Википедия:Мәҡәләләргә исем биреү/Топонимика
Ҡыҫҡаса: Башҡорт Википедияһындағы географик атамалар тураһындағы мәҡәләләргә исем биреү ҡағиҙәләре топонимика буйынса Рәсәй һәм Башҡортостан ҡануниәте акттарына нигеҙләнә. Географик объекттар тураһындағы мәҡәләләргә исем хәҙерге башҡорт теле нормаларына ярашлы бирелә. |
Дөйөм положениелар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй территорияһындағы географик объекттар һәм сит дәүләттәр территорияһындағы географик объекттар атамалары, башҡортсаға тәржемәһе ителгәндәрҙән башҡалары, рәсми рус атамаларына ярашлы алына. Уларҙың сығанаҡтары итеп түбәндәгеләр ҡулланыла:
- Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте (Росреестр, элек Роскартография, СССР ГУГК-ы) тарафынан нәшер ителгән атластар һәм карталар
- ОКАТО (Рәсәй территорияһындағы объекттар)
- Рәсәй дәүләт органдарының ул объекттарҙың рус телендәге атамалары тураһында рәсми акттары: варианттар бер нисә булһа, ошо сығанаҡтарҙың иң һуңғы булып нәшер ителгәнендәге вариант ҡулланыла.
Объект Рәсәй атластарында / карталарында йә Рәсәй дәүләт органдарының акттарында булмаһа, объект тураһындағы мәҡәлә исеме сит телдән ингән топонимдарҙы башҡорт телендә яҙыу ҡағиҙәләренә һәм тейешле телдән транскрипциялау ҡағиҙәләренә ярашлы алына (см. свод правил) (см. список инструкций с правилами на сайте Росреестра)ю
Әгәр объект атлас/карта йә Рәсәй дәүләт органы акты баҫылып сыҡҡандан һуң үҙгәртелһә, уның тураһында мәҡәлә тейешле телдән башҡорт теленә ғәмәли транскрипциялау ҡағиҙәләренә ярашлы исемләнә. Яңы атлас/карта йә Рәсәй дәүләт органы акты баҫылып сыҡҡас, унда ҡабул ителгән атама иҫәпкә алына.
Атамаһы үҙгәртелгән объекттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәлә тексында, уның исеме ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, объекттың бөтә элекке атамаларын килтерергә кәрәк.
Атаманы алмаштырыу һөҙөмтәһендә тарихи атама юғалтылған булһа, ҡулланыла алған тарихи мәғлүмәттәр мәҡәлә күләменә ҡарата үтә күп булһа, тарихи атама тураһында айырым мәҡәлә яҙылыуы мөмкин.
Әгәр географик объект атамаһы башҡа берәй нәмәгә бирелгән булһа, бер төрлө атамалы объекттарҙың ҡайһыһы әһәмиәтлерәк һәм билдәлерәк икәнен асыҡларға ла иң әһәмиәтлеһе туракһындағы мәҡәлә исеме ҡуйғанда аныҡлау биреүҙең кәрәге юҡ. Ә әһәмиәте буйынса түбәнерәк торғандарына атама эргәһенә йәйә эсендә аныуҡлау бирелә. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез йылғаһы араһында әһәмиәте буйынса ҡала өҫтөн тора. Уның тураһындағы мәҡәлә исеме Мәләүез тип алына, ә йылға тураһындағыға йәйә эсендә аныҡлау өҫтәлә, йәғни Мәләүез (йылға) тиелә.
Мәҡәләгә исем биреү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр мәҡәлә бағышланған йылға, күл, диңгеҙ һәм башҡа тәбиғәт урынының ҡабатланмаҫ уникаль атамаһы булһа, мәҡәләгә шуның исеме бирелә. Мәҫәлән, Байкал, ә Байкал күле йә Байкал (күл) түгел.
Әгәр географик объект атамаһы башҡа берәй нәмәгә бирелгән булһа, бер төрлө атамалы объекттарҙың ҡайһыһы әһәмиәтлерәк һәм билдәлерәк икәнен асыҡларға кәрәк. Иң әһәмиәтлеһе тураһындағы мәҡәләгә исем ҡуйғанда аныҡлау биреүҙең кәрәге юҡ. Ә әһәмиәте буйынса түбәнерәк торғандарына атама эргәһенә йәйә эсендә аныҡлау бирелә.
Мәҡәлә исемендә күп мәғәнәлелекте биреү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Күп мәғәнәлелек бер төрлө атамалы кәм тигәндә ике топоним булған йә топонимик атамаға омоним булған башҡа мәғәнәләр булған осраҡтарҙа килеп тыуа. Был проблеманы мәҡәлә исемендә объект атамаһынан һуң йәйә эсенә аныҡлау биреү хәл итә. Атамаға күп мәғәнәлелек битен булдырғанда биттең исеме эргәһенә (мәғәнәләре) тигән аныҡлау өҫтәлә.
Мәҫәлән, Ағиҙел тигән атамалы бер нисә объект бар. Уларҙың иң билдәлеһе — Ағиҙел йылғаһы. Шуға йылға тураһындағы мәҡәлә исемен Ағиҙел тип кенә алырға кәрәк.
Атамаға күп мәғәнәлелек битен булдырғанда биттең исеме Ағиҙел (мәғәнәләре) тип аталырға тейеш була.
Ағиҙел һүҙе ҡулланылған башҡа атамаларға мәҡәлә исемендә аныҡлау өҫтәлә: Ағиҙел (ҡала), Ағиҙел (журнал) һәм башҡалар.
Аныҡлауҙарҙы ҡулланыу осраҡтары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Географик объекттар тураһындағы мәҡәләләрҙең исемендә аныҡлауҙар ике осраҡта бирелмәй:
1.шул уҡ атамалы башҡа мәғәнәләр булмаһа;
2.географик объекттың әһәмиәте шул уҡ атамалы башҡа мәғәнәләрҙең әһәмиәтенән юғарыраҡ торһа.
Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһы шул уҡ исемдәге ҡалаға ҡарағанда киңерәк билдәле, атаманы ла ҡалаға ҡарағанда күпкә алдан алған. Шуға йылға тураһындағы мәҡәлә исемен Ағиҙел тип кенә алырға кәрәк. Күп мәғәнәлелек битенең исеме Ағиҙел (мәғәнәләре) тип аталырға тейеш. Ағиҙел һүҙе ҡулланылған башҡа атамаларға мәҡәлә исемендә аныҡлау өҫтәлә: Ағиҙел (ҡала), Ағиҙел (журнал) һәм башҡалар.
Түбәндә географик объекттар тураһындағы мәҡәләләрҙең башында аныҡлау ҡулланыу осраҡтары тураһында ҡағиҙәләр һәм уларға миҫалдар бирелә.
Ҡалалар тураһындағы мәҡәләләр исемендә аныҡлау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала тураһында мәҡәлә яҙғанда.түбәндәгеләрҙе эҙмә-эҙлекле тикшереп сығабыҙ:
1) мәҡәлә исемен аныҡлауһыҙ ҡуйып буламы;
2) булмаһа, «(ҡала)» тигән аныҡлау етәме икәнен ҡарайбыҙ;
3) етмәһә, ил буйынса аныҡлау етәме икәнен ҡарайбыҙ;
4) етмәһә, төбәк буйынса аныҡлау етәме икәнен ҡарайбыҙ;
5) етмәһә, «(ҡала, ил)» форматын тикшерәбеҙ;
6) ярамаһа, «(ҡала, төбәк)» форматын тикшерәбеҙ.
Ҡала тибы буйынса («ҡала») аныҡлау түбәндәге осраҡтарҙа ҡулланыла:
[сығанаҡты үҙгәртеү]- а) ҡаланың әһәмиәте башҡа мәғәнәнең әһәмиәтенә тиң йә түбәнерәк;
- Мәҫәлән: Алдан ҡалаһы менән Алдан йылғаһының әһәмиәте бер сама; Империя ҡалаһының әһәмиәте «Империя» тигән төп мәғәнәнең әһәмиәтенән түбән;
- б) ҡала бәләкәй һәм әҙ билдәле, әммә ҡала булмаған башҡа тораҡ пункттар күп.
- Мәҫәлән, Рудня тигән бер генә ҡала һәм ҡала булмаған бик күп тораҡ пункттар бар. Ҡала булараҡ Рудняның әһәмиәте ҙур түгел, шуға мәҡәлә башына ҡала тигән аныҡлау талап ителә: «Рудня (ҡала)».
Ҡалаларға ҡарата ил йә төбәк буйынса аныҡлау ҡуйыу:
[сығанаҡты үҙгәртеү]а) әгәр бер төрлө атамалы ҡалалар икәү йә унан да күберәк булһа, мәҡәләләрҙең башына ил йә төбәк буйынса аныҡлау ҡуйырға кәрәк (әгәр ул территорияла ундай исемле башҡа тораҡ пункт булмаһа).
б) бер үк атамалы ҡала бер нисә илдә булһа, ил йә өлкә атамаһы яҙыла. Мәҫәлән, Рәсәйҙә һәм Белоруссияла Дзержинск ҡалалары бар. Мәҡәләләр былай тип исемләнә: Дзержинск (Түбәнге Новгород өлкәһе); Дзержинск (Минск өлкәһе).
Тип йә ил (төбәк) буйынса аныҡлау етмәгән осраҡта «(ҡала, ил)» йә «(ҡала, төбәк)» форматындағы аныҡлау ҡулланыла. Ил йә төбәкте аныҡлау илдә бер үк исемдәге ҡалалар булыу-булмауына бәйле.
- Ҡала (ил) йә ҡала (төбәк) форматы етмәгән осраҡтар ҙа булғылай.
- 1-се миҫал: Испанияла Кордова ҡалаһы һәм провинцияһы бар, Аргентинала ла Кордова ҡалаһы һәм провинцияһы бар. Тимәк, уларҙы тораҡ пункттың тибы, урынлашҡан иле йә төбәге буйынса айырыу мөмкин түгел. Шуға мәҡәләләр «Кордова (ҡала, Испания)» и «Кордова (ҡала, Аргентина)» тип аталырға тейеш.
- 2-се миҫал: Украинаның Винница өлкәһендә Бар ҡалаһы бар. Уға (ҡала) тигән генә аныҡлау етмәй, сөнки шул уҡ исемдәге ҡалалар Черногорияла һәм Швейцарияла ла бар. «(Украина)» тигән аныҡлау ҙа мәсьәләне хәл итмәй, сөнки Украинала Бар ҡалалары өсәү. (Винница өлкәһе) тип яҙыу ҙа етмәй, сөнки был өлкәлә Бар ҡасабаһы ла бар. Бар өлкә әһәмиәтендәге ҡала булып тора һәм Бар районы составына инмәй. Ошо шарттарҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, мәҡәлә исемен «Бар (ҡала, Украина)» тип яҙырға кәрәк була.
- 3-сә миҫал: Украинаның Львов өлкәһендә Николаев ҡалаһы бар. Ошо уҡ өлкәлә Николаев тигән ауылдар ҙа бар. Мәҡәлә исеме «Николаев (ҡала, Львов өлкәһе)» тип яҙылырға тейеш була.
- Ҡала (ил) йә ҡала (төбәк) форматы етмәгән осраҡтар ҙа булғылай.
Тораҡ пункттар тураһындағы мәҡәләләр исемендә аныҡлау
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был ҡағиҙә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина территорияларындағы тораҡ пункттар тураһындағы мәҡәлә исемдәренә ҡағыла (ҡалалар инмәй).
Рус Википедияһында Белоруссия, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина территорияларындағы тораҡ пункттар тураһында мәҡәләләр яҙғанда бер талаптар буйынса эшләү ҡабул ителгән, улар башҡорт Википедияһында ла ҡулланыла ала.
Шунлыҡтан ошо дүрт илдәге тораҡ пункттар (ҡалалар инмәй) тураһында мәҡәләгә исем биргәндә түбәндәгеләрҙе тикшереп сығырға кәрәк:
1) тораҡ пункт тураһындағы мәҡәлә исемен аныҡлауһыҙ биреп буламы;
2) тораҡ пунктты тип буйынса тикшерергә — географияға ҡарамаған мәғәнәләре юҡмы;
3) бер атамалы тораҡ пункттар булһа, аныҡлауҙы өлкә буйынса биреп буламы икәнен тикшерергә;
4) өлкә буйынса табылмаһа, район буйынса аныҡлау биреү мөмкинлеген ҡарарға;
5) әгәр районда 2 йә унан күберәк бер үк атамалы тораҡ пункт булһа, мәҡәлә исемен йә «(тип, төбәк)» форматы буйынса, йә тораҡ пункт типтары, йә ауыл биләмәле буйынса тикшерергә кәрәк.
Тибы буйынса аныҡлау. Әгәр тораҡ пункттың атамаһы донъяла берәү генә булһа, ләкин географияға ҡарамаған башҡа мәғәнәләр булһа һәм географик объект төп әһәмиәткә эйә булмаһа, мәҡәлә исемендә уның тибы буйынса аныҡлау ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, Башҡортостанда Бажа тигән йылға һәм бажа тигән туғанлыҡ термины бар. Был һүҙ менән аталған объекттар, Бажа йылғаһынан башҡа, рус Википедияһында ла осрамай, тимәк, донъяла ундай атама башҡа юҡ. Туғанлыҡ термины бажа әһәмиәте буйынса юғарыраҡ тора, шуға уның тураһындағы мәҡәләнең исеме аныҡлауһыҙ бирелә. Ә йылға тураһындағы мәҡәләнең исеме Бажа (йылға) тип, тибы буйынса аныҡлау менән бирелә.
Район һәм төбәк, ил буйынса аныҡлау. Бер төрлө атамалы ауылдар, ҡасабалар, утарҙар тураһындағы мәҡәләгә исем биргәндә атаманан һуң йәйә эсендә район атала. Мәҫәлән,
Әгәр атаманы Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй һәм башҡа илдәрҙәге лә тораҡ пункт (пункттар) йөрөтһә, шулай уҡ аныҡлау итеп район исеме бирелә.
Мәҫәлән,
- Ҡалмаш (Дыуан районы) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл.
- Ҡалмаш (Ҡалтасы районы) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл.
- Ҡалмаш (Татарстан) — Татарстандың Туҡай районындағы ауыл.
- Ҡалмаш (Шишмә районы) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл.
Ҡалмаш ауылы Башҡортостандың бер нисчә районында бар һәм һәр береһе тураһындағы мәҡәлә исеменә аныҡлау итеп районы яҙылған. Ләкин Татарстандағы Ҡалмаш районы мәҡәләһе исеменә төбәкте яҙу дөрөҫ түгел. Татарстан да Ҡалмаш ауылдары берәү генә түгел, уларҙың районы ҡуйылырға тейеш. Әлеге миҫалдағы мәҡәләне, мәҫәлән, Ҡалмаш (Туҡай районы) тип исемләү кәрәк.
Әгәр район да бер нисә төбәктә йә илдә ҡабатланһа, аныҡлау итеп район, шунан төбәк (ил) күрһәтелә.
Башҡа илдәрҙәге тораҡ пункттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа илдәрҙең тораҡ пункттары тураһындағы мәҡәләләр исемдәре өсөн аныҡлау һайлау Рәсәй, Украина, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан өсөн ҡабул ителгән методика менән бер төрлө тиерлек.
Берҙән-бер айырма — әгәр бер илдә булған тораҡ пункт атамаһы башҡа илдәрҙәге тораҡ пункттарҙа ла осраһа, мәҡәлә исеменә ил буйынса аныҡлау ҡуйыла. Был ҡағиҙә ҡалаларға шулай уҡ ҡағылмай.
- Мәҫәлән, Болгарияла Широково ауылы бар, башҡа илдәрҙә ошо исемле тораҡ пункттар бар. Болгариялағы ауыл тураһындағы мәҡәлә «Широково (Болгария)» тип аталырға тейеш була.
Айырым осраҡтар
- Әгәр аныҡлау ҙа бер төбәкте биреү етмәһә, өтөр аша ике төбәк яҙыла.
- Мәҫәлән, Лонецк өлкәһенең Александровка районында Михайловка ауылы бар. Михайловка тигән тораҡ пункттар Донецк өлкәһендә тағы бар, йәнә Кировоград һәм Ырымбур өлкәләренең Александровка райондарында ла бар. Ошо сәбәптән мәҡәләләрҙе «Михайловка (Александровка районы)» йә «Михайловка (Донецк өлкәһе)» тип атап булмай, сөнки ике вариант та күп мәғәнәле булып сыға. Шунлыҡтан мәҡәләне «Михайловка (Александровка районы, Донецк өлкәһе)» тип атарға кәрәк.
- Бер исемдәге ҡала тибындағы ҡасабалар һәм эшсе ҡасабалар тураһындағы мәҡәләләр исемендә типты күрһәтеү кәрәк булғанда «ҡасаба» тип кенә түгел, «ҡала тибындағы ҡасаба» йә «эшсе ҡасаба» тип тултырып яҙырға кәрәк.
- Әгәр атамала «исемендәге» тигән һүҙ булһа, мәҡәлә исемендә тораҡ пункттың тибын йәйәһеҙ бирергә кәрәк.
- Мәҫәлән, Михеев исемендәге ҡасаба тураһындағы мәҡәлә исеме «Михеев исемендәге ҡасаба» тип алына, ә «Михеев исемендәге» йәки «Михеев исемендәге (ҡасаба)» тип түгел.
Өлкә райондары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Элекке СССР өлкәләрендәге райондар тураһындағы мәҡәләләргә аныҡлау ҡуйылмай. Бер йәки бер нисә бер исемле район булһа йә тап килгән мәғәнә булһа, йәйә эсенә төп килештә өлкә буйынса аныҡлау бирелә. Рәсәй райондары өсөн муниципаль райондар шул уҡ атамалы административ райондарға тап килмәгән осраҡта муниципаль район тураһындағы мәҡәләгә «муниципаль» һүҙе өҫтәлә.
- Мәҫәлән, Брянск өлкәһенең Дубровка районы тураһында мәҡәлә башҡа ундай район булмағанға «Дубровка районы» тип кенә атала, ә «Брянск өлкәһенең Дубровка районы» тип түгел.
- Күп мәғәнәлелек осрағы. Һамар өлкәһендә Красноармейский районы бар. Рәсәйҙә ошо уҡ атамалы райондар етәү, тағы Украина менән Ҡаҙағстанда ла барҙар. Был мәҡәлә «Красноармейский районы (Һамар өлкәһе)» тип аталырға тейеш була.
- Административ райондың муниципаль район менән тап килмәүенә миҫал. Свердлов өлкәһендә Түбәнге Серге (административ) районына Түбәнге Серге муниципаль районы менән Бисер ҡала округы инә. Шуға муниципаль район тураһындағы мәҡәлә «Түбәнге Серге муниципаль районы» тип аталырға тейеш була.
Ҡала райондары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалаларҙың райондары тураһындағы мәҡәләләргә, өлкә райондары кеүек үк, аныҡлау биреү талап ителмәй. Шул уҡ исемдәге райондар тағы булһа йә башҡа төшөнсә менән тап килеү булһа ғына аныҡлау кәрәк. Аныҡлау сифатында ҡала яҙыла.
- Мәҫәлән, Севастополдең Нахимов районы тураһындағы мәҡәләнең исеме башҡа ундай район булмағанға күрә «Нахимов районы» тип кенә аталасаҡ, ә Өфө ҡалаһының Калинин районы тураһындағы мәҡәлә исеме ундай райондар күп булғанлыҡтан «Калинин районы (Өфө)» тип яҙыла.
Ҡала округтары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең ҡала округтары тураһындағы мәҡәләләр «… ҡала округы» тип алына, мәҫәлән, «Стәрлетамаҡ ҡала округы». Башҡа төбәктәрҙә лә шундай уҡ атамалы ҡала округы булһа, мәҡәлә исеменә йәйә эсендә төп килештә төбәк атамаһы өҫтәлә.
Ҡала һәм ауыл биләмәләре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең ҡала һәм ауыл биләмәләре тураһындағы мәҡәләләр «…ҡала биләмәһе» и «… ауыл биләмәһе» рәүешендә исемләнә. Рәсми атамаһында районы һәм өлкәһе (республикаһы) булһа ла, мәҡәлә исеменә улары индерелмәй. Күп мәғәнәлелек осрағында аныҡлау индереү түбәндәгесә була:
- шул уҡ төбәктә шундай уҡ атамалы ауыл биләмәһе булһа, йәйәгә район атамаһы бирелә;
- Мәҫәлән, Смоленск өлкәһендә Слободка ауыл биләмәһе тағы ла булғанға мәҡәлә исемен «Слободка ауыл биләмәһе (Демидов районы)» тип алырға кәрәк була.
- бер үк атамалы ауыл биләмәләре бер нисә өлкәлә булһа, аныҡлау итеп өлкә яҙыла, мәҫәлән,
- «Совет ҡала биләмәһе (Ленинград өлкәһе)» һәм «Орехово ауыл биләмәһе (Кострома өлкәһе)» башҡа төбәктәрҙә шундай уҡ атамалар булғанға өлкәһе күрһәтелеп бирелә.
- бер нисә төбәктә бер үк атамалы районда бер үк атамалы биләмә булһа, аныҡлауҙа өтөр аша районә һәм өлкәһе күрһәтелә.
Ҡала һәм ауыл советтары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙәге, Украиналағы һәм Белоруссиялағы советтар тураһындағы мәҡәләләрҙә «ҡала советы» һәм «ауыл советы» тип яҙыла, мәҫәлән, Мариуполь ҡала советы», «Русаков ауыл советы». Күп мәғәнәлелек осрағында йәйә эсендә төп килештә өҫтәлә:
- район атамаһы, әгәр шул уҡ өлкәлә шул уҡ атамалы совет булһа; әгәр өлкәлә шул уҡ исемдәге совет булмаһа ла, башҡа өлкәлә булһа, аныҡлауға өлкә исеме өҫтәлә;
- шул уҡ исемдәге районда шул уҡ исемдәге совет башҡа өлкәлә лә булһа, аныҡлауҙа өтөр аша район һәм өлкә яҙыла.
Тағы бер миҫал. Башҡортостандың бер нисә районында Николаевка тигән ауыл бар: улар тураһындағы мәҡәләләргә йәйә эсенә аныҡлау итеп районы яҙылған.
Рус Википедияһындағы мәҡәләләргә нигеҙләнеп яҙғанда, әйтәйек, Благовещен районы Николаевка ауылы тураһындағы мәҡәләгә исем биргәндә, бер нәмәгә иғтибар итергә кәрәк. Рус Википедияһында Николаевка (Благовещенский район, Алтайский край) һәм Николаевка (Благовещенский район, Башкортостан) тигән мәҡәләләр бар. Улар туранан-тура башҡортсаға тәржемә ителһә, хата хасил була, сөнки башҡортса Башҡортостандағы район атамаһы — Благовещен, ә Алтай крайындағыһы — Благовещенка. Тимәк, ул мәҡәләләрҙең исеме былай була: Николаевка (Благовещен районы), Николаевка (Благовещенка районы). Төбәк исемен өҫтәү кәрәкмәй. Әгәр ике район атамаһы бер иш булһа, ул сағында төбәкте өҫтәргә кәрәк булыр ине.
Йылғалар өсөн аныҡлауҙар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Йылға атамаһына күп мәғәнәлелек ҡағылғанда уның тураһындағы мәҡәләгә исеме биргәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе күҙҙә тоторға кәрәк. Йылғаларға ҡағылышлы раҫламалар шишмәләргә лә ҡағыла.
Йылға атамаһы йылға булмаған башҡа объект атамаһы менән тап килһә, мәҡәлә исеменә «… (йылға)» тигән аныҡлау өҫтәлә. Әгәр йылға атамаһы башҡа йылғаның атамаһы менән тап килһә, икеһенә лә аныҡлау ҡойған һыу ятҡылығы буйынса бирелә: йылғаға ҡойһа: «… ([Йылға атамаһы] ҡушылдығы)»; күлгә ҡойһа: «… (йылға, [Күл атамаһы]на ҡоя)»; һыуһаҡлағысҡа ҡойһв: «… (йылға, [Һыуһаҡлағыс атамаһы]на ҡоя)»; сығарма: әгәр йылға һыуһаҡлағыс тултырылғанға тиклем әлеге ваҡытта шул һыуһаҡлағысҡа ҡойған йә унан ағып сыҡҡан йылғаға ҡойған булһа, «… ([Йылға атамаһы] ҡушылдығы)» тигән аныҡлау ҡуйыла; мәҡәләнең преамбулаһына әлеге ҡойған урыны яҙыла. диңгеҙ акваторияһына ҡойһа: «… (йылға, [Акватория атамаһы]на ҡоя)»: аныҡлау биргәндә өҫтөнлөк сираты: диңгеҙ, ҡултыҡ, океан; сығармалар: әгәр йылға утрау буйлап аҡһа, аныҡлау уның буйынса бирелә: «… (йылға, [Утрау атамаһы])», бер үк атамалы йылғалар бер үк атамалы утрауҙар буйлап аҡһа, аныҡлау архипелаг буйынса бирелә, ә утрауҙа бер үк атамалы ике йылға булһа, аныҡлау ҡайҙа ҡойғаны буйынса бирелә. әгәр ике йылғаның береһе күпкә билдәлерәк булһа, уға аныҡлау тибы буйынса ғына бирелә: «… (йылға)» (мәҫәлән, Мәскәү (йылға) һәм Мәскәү (Тиса ҡушылдығы)); Әгәр бер үк атамалы ике йылға бер үк йылғаға ҡойһа, ҡойған урыны буйынса аныҡлау бирелә: «… ([Йылға атамаһының] үрге ҡушылдығы)», «… ([Йылға атамаһының] урта ҡушылдығы)», «… ([Йылға атамаһының] түбәнге ҡушылдығы)».
Бөткән йылғалар өсөн «… (элекке йылға)» тигән аныҡлау ҡулланыла. Ҡороусан йылғалар өсөн аныҡлау илдең беренсе кимәл административ-территориаль берәмеге буйынса бирелә: даими тамағы булған йылғалар өсөн аныҡлау тамағы буйынса бирелә: «Чу (йылға, тамағы Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендә)»; башланған урыны даими булһа, аныҡлау шуның буйынса бирелә: «Чу (йылға, башы Нарын өлкәһендә)»; башҡа йылғалар өсөн аныҡлау ҡойған урыны буйынса бирелә, ә административ-территориаль берәмеге йәһәтенән, йылға оҙонлоғо буйынса ҡайһы АТЕ-ла өҫтөнлөк итһә, шуныһы күрһәтелә. Важно Үрҙә һаналған ысулдар ҡулланыла алмаған осраҡта, мәсьәлә ҡатнашыусылар форумына сығарыла, һөҙөмтәһе ошо мәҡәләнең «Айырым осраҡтар» тигән бүлегенә яҙыла.
Рус Википедияһынан тәржемә иткәндә нимәләргә иғтибар итергә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Рус Википедияһындағы мәҡәләләргә нигеҙләнеп яҙғанда һәр ваҡ-төйәккә иғтибарлы булыу талып ителә.
Әйтәйек, Благовещен районы Николаевка ауылы тураһындағы мәҡәләгә исем биргәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәк? Рус Википедияһында Николаевка (Благовещенский район, Алтайский край) һәм Николаевка (Благовещенский район, Башкортостан) тигән мәҡәләләр бар. Уларҙы башҡортсаға тәржемә иткәндә, район исемдәрендә айырма булғанға, мәҡәлә исемендәге аныҡлау ҙа башҡа төрлө була. Башҡортса Башҡортостандағы район атамаһы — Благовещен, ә Алтай крайындағыһы — Благовещенка (башҡорт теле нормаларына ярашлы, район исеме ниндәй тораҡ пункт атамаһынан алынһа, шул атаманың төп формаһы менән бирелә). Тимәк, ул мәҡәләләрҙең исеме былай була: Николаевка (Благовещен районы), Николаевка (Благовещенка районы). Төбәк исемен өҫтәү кәрәкмәй. Әгәр ике район атамаһы бер иш булһа, ул сағында, рус телендәге ошо осраҡтарҙағы кеүек, төбәкте өҫтәргә кәрәк булыр ине.
Башҡортостан территорияһындағы атамалар һәм төп башҡорт топонимикаһы
[сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы территорияһында булған географик объекттар атамалары Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте менән раҫланғанса алына. Башҡортостандың хәҙерге административ-территориаль ҡоролошо 2005 йылды 20 апрелендә ҡабул ителгән «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында»ғы 178-з һанлы Законы менән көйләнә[1]. Ошо Закондың 16-сы статьяһын үтәү йөҙөнән Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль берәмектәренең һәм тораҡ пункттарының реестры раҫланған[2].
Тарихи Башҡортостан биләмәләрендәге атамалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихи Башҡортостан биләмәләренә ингән тораҡ пункттар һәм географик объекттар атамалары рәсми документтарҙа, атластар һәм карталарҙа рус телендә теркәлгәнлектән, башҡортса йә башҡа телдәрҙәге әйтелеше һәм яҙылышы һаҡланмаған.
Тарихи Башҡортостан ҡалалары исемлегенә Тарихи Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Боронғо донъя һәм Урта быуаттар ҡалалары индерелгән. Артабанғы тарихи осорҙарҙа барлыҡҡа килгән атамаларҙың исемлеге һәм килеп сығышы тураһында системаға һалынған мәғлүмәттәр юҡ, ләкин глобаль селтәрҙә теге йәки был атаманың этимологияһына арналған сығанаҡтар байтаҡ.
Башҡорт Википедияһында Башҡортостандың әлеге сиктәренән тышта ятҡан географик атамалар тураһында мәҡәлә яҙғанда сығанаҡтар менән раҫланған атамалар ғына мәҡәлә исеме итеп ҡулланыла.
Айырым осраҡтар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Был бүлектә географик атамалар һәм аныҡлауҙар буйынса ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу һөҙөмтәләре теркәлә.
Әҙәбиәт
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ЗАКОНОДАТЕЛЬСТВО РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ О НАИМЕНОВАНИЯХ ГЕОГРАФИЧЕСКИХ ОБЪЕКТОВ
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Башкирские топонимы от личных имен / По материалам географических названий бассейна реки Дёмы // Башкирский языковедческий сборник. Уфа, 1975. — С.109-115.
- Инструкция по русской передаче географических названий Башкирской АССР / Сост.: Г. И. Донидзе; Ред.: 3. Г. Ураксин. — М., 1983. — 39 с.
- Камалов А. А. Башкирская топонимия. Уфа, 1994.
- Кусимова Т. Х. Башкирские имена. Уфа, 1976.
- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с.
- Отводная книга по Уфе как источник по топонимии Башкирии // Археография и лингвистическая текстология Южного Урала. — Уфа, 1977. — С.84-88.
- Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
- Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980.
- Словарь топонимов Республики Башкортостан / сост.: А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. — Уфа : Китап, 2002. — 128 с. — 5000 экз. — ISBN 5-295-03192-6.
- Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, 1991;
- Шакуров Р. З. По следам географических названий. Уфа, 1986;
- Шакуров Р. З. Историко-стратиграфическое и ареальное исследование башкирской топонимии Южного Урала и Предуралья : Дисс.. — Уфа, 2002.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9
- Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. II: (Б хәрефе) / Ф. Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — 568 б. ISBN 978-5-295-05390-0 (т. 2) ISBN 978-5-295-05388-7
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. — 256 с.
- Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. — Уфа, 2005.ISBN 5-295-03665-0
- Рус Википедияһынан: Физик география/Китапхана
- Рус Википедияһынан:Транскрипция/Инструкциялар
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Шакуров Р. З. Башҡортостандың топонимия мираçы hәм уны өйрәнеү проблемалары // Проблемы востоковедения. — 2010. — № 3 (49). — С. 34—39. — ISSN 2223-0564. (баш.)
- ↑ Об административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан (с изменениями на 5 марта 2019 года), Закон Республики Башкортостан от 20 апреля 2005 года №178-з . docs.cntd.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2019.
- ↑ ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (с изменениями на: 09.02.2015), Постановление Правительства Республики Башкортостан от 29 декабря 2006 года №391 . docs.cntd.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2019.