Эстәлеккә күсергә

Мамыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мамыҡ — Gossypium ырыулы мамыҡ үҫемлегенән алынған сүс .

Мамыҡ үҫемлеге
Мамыҡ ҡабаттан эшкәртелә торған сеймал икәнен күрһәткән символ

Үҫемлектең өлгөргән орлоғо асыла, шул ваҡытта уны йыялар. Орлоҡтарынан сүсен айырыр өсөн уны башта бер урынға туплайҙар ҙа махсус заводтарға ебәрәләр. Шунан епсәләрҙең оҙонлоғона ҡарап айырыу башлана. 20—25 мм оҙонлоғондағыһы иләргә оҙатыла, ә ҡыҫҡараҡтары — линт — медицина мамығы һәм шартлатҡыс матдәләр сығарыу өсөн файҙаланыла.

Мамыҡ нәҙек кенә, ҡыҫҡа, йомшаҡ епсәләрҙән ғибәрәт. Был епсәләр үҙәгенә ҡарата бер аҙ сиратылып урынлашҡан. Ярайһы ныҡ, химик йәһәттән тотороҡло (һыу, яҡтылыҡ йоғонтоһона бирешеп бармай, тиҙ серемәй, тарҡалмай). 130—140 °C эҫелеккә тиклем янмай, гигроскопик (һыу һеңдереүсәнлеге) сифаты 18-20 %, бөгөлөүсән. Шуның өсөн мамыҡ туҡыма таушалып бара. Ышҡылыу арҡаһында ярайһы тиҙ туҙа.

Өҫтөнлөктәре:

  • Йомшаҡ
  • Йылылыҡты тота, дымды тиҙ һеңдерә
  • Тәнде тын алдырта
  • Буяуҙы яҡшы һеңдерә

Етешһеҙлектәре:

  • Тиҙ таушала
  • Ултыра
  • Ҡояштан һарғая
  • Оҙаҡ кибә

Еңел һәм ярайһы ныҡ был туҡыма бер нисә мең йылдар элек үк етештерелә башлаған. Мексикалағы мәмерйәләрҙә табылған мамыҡ туҡыма киҫәктәренең 7000 йылдарҙан да әүәл һуғылғанлығы асыҡланған. Б.э. тиклем 3000 йыл элек үк Пакистан ерҙәрендә кизе-мамыҡ туҡыма етештергәндәр. Европаға мамыҡты ғәрәп сауҙагәрҙәре килтергән. Шунан бирле йөн һәм етен урынына күберәк кизе-мамыҡ ҡуллана башлағандар. 1492 йылда Баһама (Багама) утрауҙарында Христофор Колумба та мамыҡ туҡыма күрә. 1500 йылға инде туҡыма бар донъяла таныла.

Мамыҡты башта Һиндостанда эшкәртә башлағандар һәм бының өсөн «талҡығыс» — аҫлы-өҫлө урынлаштырылған ябай ғына ике йомро киҫкә ҡулланылған. Уның өҫкөһө ҡуҙғалмаған, ә аҫҡыһын тотҡа менән әйләндергәндәр. Епсәләр киҫкә араһынан тартылып икенсе яҡҡа йыйылған, ә орлоҡтар үтмәй ал яҡта ятып ҡалған. Әлбиттә, был тиклем ябай ҡулайлама менән ике-өс кеше көнөнә 6-8 кг-дан да артыҡ мамыҡ ала алмаған. Туҡыма бик ҡыйбатҡа төшкән.

1792 йылда махсус бысҡы уйлап сығарылған (коттон-джин, Эли Уитни), мамыҡты етештереү тиҙләшкән дә, арзанайған да. Шул тиклем үк эшсе көс менән башта йөҙҙәрсә, һуңғараҡ меңәдәрсә кг. сеймал етештерелә башлаған. Бысҡылар һаны артҡан, ә уларҙың дәүмәле, машиналар сифаты үҙгәргән. Механизм двигателдәрен эшләтеүгә кеше, эре мал көсө лә, һыу ҙа һ.б. файҙаланылған. Шунан бирле мамыҡ етештереү донъялағы сәнәғәттең барса тармаҡтарын уҙып үҫешә башлаған.

Мамыҡ үҫтерелгән баҫыу. Ботаника баҡсаһы Сухуми, 1912 год.
Йылдар буйынса мамыҡ үҫтереү майҙандары (FAOSTAT)
га.
Ил 1985 1995 2005
Һиндостан 7 533 9 035 9 100
АҠШ 4 140 6 478 5 586
Ҡытай 5 140 5 422 5 060
Пакистан 2 364 2 997 3 096
Үзбәкстан 1 493 1 390
Бразилия 3 590 1 191 1 254
Нигерия 220 431 630
Төркиә 660 741 600
Төрөкмәнстан 607 600
Мали 146 336 551
Йылдар буйынса мамыҡ етештереү күләме (FAOSTAT)
мең тонна.
Ил 1985 1995 2005
Ҡытай 4 147 4 768 5 700
АҠШ 2 924 3 897 5 164
Һиндостан 1 484 2 186 2 475
Пакистан 1 217 1 802 2 122
Үзбәкстан 1 265 1 250
Бразилия 943 479 1 196
Төркиә 518 851 800
Австралия 267 421 578
Греция 168 433 359
Сүриә 170 216 331

Күҙәтеүҙәр буйынса, мамыҡ баҫыуҙарында йыл һайын пестицидтар менән 300—500 мең кеше ағыулана, 20 меңе һәләк була[1].

Мамыҡ туҡыма алыу өсөн мамыҡ текстиль эшкәртеү үтә, мамыҡ сүсте медицинала, көнкүрештә файҙаланалар һәм шартлатҡыс матдәләр әҙерләгәндә ҡулланалар. Кизе-мамыҡ туҡыма сифатына ҡарап төрлөсә атала: ситса, бәз, сатин, поплин, тафта, ҡалын байка, йоҡа ғына батист һәм шифон, вельвет джинса туҡыма. Мысыр мамығы иң оҙон епсәле, шуға күрә унан етештерелгән әйберҙәр ҙур ихтыяж менән файҙалана, модалы брендтарҙа ҡулланыла. Шулай уҡ мамыҡтан туҡылған марля ла бик юғары баһалана.

Донъяла мамыҡты ҡулланыу, мең тонна
2001−2002 2002−2003 2003−2004 2004−2005* 2005−2006**
Йәмғеһе 20 288 21 184 21 352 23 080 23 650
КХР 5 700 6 500 7 000 8 100 8 600
Һиндостан 2 910 2 914 3 000 3 300 3 400
ЕС, ЦВЕ*** 2 430 2 399 2 224 2 240 2 200
Пакистан 1 855 2 042 2 100 2 300 2 370
Шәрҡи Азия, Австралия һәм Океания 2 127 2 075 1 885 1 850 1 830
АҠШ 1 676 1 583 1 413 1 350 1 280
Бразилия 830 760 825 900 900
БДБ 671 674 686 710 730
Башҡалар 2 090 2 237 2 218 2 330 2 330
Иҫкәрмә: * — баһа; ** — күҙаллау; *** — Төркиәне индереп.

1998—1999 йылдарҙан Ҡытайҙың текстиль сәнәғәте мамыҡты төп ҡуллыныусы булып тора (донъяла ҡулланылғандың 35 %). Ҡытайҙың үҙендә етештерелгән мамыҡ ихтыяжын ҡаплай алмай, шуға улар башҡа илдәрҙән һатып алырға мәжбүр.

2001—2005 йылдарҙа мамыҡты ситтән иң күп һатып алыусы АҠШ (бар экспорттың 40 %), икенсе урында «франк зонаһына» ингән африка илдәре(9—13 %).

Мамыҡтан алынған уңыш 30 ц/га(3 т/га йәки 300 т/км²). Максимум 50 ц/га (5 т/га йәки 500 т/км²)

Үзбәкстан һәм Төркмәнстан гербында мамыҡ төшөрөлгән.

Башҡортостанда кизе-мамыҡ тауарҙар етештереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәләмәтлеген һаҡлаған кеше экологик яҡтан таҙа кейем дә кейергә тырыша, һәм был йәһәттән Башҡортостандың Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы етештергән тауарҙар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Фабрика йылына 300 төрлө модель менән миллиондарса дана саф мамыҡ ептән, шулай уҡ уға синететик ептәр ҡушып бәйләнгән эске кейемдәр, ойоҡбаштар, өҫ кейемдәре сығара. Фабрика сығарылған продукция күләме буйынса Рәсәйҙәге шундай 123 предприятие араһында 6-сы урынды биләй. Ул «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән. Илебеҙҙең 50 төбәгендә һатып алалар бында етештерелгән кейем-һалымды. Республикабыҙ ҡалаларының тегеү фабрикаларында ла кизе-мамыҡ тауарҙар етештерелә.

Башҡорт әҙәбиәтенән һәм фольклорынан өлгөләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт әҙәбиәтендә теге йәки был нәмәне мамыҡ менән сағыштырыу ярайһы йыш ҡулланыла. Аҡ йәки йомшаҡ мәғәнәһен көсәйтеү өсөн ҡулланыла был метафоралар.

Ҡарҙар яуа

Һәм, ниһайәт, күктәр ҡосағынан

Ергә мамыҡ ҡарҙар түгелде.

Ҡупшы шәлен һалған саған ҡыҙы

Ап-аҡ күлдәк кейеп һөйөндө…

ӘНИСӘ ТАҺИРОВА

Таш

Ошо таштай тәнең уйып-уйып

Һуҡмаҡ һалып ҡайтып килеүем,

Ҡатай ере!

Һинең ҡаты ерең

Мамыҡтан да йомшаҡ тиеүем.

ГҮЗӘЛ СИТДИҠОВА

Әйтем

Ҡыҙ биргән ергә мамыҡтан да йомшаҡ бул, килен алған ергә тегәнәктән дә ҡаты бул.

Башҡорт телендә «мамыҡ» һүҙенең ҡулланылышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт телендә «мамыҡ» һүҙе күп төрлө органик епсәләргә (сүстәргә) ҡарата ла ҡулланыла. Кәзә, дөйә, ҡаҙ мамығы — хайуандар биргән органик епсәләр (мамыҡ шәл). Кәзә мамығын дебет тип тә атайҙар. Төрлө үҫемлектәр орлоғонда барлыҡҡа килгән йомшаҡ епсәләр ҙә мамыҡ тип атала. Мәҫәлән, бәпембә, тирәк, шайтан таяғы, тал көсөгө мамығы.

  1. Наука и жизнь. — 2011. — № 3. — С. 76.


Май биреүсе культуралар
Ҡытай сәтләүеге | Аҡ гәрсис | Сарепт гәрсисе | Ҡара гәрсис | Кенә уты | Кокос пальмаһы | Киндер | Кунжут | Етен | Ляллеманция | Европа зәйтүне | Перилла | Көнбағыш | Кукуруз | Рапс | Шипкән | Сафлор | Соя | Тунг | Мамыҡ | Чуфа