Эстәлеккә күсергә

Slum Dwellers International

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Slum Dwellers International / Shack Dwellers International
Нигеҙләү йылы

1996

Нигеҙләүселәр

Джокин Арпутхам

Урыны

Кейптаун, КАР

Эшмәкәрлек өлкәһе

социаль эшҡыуарлыҡ, микрокредитлау

Слоган

Leading Slum Dwellers around the World to Improve Their Cities

Веб-сайт

sdinet.org

Slum Dwellers International (Емерек өйҙәрҙең халыҡ-ара йәшәүселәре) — Кейптаун ҡалаында урынлашҡан халыҡ-ара коммерциялы булмаған ойошма. 1996 йылда Һиндостанда эшләгән Джокин Арпутхам һәм урындағы емерек өйҙәрҙе йәшәүселәр был ойошмаға нигеҙ һалалар. «Slum Dwellers International» маҡсаты — үҙенең мәнфәғәттәрен эффектив яҡлау һәм тормош шарттарын яҡшыртыр өсөн емерек өйҙәрҙең йәшәүселәрен берләштереү, шул өйҙәрҙә тороусыларҙы үҙҙәренең райондарын яҡшыртыу эштәрендә эшләтер өсөн дәүләт һәм халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу. «Slum Dwellers International» программалары донъяның 500 ҡалаһында булған 15 мең емерек өйҙәрҙен ылыҡтыра (1 миллион кешенән артыҡ). Ойошманың милли хөкүмәттәре менән 20 килешеаүе бар, ул 130 мең ғаиләгә ер алырға ярҙам итә[1][2][3][4][5].

Ҡалаларҙағы ярлыларға голобаль солидарлыҡ 1990-сы йылдарҙа, Көньяҡ Америкаһының емерек өйҙәрҙә йәшәүселәре һәм Мумбай ҡалыһының өйһөҙ булған кешеләр араһында бәйләнештәр килгән саҡта, тыуа. «Slum Dwellers International» Джокин Арпутхам етәкселеге аҫтында емерелгән, бәлкәй һәм насар өйҙәрҙә тороусыларҙы федерацияларға һәм профсоюздарға берләштерә, уларға тәжрибәһе менән алмашырға ярҙам итә, трущобаларҙың етәкләү структураларына ҡатын-ҡыҙҙарҙы индерә, ярлылар өсөн приюттар, үҙ-ара ярҙам кассаларын, һаҡлап тотоу һәм кредитлы учреждениялар ойоштора. Ойошманың икенсе эше — шул насар өйҙәрҙең хужаларын уларҙың тормошон үҙгәртә алған (өйҙәр, һыу үткәргестәр, канализациялар, дауаханалар, медицина пунктарын һәм мәктәптәрҙе төҙөү) дәүләт органдары, төрлө хәйриә фондтары һәм социаль предприятиелар менән бәйләү[6].

«Slum Dwellers International» айырым программалары һаҡлап тотоу һәм кредитлы учрежденияларҙы микрофинанслау ярҙамында трущобаларҙың берләшмәләрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы лидер позицияларына урынлаштырыуға йүнәлгән. «Slum Dwellers International» бүлексәләре ошо илдәрҙә бар:Һиндостан, Непал, Шри-Ланка, Пакистан, Филиппин, Таиланд, КАР, Кения, Намибия, Эсватини, Зимбабве, Уганда, Малави, Лесото, Танзания, Замбия, Ангола, Сьерра-Леоне, Буркина-Фасо, Гана, Нигерия, Ботсвана, Того, Либерия, Мысыр, Бразилия, Аргентина, Боливия, Колумбия һәм Гаити Республикаһы.

«Slum Dwellers International» халыҡ йәшәгән урындар буйынса БМО программаһы, Санта-Фе институты, Билл һәм Мелинда Гейтс фонды, Форд фонды, Сколл фонды, «Habitat for Humanity International», «Cities Alliance», «Association of African Planning Schools», «Swedish International Development Cooperation Agency» һәм Арджун Аппадураи менән эшләй[7][8][9]. В 2007 году Slum Dwellers International основала Urban Poor Fund International (UPFI)[10]. 2014 йылда «Slum Dwellers International» Сколл фондынан социаль эшҡыуарлыҡ өсөн премия ала.

  1. 2014 Skoll Awardees (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 10 сентябрь архивланған.
  2. Slum Dwellers International (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 12 май 2015.
  3. Jockin Arputham: from slum dweller to Nobel Peace Prize nominee (ингл.). The Guardian. Дата обращения: 12 май 2015.
  4. Creating communities of slum dwellers in Uganda (ингл.). The World Bank. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 28 сентябрь архивланған.
  5. TEDx Talk: A small change to aid, a big impact on urban poverty (ингл.). International Institute for Environment and Development. Дата обращения: 12 май 2015.
  6. Jockin Arputham (ингл.). Skoll Foundation. Дата обращения: 12 май 2015.
  7. Background (ингл.). CGLUA. Дата обращения: 12 май 2015.
  8. SFI takes first steps toward a science of slums (ингл.). Santa Fe Institute. Дата обращения: 12 май 2015.
  9. ACHR / ACCA in India (ингл.). ACHR. Дата обращения: 12 май 2015. 2015 йыл 4 май архивланған.
  10. Urban Poor Fund International Financing Facility of Shack/Slum Dwellers International (ингл.). Дата обращения: 12 май 2015. 2012 йыл 10 октябрь архивланған.