1917 йыл
Уҡыу көйләүҙәре
Йылдар |
---|
1913 · 1914 · 1915 · 1916 — 1917 — 1918 · 1919 · 1920 · 1921 |
Ун йыллыҡтар |
1890-се йылдар · 1900-се йылдар — 1910-се йылдар — 1920-се йылдар · 1930-се йылдар |
Быуаттар |
XIX быуат — XX быуат — XXI быуат |
Григориан стилендә | 1917 MCMXVII |
Юлиан стилендә | 1916 — 1917 ( 14 ғинуар) |
Рим нигеҙләнгән көндән | 2669 — 2670 ( 4 майҙан) |
Константинополь эраһы | 7425 — 7426 ( 14 сентябрҙән) |
Йәһүд календары |
5677 — 5678 ה'תרע"ז — ה'תרע"ח |
Мосолман календары | 1335 — 1337 |
Боронғо әрмән календары | 1366 ԹՎ ՌՅԿԶ |
Ҡытай календары | 4613 — 4614 (с 23 ғинуар) 丙辰 — 丁巳 красный дракон — красная змея |
Эфиопа календары | 1909 — 1910 |
Боронғо һинд календары | |
- Викрам самват | 1973 — 1974 |
- Шака самват | 1839 — 1840 |
Иран календары | 1295 — 1296 |
1917 (бер мең туғыҙ йөҙ ун етенсе) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса дүшәмбе көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1917 йылы, 2 мең йыллыҡтың 917 йылы, XX быуаттың 17 йылы, XX быуаттың 2 ун йыллығының 7 йылы, 1910 йылдарҙың 8 йылы.
Ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 23 февраль (8 март) — Рәсәй империяһында Февраль революцияһы башлана.
- июль, август, декабрь — Ырымбурҙа һәм Өфөлә I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары уҙа.
- 25 октябрь (7 ноябрь) — Рәсәйҙә Октябрь революцияһы була.
- 15 ноябрь (29 ноябрь) — Башҡортостан автономияһы ойошторола.
Тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Латипов Ғабдрахман Хәким улы — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 8 ғинуар — Исмәғилев Заһир Ғариф улы (1917—2003), атаҡлы башҡорт композиторы, БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы.
- 17 ғинуар — Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 4 март — Львов Михаил Давыдович, рус шағиры.
- 15 май — Сайранов Садиҡ Уйылдан улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 5 июнь — Абдуллин Әнүәр Абдулла улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 15 сентябрь — Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы, РСФСР-ҙың (1989) һәм БАССР-ҙың (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор.
- 22 октябрь — Ҡарамышев Лотфулла Ғибәҙулла улы, совет партия эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- 1 ноябрь — Кулиев Ҡайсын Шувай улы, балҡар совет шағиры, Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының халыҡ шағиры.
- 19 ноябрь — Индира Ганди, Һиндостандың сәйәси эшмәкәре, 1966—1977 һәм 1980—1984 йылдарҙа Һиндостандың премьер-министры.
- 21 декабрь — Воловик Михаил Яковлевич, рус шағиры, сатира һәм юмор оҫтаһы, тәржемәсе.
Вафат булғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2 февраль — Зәйнулла Рәсүлев, күренекле башҡорт дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе.
- 16 февраль — Октав Мирбо, француз яҙыусыһы һәм драматургы.
- 9 декабрь — Богданович Максим Әҙәм улы, белорус шағиры, публицисты, әҙәбиәтсеһе, тәржемәсеһе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йыл Викимилектә | |
1917 йыл Викияңылыҡтарҙа |