Эстәлеккә күсергә

Генуя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Генуя
лиг. Zena
БайраҡГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Genova
Этнохороним Génoise[1], Génois[1] һәм genovesi
Рәсми тел Итальян
Дәүләт  Италия[2]
Административ үҙәге Лигурия[d], Генуя[d], Генуэзская республика[d], Генуя[d], метропольный город Генуя[d], Genoese Republic[d] һәм Лигурийская республика[d]
Административ-территориаль берәмек метропольный город Генуя[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Лигур диңгеҙе
Хөкүмәт башлығы вазифаһы mayor of Genoa[d]
Хөкүмәт башлығы Марко Буччи[d]
Закондар сығарыу органы Genoa City Council[d]
Халыҡ һаны 558 745 кеше (1 ғинуар 2023)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 20 метр
Туғандаш ҡала Латакия[d], Варна, Буэнос-Айрес, Афина, Риека[d][4], Одесса[5][6], Балтимор[d][7], Колумбус[d][8], Акви-Терме[d], Марсель[9], Турси[d], Ауэ, Бейоглу[d][10], Тимишоара[d], Хиос[d][11], Рязань[12] һәм Санкт-Петербург[13]
Милке Palazzo Bianco[d], Palazzo Rosso[d], Палаццо Дукале (Генуя)[d], Monte Moro Battery[d], Batteria Mameli[d], Q3636724?, Q3636725?, Albertis Castle[d], Forte Begato[d], Forte Crocetta[d], Forte Puin[d], Forte Tenaglia[d], Stadio Carlini-Bollesan[d], villa Centurione Doria[d], Вилла Дураццо-Паллавичини[d], Villa Imperiale[d], Villa Grimaldi[d], Villa Spinola di San Pietro[d], Liceo artistico statale Klee Barabino[d], Villa Imperiale Scassi[d], Villa Gruber De Mari[d], Villa Croce[d], Палаццо Дориа-Турси[d], Луиджи Феррарис[d] һәм Forte Sperone[d]
Сиктәш Аренцано[d], Баргальи[d], Больяско[d], Бозио[d], Кампомороне[d], Черанези[d], Даванья[d], Мазоне[d], Меле[d], Миньянего[d], Монтоджо[d], Сант-Ольчезе[d], Сасселло[d], Серра-Рикко[d], Сори[d], Тильето[d] һәм Урбе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Телгә алынған хеҙмәттәр Civilization V[d]
Майҙан 240,29 км² (9 октябрь 2011)[14]
Почта индексы 16121–16167
Рәсми сайт comune.genova.it
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Коллаж
Изге ҡурсалаусы Иоанн Креститель[d]
Тема иҡтисады economy of Genoa[d]
Сейсмическая классификация 3[d][15][16]
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды 010
Номер тамғаһы коды GE
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Генуе[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Genoa[d]
Карта
 Генуя Викимилектә

Генуя (ит. итал. GenovaGenova [ˈdʒɛːnova], лигаһы. лиг. ZenaZena [ˈzeːna], лат. Genua, IanuaGenua, Ianua) — Италияла төньяҡтағы ҡала. Бер үк аталған Генуя провинцияһының һәм Лигурия төбәгенең  административ үҙәге. 

Халҡы — яҡынса  580 мең кеше (2017 йылға)[17], ҙурлығы буйынса илдең алтынсы ҡалаһы. 1,5 миллиондан артыҡ халҡы менән Ҙур Генуя агломерацияһын булдыра. Италияның төньяҡ-көнбайышында, Лигурия диңгеҙенең Генуя ҡултығында урынлашҡан. 30 км оҙонлоҡта тар һыҙат менән һуҙылған һәм  ике яҡтан диңгеҙ һәм Аленнин тауҙары менән сикләнгән. Лигурия ривьераһының үҙәге.  

Италияның иң ҙур диңгеҙ порты.  Ҡалала шулай уҡ  Христофор Колумб исемендәге халыҡ-ара аэропорт һәм метрополитен урынлашҡан. Тарихи үҙәк  боронғо портҡа йәнәшә тора. Юғары ҡатлам Палацци-деи-Ролли һарайҙары ЮНЕСКО тарафынан ҡурсалана.

Боронғо заманда  — б.э. тиклем III быуатта римляндар тарафынан баҫып алынған лигурҙар халҡы XI  быуаттан алып Урта диңгеҙ ярында әүҙем сауҙа алып барғандар; тәре яуҙарында ҡатнашыуы арҡаһында күп һанлы диңгеҙ аръяғы колониялары менән ҡеүәтле Генуя республикаһына әүерелә. XIV—XVI быуаттарҙа Венеция менән һуғышта еңелгәндән һуң һәм сауҙа юлдарының Атлантик океанға  күсеүе менән тарҡала, 1797  йылда бойондороҡһоҙлоғон  юғалта. 

Антик дәүерҙә хәҙерге ҡала биләмәһендә бәләкәй генә грек колонияһы  урынлашҡан — бында грек ҡалдыҡтары ҡәберлеге табылған. Карфаген һуғыштары ваҡытында Лигурия Рим яғында һуғыша. Беҙҙең эраға тиклем 209 йылда лигурҙарҙың балыҡсылар ауылы  Карфаген ғәскәрҙәре тарафынан емерелә.

Рим империяһы тарҡалғандан һуң ер башта остготтар,  VI быуатта византиялылар, һуңынан лангобардтар тарафынан баҫып алына. VIII быуатта был территория франктар тарафынан баҫып алына.  

Генуяның Урта диңгеҙҙә иң ҙур портҡа әйләнеүе X  быуатта, бигерәк тә 934 йылда Фатимидтарҙың һөжүменән һуң башлана, бынан һуң ҡала халҡы епископ һәм урындағы феодал хакимдың етәкселеге аҫтында яңы ҡала нығытмалары төҙөй һәм башҡа христиан үҙәктәр менән бәйләнеште нығыта башлай. Шунан алып генуя караптары даими рәүештә Испания һәм Фәләстин порттарына инә башлай. 


Генуя республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Генуя 1493 йылда

XII быуат башына  Генуя бойондороҡһоҙ  ҡала-дәүләт була. Формаль рәүештә Изге Рим империяһы һәм епископ хакимлығын танып, Генуя ғәмәлдә һайлап ҡуйылған консулдар советы тарафынан идара ителә.   Генуя талассократияһының үҙенсәлеге булып абруйлы Фиески, Спинола, Дориа, Гримальди ғаиләләре төрлө гильдияларҙың  сауҙа мәнфәғәттәрен сағылдырып, шул рәүешле бер береһенә тиң булыуында торған. Ҡала менән сауҙа компанияһы кеүек идара иткәндәр, әммә даими сәйәси низағтар  оҙаҡ ваҡыт бер нисек тә уның үҫешенә  ҡамасауламаған.

Тәре яуҙары ваҡытында Генуя үҙенең байлығы һәм абруйы буйынса Европаның күп короллектәренән өҫтөнлөк итә. Пиза, Венеция, Гаэта һәм Амальфи менән бер рәттән 100 000 халҡы менән был диңгеҙ республикаһында  үҙенең үҫешкән сауҙаһы, суднолар төҙөү сәнәғәте һәм хатта банк системаһы була. 

Генуяның  иҡтисади именлеге колонияларҙың тармаҡлы селтәренән бәйле. Ҡайһы саҡ был айырым биналар (сауҙа факториялары), урыны менән  — ҡала биҫтәләре (мәҫ.,Константинополь эргәһендә  Галата), ә ҡайһы берҙә генуялылар утрауҙарҙы һәм яр буйҙарын биләп ала  (мәҫ. Корсиканы һәм Сардинияның төньяҡ өлөшөн). Генуялыларҙың көнсығыш диңгеҙҙәренә үтеп инеүе  дипломатик килешеүҙәр ярҙамында ла, шулай уҡ туранан-тура хәрби баҫыу инеү юлы менән дә башҡарыла. Византия императоры (1261) һәм монголдар менән  союзы һөҙөмтәһендә  генуялыларға Феодосияла, Тамандә, Танала һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйҙарының мөһим пункттарында төпләнеү мөмкин була. Мелория янындағы пиза флоты (1284 йыл)  һәм Курцола янындағы венеция флоты (1298) өҫтөнән еңеүе бөтә Урта диңгеҙ буйында ҡыҫҡа генуя хакимлығының  башланыуын билдәләй. 

Порта-Сопрананың урта быуат ҡапҡалары — ҡала стенаһының  XII быуатта һаҡланып ҡалған фрагменты

Сәйәси һәм иҡтисади көрсөк билдәләре Генуяла XIV быуат урталарында сағыла башлай.  Эске низағтарға нөктә ҡуйырға маташыу 1339 йылда венеция рәүешле һайлап ҡуйылған дождар институтын индереүгә килтерә. 1394—1409 йылдарҙа Генуя  француздарҙың, 1421—1435 йылда — миланлыларҙың сәйәси бойондороҡлоғона бәйле була. XV быуат уртаһына республика тулыһынса бөйөк держава статусын юғалта: Корсика баш күтәрә,  Сардинияны арагонлылар баҫып ала, Левантела колониялар төрөктәрҙең һәм мәмлүктәрҙең һөжүменә дусар була. . Испандар, француздар һәм миланлылар әленән әле республика метрополияһы  — Лигурияға баҫып инә.

1528 йылда адмирал Андреа Дориа ҡала халҡын яңы идара итеү тәртибен ҡабул итеүгә ышандыра, уның буйынса дождар ике йылға һайлана, әммә хәл иткес һүҙ олигархия сауҙагәрҙәрендә һаҡланып ҡала. 1470 йылда Генуя университетына нигеҙ һалына,  ә егерме йылдан һуң  Генуяла тыуған иң билдәле Христофор Колумб Американы аса. (Генуяла тыуғанлығы тураһында  ышандырырлыҡ дәлилдәр юҡ, туристарға бөйөк диңгеҙсе тыуған имеш өйҙө хатта күрһәтәләр). Дориа Испания менән союзға иҫәп тота, был испандар колониялаштырған  Американан файҙа алырға мөмкинлек бирә, сөнки  генуялылар унда табылған алтынды сауҙа әйләнешенә ебәрергә өмөт итә. Был стратегияға ярашлы  XVI быуат аҙағында һәм XVII быуат башында Генуя Италияла иң уңышлы ерҙәр була һәм ҙур төҙөлөштәр алып бара.

XVIII быуатҡа америка алтынан бойондороҡло Генуяның иҡтисады, Испания кеүек үк, тулыһынса тарҡала, ә  1768 йылда  республика француздарға үҙенең һуңғы «диңгеҙ аръяғы биләмәһе» — Корсиканы бирә.

1797 йылда Наполеон  көсһөҙ Генуя республикаһын Лигурия республикаһы исеме аҫтында француз протекторатына үҙгәртә, ә һигеҙ йылдан һуң уны бөтөнләй Францияға берләштерә. Вена конгресы шарттарына ярашлы ҡала Пьемонтҡа күсә, шунан һуң уның Сардиния короллегендә, ә һуңынан бөтә Италияла  төп порт сифатында тиҙ үҫеше башлана. XX быуат башында инде Генуя бөтә Урта диңгеҙҙә иң йәнле порттарҙың береһе була. 

2001 йылда Генуяла антиглобалистарҙың ҡаршы сығышы (бер кеше һәләк була) менән оҙатып барылған  «Ҙур һигеҙҙең» саммиты үтә.

Ҡалала һалҡын ҡышлы һәм  эҫе йәйле дымлы субтропик климат 

Генуя климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 11,4 12,2 14,6 16,8 20,5 23,9 27,3 27,7 24,4 20,0 15,1 12,5 18,9
Уртаса температура, °C 8,5 9,1 11,4 13,7 17,4 20,8 24,1 24,4 21,1 16,9 12,2 9,5 15,7
Уртаса минимум, °C 5,5 6,0 8,2 10,5 14,2 17,6 20,9 21,0 17,9 13,8 9,2 6,5 12,6
Яуым-төшөм, мм 101,8 74,0 81,7 88,0 72,4 58,2 27,2 69,3 136,4 171,3 108,8 93,1 1082,2
Источник: meteoAM
Генуяның диңгеҙ порты
  • Генуя порты.
  • Христофор Колумб исемендәге халыҡ-ара аэропорты ҡаланың көнбайыш өлөшөндә, үҙәктән яҡынса 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
  • Генуянан  5 төп тимер юл юлы айырыла — Генуя — Вентимилья, Специя — Пиза — Рим, Овада, Милан һәм Турин.
  • Автотрассаларҙың күп өлөшө   XX быуаттың 30-сы йылдарында төҙөлә, әммә улар күп тапҡыр яңыртыла һәм үҙгәртеп ҡорола.
  • Генуя метрополитены.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
См. также: Категория:Достопримечательности Генуи

Генуя республикаһының тормош үҙәге булып Банки майҙаны тора, уның биҙәге булып Лоджия-деи-Мерканти тора — был урында Италияла беренсе тауар биржаһы асылған. Заманса ҡаланың үҙәк майҙаны Феррари майҙаны. Сан-Лоренцо урамы 1118 йылда  Геласий II Папаһы менән изгеләндерелгән изге Лаврентий соборына алып бара; төп үҙгәртеүҙәр XIV быуат башына һәм XVI быуат уртаһына ҡарай.  Сан-Джованни (1450-65)  йәмиғ капеллаһы күбеһенсә Иоанн Креститель исеме менән бәйле Генуяның христиан ҡомартҡылары урыны итеп уйланылған. Генуның урта быуаттағы ҡеүәте тураһында  бейек Порта-Сопрана ҡапҡалары — XII быуаттағы ҡала  стенаһының һаҡланып ҡалған фрагменты хәтерләтә. 

Юғары хакимдарҙың (дож) һарайҙары бер нисә тапҡыр төҙөлгән һәм төрлө осорҙоң  зауығын сағылдырған; уға ҡараған ҡоролмаларҙың дөйөм майҙаны   35 мең кв. м. арта. Ҡалала Палацци-деи-Ролли һарайы һаҡланған —  ул республикала ҡасандыр алдынғы фамилияға ҡараған; 2006 йылда  бөтә донъя мираҫы һәйкәле тип иғлан ителә һәм ЮНЕСКО һаҡлауы аҫтында була. Барокко стилендәге Сардиния королдәренең һарайы һуңғы дәүергә ҡарай. Ҡаланың төп Карло Феличе театры (1828) икенсе донъя һуғышында тулыһынса янып бөтә, әммә һуңынан тергеҙелә. Донъя мәҙәниәте музейында ҡыҙыҡлы этнографик тупланма һаҡлана. 

Генуянан алыҫ түгел Сан-Фруттуозо бухтаһы төбөндә упҡындан Христос исеме аҫтында билдәле Христос статуяһы  урынлашҡан. Ҡала янында Генуя Аквариумы һәм бөтә донъяға үҙенең мәрмәр һындары менән  йәшеллеккә күмелгән данлыҡлы  Стальено зыяраты урынлашҡан. 

Лантерн маяғы Феррари майҙаны Изге Лаврентий соборы Сан-Джорджо банкы

Генуя хөрмәтенә Генуя астероиды (485) аталған, ул Италия астрономы Луиджи Карнер тарафынан 1902 йылда асыла.

  • Генуэзский нож
  • Генуэзский абордажный меч
  • Генуэзское фехтование

comune.genova.it — города Генуя рәсми сайты  (итал.)

Ҡалып:Провинция Генуя Ҡалып:Генуя колониялары Ҡалып:Италия Ривьераһы