Аҡсурин Ренат Сөләймән улы
Аҡсурин Ренат Сөләймән улы | ||||||||||
Тыуған көнө | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны | ||||||||||
Вафат көнө | ||||||||||
Ил | ||||||||||
Ғилми даирәһе |
кардиохирургия | |||||||||
Эшләгән урыны |
ФГУ «Рәсәй кардиологик фәнни-етештереү комплексы» | |||||||||
Альма-матер |
И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институты | |||||||||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1985) | |||||||||
Ғилми исеме | ||||||||||
Награда һәм премиялары |
| |||||||||
Запись голоса Р. Акчурина | |
Записано 24 декабря 2012 | |
Помощь по воспроизведению |
Запись голоса Р. Акчурина | |
Записано 24 декабря 2012 | |
Помощь по воспроизведению |
Аҡсурин Ренат Сөләймән улы (2 апрель 1946, Әндижан, Андижанская область[d], Үзбәк ССР-ы[d], СССР — 6 октябрь 2024 (78 йәш)) — СССР һәм Рәсәй кардиохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы (1997) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы (2011) академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1998) һәм Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1991). СССР-ҙың (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының (2001) дәүләт премиялары, Рәсәй Хөкүмәте премияһы (2004) лауреаты. Почёт ордены кавалеры (1996). Рәсәй Йөрәк һәм ҡан тамырҙары кардиологик ғилми-етештереү үҙәгенең А. П. Мясников исемендәге клиник кардиология институтының хирургияһы бүлеге етәксеһе. Медицинала юғары технологияларҙы үҫтереү дәүләт программаһы етәксеһе (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ренат Сөләймән улы Аҡсурин 1946 йылдың 2 апрелендә Үзбәк ССР-ының Әндижан ҡалаһында уҡытыусылар ғәиләһендә тыуған. Милләте татар[1]. Әндижан медицина институтында уҡый. 1971 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын тамамлай. Медицина фәндәре докторы, профессор. СССР ПВО-һы зенит ракетаһы ғәскәрҙәренең элекке командующийы Рәсим Аҡсуриндың ағаһы.
1971 йылдан — участка табип-терапевы.
1972—1973 йылдарҙа — Реутовский ҡала дауаханаһында (Реутов Мәскәү өлкәһе) врач-травматолог. Шул уҡ ваҡытта, Мәскәүҙең 70-се дауаханаһында хирург һәм Мәскәү өлкәһенең Балашиха районында травматолог була.
1973—1975 йылдарҙа Бөтә союз хирургия ғилми-тикшеренеү институтында хирургия буйынса клиник һәм эксперименталь ординатурала эшләй.
СССР медицина фәндәре Академияһының Бөтә союз хирургия фәнни үҙәгендә ҡан тамырҙары микрохирургияһы бүлегендә:
1975 йылдың мартынан — кесе ғилми хеҙмәткәр.
1978 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1984 йылдан кардиохирургия өлкәһендә махсуслаша башлай. Шул йүнәлеш буйынса Хьюстон ҡалаһына билдәле америка хирургы Майкл Дебейка клиникаһында стажировкала була. Американан ҡайтҡас, Рәсәй кардиология фәнни-етештереү үҙәгенең (РАМН) А. Л. Мясников исемендәге кардиология клиник хирургия институтында йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы бүлегенә етәксе итеп тәғәйенләнә.
Ҡан тамырҙары һәм кардиохирургия өлкәһендә уникаль асыш яһаусы абруйлы белгес булып таныла. Реконструктив һәм пластик микрохирургия, аяҡ-ҡулдарҙың реконструктив һәм пластик хирургияһы буйынса танылыу ала. Шулай уҡ, коронар артериялары реконструктив микрохирургияһы, йөрәктең ишемия ауырыуы, ритмы боҙолоуын дауалау, йөрәк миокардын һаҡлау, лазер ангиопластика, йөрәкте күсереү өлкәләрендә эшләй. Илдә тәүгеләрҙән булып, аяҡ һәм ҡул бармаҡтарын, аяҡ табандарын күсереп ултыртыу (реплантация) операцияларын эшләй.
1996 йылда Рәсәй Федерацияһының беренсе президенты Б. Н. Ельциндың йөрәгенә коронар шунтирование операцияһын яһай[2].
300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. «Юғары технологиялар медицинаһы» программаһын төҙөүсе. М. Дебейки исемендәге халыҡ-ара хирургтар ойошмаһының директорҙар советы ағзаһы (1995). Рәсәй йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһының президумы ағзаһы (1994). Европа йөрәк һәм ҡан тамырҙары хирургияһы ағзаһы (2000). Рәсәй Дәүләт академия бәләкәй театрында Бағыусылыҡ советы ағзаһы.
Ғаилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән. Ике ул үҫтерә: Максим Ренат улы (1973), Андрей Ренат улы (1978—2004)[3].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фән һәм техника өлкәһендә СССР Дәүләт премияһы (28.10.1982)[4]]][4][./Акчурин,_Ренат_Сулейманович#cite_note-4 [4]]
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2.04. 1996)[5]
- Почёт ордены (2 мая 1996 года) — за заслуги перед государством и многолетний добросовестный труд[6]
- Орден Орла III степени (1997)
- Международный орден имени Пола Харриса от неправительственной международной благотворительной организации Ротари Интернешнл (1998).
- Командор ордена Заслуг (Перу, 1 июля 2000)[7].
- Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (2001) һәм (5.08. 2002)
- [8]
- Фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы (2004) .[9]
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены[9](2006)[10].
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2012)[11]
- Дуҫлыҡ ордены (31.03.2016)[12]
- Орден «Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (31.03. 2016) [13][14].
- Рәсәй Фәндәр академияһының Почёт грамотаһы (2016)[15].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Kein Mißtrauen mehr 2015 йыл 24 сентябрь архивланған. (нем.)(нем.)
- ↑ ЦФО / Новости Общественной палаты ЦФО /Сформирован полный состав Общественной палаты Центрального федерального округа 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
- ↑ Renat Aktschurin 2009 йыл 23 декабрь архивланған. (нем.)(нем.)
- ↑ Постановление ЦК КПСС, Совмина СССР от 28 октября 1982 года № 946 «О присуждении Государственных премий СССР 1982 года в области науки и техники»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 2 апреля 1996 года № 498-рп "О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации и памятным подарком Акчурина Р. 2016 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 2 мая 1996 года № 635 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Сondecorados: orden al merito por servicios distinguidos 2015 йыл 10 октябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 5 августа 2002 года № 831 «О присуждении Государственной премии Российской Федерации в области 2001 года в области науки и техники года»
- ↑ 9,0 9,1 Постановление Правительства Российской Федерации от 2 мая 2005 года № 109 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2004 года в области науки и техники» 2016 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ Ренат Акчурин награждён орденом «За заслуги перед Республикой Татарстан»
- ↑ Клуб московских врачей посетил с рабочим визитом Татарстан 2016 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 31 марта 2016 года № 142 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2016 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Указ Главы Кабардино — Балкарской Республики от 31 марта 2016 года, № 30-УГ "О награждении орденом «За заслуги перед Кабардино-Балкарской Республикой» Акчурина Р.(недоступная ссылка)
- ↑ Известный российский кардиохирург Ренат Акчурин награждён орденом «За заслуги перед Кабардино-Балкарской Республикой»(недоступная ссылка)
- ↑ Распоряжения Президиума РАН № 10105-200 от 13.04.2016 . ras.ru. Дата обращения: 2016-4-26.
Һылтанма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡсурин Ренат Сөләймән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 март 2021)
- Биография на сайте «Люди»
- 2 апрелдә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Андижанда тыуғандар
- 6 октябрҙә вафат булғандар
- 2024 йылда вафат булғандар
- Медицина фәндәре докторҙары
- РАМН академиктары
- РФА академиктары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштар өсөн ордены кавалерҙары»
- Ҡаҙаныштар ордены командорҙары (Перу)
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- СССР хирургтары