Эстәлеккә күсергә

Ворожейкин Евгений Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ворожейкин Евгений Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 февраль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Никологоры[d], Вязниковский район[d], Владимирский округ[d], Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 декабрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Обнинск, Калуга өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө тыуған яҡты өйрәнеүсе, математик, физик, уҡытыусы
Эш урыны «МИФИ» Милли тикшеренеү ядро университетының Обнинск атом энергетикаһы институты[d]
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Ворожейкин Евгений Фёдорович (16 февраль 1923 йыл — 23 декабрь 2005 йыл) — педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Обнинскиҙың иң билдәле тыуған яҡты өйрәнеүселәренең береһе. 1986 йылда «сәләмәтлек өсөн» һаҡал үҫтереп, Обнинск символдарының береһенә әүерелә. Ҡаланың почетлы гражданы (1997).

Евгений Федорович Ворожейкин 1923 йылдың 16 февралендә Владимир губернаһының Никологоры[K 1] ауылында тыуған. Ворожейкиндарҙың бөтә ғаиләһе репрессиялана һәм Уралға депортациялана. Евгений Ворожейкин бала сағын һәм йәшлек йылдарын Уралдың Карпинск ҡалаһында үткәрә[1].

Мәктәпте тамамлап ҡыҫҡа ваҡыт башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, Евгений Ворожейкин шахталар төҙөүгә мобилизациялана. 1942 йылда үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китә һәм бөтә һуғышты 15-се Гвардия миномет бригадаларының 4-се дивизияһы составында үтә[2]. Гвардия сержанты, һуңынан дивизион старшинаһы була. Брянск, Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында һуғыша; Прага һәм Берлин өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың октябрендә Сталинград өсөн барған алыштарҙа ВКП(б) сафына инә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем коммунист булып ҡала[1].

Демобилизациянан һуң 1946—1951 йылдарҙа А. M. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының физика-математика факультетында уҡый, уны «Математика» һөнәре буйынса «Математик физика тигеҙләмәләре» өлкәһендә махсуслашып тамамлай[3].

1951 йылда университетты тамамлағандан һуң, буласаҡ Обнинск ҡалаһының берҙән-бер мәктәбенә физика һәм математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә. 1955 йылда Мәскәү инженер физика институтының Обнинск бүлексәһе физика-математика кафедраһының даими хеҙмәткәре була (1985 йылдан 2009 йылға тиклем — Обнинск атом энергияһы институты). 1983 йылда пенсияға сыға, әммә 2001 йылға тиклем кафедрала эшләүен дауам итә[1][4].

Ворожейкин бик күп Обнинск традицияларының башлап ебәреүсеһе була: йәштәр йыйылыуы, тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәте, музей эше, ҡышҡы йөҙөү[3]. Владимир Иванов менән авторҙашлыҡта яҙылған һәм совет осорондағы берҙән-бер «Вперед» Обнинск гәзитендә баҫылған мәҡәләләренә Евгений Ворожейкин ИВВОР (ИВАНОВ-Ворожейкин) псевдонимы менән ҡул ҡуйған. Ворожейкин «Репинка» исемле Обнинск тыуған яҡты өйрәнеү берекмәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе[1].

Математик булараҡ, Ворожейкин ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн ҡалыптар эҙләй, һәм нишләптер һаҡал һыуыҡ тейҙереүҙән һаҡланырға ярҙам итә тигән ҡарарға килә. 1986 йылда Камчаткаға туристик сәйәхәт ваҡытында Ворожейкин һаҡал ебәрә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уны ҡырҡмай. Һаҡал Евгений Ворожейкиндың ғәҙәти булмаған образын тамамлап, уны иҫтәлекле урын һәм Обнинск символдарының береһенә әйләндерә[1]. Евгений Ворожейкин тере сағында уҡ Обнинскта легендар кеше тип атала[5].

Ҡала мөхитендә Ворожейкин Женя ағай булараҡ һәм уның тышҡы ҡиәфәте менән бәйле — Карл Марл ҡушамат аҫтында билдәле була[4]. Ворожейкин үҙе өсөн үҙе Турборвормак ҡушаматын уйлап таба (Турист-Бородач-Ворожейкин-Математик-Астроном-Краевед)[6]. 9 майҙа Обнинскиҙа йыл һайын үткәрелә торған Еңеү көнө парадтарында үҙенең Икенсе донъя һуғышын үткән пальтоһында ҡатнаша[4].

Евгений Ворожейкин өйләнмәгән, балалары булмаған. Һуңғы йылдарҙа туғандарынан уның Уралда йәшәгән туғаны ғына иҫән ҡала. Ворожейкин үҙенең бер бүлмәле фатирын хосусилаштырмай («дәүләт миңә фатир бирҙе, шуға уны һуңынан алһын»), әммә үлгәндән һуң унан мини-музей яһарҙар тип хыяллана. Ворожейкиндың шәхси әйберҙәре музейҙарға таратыла (Обнинск ҡалаһы тарихы музейы, Атом энергетикаһы институты музейы, Малоярославец музейы), китаптары ҡала китапханаларына; журналдар һәм кино тарихы буйынса гәзиттән ҡырҡып алынған мәҡәләләр йыйынтығы Обнинск кино һәүәҫкәрҙәре клубына күсә[4].

Евгений Ворожейкиндың Икенсе донъя һуғышынан бирле алып барған көндәлеге баҫылып сыҡмай һәм уның дуҫтарында һаҡлана[4]. Үҙенең яҙыуҙарынан тыш, Ворожейкин үҙенең көндәлегенә гәзиттәрҙән ҡырҡып алынған мәҡәләләр, телевидение һәм радиотапшырыуҙарҙан өҙөктәр, открыткалар, афишалар, саҡырыу билеттәре һәм башҡалар йәбештерә. Шулай уҡ һыра шешәләренән, шырпыларҙан, лезвиеләрҙән этикеткалар, кино билеттәре, кәнфит төргәктәре, һөт, билмән һәм башҡа аҙыҡ-түлек төргәктәре һаҡлай[1].

Евгений Ворожейкин 2005 йылдың 23 декабрендә вафат була, Калуга өлкәһене Жуковский районы Передолье зыяратында ерләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 23 декабрендә, Евгений Ворожейкиндың вафатына биш йыл тулыу айҡанлы, Обнинск ҡалаһында Блохинцев урамындағы 5-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла, ул унда 1957 йылдан алып 2005 йылға тиклем йәшәгән.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 В память Евгения Ворожейкина // Депутатские новости: Блог независимой депутатской группы городского Собрания Обнинска. — 27 февраля 2013 года.
  2. Ворожейкин Евгений Федорович :: Память народа.
  3. 3,0 3,1 Память о Ворожейкине жива // Администрация города Обнинска. — 18 февраля 2013 года.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 Быкова Марина. Забвение по-обнински // Неделя Обнинска. — 7 мая 2008 года.
  5. 5,0 5,1 5,2 Глава Администрации города Николай Шубин вручил 5 апреля медаль «60-летия Победы в Великой Отечественной войне» Почётному гражданину Обнинска, известному общественному деятелю, человеку-легенде Евгению Федоровичу Ворожейкину // Obninsk City. — 6 апреля 2005 года. Архивировано из первоисточника 4 ноябрь 2013.
  6. Мечта Турборвормака // Новая среда +. — 20 февраля 2013 года.