Аҡсулпанов Аралбай Күсәрбай улы
Аралбай Аҡсулпанов | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылы, |
Үлгән ваҡыты | |
Вафат урыны |
Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы) Күсәрбай ауылы |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында 2-се Башҡорт атлы полкының ғәскәр старшинаһы, подпоручик (1812).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов 1783 йылда Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем-Юрматы улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы) Аҡсулпан (Күсәрбай) ауылында тыуған. Атаһы Күсәрбай Аҡсулпанов 1793 йылда дворянлыҡ титулын ала, 1798 йылдан 7-се башҡорт кантонының начальнигы вазифаһын үтәй. Аралбайҙың әсәһе — Айытбикә, Күсәрбай Аҡсулпановтың тәүге ҡатыны була[1].
1811 йылдың майында 7-се һәм 12-се кантон башҡорттарынан 2-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Аралбай Аҡсулпанов был полк составында полк старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1812 йылдың мартында Ватан һуғышы башланыу алдынан 1-се һәм 2‑се башҡорт полктары Рәсәй империяһының көнбайыш сиктәрендә була.
1812 йылдың 15 июлендәге Гродно губернаһы Кобрин янындағы алышта ҡатнаша. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1812 йылдың 15 июлендә Аралбай Аҡсулпанов подпоручик званиеһын ала[2], ә 1812 йылдың 18 июлендә 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[3][4].
1812 йылдың авгусында 2‑се Башҡорт полкы — Смоленск һуғышында, октябрҙә — Гродно губернаһы Слоним ҡалаһы янындағы һуғышта, Свислочь ауылын алыуҙа, Мстибово ауылы янындағы алышта, 1 ноябрҙә — Горностаевцы ауылы янындағы алышта ҡатнаша.
1813 йылдың башынан 2-се Башҡорт полкы Варшава герцоглығы, ә йәйенән — Германия кенәзлектәре территорияһында һуғыша. 1813 йылдың октябрендә был полк Дрезден өсөн алыштарҙа ҡатнаша[5]. 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.
Һуғыштан ҡайтҡас 7-се башҡорт кантоны начальнигының ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә[1].
1869 йылдың 4 мартында улдары Сәрбәжәб һәм Мерәҫ, ейәне Шәйхелислам менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була[6]. Бынан башҡа уның ике ҡатынынан Хәҙисә, Хөббөниса, Фәхерниса, Әсипьямал, Ғәҙәтбикә исемле ҡыҙҙары тыуа[1].
1835 йылда үҙенең туған ауылында вафат була[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены кавалеры (18 июль 1812 йыл)[3]
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры[7].
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Рәшит Шәкүр Күсәрбай ҡаһарманы.// «Йәшлек», июль 2013.
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 126
- ↑ 3,0 3,1 Асфатуллин С. Г., 2000, с. 31-32
- ↑ Бүләкләү тураһындағы указ:
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 120
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З., Ярмуллин А. Ш. Аҡсулпановтар // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1783 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Стәрлетамаҡ районында тыуғандар
- 1835 йылда вафат булғандар
- Ырымбур губернаһында вафат булғандар
- Стәрлетамаҡ районында вафат булғандар
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- 1812 йылғы Смоленск алышында ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Аҡсулпановтар