Туҡ-Соран кантоны
Туҡ-Соран кантоны | |
---|---|
Туҡ-Соран кантоны | |
Ил | Башҡортостан автономияһы Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Иҫке Ғүмәр ауылы |
Ойошторолған | 1917 |
Майҙаны | 2 436 км² |
Халҡы | 36 183 кеше (1920) |
Берләштерә | Ҡыпсаҡ, Яңы-Башҡорт, Йомран-Табын һәм Туҡ улустар |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Туҡ-Соран кантоны (рус. Ток-Суранский кантон, Ток-Чуранский кантон) — Башҡортостан кантоны.
Административ үҙәге – Иҫке Ғүмәр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Туҡ-Соран кантоны ла була.
1922 йылда 5 октябрендә Туҡ-Соран кантоны ваҡытлыса Стәрлетамаҡ кантонына буйһондоролған.
Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1921 йылдың 3 октябрҙың ҡарары буйынса Люксембург улусы (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) — Һамар губернаһына, Уран улусы (Йомран-Табындан) Ырымбур губернаһы ҡушылған. 1922 йылда кантонда 6 амбулатория эшләгән.
1923 йылдың 10 февралендә Бәләбәй кантоны Туҡ‑Соран кантоны ҡушыла. 1924 йылда 21 октябрҙә Туҡ-Соран улусы Ырымбур губернаһы күсә.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ильясов Абдрахман (1918)
- Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (1917-1920)
- Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1921-1922)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нуғаева Ф. Ғ. Туҡ-Соран кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.