Литвалар
Үҙ атамаһы |
lietuviai |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: около 3,66 млн[21] | |
Тел | |
Дин |
христианство католицизм (большинство), протестантизм, православие |
Раса тибы | |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар | |
Этник төркөм | |
Килеп сығышы |
Литвалар (рус. Лито́вцы, лит. lietuviai, ед. лит. lietuvis) — балт халҡы, уларҙың ҙур өлөшө Литвала йәшәй.
Һаны һәм йәшәгән төбәктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта 3,2 миллион самаһы кеше үҙҙәрен литва милләтле тип һанай (шул иҫәптән литва телен белмәгән кешеләр ҙә). Уларҙың күбеһе Литвала йәшәй. Республика Хөкүмәте ҡарамағындағы статистика буйынса департамент мәғлүмәттәре буйынса, литвалар Литва халҡының 84,6 % тәшкил иткән[22]
Литоваларҙың ҙур төркөмдәре АҠШ, Канада, һәм Шотландия Англия, Бразилия, Рәсәй дәүләттәрендә һәм элекке СССР-ҙың ҡайһы бер республикаларында йәшәй. Хәҙерге Литванан ситтә бер аҙ автохтон литва халҡы боронғо этник ерҙәрендә көн итә. Тәү сиратта ул — Белоруссияның Төньяҡ-көнбайышы (Витебск өлкәһенең Браслав районында Опса ауылы янында, Гродно өлкәһе Островец районындағы Гервяты ауылы, Гродно өлкәһе Воронов районындағы Пеляс ауылы һәм башҡалар), Латвияның көньяҡ-көнсығышы (барыһынан да алда Литва-Латвия сиге менән Даугава йылғаһы араһында) һәм Польшаның төньяҡ-көнсығышы (Пуньск ауылы, Подляс воеводалығында Сейны һәм Сувалки ҡалалары янында).
Рәсәйҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә йәшәүселәр:
- 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 45,6 мең литва. Күпселеге — 13 937 кеше — Калининград өлкәһендә йәшәй.
- 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 31,4 мең литва, уларҙың 9769-ы — Калининград өлкәһендә.
Барыһы ла тиерлек — 99,6 % — урыҫ телен белгән.
Литвалар йәшәгән төбәктәр (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса):
- Калининград өлкәһе — 9769
- Мәскәү — 1775
- Санкт-Петербург — 1294
- Красноярск крайы — 1277
- Иркутск өлкәһе — 1046
- Коми республикаһы — 977
- Мәскәү өлкәһе — 962
- Карелия — 733
- Краснодар крайы — 679
- Свердловск өлкәһе — 540
- Ленинград өлкәһе — 535
- Ростов өлкәһе — 429
- Алтай крайы — 382
- Ханты-Манси автономиялы округы — 378
- Силәбе өлкәһе — 358
- Мурманск өлкәһе — 354
- Кемерово өлкәһе — 346
- Омск өлкәһе — 332
- Пермь крайы — 330
- Приморье крайы — 2
- Томск өлкәһе — 329
- Смоленск өлкәһе — 322
- Архангел өлкәһе — 287
- Төмән өлкәһе — 267
- Волгоград өлкәһе — 252
- Ырымбур өлкәһе — 239
- Татарстан — 222
- Псков өлкәһе — 221
- Вологда өлкәһе — 218
- Саха Республикаһы — 206
- Новгород өлкәһе — 145
- Белгород өлкәһе — 135
- Ямал-Ненец автономиялы округы — 133
- Сахалин өлкәһе — 114
- Магадан өлкәһе — 105
- Еврей автономиялы өлкәһе — 51
- Түбәнге Новгород өлкәһе — 32
Этногенез
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беҙҙең эраның XI—XIII быуаттарынан бирле ике балт этносы («литва»[23] һәм «жамойть») хәҙерге Урта Литва уйһыулығы һәм Балтик тауҙар теҙмәһе майҙандарын тотош тиерлек биләп йәшәгән. XIII—XVI быуатта литва ҡәүеменә литванан тыш ятвягтарҙың бер өлөшө[24], Жемайт ҡалҡыулығында йәшәгән Грунт ҡәберлектәре мәҙәниәтенең тотош ҡәбиләһе, сел, земгал һәм курш ҡәүемдәренең көньяҡ өлөштәре, шулай уҡ скальв, прустар һәм башҡа ҡайһы бер балт ҡәбиләләре ҡушылған.
2004 йылғы популяция генетиктарының генетик тикшеренеүҙәре (ике енескә лә әсәләренән күсә торған митохондриаль ДНК буйынса ла, шулай уҡ бары тик ир-ат яғы буйынса ғына нәҫелгә күсә торған Y-хромосома буйынса ла[25]) тарихи этнолингвистик территориаль төркөмдәр араһында генетик айырмалар булмауын күрһәтә, тикшеренеүселәр фекеренсә, был һуңғы мең йыллыҡта литва этносына берләшкән балт ҡәбиләләре араһында була алған айырмалар тулыһынса юҡҡа сыҡҡан тигәнде аңлата.
Шулай уҡ тикшеренеү авторҙары литвалар араһында һаҡланған диалект һәм этнографик айырмалар төбәк мәҙәни айырмаларын консервациялауға булышлыҡ иткән оҙайлы феодаль-крепостной осор һөҙөмтәһе булыуын билдәләй[26].
Икенсе яҡтан, Европа популяциялары контексында литвалар айырым урын алып тора, ләкин авторҙарҙың тикшеренеүе әсәнән ике енескә лә нәҫел буйынса күсә торған митохондриаль ДНК-һын тикшеренеүҙәре литваларҙың славян популяцияларына ла (поляктар һәм урыҫтар), фин-уғыр (эстондар һәм финдар) менән дә генетик яҡын туғанлығын күрһәтә, шулай уҡ был популяцияларҙың артыҡ ҙур булмаған географик яҡынлығын да сағылдыра, авторҙарҙың Y-хромосома (ир-аттар ДНК-һы) буйынса тикшеренеүҙәре литваларҙың фин-уғыр төркөмдәренә (эстондар һәм финдар) яҡыныраҡ икәнен күрһәткән[26].
Этник төркөмдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге литвалар араһында ике төп этник төркөм — аукштайттар (аукштайтийҙар) һәм жемайттар (жемайтийҙар, иҫкесә — жмудь) бар, улар үҙ сиратында ваҡ этнографик төркөмдәргә бүленә. Аукштайттар араһынан көньяҡтыҡылар — дзуки (дзукийҙар) һәм Неман аръяғында йәшәүсе сувалкиҙар (сувалкийҙар, судувтар) айырым урын алып тора.
Жемайттар араһында шулай уҡ Кесе Литва (Клайпеда крайы) һәм хәҙерге Калининград өлкәһенең — кесе литвалар (летувинниктар) тип аталған өлөшө айырым урын тота[27]
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европала Туфан тураһында риүәйәт осраған аҙ һандағы халыҡтарҙың береһе[28].
- Клумпакоис — литва халыҡ бейеүе.
- Сутартинес — күп тауыш менән башҡарылған литва йыры.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIV быуат аҙағына тиклем литваларҙың ата-бабалары күбеһенсә мәжүсиҙәр булып ҡалған, бер аҙ өлөшө православие динен тотҡан. Литва (Аукштайтия) 1387 йылда — католицизм ҡабул иткән, ә Жемайтия иһә унан да һуң — 1413 йылда сумдырылған (суҡындырыу йолаһы үткәрелгән). XVI—XVII быуаттарҙа Литва буйынса Реформация тулҡындары, һуңғараҡ контрреформация тулҡындары күҙәтелә, улар башлыса Литва аҡһөйәктәренә ҡағыла. Әлеге ваҡытта диндар литвалар күбеһенсә католицизм тота. Күпмелер протестант, православ һәм «яңы мәжүсиҙәр» (рус. неоязычники) бар. Православ традициялар, башлыса, юғалған, шул уҡ ваҡытта грек сығышлы исемдәр (Никодим, Поликарп һәм башҡалар) XX быуат уртаһына тиклем үк популяр булған әле.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ethnic composition: 2011 census
- ↑ Request Rejected 2012 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ Revista Época Edição 214 24/06/2002 2013 йыл 3 июль архивланған.
- ↑ Pidd, Helen. Baltic exchange: meet the Lithuanians who have made Britain their home (7 January 2013).
- ↑ Lithuanian Jews Make Big Impact in South Africa . Дата обращения: 28 сентябрь 2008. Архивировано из оригинала 28 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 28 сентябрь архивланған.
- ↑ Lithuanians — The Canadian Encyclopedia(недоступная ссылка)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Latvijas Republikas Ārlietu Ministrija: Integrācijas politika Latvijā: daudzpusīga pieeja 2011 йыл 10 май архивланған.
- ↑ За пять лет в Ирландии число литовцев увеличилось на 40% - DELFI
- ↑ Innvandrere og norskfødte med innvandrerforeldre, 1. januar 2013 Ҡалып:No icon SSB, retrieved 9 June 2013
- ↑ Immigration to Norway
- ↑ Statistisches Bundesamt Deutschland — Startseite
- ↑ http://www.ine.es/prodyser/pubweb/anuario06/anu06_02demog.pdf
- ↑ http://www.ausstats.abs.gov.au/ausstats/free.nsf/Lookup/C41A78D7568811B9CA256E9D0077CA12/$File/20540_2001%20(corrigendum).pdf
- ↑ Statistics Denmark:FOLK2: Population 1. January by sex, age, ancestry, country of origin and citizenship .
- ↑ State statistics committee of Ukraine – National composition of population, 2001 census (Ukrainian)
- ↑ Błąd 404. Strona o podanym adresie nie istnieje
- ↑ Ethnic composition: 2009 census
- ↑ Popolazione residente in Italia proveniente dalla Lituania al 1° gennaio 2011. ISTAT (2011). Дата обращения: 26 декабрь 2013.
- ↑ Ethnic composition: 2016 estimation . Дата обращения: 6 август 2018.
- ↑ Lietuviai Pasaulyje. Lietuvos statistikos departamentas
- ↑ Statistics Lithuania 2013 йыл 14 октябрь архивланған. (Статистика Литвы): Population and social statistics 2013 йыл 14 октябрь архивланған. (инг.)
- ↑ Археология СССР. Литовские племена
- ↑ Литовцы / Председатель Науч.-ред совета Ю.С. Осипов. Отв. ред. С.Л. Кравец. — Большая Российская энциклопедия: в 30 т.. — М.: Большая Российская энциклопедия, 2010. — Т. 17. Лас-Тунас — Ломонос. — С. 652—654.
- ↑ Kasperaviciute D., Kucinskas V. and Stoneking M. Y Chromosome and Mitochondrial DNA Variation in Lithuanians. — 2004. — С. 445.
- ↑ 26,0 26,1 Kasperaviciute D., Kucinskas V. and Stoneking M. Y Chromosome and Mitochondrial DNA Variation in Lithuanians. — 2004. — С. 445.
- ↑ Anita Rozentāle. Vācu gars un «mazlietuviešu» sīkstums
- ↑ Фрэзер Дж. Дж. Фольклор в Ветхом Завете. — М.: Политиздат, 1989. — (Библиотека атеистической литературы) — С. 157—158. — ISBN 5-250-01011-3
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 77
- Муксинов Р. И. Политика властей Литвы в отношении своей зарубежной диаспоры. — Вильнюс: Politika, 2012. — ISBN 978-9986-478-31-7.
- Литовцы // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3. Архивная копия от 29 ноябрь 2014 на Wayback Machine
- Литовцы 2021 йыл 17 апрель архивланған. // Большая российская энциклопедия: в 30 т. / Председатель Науч.-ред совета Ю. С. Осипов. Отв. ред. С. Л. Кравец. — Москва : Большая Российская энциклопедия, 2010. — Т. 17. Лас-Тунас — Ломонос. — С. 652—654.