21. — С. 2.
- ↑ Лицензия на право ведения образовательной деятельности (pdf). Официальный сайт филиала ФГБОУ ВПО «УГАТУ» в г. Ишимбае. Дата обращения: 8 октябрь 2013. 2013 йыл 17 октябрь архивланған.
- ↑ Контакты . Официальный сайт филиала ФГБОУ ВПО «УГАТУ» в г. Ишимбае. Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Устав ФГБОУ ВПО «УГАТУ» (pdf). Официальный сайт ФГБОУ ВПО «УГАТУ». Дата обращения: 17 октябрь 2013.
- ↑ Гареева А. Приёмная компания в ИФ УГАТУ продолжается // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2011. — № 34. — С. 2.
- ↑ Нигматуллина Н. С днём рождения, альма-матер! // Подметки+ : газета. — Ишимбай, 2012. — № 47. — С. 2.
- ↑ Горина З. В Ишимбайском филиале появился новый лабораторный комплекс . Ufa1.ru (19 сентябрь 2012). Дата обращения: 17 октябрь 2013.
- ↑ О филиале . Официальный сайт филиала ФГБОУ ВО «УГАТУ» в г. Ишимбае. Дата обращения: 26 март 2013. Архивировано 6 апрель 2013 года. 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ Филиал в г. Ишимбае . Официальный сайт ФГБОУ ВО «УГАТУ». Дата обращения: 17 октябрь 2013.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буланкина, Н. Находят место в жизни наши выпускники: к 30-летию Ишимбайского филиала УГАТУ / Н. Буланкина // Восход. — 2012. — 1 нояб. — С.3
- Вахонина, И. 30 лет упорства, активности, исканий: 30 лет Ишимбайскому филиалу УГАТУ / И. Вахонина // Восход. — 2012. — 13 апр. — С.2.
- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
- Славина, Е. Славный путь: доктор технических наук профессор Н. К. Криони: к 30-летию Ишимбайского филиала УГАТУ / Е. Славина // Восход. — 2012. — 1 нояб. — С.2.
- Пенкина, Е. Сквозь ветер перемен: к 30-летию Ишимбайского филиала УГАТУ: интервью с директором филиала Ч. Яруллиным / Е. Пенкина // Восход. — 2012. — 1 нояб. — С.1-2.
- Шангареев, Н. Горжусь тобой, родной Башкортостан: студенты Ишимбайского филиала УГАТУ представили свои работы на республиканском фестивале творческих работ в г. Мелеузе / Н. Шангареев // Восход. — 2012. — 9 окт. — С.3.
- Шаяхметов, Э. Тридцатилетие на «отлично»: около 2000 выпускников вышло из стен Ишимбайского филиала УГАТУ: филиал отметил своё 30-летие / Э. Шаяхметов // Аргументы и факты. — 2012. — № 44. — С.22.
- http://pjatnitsa.ru/obrazovanie/1148-filial-ugatu-vyydet-na-novuyu-orbitu.html 2011 йыл 26 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ifugatu.ru — филиала УГАТУ в г. Ишимбае рәсми сайты