Бамберг
Бамберг (нем. һәм бав. Bamberg, Урта быуатта Babenberg, в-франк. Bambärch) — Үрге Франконияның округ ҡарамағындағы ҡалаһы, Германияның Бавария ере. Регниц йылғаһы эргәһендә урынлашҡан. Ҡала үҙидара үҙәге булып тора. Ҡалала Отто-Фридрих университеты урынлашҡан, дәүләт учреждениелары эшләй. Бамберг, Рим кеүек, ете тауҙа урынлашҡан. Урта быуаттарҙа Бамберг «Немец Римы» тип аталған. Бамберг соборында Климент II (рим папаһы) ерләнгән, ул Альптан төньяҡтараҡ ерләнгән берҙән-бер папа
Бамберг — Икенсе донъя һуғышында имен ҡалған Германиялағы боронғо ҡалаларҙың береһе һәм уның тарихи мираҫы өлөшө. 1993 йылда Бамберг ҡалаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
1945 — 2014 йылдар осоронда Бамбергта америка хәрбиҙәре урынлаша. 2014 йылдың сентябрендә улар ҡаланан сығып китә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- VII быуат — Йәмиғ тауында ҡәлғә ҡоролмаһы
- 902 йыл — Бабенбергтарҙың көнсығыш-франкырыуы биләмәһе составында.
- 997 йыл — Бамбергҡа (Babenberg) Изге Рим империяһы императоры Изге Генрих II һәм уның ҡатыны Кунигунда килә.
- 1007—1802 йылдар — Бамберг — бойондороҡһоҙ епископлыҡтың баш ҡалаһы: 1007 йылдың 7 майында Вюрцбургта буласаҡ Бамберг епископлығын урынлаштырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Король Вюрцбург епискобына Мейнинген маркграфлығы менән Мейнинген ауылын, Вальдорфты һәм Альтехендорф резиденцияһын бирә. Бының өсөн Бамберг епископлығына Регницгау — Регница үҙәнендәге район һәм Бамберг эргәһендәге Фолькфельдгаус бирелә.
- 1802 йыл — Бамберг Баварияға ҡушыла.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо королдәр һәм епископ ҡалаһы матур. үҙәндә урынлашҡан. Ҡаланы киҫеп үткән Регниц йылғаһы үҙәктән 7 км өҫтәрәк Майн йылғаһына ҡоя.
Ҡаланың дөйөм майҙаны 54,58 квадрат километр тәшкил итә. Төньяҡтан көньяҡҡа ҡала 9,6 км, ә көнбайыштан көнсығышҡа 9,7 км һуҙыла.
Ҡала райондары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала түбәндәге райондарға бүленә :
- Berggebiet (таулы район),
- Inselstadt (утрауҙағы ҡала),
- Gärtnerstadt (баҡсасылар ҡалаһы),
- Kramersfeld-Hirschknock-Bruckertshof,
- Gartenstadt (баҡса районы),
- Stadion (стадион),
- Gereuth, Wunderburg, Bug, Bughof, Am Klinikum-Babenberger Viertel, Wildensorg и Gaustadt.
Мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бамбергта бөтә донъяға билдәле Бамберг симфоник оркестр урынлашҡан. Оркестрға 1946 йылда Чехословакиянан эмиграцияға сыҡҡан Прага музыканттары нигеҙ һала.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | 1840-12-01 | 1871-12-01 | 1900-12-01 | 1925-06-16 | 1939-05-17 | 1950-09-13 | 1961-06-06 | 1970-05-27 | 1987-05-25 | 2011-05-09 |
Халҡы | 21920 | 27714 | 44726 | 53248 | 63255 | 81323 | 80315 | 77453 | 69100 | 70635 |
Йыл | 1960 | 1970 | 1980 | 1990 | 2000 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 |
Халҡы | 79731 | 77301 | 71928 | 70521 | 69036 | 69827 | 70004 | 70712 | 70863 | 71167 | 71952 | 73331 |
Музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тәбиғәт музейы
- Тарихи музейы
- Людвиг коллекцияһы — Иҫке Ратушала урынлашҡан
- Сәнғәт галереяһы — Яңы Резиденцияла урынлашҡан
- Франкон һыра музейы — Изге Михаил монастырында урынлашҡан
Театр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. А. Гофман театры
Спорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Брозе — бамберг баскетбол клубы, күп тапҡыр Германия чемпионы.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бамберг кафедраль соборы
- Яңы Резиденция
- Бамбергтың дәүләт китапханаһы
- Иҫке ратуша
- Изге Михаил монастыры
- Альтенбург ҡәлғәһе
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Изге Михаил монастыры
-
Альтенбург һарайы
-
Альтенбург һарайы
-
Бамберг һыбайлыһы
-
Бамбергта йылғала йорттар
-
Регниц йылғаһында туристик пароходтар
Һыра ҡайнатыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бамберг үҙенең һыра ҡайнатыу традициялары менән киң билдәле. Франкония һыра төбәгенең . бер өлөшө булараҡ, ҡала Франконияның шарап һәм һыра сигендә урынлашҡан. Ҡалала һыраның махсус сорты булып утта ҡыҙҙырылған һалат тәме менән Раухбир тора. 68 тарихи һырахананан 2009 йылға һигеҙ һырахана һаҡланған. Ҡалала барлығы 11 һырахана бар.
1907 йылда бамберг һыра һуғышы тип аталған сыуалыш булып үтә, уның барышында ҡала халҡының бойкоты арҡаһында һыраханалар һыраны ун пфеннингтан ун бер пфеннигҡа арттырыуҙан баш тартырға мәжбүр була.
Һыраханалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Schlenkerla — ҡалала иң боронғо һыраханаларҙың береһе. 1405 йылда нигеҙ һалынған.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бамберг илдең транспорт селтәре Рейн-Майн-Дунай каналында эске гавань, ике A автобан 70/A E48 һәм 73 һәм ICE-вокзалы менән бәйле. 2010 йылдан ҡала Нюрнберг транспорт берекмәһенә инә. .
Йәмәғәт транспорты
Автобус селтәре 22 линиянан тора, ул бөтә ҡаланы һәм уның тирә-яғындағы ауылдарын хеҙмәтләндерә. Автобус паркының 57 машинаһы бар, ул йыл һайын 9,5 миллион пассажирҙы ташый.
Велосипед хәрәкәте
Ҡала үҙәгендә, сағыштырмаса яҫы топографияһы арҡаһында, ғәҙәттә велосипедсылар бик күп. Университет объекттары араһындағы ҙур булмаған алыҫлыҡ, бер яҡлы хәрәкәт менән тар урамдар, автомобилдәр өсөн парковкалау урындарының етешмәүе, ял итеү урындарының яҡынлығы көндәлек транспорт сараһы булараҡ велосипед үҫешенә булышлыҡ итә.
Ҡала Рейн-Майн-Дунай каналы буйлап туранан-тура велосипед маршрутына ҡоролған һәм күп туристик турҙарҙа мөһим пункт булып тора
Ҡала дөйөм пассажирҙар ташыу күләмендә велосипед өлөшөн арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уны тормошҡа ашырыу буйынса велосипедсылар мәнфәғәтен иҫәпкә алып юл селтәрҙәрен үҙгәртеү буйынса планлы эштәр алып бара.
Германияның ADFC Велосипед клубы фекере буйынса, ҡалала түбәндәге етешһеҙлектәр бар:
- велосипед юл инфраструктураһының үҫешен финанслап еткермәү
- велосипедтың мөһимлеген хакимиәттә һәм сәйәсәттә етерлек танымау.
- 2009 йылда юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡабул ителгән юл билдәләре һанын кәметеү һәм велосипедсылар хәүефһеҙлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәүҙәрҙе тормошҡа ашырыуҙа тотҡарлыҡтар.
2009 йылда ҡала Тиҙ хәрәкәтсәнлек федераль тикшереүҙәре һөҙөмтәһе буйынса премияға лайыҡ була. 2009 йылдың йәйендә «Башыңды эшләт: моторҙы һүндер…» рекалама компанияһы старт ала.
Тимер юлдар
Ҡала Лейпциг-Нюрнберг тимер юлы буйында урынлашҡан һәм ике сәғәт һайын бында тиҙ йөрөшлө ICE поездары үтә. Бынан төбәк поездары түбәндәге ҡалаларға китә:
- Нюрнберг
- Хоф (Заале)
- Зоннеберг
- Франкфурт-на-Майне
- Эберн
Сәғәт һайын Нюрнбергҡа S-Bahn электричкаһы йөрөй.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Данлыҡлы кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батц, Вильгельм — осоусы-истребитель.
- Вассерман, Август — микробиолог һәм иммунолог.
- Гофман, Эрнст Теодор Амадей — яҙыусы, композитор, рәссам.
- Камерарий, Иоахим — телсе һәм тарихсы.
- Клавий, Христофор — математик.
- Линц, Амели — немец яҙыусыһы.
- Маар, Пауль — яҙыусы, тәржемәсе һәм иллюстратор.
- Мессершмитт, Вильгельм — авиаконструктор.
- Schokk — билдәле рэпер.
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марста 58,3 км даметрлыҡ кратер Бамберг ҡалаһы хөрмәтенә аталған.
- Бамберг хөрмәтенә 1892 йылда асылған Бамберг астероиды аталған (324)
- 2004 йылда Германияла Бамберг ҡалаһына арнап 100€.дәрәжәлә иҫтәлекле алтын тәңкә сығарыла
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бамберг: статистические сведения (нем.)
- Бавария 1840—1952: Историко-географический справочник по административно-территориальному делению, С. 296 Bayern 1840—1952: Historisches Gemeindeverzeichnis. Die Einwohnerzahlen der Gemeinden Bayerns in der Zeit von 1840 bis 1952. In: Beiträge zur Statistik Bayerns. Heft 192. München 1953, S. 296 (нем.)
- Общины Баварии по состоянию на 25 мая 1987 года (1840—1987), С. 184 (нем.)
- Верхняя Франкония: административно-территориальное деление (нем.)
- Официальный справочник по АТД Баварии, 1973, C. 567 (нем.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бамберг, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- М. Вишницер. Бамберг, город // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1909. — Т. III.
- Бамберг // Энциклопедический лексикон: В 17 тт. — СПб.: Тип. А. Плюшара, 1835. — Т. IV: Б—БАР. — С. 237—238.
- Wolfgang Wußmann: Bamberg-Lexikon, Bamberg 1996 ISBN 3-928591-38-X
- Robert Suckale u. a. (Hsg.): Bamberg. Ein Führer zur Kunstgeschichte der Stadt für Bamberger und Zugereiste, Bamberg 1993 ISBN 3-926946-03-2
- Karin Dengler-Schreiber: Bamberg für alte und neue Freunde. Ein Führer durch die Stadt, Bamberg 2002 ISBN 3-89889-014-7
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ https://www.bay-staedtetag.de/bayerischer-staedtetag/mitglieder/alphabetische-liste/
- ↑ https://agfk-bayern.de/mitglieder-karte/
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ Баварское статистическое управление: население (таблица 12111-101r) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12111-101r: Volkszählung und Bevölkerungsfortschreibung: Gemeinden, Bevölkerung (Volkszählungen und aktuell), Stichtag (нем.)
- ↑ Перепись населения Германии 2011.05.09 2014 йыл 13 апрель архивланған. Bevölkerung Ergebnisse des Zensus 2011, (нем.)
Перепись населения Германии 2011.05.09/xlsx 2021 йыл 9 май архивланған. Statistische Ämter des Bundes und der Länder (Erschienen am 28. Mai 2014): Bevölkerung des Zensus 2011 (© Statistisches Bundesamt, Wiesbaden 2014) (нем.) - ↑ Баварское статистическое управление: население (таблица 12111-101r) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12111-101r: Volkszählung und Bevölkerungsfortschreibung: Gemeinden, Bevölkerung (Volkszählungen und aktuell), Stichtag, (нем.)
Баварское статистическое управление: население (таблица 12411-001) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12411-001: Fortschreibung des Bevölkerungsstandes: Bevölkerung: Gemeinden, Stichtage (letzten 6) (нем.) - ↑ Баварское статистическое управление: население (таблица 12411-002) Bayerisches Landesamt für Statistik — Tabelle 12411-002: Fortschreibung des Bevölkerungsstandes: Bevölkerung: Gemeinden, Stichtage (letzten 6) (нем.)
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bamberg в каталоге ссылок Open Directory Project (dmoz)
- bamberg.de Официальный сайт города (нем.)
- apfelweibla.de — Hintergründe zu Denkmälern und Geschichte der Stadt
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бамберг (районы)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- На Викискладе есть медиафайлы по теме Бамберг