Эстәлеккә күсергә

Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Байыш, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 30 октябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы, уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Әүҙемлек урыны Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы[d]

Башҡортостандың халыҡ артисы

Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы (15 март 1934 йыл30 октябрь 2019 йыл) — йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1982) һәм атҡаҙанған (1971) артисы.

Рамазан Фәтхулла улы Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Сабый сағынан уҡ етемлек михнәттәрен күрә. Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, һуғышта батырҙарса һәләк була. Әсәһе лә йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Башта Байыш мәктәбендә белем ала. Унан 1-се Этҡол мәктәбендә уҡый. Мәктәп йылдарында уҡ художестволы үҙешмәкәрлек концерты менән сығыш яһай[1].

Рамазан Йәнбәков 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа мәшһүр оҙон көй оҫтаһы Хөсәйен Әхмәтов йәш һәләттәрҙе һайлап алыу өсөн Баймаҡҡа килә. 13 йәшлек Рамазан Буранбай йырын һуҙа. Арҙаҡлы компизитор, был егет халыҡ гәүһәре, тыуған төйәгенең рухы тип билдәләй.

1957—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитеттың хор солисы була.

1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡытыусы булып эш башлай.

1963—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы була. Концерт бригадаһы менән етәкселек итә.

Йырсы 2019 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рамаҙан Йәнбәков — оҙон көй башҡарыу традицияларын дауам итеүсе, үҙенсəлекле, бай һəм йомшаҡ тауышлы йырсы.

Башҡарыу манераһы йыр асылын тəрəн аңлау, уны нескə тойомлау, сағыу образлылыҡ менәнн айырылып тора. Бөтә СССР буйлап гастролдəрҙə йөрөй.

Репертуарына классик башҡорт халыҡ йырҙары «Абдрахман кантон», «Ерән ҡашҡа», «Ильяс», «Сəлимəкəй», «Сибай», «Уйыл», «Шəүрə», «Элмəлек», «Юлғотло» инә.

Шулай уҡ М. М. Вəлиев, З. Ғ. Исмəғилев, Т. Ш. Кəримов, Ш. З. Ҡолбарисов, Х. Ф. Əхмəтов һәм башҡаларҙың йырҙарын һəм романстарын башҡара.

Рамазан Йәнбәков Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы, Сөләймән Абдуллин, Мәҙкүрә Әхмәҙиева, Ғилман Сәфәрғәлин менән бер рәттән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкиле булып таныла[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982)
  • «Гәлсәр һандуғас» музыкаль телевизион фестиваль лауреаты (2004)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2004)[4].
  1. Шакуров Р. З. Янбеков Рамазан Фатхуллович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 664. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков баҡыйлыҡҡа күсте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 30 октябрь (Тикшерелеү көнө: 30 октябрь 2019)
  3. Шакуров Р. З. Янбеков Рамазан Фатхуллович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 664. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  4. Певец, заслуживший истинную любовь народа (К 80-летию Рамазана Янбекова). ИА «Башинформ» (15 март 2014). Дата обращения: 29 ғинуар 2015.