ГУАМ
Демократия һәм иҡтисади үҫеш өсөн ойошма — ГУАМ (рус. Организация за демократию и экономическое развитие — ГУАМ) — 1997 йылда Грузия, Украина, Әзербайжан һәм Молдавия (1999—2005 йылдарҙа ойошмаға Үзбәкстан да инә) тарафынан ойошторолған төбәк ойошмаһы (ойошманың хартияһына — 2001 йылда, уставына 2006 йылда ҡул ҡуйыла). Ойошманың атамаһы уға ингән ил исемдәренең беренсе хәрефтәренән яһалған. Үзбәкстан унан сыҡҡансы ойошма ГУУАМ тип атала.
Тәүшарттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдар уртаһында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең артабанғы үҫешендә ике юл төҫмөрләнә. Беренсеһе — тотош Берләшмә сиктәрендә интеграцияны һаҡлап ҡалырға тырышыу, икенсеһе — уртаҡ мәнфәғәттәре булған дәүләт төркөмдәренең иҡтисади һәм/йәки хәрби-сәйәси өлкәлә хеҙмәттәшлеген үҫтереү[1].
ГУАМ шундай ойошмаларҙың береһе булыр тип күҙаллана. Европа һәм халыҡ-ара структураларға йүнәлгәнлек уның төп һыҙаты була. Берлектең инициаторҙары БДБ сиктәренән тышта эш итә. Әммә уға ингән дәүләттәрҙең Рәсәйҙән иҡтисади, тәү сиратта энергетик бойондороҡлолоҡто йомшартыу маҡсаты тураһында ла фекерҙәр ишетелә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грузия, Украина, Әзербайжан һәм Молдавияның ГУАМ сиктәрендәге хеҙмәттәшлегенә башланғыс 1997 йылдың 10 октябрендә Страсбургта был илдәрҙең президенттарының Европа Советы саммитында осрашыуында һалына[2]. Шунда уҡ ГУАМ берлеген «консультатив форум» статусында таныу тураһында рәсми коммюнике ҡабул ителә. 1999 йылдың апрелендә форумға Үзбәкстан ҡушыла. 2000 йылдың сентябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мең йыллыҡтағы саммитында ГУАМ-ды ойоштороу маҡсаттарын һәм эшмәкәрлеген көйләгән меморандум ҡабул ителә. 2001 йылдың 6 — 7 июлендә Украинала Ялта ҡалаһында ГУУАМ саммиты үтә, унда ҡатнашҡан дәүләт башлыҡтары Хартияға ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә консультатив форум халыҡ-ара төбәк ойошмаһы статусын ала. Хартияла ГУУАМ-дың маҡсаттары ғына түгел, ойоштороу структуралары ла билдәләнә.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әммә ойошма тотороҡһоҙ була: 2002 йылда Үзбәкстан ГУУАМ-дан сығыу ниәте тураһында белдерә. Президент Ислам Кәримов илдең ойошманан сығыуы тураһында 2005 йылдың майында рәсми иғлан итә[3].
ГУАМ бер нисә йыл буйы һүлпән эшләй. Мәҫәлән, ойошманың Ялталағы кәңәшмәһендә (2004) биш лидерҙың икеһе генә ҡатнаша. Украиналағы Ҡыҙғылт һары революциянан һуң, 2005 йылдың февраль-мартында Украина, Грузия һәм Молдавия лидерҙары араһында ике яҡлы осрашыуҙар үтә[4]. Март башында, Молдавияла парламент һайлауҙары алдынан, Михаил Саакашвили Кишинёвта була, ә быға тиклем молдаван президенты Владимир Воронин Киевҡа килә, унда Украина-Молдавия хеҙмәттәшлеге тураһында уртаҡ белдереүгә ҡул ҡуйыла.
2005 йылдың 22 апрелендә Кишинёвта ГУАМ саммиты үтә. ГУАМ ағзаһы булған дәүләттәр, Украина президенты Виктор Ющенко белдереүенсә, «үҙҙәрен СССР ярсыҡтары итеп тойоуҙан туҡтанылар» һәм элекке Союз киңлектәрендә «демократик революцияларҙың өсөнсө тулҡыны» локомотивы булырға йыйыналар. Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов саммитта ҡатнашыуҙан баш тарта. Саммитта «Демократия, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш өсөн» декларацияһы һәм «Балтик буйынан Ҡара диңгеҙгә тиклем демократия урынлаштырып» тигән берлектәге мөрәжәғәт ҡабул ителә. Белоруссияла буласаҡ президент һайлау алдынан саммитта ҡатнашыусылар был илдә «демократияны үҫтерергә» йыйыныуҙары тураһында белдерә. Грузия президенты Михаил Саакашвили Белоруссияла «демократия һәм азатлыҡ» булмауына зарлана һәм белорус халҡының «ирекле һайлауға» һәм Европаса үҫешкә хоҡуҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Литва президенты Валдас Адамкус киҫкен белдереү менән сығыш яһай: «Президент Лукашенко автократия, дәүләттең дә, белорус халҡының да үҙ эсенә бикләнеүенә табан торған һайын йылдамыраҡ хәрәкәт итә». Саммитҡа саҡырылмаған Рәсәй Саакашвилиҙың һүҙҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмай. «Саакашвили үҙен мессия итеп тоймаһын», — ти Рәсәйҙең Молдавиялағы илсеһе Николай Рябов һәм Саакашвилиға «Белоруссияны тынғыла ҡалдырырға» һәм үҙ илендәге проблемалар менән булашырға кәңәш итә.
2006 йылдың 22—23 майында Киевта ГУАМ-дың Беренсе саммиты була. Унда ойошманы үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡатнашыусы илдәр ирекле сауҙа зонаһын булдырыу тураһында протоколға ҡул ҡуя. Яңы халыҡ-ара ойошма — «Демократия һәм иҡтисади үҫеш өсөн ойошма — ГУАМ» төҙөү тураһында декларацияға һәм уның уставына ҡул ҡуйыла[5].
2006 йылдың 24 майында Румыния ГУАМ-ға инергә теләк белдерә [6].
2006 йылдың 14 сентябрендә БМО-лағы киҫкен көрәштән һуң Генераль Ассамблеяның Нью-Йоркта башланған 61-се сессияһында элекке СССР-ҙың «туңдырылған конфликттары» тураһындағы мәсьәлә күтәрелә. Был Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыусыларының Приднестровье, Абхазия һәм Көньяҡ Осетияның конфликттар барған зоналарындағы эшмәкәрлеген донъя йәмәғәтселегенең һөҙөмтәһеҙ тип таныуын раҫлай. Нью-Йоркта ГУАМ илдәренең дипломаттары был ҡарарҙы ГУАМ-дың сәйәси әһәмиәте үҫеү күрһәткесе тип баһалай.
2006 йылдың 25 сентябрендә Нью-Йоркҡа БМО Генераль Ассамблеяһының 61-се сессияһына килгән ГУАМ ағзаларының сит ил эштәре министрҙары БДБ-ла туңдырылған конфликттарҙы көйләү барышын тикшерә. Осрашыуға Рәсәй саҡырылмай, уның ҡарауы АҠШ дәүләт секретары ярҙамсыһы Дэвид Крамер ҡатнаша. Осрашыуҙа Грузия һәм Молдавияның конфликтлы төбәктәрендә Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыусыларын үҙҙәренең полиция көстәре менән алмаштырырға һөйләшеп килешәләр. Был килешеүҙе тормошҡа ашырыу билдәһеҙ мөҙҙәткә кисектерелә.
2007 йылдың 18 һәм 19 июнендә Баҡыла (Әзербайжан Республикаһы) "Демократия һәм иҡтисади үҫеш өсөн ойошма — ГУАМ"-дың икенсе саммиты үтә. «ГУАМ: континенттарҙы берләштереп» тигән лозунг аҫтында уҙған был саммитта ағза дәүләттәр башлыҡтары советының, сит ил эштәре министрҙары советының ултырыштары, ГУАМ — АҠШ, ГУАМ — Япония, ГУАМ — Польша осрашыуҙары, милли координаторҙар советының ултырышы, тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәренең ултырыштары була[7].
Дәүләт башлыҡтары советы «ГУАМ: континенттарҙы берләштереп» тигән Баҡы декларацияһына ҡул ҡуя. Унда энергетик хәүефһеҙлеккә, ағза илдәрҙең транзит мөмкинлектәрен файҙаланыуға, шулай уҡ халыҡ-ара терроризм, агрессив сепаратизм һәм экстремизм, трансмилли ойошҡан енәйәтселек менән көрәш мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә[8].
ГУАМ-дың өсөнсө саммиты 2008 йылдың 30 июне — 1 июлендә Батумиҙа (Грузия) була. Унда 25 дәүләттең һәм халыҡ-ара ойошманың дделегациялары ҡатнаша. Сара сиктәрендә ГУАМ+АҠШ, ГУАМ+Евросоюз, ГУАМ+Япония форматтарында осрашыуҙар үтә. Саммитта бер нисә документҡа, шул иҫәптән «ГУАМ — Европаның көнсығышын берләштереп» Батуми декларацияһына ҡул ҡуйыла, уны 5 дәүләттең — Әзербайжан, Украина, Грузия, Литва һәм Польшаның — президенттары хуплай[9].
2010 йылдың башында ул саҡтағы Украина президентлығына кандидат Виктор Янукович ГУАМ-дың эшмәкәрлегенән файҙа кәмеүе тураһында белдерә [10][11][12][13].
Әммә 2015 йылдан ГУАМ-ға ҡыҙыҡһыныу йәнә әүҙемләшә. 2015 йылдың 3 декабрендә ГУАМ — Япония осрашыуы сиктәрендә хеҙмәттәшлек программаһына ҡул ҡуйыла[14].
2017 йылдың 27 мартында Киевта Ойошма ҡатнашыусыларының саммиты үтеп, унда ГУАМ сиктәрендә ирекле сауҙа һәм транспорт коридоры тураһындағы мәсьәлә ҡарала[15].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Язькова А. Саммит ГУАМ: намеченные цели и возможности их реализации // Европейская безопасность: события, оценки, прогнозы. — Институт научной информации по общественным наукам РАН, 2005. — В. 16. — С. 10-13.
- ↑ Торкунов А.В., Тюлин И.Г., Мельвиль А.Ю. и др. Региональные организации на пространстве СНГ // Современные международные отношения и мировая политика: учебник. — М.: Просвещение, 2005. — С. 855-856. — 990 с. — ISBN 5-09-014523-7.
- ↑ Шестаков, Евгений. ГУУАМ потеряло букву, Российская газета (6 мая 2005). 22 июнь 2010 тикшерелгән.
- ↑ Манекин Р. В. СНГ- ГУАМ: испытание Украиной? 2019 йыл 11 ноябрь архивланған. // Kreml.org, 3 мая 2005
- ↑ Организация за демократию и экономическое развитие - ГУАМ . Официальный сайт организации. Дата обращения: 22 июнь 2010. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 17 август архивланған.
- ↑ Румыния намерена вступить в ГУАМ // Gazeta.ua. 24.05.2006
- ↑ В Баку сегодня начинает работу саммит ГУАМ 2014 йыл 6 август архивланған.
- ↑ Бакинская Декларация «ГУАМ: Объединяя континенты» 2017 йыл 30 сентябрь архивланған.
- ↑ Когда в товарищах согласья нет: Третий саммит ГУАМ в Батуми 2016 йыл 28 август архивланған.
- ↑ Кавказский Узел | Виктор Янукович: деятельность ГУАМ сейчас неактуальна 2014 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ ВЗГЛЯД / Янукович назвал деятельность ГУАМ неактуальной
- ↑ Янукович считает ГУАМ бесполезной и потерявшей актуальность организацией. REGNUM (4 февраля 2010). Проверено 25 февраля 2013. 26 февраля 2013 года.
- ↑ Янукович: деятельность ГУАМ сейчас неактуальна — Газета. Ru | Новость
- ↑ ГУАМ подписала программу сотрудничества с Японией — УНИАН, 03.12.2015
- ↑ ЗВТ і транспортний коридор у рамках ГУАМ обговорюють на саміті організації в Києві (укр.), Радіо Свобода. 27 март 2017 тикшерелгән.(укр.), Радіо Свобода. 27 март 2017 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт ГУАМ
- Новости СНГ, ЕЭП, ЕврАзЭС, ГУАМ
- Президент Молдавии Владимир Воронин: «Я нигде не заявлял о том, что мы выходим из ГУАМ» — «РОЛ», 23 июля 2008
- Л. М. Григорьев, М. Р. Салихов «ГУАМ — пятнадцать лет спустя» 2013 йыл 25 октябрь архивланған. // Институт Энергетики и Финансов, 2007