Эстәлеккә күсергә

Гумилёв Лев Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гумилёв Лев Николаевич
рус. Лев Николаевич Гумилёв
Тыуған көнө

1 октябрь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1][2]

Вафат булған көнө

15 июнь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[3][2][4][…] (79 йәш) или 1992[5]

Ил

 Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
 Рәсәй[6]

 Гумилёв Лев Николаевич Викимилектә

Лев Николаевич Гумилев (урыҫ. Лев Николаевич Гумилев; 1912 йылдың 1 октябре1992 йылдың 15 июне) – СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы-этнолог, тарих һәм география фәндәре докторы, төрки халыҡтар белгесе, шағир, фарсы теленән тәржемәсе.

Анна Ахматова менән Николай Гумилевтың улы. Анна Андреевна – үҙ һүҙле шағирә, ғәҙәти булмаған әҙәбиәт белгесе. Ә ире Николай Гумилев – репрессияға дусар булған шағир, бөйөк шәхес.

Ошо ике бөйөк әҙәбиәтсенең улы Лев Гумилевты йәштән үк эҙәрлекләй башлайҙар. 19 йәшенән үк төрмәгә ябып ҡуялар.

1938 йылда Ленинград университеты студенты Лев Гумилевтың тағы 5 йылға ултырталар. Йәшәү, эшләү урыны – Норильск. Ул баҡыр рудниктарында яфалана, техник, геолог, химик-лаборант һөнәрҙәрен үҙләштерә.

1944 йылда ул, ғариза яҙып, үҙ теләге менән һуғышҡа китә, зенит-артиллерия дивизияһында һуғыша, Берлинғаса барып етә. Һуғышты тамамлап ҡайтҡан йәш егет йәнә Ленинград университетында белемен дауам итеп, бер аҙҙан уҡыуҙы тамамлай һәм аспирантураға инә.

1948 йылда Лев Гумилев «Беренсе төрки ҡағанатының сәйәси тарихы» тигән темаға диссертация өлгөртә һәм уны яҡлай.

Яңынан бер йылдан Лев Гумилевты тағы ҡулға алып (әсәһе менән бәйле рәүештә Үҙәк Комитет ҡарарында хәтәр һүҙҙәр әйтелә), Ҡарағанда ҡалаһы янындағы айырым режимлы лагерға ябалар. Ғалим 1956 йылда ғына ҡотолоп, иреккә сыға.

Тағы дүрт йылдан ғалим «VI-VIII быуаттарҙа боронғо төркиҙәр» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын тамамлай. География белеме буйынса докторлыҡ диссертацияһын өлгөртә.

Тарихсыға 2005 йылда Ҡаҙанда һәйкәл ҡуйылған (авторы: Мәскәү скульпторы Владимир Демченко)( Александр Головачев менән берлектә)

Л. Н. Гумилевтың төп хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • "Этногенез и биосфера Земли", АСТ, Пастель, 2005 г., ISBN 5-17-031811-1, 5-271-12025-2
  • "Конец и вновь начало", АСТ, АСТ Москва, Хранитель, 2007 г., ISBN 978-5-17-044877-7, 978-5-9713-5990-6, 978-5-9762-3829-9
  • "В поисках вымышленного царства", Товарищество "Калашников – Комаров и К", 1992 г., ISBN 5-87495-006-0
  • "Древняя Русь и Великая степь", Пастель, АСТ, 2004 г., ISBN 5-17-026279-5, 5-271-09769-2
  • "История народа хунну", АСТ, Люкс, 2004 г., ISBN 5-17-026629-4, 5-9660-0501-X
  • "Тысячелетие вокруг Каспия", АСТ, АСТ Москва, Харвест, 2008 г., ISBN 978-5-17-051463-2, 978-5-9713-9145-6, 978-985-16-6196-7
  • "Черная легенда", Айрис-Пресс, 2008 г., ISBN 978-5-8112-3377-9
  • "Древний Тибет", ДИ – ДИК, 1996 г., ISBN 5-87583-022-0
  • "Открытие Хазар", ДИ-ДИК, 1996 г., ISBN 5-87583-023-9
  • "Волшебные папиросы" 1993 (написал в Норильск лагере в 1942 году, решился записать на бумаге в 1966 году, решились издать только посмертно)
  • Полная библиография Л.Н. Гумилева (урыҫ.)

Лев Гумилев шигырҙар ҙа яҙған:

Земная слава - как дым.
Земная слава - живым.
А мертвым - черная высь,
Где тесным кругом сплелись,
Верша земные дела,
Созвездья добра и зла.
Но в звездный круг, не боясь,
Входи заколотый князь!
Внизу поносит народ
Тебя - причину невзгод,
Но вечный звезд хоровод
Теперь твой дом и народ. 
1936
  • Этнос
  • Пассионар теорияһы этногенез