Amazon (компания)
Amazon.com, Inc. (э́мазон ком инко́рпоре́йтед тип әйтелә, урыҫ һәм башҡорт телдәрендә амазон тиелә) — АҠШ-тағы компания, Интернет аша тауар һәм хеҙмәттәр һатыуҙа әйләнеше буйынса донъялағы иң эре компания[36], киң һорау менән файҙаланған тауарҙарҙы һатыусы иң тәүге интернет-сервистарҙың береһе. Штаб-фатиры Сиэтлда (Вашингтон штаты) урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Amazon.com 1994 йылда Америка эшҡыуары Джефф Безос тарафынан ойошторола, ә 1995 йылда сайты эшләй башлай. Компанияға атама донъялағы иң күп һыулы Амазонка йылғаһы хөрмәтенә бирелә[37]. Тәүҙә сайтта китаптар ғына һатыла. Магазин 1998 йылдың июнендә — музыкаль дисктар, ноябрҙә видеопродукция һата башлай. Унан һуң ассортиментҡа бер-бер артлы MP3-яҙмалар, программа тәьминәте тауарҙары, видеоуйындар, электроника, кейем, мебель, аҙыҡ-түлек һәм уйынсыҡтар индерелә[38].
Тәүге эш өҫтәлен Amazon.com хужаһы иҫке ишектәрҙән яһап алған, тигән легенда йәшәй. Бөгөн дә компанияла ишектәрҙән эшләнгән өҫтәлдәр бар, әммә аҡсаһыҙлыҡтан түгел, ә хужалыҡсан булыу кәрәклеген иҫкә төшөрөп торһон өсөн ҡуйылғандар[39].
Amazon.com тәү башлап акцияларын 1997 йылдың 15 майында NASDAQ-ҡа урынлашыра.
2006 йылда Аmazon Shopbop компанияһын һатып ала [40].
2010 йылда Amazon 545 миллион долларға Quidsi (Diapers.com) компанияһын ала[41].
2011 йылда Amazon.com компанияһында 30 мең хеҙмәткәр эшләй[42].
2012 йылда корпорация келәт роботтары етештереүсе Kiva Systems (әлеге ваҡытта — Amazon Robotics) компанияһын ала. Был роботтар тауарҙар менән эште автоматлаштырыу өсөн кәрәк була. Уолл-стрит аналитиктары баһалауынса, келәт операцияларын автоматлаштырыу өсөн роботтар ҡулланыу Amazon'ға заказдарҙы әҙерләү сығымдарын 40 процентҡа кәметә[43].
2014 йылдың 9 октябрендә Amazon Манхэттенда (Нью-Йорк) үҙенең тәүге офлайн-магазинын асыуы тураһында хәбәр итә[44]. Бер аҙҙан Сан-Францискола кибет аса[45].
2016 йылдың 7 декабрендә Джефф Безос Amazon'дың заказды тәүге тапҡыр пилотһыҙ осҡос аппарат менән илтеүе тураһында белдерә[46].
2016 йыл аҙағына компанияла 180 мең кеше эшләй[47][48].
2017 йылда Амазон 14 миллиард долларға Whole Foods компанияһын һатып ала[49].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта Amazon.com тауарҙарҙың 34 категорияһы менән эшләй, улар араһында электрон китаптар, көнкүреш электроникаһы, балалар уйынсыҡтары, аҙыҡ-түлек, хужалыҡ тауарҙары, спорт тауарҙары һәм башҡа күп төрлө әйберҙәр бар.
Компанияның АҠШ-тан тыш Бразилияла, Канадала, Бөйөк Британияла, Германияла, Японияла, Францияла, Италияла, Испанияла, Һиндостанда һәм Ҡытайҙа филиалдары бар.
Amazon.com беренсе булып Интернеттың ҡәҙимге магазиндан айырмалы бик күп клиенттар менән эшләү, келәттә булған тауарҙарҙан күпкә артыҡ тауар күләме менән эш итеү кеүек мөмкинлектәрен файҙалана.
Интернет-магазин уңайлыҡтарының береһе — һатып алыусыларҙың һатып алған тауарҙар тураһында фекер яҙыуы, уларҙы баһалауы. Был башҡаларға сифатлы әйберҙәр һайларға ярҙам итә.
Коммерция уртаҡсылығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 18 октябрендә Amazon.com иң билдәле комикстар нәшриәте DC Comics менән уртаҡсылыҡ төҙөүе тураһында белдерә. Килешеүгә ярашлы, Amazon иң популяр комикстарға, шул иҫәптән «Супермен», «Бэтмен», «Йәшел Фонарь», «Ҡом кеше» һәм «Һаҡлаусылар»ҙың электрон версияларына эксклюзив хоҡуҡ ала. Яңы уртаҡсылыҡҡа ярашлы, Amazon'дың төп конкуренты Barnes & Noble был комикстарҙың электрон версияларын үҙенең интернет-магазинынан алып ташларға тейеш була. Ә комикстарҙы был ваҡиғанан өс көн элек Amazon компанияһы тарафынан һатыла башлаған Kindle Fire планшеты ярҙамында ғына һатып алып була.
Amazon'да эшләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Amazon иҫ киткес ҡаты (хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, «фашистарса») эш шарттары менән дан тота[50]. Компания метрикалар системаһын, хеҙмәткәрҙәр араһында ярыш һәм негатив һайлау алымдарын ҡуллана, һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙәр «мөмкинлектәренең сигенән сығырға» йә эштә «янырға» мәжбүр.
Патенттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдың 5 апрелендә Amazon'дың тауар һаҡлау һәм һатыуҙың дирижаблдәр һәм пилотһыҙ аппараттар файҙаланған системаһын патентлау ғаризаһы теркәлә[51][52].
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Джефф Безос (1996 йылдан компанияның директоры) — иң күп акция тотоусы. Томас Шкутек 2002—2015 йылдарҙа финанс директоры була, әле был вазифаны Брайен Олсавацки биләй.
Акционерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың майына ҡарата Джефф Безос акцияларҙың 16 процентына (79,896,638) эйә[53].
Amazon.com акцияларын тотоусылар реестры (2016 йылдың 31 декабренә ҡарата)[54][55]
Акционер | Акциялар һаны | Процент |
---|---|---|
The Vanguard Group, Inc. | 25,136,813 | 5.27 |
T. Rowe Price Associates, Inc. | 20,919,431 | 4.38 |
FMR Co., Inc. | 19,330,079 | 4.05 |
Capital World Investors | 16,942,267 | 3.55 |
State Street Global Advisors, Inc. | 16,357,782 | 3.43 |
Capital Research Global Investors | 10,725,819 | 2.25 |
BlackRock Institutional Trust Company, N.A. | 10,490,760 | 2.20 |
Baillie Gifford Overseas Limited | 7,442,632 | 1.56 |
BlackRock Fund Advisors | 5,219,225 | 1.09 |
Invesco Advisers, Inc. | 4,885,742 | 1.02 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Amazon.com, Inc. Annual Report 2016 (ингл.) — 2017.
- ↑ https://www.businessinsider.in/strategy/how-amazon-got-its-name/articleshow/64068170.cms
- ↑ 3,0 3,1 https://edition.cnn.com/2021/05/26/tech/jeff-bezos-andy-jassy-amazon-ceo/index.html
- ↑ https://www.cnbc.com/2021/02/02/jeff-bezos-to-step-down-as-amazon-ceo-andy-jassy-to-take-over-in-q3.html
- ↑ годовой отчёт
- ↑ пресс-релиз
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 https://ir.aboutamazon.com/officers-and-directors/default.aspx
- ↑ https://ir.aboutamazon.com/officers-and-directors/person-details/default.aspx?ItemId=77e8eab4-2746-4dae-8676-0e6e13d81f3f
- ↑ https://web.archive.org/web/20221002011211/https://www.bizjournals.com/seattle/news/2021/11/12/amazon-board-member-announces-retirement.html
- ↑ https://techcrunch.com/2010/12/17/rubinstein-amazon-board/#:~:text=Former%20Palm%20CEO%20Jon%20Rubinstein,of%20Palm%20earlier%20this%20year.
- ↑ https://www.geekwire.com/2012/amazon-board-adds-fannie-mae-doj-official-jamie-gorelick/
- ↑ 12,0 12,1 https://ir.aboutamazon.com/officers-and-directors/person-details/default.aspx?ItemId=6dc74367-94cb-4df6-8f90-c7883edda646
- ↑ https://www.geekwire.com/2014/former-mtv-ceo-judy-mcgrath-joins-amazons-board/#:~:text=Former%20MTV%20Networks%20CEO%20Judy,an%20SEC%20filing%20this%20morning.
- ↑ https://ir.aboutamazon.com/officers-and-directors/person-details/default.aspx?ItemId=23163ac5-9ede-4917-ad81-8c152448be62
- ↑ https://www.geekwire.com/2016/amazon-names-cornell-tech-founding-dean-xerox-veteran-daniel-huttenlocher-board/#:~:text=Amazon%20announced%20today%20that%20Daniel,founding%20dean%20and%20vice%20provost.
- ↑ https://www.wsj.com/articles/former-pepsico-ceo-indra-nooyi-joins-amazons-board-11551134301#:~:text=Indra%20Nooyi%2C%20the%20former%20chief,her%20to%20its%20audit%20committee.
- ↑ https://www.reuters.com/article/amazon-board/ex-nsa-chief-keith-alexander-joins-amazon-board-idUSKBN261066
- ↑ https://www.geekwire.com/2021/andy-jassy-will-join-amazons-board-directors-takes-ceo-reins-jeff-bezos/
- ↑ пресса
- ↑ https://internetassociation.org/our-members/
- ↑ https://www.w3.org/Consortium/Member/List
- ↑ https://www.sdcard.org/about_sda/member_companies/index.html
- ↑ https://zigbeealliance.org/members/
- ↑ https://fidoalliance.org/members/
- ↑ https://www.linuxfoundation.org/cloud-containers-virtualization/amazon-web-services-joins-cloud-native-computing-foundation-as-platinum-member/
- ↑ https://sia.org/about-sia/sia-members-list/
- ↑ https://web.archive.org/web/20240407132217/https://ccianet.org/about/members/
- ↑ 28,0 28,1 28,2 Amazon.com, Inc. Annual Report 2021 SEC 10-K (ингл.)
- ↑ 29,0 29,1 29,2 https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/0001018724/000101872424000008/amzn-20231231.htm — 2024.
- ↑ Forbes Amazon (AMZN) Stock Key Data (ингл.)
- ↑ 31,0 31,1 31,2 https://ir.aboutamazon.com/node/33061/html
- ↑ http://www.imdb.com/pressroom/
- ↑ https://www.theverge.com/2019/3/12/18261081/amazon-buys-eero-official-keeps-privacy-policy
- ↑ https://www.prnewswire.com/news-releases/amazon-and-irobot-sign-an-agreement-for-amazon-to-acquire-irobot-301600720.html
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Джим Карлтон. Amazon подорожала на 22 % // Ведомости, № 137 (1911), 26 июля 2007
- ↑ Математика, коммерция и космос: биография основателя Amazon Джеффа Безоса (рус.), vc.ru (28 июль 2017). 7 август 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 7 август архивланған.
- ↑ Ребекка Саундерс. Бизнес-путь: Amazon.com. Секреты самого успешного в мире веб-бизнеса = Business the Amazon.com Way: Secrets of the World's Most Astonishing Web Business. — ISBN 5-94371-422-7.
- ↑ Дэвид Коэн, Брэд Фелд. Стартап в Сети: Мастер-классы успешных предпринимателей = TechStars Lessons To Accelerate Your Startup. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 338 с. — (2-е изд.). — ISBN 978-5-9614-4490-2.
- ↑ Amazon buys online fashion retailer Shopbop . ft.com. Дата обращения: 29 декабрь 2017.
- ↑ Confirmed: Amazon Spends $545 Million On Diapers.com Parent Quidsi . techcrunch.com. Дата обращения: 29 декабрь 2017.
- ↑ Amazon - Press Room - Press Release . phx.corporate-ir.net. Дата обращения: 13 ғинуар 2017. 2017 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Мартин Форд. Роботы наступают. Развитие технологий и будущее без работы = Rise of the Robots: Technology and the Threat of a Jobless Future. — М.: Альпина нон-фикшн, 2016. — 430 p. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91671-587-3.
- ↑ David Pierce. Amazon is about to open its first-ever physical store in New York City (инг.), The Verge (October 9, 2014). 12 ғинуар 2015 тикшерелгән.
- ↑ Amazon slated to open pop-up retail store in upscale San Francisco mall — GeekWire
- ↑ Amazon впервые доставил заказ с помощью беспилотника — Meduza (рус.), Meduza. 13 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Amazon - Press Room - Press Release . phx.corporate-ir.net. Дата обращения: 13 ғинуар 2017. 2017 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Amazon пообещал создать в США сто тысяч рабочих мест — Meduza (рус.), Meduza. 13 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Why Amazon Bought Whole Foods . theatlantic.com. Дата обращения: 13 ғинуар 2017.
- ↑ За кулисами Amazon 2015 йыл 7 декабрь архивланған.
- ↑ United States Patent: 9305280 . patft1.uspto.gov. Дата обращения: 10 ғинуар 2017. 2021 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Amazon разработал проект летающей системы хранения и доставки товаров — Meduza (рус.), Meduza. 10 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Amazon.com, Inc. (AMZN)
- ↑ Amazon.com, Inc. (AMZN) Institutional Ownership & Holdings (ингл.). NASDAQ.com. Дата обращения: 31 декабрь 2016.(инг.). NASDAQ.com. 31 декабрь 2016 тикшерелгән.
- ↑ AMZN — информация о владельцах для Amazon.com (ингл.). MSN Финансы. Дата обращения: 31 декабрь 2016.(инг.). MSN Финансы. 31 декабрь 2016 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Robert Spector. Amazon.com: Get Big Fast — Inside the Revolutionary Business Model That Changed the World. — Harper Collins Publishers, 2001. — ISBN 0-06-662041-4.
- Mike Daisey. 21 Dog Years. — Free Press, 2002. — ISBN 0-7432-2580-5.
- Mara Friedman. Amazon.com for Dummies. — Wiley Publishing, 2004. — ISBN 0-7645-5840-4.
- James Marcus. Amazonia: Five Years at the Epicenter of the Dot.Com Juggernaut. — W. W. Norton, 2004. — ISBN 1-56584-870-5.
- Голубицкий С. М. Мучительное преодоление виртуальности: опыт Amazon.com . Дата обращения: 2 декабрь 2010. Архивировано из оригинала 25 май 2008 года. 2008 йыл 25 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Веб-сайт Amazon.com (инг.)(инг.)