Эстәлеккә күсергә

Ләнтор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Лянтор битенән йүнәлтелде)
Ләнтор
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1932
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Городское поселение Лянтор[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение Лянтор[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 40 977 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 55 метр
Майҙан 63,07 км²
Почта индексы 628449
Рәсми сайт admlyantor.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1932
Урындағы телефон коды 34638
Карта
 Ләнтор Викимилектә

Лянто́р — Ханты-Манси автономиялы округының Сургут районындағы ҡала. Халҡы һаны буйынса округта 11-се урында тора. Ҡала Башҡорт АССР-ның Маҡар (хәҙер Ишембай районы) Түбәнге Әрмет ауылында тыуған совет нефть эҙләүсеһе Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы асҡан нефть ятҡылығы урынында барлыҡҡа килгән, ул Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалған шәхес. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса был ҡалала йәшәгән төрлө милләттәр араһында башҡорттар дүртенсе урында тора, улар бер мең ярымдан ашыу кеше тәшкил итә.

Обь йылғаһы ҡушылдығы Пим буйында урынлашҡан. Сургуттан 95 км төньяҡ-көнбайыштараҡ, Төмәндән 625 км төньяҡ-көнсығыштараҡ.

Климаты

Ләнтор ҡалаһы Алыҫ Төньяҡ райондарына тиңләштерелгән.

Ҡырҡа континенталь климатлы. Ҡыш һалҡын, оҙон — октябрҙең икенсе яртыһынан апрелгә тиклем дауам итә. Ғинуарҙа уртаса температураһы −19-25 °C. Тотороҡло ҡар ҡатламы октябрҙән майға тиклем ята. Яҙ көҙгә ҡарағанда һалҡыныраҡ, ҡырау (-3 °C тиклем) июндең беренсе аҙнаһында ла булыуы мөмкин. Йәй йылы, июлдә уртаса температура +15-25 °C. Көҙ август аҙағынан октябрь уртаһына тиклем дауам итә. Ҡыштар бик һыуыҡ −20-нән 50 градусҡа тиклем һалҡындар ҙа була.

30-сы йылдарҙа Рәсәйҙә башланған коллективлаштырыу һөҙөмтәһендә төньяҡ халыҡтарын күпләп күсмә һәм ултыраҡ тормошҡа күсереү башлана. Сургут районында Калинин исемендәге колхоз ойошторола. Унда Пим йылғаһы бассейнында йәшәгән ханттарҙың барлыҡ биләмәләре индерелә. Нимперовтарҙың ырыу биләмәһендә йорттар, колхоз контораһы, мәктәп-интернат, мунса, медицина пункты төҙөлә. Шулай итеп Пим йылғаһының һул ярында шундай уҡ атамалы милли ауыл барлыҡҡа килә. Ханты-Манси автономиялы округының Дәүләт архивы мәғлүмәттәре буйынса, милли Пим ауылы 1931 йылда ойошторолған.

Балыҡсылар ҡасабаһы Пим урынында 1966 йылда нефть һәм газ ятҡылыҡтары асылыу һөҙөмтәһендә (Ләнтор нефть-газ-конденсатятҡылыҡтары) Ләнтор ҡалаһы (Пим йылғаһының эргәһендәге Ләнтор-Тухлор күле исеменән) барлыҡҡа килә.

1978 йылда Пим ҡасабаһы янында төҙөлгән Ләнторский нефтселәр ҡасабаһы ҡалҡып сыға.

1992 йыл ҡасабаға ҡала статусы бирелә һәм ул Ләнтор тип атала башлай.

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса[3]

Милләттәр Кеше һаны Процент нисбәте
Урыҫтар 20 026 51,36%
Татарҙар 3 839 9,85%
Украиндар 3 148 8,07%
Башҡорттар 1 580 4,05%
Ҡумыҡтар 1 372 3,52%
Тажиктар 941 2,41%
Әзербайжандар 778 2,00%
Сыуаштар 675 1,73%
Чечендар 563 1,44%
Лезгиндар 453 1,16%
Нуғайҙар 431 1,11%
Үзбәктәр 420 1,08%
Әрмәндәр 326 0,84%
Ҡаҙаҡтар 320 0,82%
Башҡалар 2 560 6,56%
Күрһәтмәгәндәр 1 560 4,00%
Йәмғеһе 38 992 100,00%

Ҡалала 6 дөйөм белем биреү мәктәбе, 10 мәктәпкәсә балалар учреждениелары, 2 музыка мәктәбе эшләп килә.

Нефть техникумында урта профессиональ белем алыу мөмкинлеге бар.

Газ сәнәғәте предприятиелары, газэшкәртеү заводы. Ләнтор тирәләй — сәнәғәт предприятиеларының йылытмалар хужалығы. Шәхси хужалыҡтарҙа сусҡа, ҡош үрсетәләр. Ләнтор һәм Түбәнге Сортым нефть һәм газ ятҡылыҡтары.

Әлеге ваҡытта «Ләнторнефть» нефть-газ сығарыу идаралығы 9 ятҡылыҡта эшкәртеү һәм файҙаланыу эштәре алып бара: Ләнтор, Маслихово, Назарғәли, Санино, Көнбайыш Камын, Төньяҡ Селияр, Көнбайыш Сахалин, Сынъегән һәм Явинлор. 2016 йылда Көньяҡ Лямин ятҡылығын үҙләштерелә башлай.

Е тештереүҙе үҫтереү мәсьәләләре менән бер рәттәнСоциаль мәсьәләләрҙе Ләнтор идаралығы етәкселеге социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Ҡалала даими торлаҡ төҙөлөшө алып барыла, ҡала проблемаларын хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.

Берҙән-бер автобус маршруты бар. Ул ял көндәрендә, йәйен һәм байрам көндәрендә эшләмәй.

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ханттар этнография музейы.
  • Ҡалаға ингән урындағы стела, ул ҡаланың визит карточкаһы булып тора.
  • Ҡаланың скверында крайҙың тарихи үткәненә, этник тарихына арналған, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә арналған стела.
  • НГДУ «Ләнторнефть» идаралығы бинаһы алдында уның беренсе башлығы — Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы хөрмәтенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташ.
  • Согласие урамында ҡуйылған нефоть сығарыу станок-качалкаһы.
  • Еңеү проспектында Икенсе бөтә донъя һуғышында еңеүҙең 70 йыллығына арналған стела.
  • «Юбилей» һарайы алдында ҡуйылған «Мин Ләнторҙы ♥» стелаһы

Ике мәҙәниәт йорто: «Нефтсе», «Төҙөүсе», «Юбилей» мәҙәниәт һарайы, ике сәнғәт мәктәбе, 3 ҡала китапханаһы, «Халыҡ ижады йорто» муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы, 10 йәмәғәт милли-мәҙәни берекмәһе.

Ләнтор киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ләнторское нефтегазоконденсатное месторождение