Эстәлеккә күсергә

Инженерлыҡ эше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инженерлыҡ эше
Рәсем
Өйрәнеү объекты техника һәм технология
Ҡайҙа өйрәнелә engineering[d]
Һештег Engineering
Вики-проект WikiProject Engineering[d]
Stack Exchange сайты engineering.stackexchange.com
 Инженерлыҡ эше Викимилектә
Халыҡ-ара космос станцияһы —  халыҡ-ара белгестәр коллективының ғилми һәм инженерлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе

Инженерлыҡ эше (франц. ingénierie; син. инженерия[1], инженер эшмәкәрлеге, инженер-техник эшмәкәрлек; инжиниринг ингл. engineeringengineering ←  лат. ingeniumingenium — «оҫталыҡ» һәм лат. ingeniareingeniare — «таҫыллыҡ күрһәтеү, оҫталау» — «уйлап табыусанлыҡ», «уйлап сығарыу», «ғилемдәр», «оҫта») — үҙ эсенә махсуслашҡан бик күп өлкәләр һәм дисциплиналарҙы алған, тәбиғи ресурстарҙы кеше мәнфәғәтендә эшләтеү маҡсатында фәнни, иҡтисади, социаль һәм ғәмәли белемдәрҙе файҙаланыуға йүнәлтелгән  техник эшмәкәрлек төрө[2].

Инженер эшмәкәрлегенең маҡсаттары —  техниканы, материалдарҙы йә  процестарҙы уйлап табыу, барлыҡҡа килтереү, проекттарын һәм иҫәпләүҙәрен эшләү, файҙаланыуға индереү, ремонтлау, хеҙмәтләндереү, һәм/йәки камиллаштырыу.

Инженерлыҡ эше фән менән тығыҙ бәйләнештә тора,  фундаменталь фән постулаттарына һәм ҡулланма эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә таяна. Ошо мәғәнәлә ул ғилми-техник эшмәкәрлек тармағы тип ҡарала.

Инженерлыҡ эше төшөнсәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Инженерлыҡ эше» терминының синонимы — техника (бор. грек. τεχνικός ← τέχνη — «оҫталыҡ», «сәнғәт», «таҫыллыҡ»), ул  кешенең йәшәйеш ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында тәбиғәтте үҙгәртеүгә йүнәлтелгән әүҙем ижади эшмәкәрлекте аңлата. 

Үҙенең хеҙмәттәрендә Аристотель «техника» терминына әйберҙәр эшләү сәнғәте мәғәнәһен һала; боронғо грек философы техника менән фән араһындағы айырманы шунда күрә: техника әйберҙәрҙең асылын аңлауға түгел, ә уларҙы эшләүгә йүнәлтелә. Немец философы И. Кант та шул уҡ ҡарашта тора. Кант  ер үлсәүсе оҫталығы (ғәмәли эшмәкәрлек) менән геометрия (теория) араһындағы айырманы миҫал итеп килтерә. Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1907 йылғы ред.) техникаға «теоретик белемдәрҙе ғәмәлиәттә ҡулланыу» тигән билдәләмә бирә[3].

Совет осоронда техника төшөнсәһе киңәйә һәм техник эшмәкәрлектән тыш техник ҡоролмаларҙы  өйрәнеү һәм  етештереүҙе лә солғай. СССР-ҙа «фән һәм техника ҡаҙаныштары» тигән тотороҡло һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килә, уның техника тигән өлөшө дөйөм мәғәнәләге инженерлыҡ эшмәкәрлеген дә,  айырым ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәрҙе лә күҙҙә тота. Техниканы киң мәғәнәләге ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге тип аңлау инженерлыҡ фәндәре булараҡ теорияның һәм инженерлыҡ эшмәкәрлеге булараҡ ғәмәлиәттең айырылғыһыҙ берлеген һәм үҙ-ара бойондороҡлолоғон һыҙыҡ өҫтөнә ала. СССР-ҙа ҡулланма тикшеренеүҙәргә дәүләт етәкселеген фән һәм техника буйынса дәүләт комитеты тормошҡа ашыра, ул СССР Фәндәр академияһы һәм башҡа органдар менән берлектә айырыуса перспектив фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе айырып ала һәм уларҙы артабан халыҡ хужалығында ҡулланыуға индереү өсөн махсуслашҡан инженерлыҡ институттарына һәм конструкторлыҡ бюроларына эшкәртеүгә тапшыра. 

ХХ—ХХI быуаттар сигендә инженерлыҡ эшен билдәләү термины булараҡ «техника» һүҙе ҡулланыуҙан сыға башлай, уға алмашҡа «инженерия», «инжиниринг» тигән һүҙҙәр килә.

1947 йылда инженерлыҡ кадрҙарын уҡытыу, аккредитациялау һәм эшмәкәрлектәрен көйләү өлкәһендәге абруйлы Америка ойошмаһы «Совет по профессиональному развитию инженеров» (инг.)баш. (инг.)баш. (ингл. Engineers' Council for Professional Development [ECPD]Engineers' Council for Professional Development [ECPD]) «инженерия» терминына түбәндәге билдәләмәне бирә[4]:

Инженерлыҡ эшен  заманса аңлау  инженерлыҡ техник ҡоролмаларын булдырыуҙа һәм файҙаланыуҙа фәнни белемдәрҙе  маҡсатлы ҡулланыуҙы күҙҙә тота һәм инженер-техник эшмәкәрлектең өс төрөн солғай[5]:

  1. тикшеренеү (ғилми-техник) эшмәкәрлеге  — ҡулланма ғилми тикшеренеүҙәр, планлаштырылған капитал һалыуҙарҙы техник-иҡтисади нигеҙләү, планлаштырыу;
  2. конструкторлыҡ (проектлау) эшмәкәрлеге  — техник ҡоролмаларҙың прототиптарын (макеттарын, һынау өлгөләрен) конструкциялау (проектлау), эшләү һәм һынау; уларҙы әҙерләү (ҡороу), төрөү, ташыу, һаҡлау һ.б.  технологияларын эшләү; конструкторлыҡ/проектлау документацияһын төҙөү;
  3. технологик (производстволағы) эшмәкәрлек  — иҡтисади субъекттарҙың ғәмәли эшмәкәрлегенә инженерлыҡ эшләнмәләрен индереп, уларҙы артабан оҙатыу (техник ярҙам) һәм/йәки заказсы ҡушыуы буйынса эксплуатациялау  буйынса ойоштороу, консультациялар биреү һәм башҡа төрлө эшмәкәрлек.

Инженерлыҡ эше тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инженерлыҡ эшенең тамырҙары тарихҡа тиклемге мифологик осорға барып тоташа. Уҡ-һаҙаҡ,  тәгәрмәс, һабан эшләү аҡыл эшен, эш ҡоралдарын ҡуллана белеүҙе, ижади һәләттәрҙе талап итә. Легендар Дедал менән Нухты тәүге инженерҙар тип иҫәпләргә була. Беҙгә исемләп билдәле тәүге инженер тип Джосер пирамидаһын төҙөүгә етәкселек иткән мысыр Имхотепты атарға мөмкин (беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ).   Архимед[6]  антик донъяның иң билдәле инженеры тип һанала.

Инженерлыҡты  айырым эшмәкәрлек төрө тип ҡарау ынтылышын  Витрувийҙың «Архитектура тураһында ун китап» (лат. De architectura libri decemDe architectura libri decem) тигән хеҙмәтендә табырға  була.  Витрувий  инженер өсөн мөһим булған  «уйланыу» һәм «уйлап табыу» ысулдарына иғтибар йүнәлтә, буласаҡ ҡоролманың һыҙмаһын төҙөү кәрәклеген билдәләй. Витрувий үҙенең хикәйәләүҙәрендә ғәмәли тәжрибәһенә таяна. Антик осорҙа ҡоролмалар теорияһы үҫә башлаған ғына була әле. 

Масштаблы һыҙымдар ҡулланыу инженерлыҡ эшенең  мөһим өлөшө булып тора.  Был ысул  XVII быуатта әүҙем үҫә һәм инженерияның артабанғы тарихына ҙур йоғонто яһай.  Уның арҡаһында  инженерлыҡ эшен идеяны эшләүгә һәм  уны техник йәһәттән тормоша ашырыуға бүлеп ҡарау мөмкинлеге тыуа. 

XVII быуатта  инженерлыҡ эше, ниһайәт, айырым профессия булып формалаша башлай. 1601 йылда  француз короле  Генрих IV  Максимильен де Бетюнды   артиллерияның баш начальнигы һәм бөтә ҡәлғәләрҙең инспекторы итеп тәғәйенләй. 1602 йылда де Бетюн армия офицерҙарынан махсус төркөм ойоштора һәм уларға фортификация ҡоролмаларын төҙөү һәм йүнәтеү бурысын йөкмәтә.  1677 йылда  Францияның баш инженеры итеп  Себастьен Ле Претр де Вобан  тәғәйенләнә. 

Хеҙмәттең цехлы ойошторолоуы инженерлыҡ эше оҫтаһына даими килем тәьмин итә.  Техник белемдәрен һәм таҫыллығын ҡулланып  килем алған кешеләр һаны арта. Профессия институтлаша бара. Ләкин белем биреү, белгестәр әҙерләү системаһы ла, уларҙың профессиональ кимәлен тикшереү һәм контролләү системаһы ла булмай әле. 

Мануфактуралар производствоһы барлыҡҡа килеүҙе  инженерлыҡ эше үҫешенең киләһе баҫҡысы тип ҡарарға була. Туҡыу,  металлургия, металл эшкәртеү, суднолар төҙөү, ҡағыҙ һәм  быяла эшләү,  күнселек һәм башҡа производстволар төрлө эш ҡоралдары һәм механизмдар, станоктар һәм биналар талап итә. Һәр  мануфактурала хеҙмәт бүленеше ихтыяждарҙы тағы ла нығыраҡ арттыра. 

Фабрика сәнәғәте үҫеү һәм патент системаһын индереү инженерлыҡ ижадын көсәйтеп ебәрә.  Үҫештәге производстволарға яңынан-яңы уйлап табыуҙар кәрәк була,  әһәмиәтле техник идея уйлап табыусыға мул ғына килем килтерә. Инженерлыҡ эше фәнни прогресс менән үрелеп үҫә башлай.  

Эйфель башняһы

(Густав Эйфель, Морис Кеклен, Эмиль Нужье һ.б.)

Инженерҙар Идея Проект Төҙөлөш Әҙер ҡоролма



Рәсәйҙә инженерлыҡ эшенең үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иван Грозный заманында төҙөлөш эшендәге хәрби кешеләр өсөн разрядтар индерелә:

  • юғары разряд — нығытмаларҙы, оборона ҡоролмаларын проектлаған хәрби архитектор-систематиктар;
  • икенсе разряд — төҙөлөшкә етәкселек иткән төҙөүселәр;
  • түбәнге разряд — ҡалған төҙөүселәр.

1557 йылда Тупсылар приказы тигән хәрби идара итеү органы ойошторола, уның алдына инженерлыҡ бурыстары ла ҡуйыла: оборона ҡоролмалары төҙөлөшөнә етәкселек итеү, хәрби йә оборона төҙөлөшөнә етәкселек иткән воеводаларға   инструкциялар яҙыу, төҙөлөш сметаларын төҙөү, отчётлылыҡты тикшереү. Тупсылар  приказы Рәсәйҙә инженерлыҡ эшмәкәрлегенә контроллек иткән һәм уны көйләгән беренсе учреждение була.  Приказға хеҙмәткә ҡабул ителгән хеҙмәткәрҙәр проекттар төҙөгән  инженерҙарҙан башлап өйрәнсектәргә һәм «һыҙымсыларға» тиклем һәммәһе категорияларға бүленә. Тәү башлап инженерлыҡ эшмәкәрлеге  махсуслашҡан шөғөлдәргә бүленә:  конструкторлыҡ эшмәкәрлеге, иҡтисади эшмәкәрлек (сметалар төҙөү), идара итеү, метрологик эшмәкәрлек айырым эш төрҙәре ителә.

Пётр I идаралыҡ иткән осорҙо Рәсәйҙә инженерлыҡ эшендә яңы дәүер тип ҡарарға кәрәк. Пётр батша профессиональ инженерҙарҙың тотош корпусын булдыра, инженерлыҡ белеме биреү өсөн шарттар тыуҙыра.  Пётр Европа өлгөһө буйынса техник сәйәсәтте тамырҙан үҙгәртеп ҡора. Нәҡ Пётр ваҡытында Рәсәйҙә юғары техник белем биреү барлыҡҡа килә, сәнәғәт ҡануниәте эшләнә, инженерҙарҙың эшмәкәрлеген контролләй алған органдар ойошторола  (Берг-коллегия, Мануфактур-коллегия), ғәскәрҙәрҙең инженер төрө барлыҡҡа килә.

Инженер белеме биреү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мәшһүр урыҫ инженерҙары В. Г. Шухов һәм А. В. Бари
Донъяла беренсе гиперболоид башня (В. Г. Шухов) Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә, Түбәнге Новгород
Швейцария инженеры Робер Майярҙың тимер бетон конструкцияһы

Тәүҙә инженерлыҡ эше буйынса белем биреү эш барышында оҫтаның өйрәнсекте өйрәтеүе юлы менән башҡарыла. Антиклыҡ осоронда ла, Урта быуаттарҙа ла шулай була. Цех системаһында ла шул уҡ принцип һаҡлана: уҡыусы производствоға инә, мастер уға башта иң еңел операцияларҙы өйрәтә, шунан уҡыусы өйрәнсек булып китә, артабан, тәжрибә һәм белем туплағас, үҙ оҫтаханаһын асыу мөмкинлеген ала. Теоретик белемдәр йыйналыу менән производствонан айырылып уҡыу ысулы ҡулланыла башлай. Әммә китап баҫыуҙы уйлап тапҡансы белемдәрҙе туплау һәм системаға һалыу бик яй бара. «Архитектура тураһындағы ун китап» инженерлыҡ ғилемдәрен системаға һалырға тырышлыҡтың тәүге өлгөһө була. Әммә берәм-һәрәм эштәр белем биреүҙе яңы кимәлгә сығара алмай, әлбиттә.

Баҫма станогын уйлап тапҡас, инженерлыҡ ғилемдәрен йыйыу, анализлау, таратыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Тарталья 1531 йылда туп атыуҙың ҡулай мөйөшөн иҫәпләп сығара. Георгий Агриколаның «Тау эше һәм металлургия тураһында» (ингл. De re metallica) (1530—1556), Галассо Альгизиҙың (итал. Galasso Alghisi) «Фортификация тураһында» (Delle fortificazioni) (1570), Джироламо Маджи һәм Джакомо Фусто Кастриоттоның «Ҡалаларҙың фортификацияһы тураһында» (Della fortificatione delle città) (1664) тигән хеҙмәттәре баҫылып сыға. Шулай уҡ Галилей, Декарт, Торричелли кеүек мәшһүр ғалимдарҙың хеҙмәттәре донъя күрә.

1505 йылдың 25 мартында Венеция Бомбардирҙар конгрегацияһы Европала беренсе артиллерия мәктәбен аса. Мәктәп эргәһендә утлы ҡоралды һынау буйынса полигон төҙөлә[7]. 1513 йылда Бургоста Король артиллерия мәктәбе асыла, тик унда теоретик белемдәр бирелмәй[8]

1653 йылда Пруссияла инженерҙар әҙерләүсе тәүге кадет мәктәбе асыла. Шулай уҡ хәрби инженерҙар уҡытыу өсөн XVII быуатта Данияла беренсе айырым училище ойошторола. 1690 йылда Францияла артиллерия мәктәбенә нигеҙ һалына[9].

1701 йылда Пётр I нигеҙ һалған Математика һәм навигация фәндәре мәктәбе Рәсәйҙә системалы белемдәр бирә башлаған тәүге инженер-техник уҡыу йорто була. Хәрби инженерҙар Василий Шуйский батша (1606—1610) идаралыҡ иткән замандарҙа уҡ уҡытыла башлай. Ләкин Рәсәйҙә инженерлыҡ эшен үҫтереүгә иң ҙур өлөштө нәҡ Пётр I индерә. 1712 йылда Мәскәүҙә беренсе инженерлыҡ мәктәбе асыла, ә икенсе инженерлыҡ мәктәбе Петербургта 1719 йылда барлыҡҡа килә. 1715 йылда — Диңгеҙ академияһы, 1725 йылда Петербург фәндәр академияһы һәм уның эргәһендә университет менән гимназия асыла.

1707 йылда Изге Рим империяһы императоры Иосиф I инженерлыҡ мәктәбе итеп нигеҙләгән Чех техник университеты барлыҡҡа килә.

1716 йылда Францияла Тимер юл инженерҙары корпусы, Англияла Король инженерҙары корпусы ойошторола. 1747 йылда француз инженеры һәм архитекторы Жан Родольф Перроне Парижда "Күперҙәр һәм юлдар мәктәбе"н аса. Унда уҡытыу тәүҙә ҡәҙимге мәктәптәге кеүек бара, ә 1775 йылда ул «Күперҙәр һәм юлдар милли мәктәбе» тип үҙгәртелә һәм юғары инженерлыҡ белемдәре бирә башлай.

1745 йылда — Брауншвейг техник университеты, 1765 йылда — Фрайберг тау академияһы, 1770 йылда Берлин техник университеты асыла.

Инженерлыҡ эше буйынса беренсе дәреслек тип француз Бернар Форест де Белидоның хәрби инженерҙар өсөн 1729 йылда сыҡҡан «Инженерлыҡ эше ғилеме» тигән дәреслеген иҫәпләргә була.

1794 йылда Парижда Политехник мәктәп (Ecole Polytechnique) асыла, ул бөтә Европалағы ошондай юғары уҡыу йорттары өсөн үрнәккә әйләнә: Берлинда, Карлсруэла, Мюнхенда, Ганноверҙа асылған политехник мәктәптәр уға оҡшаш була[10].

1809 йылда Санкт-Петербургта император Александр I Тимер юл инженерҙары корпусын нигеҙләй, корпус эргәһендә институт (хәҙерге Петербург Тимер юл дәүләт университеты) ойошторола.

XIX быуатта юғары инженерлыҡ белем биреү тармағының төрлө махсуслашыуҙарын һәм йүнәлештәрен булдырыу дауам итә. Шулай итеп, Рәсәй империяһында инженер-техник белемдәр биреүсе уҡыу йорттары сифат яғынан үҫә һәм юғары белем биреү системаһы барлыҡҡа килә. Был процесты ойоштороусылар араһында Дмитрий Иванович Менделеев иң мәшһүрҙәрҙең береһе булып таныла.

Англияла инженерлыҡ белгестәрен түбәндәге учреждениелар әҙерләй: Гражданлыҡ инженерҙары институты (Institution of Civil Engineers) (1818 йылда нигеҙләнә), Инженер-механиктар институты (Institution of Mechanical Engineers) (1847), Диңгеҙ архитекторҙары институты (Royal Institution of Naval Architects) (1860), Инженер-электриктар институты (Institution of Electrical Engineers) (1871).

Инженер профессияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Турбина төҙөү күп тармаҡ инженерҙарының көстәрен берләштереүҙе талап итә

Инженерлыҡ эше менән шөғөлләнгән белгес инженер  тип атала.  Хәҙерге иҡтисади системала  был профессия кешеһенең эшмәкәрлеге  инженер-техник эшмәкәрлеге тупланмаһы булып тора. Инженер эшмәкәрлеге, ижади интеллигенцияның башҡа вәкилдәренең (педагогтар, табиптар, актёрҙар, композиторҙар һ.б.) эшмәкәрлегенән айырмалы,  ижтимағи етештереүҙәге роле буйынса милли килемде барлыҡҡа килтереүҙә туранан-тура ҡатнашыусы булып тора[5]. Инженерлыҡ эшмәкәрлеге аша инженер продукцияның йәшәү циклындағы төрлө этаптарҙа ниндәй ҙә булһа техник мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн үҙенең фәнни белемдәрен һәм ғәмәли тәжрибәһен ҡуллана.  

Фәнни белемдәр киңәйә һәм тәрәнәйә барған һайын инженер профессияһының төрлө дисциплиналар буйынса махсуслашыуҙары ла арта бара. Әлеге ваҡытта инженерияның  ниндәй ҙә булһа өлкәһендә махсуслашҡан инженерҙарҙан торған инженерҙар коллективы ғына һөҙөмтәле эшләй ала. Инженер хеҙмәттәре баҙарында инженерлыҡ ойошмалары эш итә,   улар ғилми-тикшеренеү институты, проектлау-конструкторлыҡ бюроһы, ғилми-етештереү берекмәһе  һәм башҡа формаларҙы ала. Баҙар шарттарында инженерлыҡ ойошмалары махсуслашыуы, йөкмәткеһе һәм сифаты йәһәтенән төрлө-төрлө хеҙмәттәр күрһәтә.  Инженерлыҡ ойошмаларының күбеһе йыш ҡына ҡәҙимге инженер эшләнмәләрен тормошҡа ашырыу өлкәһенән ситкә сығып китә. Мәҫәлән, ғилми-тикшеренеү, проектлау-конструкторлыҡ һәм консультация биреү хеҙмәттәренән тыш,  эре инженерлыҡ ойошмалары биналар һәм төҙөлөш ҡоролмалары төҙөү, проекттарға идара итеү,   эксплуатациялау баҫҡысында ҡатмарлы инженер-техник объекттарҙы хеҙмәтләндереү һәм уларға оператив идара итеү  һәм башҡа төрлө хеҙмәттәрҙе күрһәтәләр. 

Ҡайһы бер инженерлыҡ ойошмалары  төҙөлөшө һәм эшмәкәрлек төрө буйынса инженер-етештереү ойошмаһы булып тора; бындай ойошмаларҙа  инженерлыҡ подразделениеларының төп эшмәкәрлеге тәү сиратта ойошманың үҙенең производство ихтыяждарын ҡәнәғәтәндереүгә йүнәлтелә,  ә тышҡы заказсыларға   инженерлыҡ хеҙмәттәре күрһәтеү икенсел эшмәкәрлек булып тора.  Бындай төр ойошмалар айырыуса юғары технологиялар өлкәһендә киң таралған.  

Донъялағы иң эре  инженерлыҡ һәм инженер-етештереү ойошмалары
  • ABB (электротехника, энергетика машиналары эшләү һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләүсе компания, Швеция-Швейцария компанияһы)
  • BAE Systems (Бөйөк Британияның оборона компанияһы)
  • Bechtel (төҙөлөш һәм инженерлыҡ компанияһы, АҠШ)
  •  Е4  төркөмө (инженерлыҡ компанияһы, Рәсәй)
  • Google (интернет-эҙләү, болот хисаплауҙары һәм реклама технологиялары өлкәһендә эшләүсе компания, АҠШ)
  • Mitsubishi (бер нисә тармаҡты солғаған конгломерат, Япония)
  • Siemens (электротехника, электроника, энергетика ҡорамалдары, транспорт, медицина ҡорамалдары һәм  яҡтылыҡ техникиаһы тармаҡтарында эшләүсе концерн, Германия)

Инженерлыҡ тармаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Системалы инженерия

Төҙөлөш инженерияһы
Ген инженерияһы
Ғилемдәр инженерияһы
Программалау инженерияһы
Сәнәғәт инженерияһы
Ресурстарҙы һаҡлау өлкәһе инженерияһы

  • 2011 йылдың мартында АҠШ вице-президенты  Джо Байден,  Америка  һәм Рәсәй  компанияларының хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләгәндә, Боинг компанияһының башлығы нимә тип әйткәнен хәбәр итә. Баҡһаң,  Рәсәйҙә Боингтың мәнфәғәттәре был илдең эске самолёт баҙары менән түгел, ә Рәсәйҙә иң яҡшы инженерҙар булыуы менән бәйле икән[11].
  1. Ожегов С. И., Шведова Н. Ю. Толковый словарь русского языка: 80 000 слов и фразеологических выражений / Российская академия наук. Институт русского языка им. В. В. Виноградова. — 4-е изд., дополненное. — М.: Азбуковник, 1999. — 944 с. — ISBN 5-89285-003-X.
  2. Engineering//Encyclopædia Britannica
  3. Техника // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Engineers' Council for Professional Development. (1947). Canons of ethics for engineers 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
  5. 5,0 5,1 Негодаев, 1997
  6. Архимед-инженер
  7. Артиллерия Европы в 1505—1515 годах. Часть I
  8. ЗАРОЖДЕНИЕ И РАЗВИТИЕ АРТИЛЛЕРИЙСКОГО ОБРАЗОВАНИЯ В МИРЕ В XIV—XVII ВЕКАХ 2017 йыл 18 октябрь архивланған.
  9. Энгельс Ф. Артиллерия 2017 йыл 18 октябрь архивланған.
  10. Техническое образование в Германии: история и современность 2017 йыл 18 октябрь архивланған.
  11. Remarks by Vice President Joe Biden and Russian Prime Minister Vladimir Putin. Архивировано 29 ноябрь 2012 года.. 10 марта 2011 года.