Манас (аэропорт)
Манас | |
Кем хөрмәтенә аталған | Манас (эпос) |
---|---|
Дәүләт | Ҡырғыҙстан |
Административ-территориаль берәмек | Сөй өлкәһе[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 637 метр |
Рәсми асылыу датаһы | 1974 |
Пассажирҙар ағышы | 2 167 759 |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Бешкәк |
Рәсми сайт | airport.kg |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 08/26 |
ИАТА аэропорты коды | FRU |
ИКАО аэропорты коды | UCFM |
Манас Викимилектә |
Манас халыҡ-ара аэропорты (ҡырғыҙ. Манас эл аралык аба майданы) — Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәктең аэропорты. Ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан 23 км алыҫлыҡта Чуй өлкәһе территорияһында урынлашҡан. Яҙыусы Сыңғыҙ Айытматовтың башланғысы буйынса ҡырғыҙ эпосы геройы исеме менән аталған.
2014 йылға тиклем аэропортта АҠШ Хәрби-һауа көстәренең «Манас» авиабазаһы һәм транзит үҙәге урынлаша.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1974 йылдың октябре — аэропорт бортында СССР Министрҙар Советы рәйесе А. Н. Косыгин булған Ил-62 самолетын ҡабул итә.
1975 йылдың 4 майы — Мәскәүҙең Домодедово аэропортына беренсе даими рейс яһала.
1981 йылдың октябре — баш ҡала аэропортының бөтә функциялары иҫке аэропорттан «Манас» аэропортына тапшырыла[1].
2001 йылдың апреле — «Манас халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторола.
Техник мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Манас» аэродромы «4Е» класына (ИКАО классификацияһы буйынса) ҡарай, бөтә типтағы һауа судноларын ҡабул итә ала. Осоу-ултырыу һыҙатының классификация һаны (PCN) 53/R/A/X/T[2]. Аэродромдың метеорологик минимумы — 60×800 м. Майҙаны 242 000 м2 булған перронда уртаса һәм алыҫ араға осоусы самолеттар өсөн 38 туҡталҡа һәм 2 телескопик баҫҡыс бар.
Техник ресурстың бөтөүе, физик һәм әхлаҡи туҙыу сәбәпле, «Манас» аэродромында радиолокаторҙарҙы тулыһынса алмаштырыу талап ителә[3].
Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылдың октябренә Манас аэропорты теҙмәһенә ярашлы түбәндәге авиакомпанияларҙың рейстары хеҙмәтләндерелә:
Авиакомпания | Тәғәйенләнгән пункт |
---|---|
Air Astana | Алматы аэропортына Алматы |
Air Astana осош яһала FlyArystan |
Нурсултан Назарбаев аэропортына |
Астана (2023 йылдың 2 майында тергеҙелә)[4], Хәҙрәт Султан (аэропорт) | Төркөстан |
Уральские авиалинии Ural Airlines | Кольцово (аэропорт) |
Екатеринбург, Домодедово (аэропорт) | Мәскәү (Домодедово), Сочи (аэропорт) |
Сочи | Air Kyrgyzstan |
авиакомпании рейстары туҡтатылған | Avia Traffic Company |
Алматы (аэропорт) | Алматы, Грозный (аэропорт) |
Грозный, Дүшәнбе (аэропорт) | Дүшәнбе, Кольцово (аэропорт) |
Екатеринбург, Ҡазан (аэропорт) | Ҡазан, Емельяново (аэропорт) |
Красноярск, Домодедово (аэропорт) | Мәскәү (Домодедово), Толмачёво (аэропорт) |
Новосибирск, Пулково (аэропорт) | Санкт-Петербург, Сургут (аэропорт) |
Сургут, Ош, Воронеж (аэропорт) | Воронеж, Краснодар, Стамбул (Ататөрк). |
Аэрофлот | Шереметьево |
Мәскәү, Пулково (аэропорт) | Санкт-Петербург |
Азимут | Ростов-На-Дону |
Шанхай, Анталья | Tez Jet Airlines |
Баткен, Ош, Исфана | Tajik Air |
Дүшәнбе (аэропорт) | Дүшәнбе |
flydubai | Дубай (аэропорт) |
Дубай (Халыҡ-ара) | {{{60}}} |
Йөк рейстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авиакомпания | Тәғәйенләнгән пункт |
---|---|
MNG Airlines | Алматы (аэропорт) |
Алматы | Silk Way Airlines |
Баку (аэропорт) | Баку, Дивопу (аэропорт) |
Урумчи, Гонконг, Шанхай | Turkish Airlines Cargo |
Алматы (аэропорт) | Алматы, Дели (аэропорт) |
Дели, Чхеклапкок (аэропорт) | Гонконг, Инчхон (аэропорт) |
Сеул (Инчхон), Ататюрк (аэропорт) | Стамбул (Ататюрк), Шанхай. Гуанчжоу, |
Uzbekistan Airways | Навои (аэропорт) |
Навои | Air ACT |
Ататюрк (аэропорт) | Стамбул (Ататөрк) |
Етәкселек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аэропорт акциялары түбәндәге шәхестәргә ҡарай:
- 79,05 % — Ҡырғыҙстан Республикаһы Хөкүмәте Дәүләт мөлкәте менән идара итеү фонды ҡарамағында.
- 8,46 % — Ҡырғыҙ Республикаһының социаль фонды ҡарамағында.
- 12,48 % — башҡа юридик һәм физик шәхестәрҙә[5].
«Манас» аэропорты төркөмө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Манас Халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 11 аэропорт ҡарай: 5 халыҡ-ара һәм 6 төбәк, шул иҫәптән[6]:
- Манас халыҡ-Ара аэропорты (Бишкәк)
- Баткен халыҡ-ара аэропорты
- Ҡаракол халыҡ-ара аэропорты
- Ош халыҡ-ара аэропорты
- Ысыҡкүл Халыҡ-ара аэропорты
- Джалал-Абад аэропорты
- Исфана аэропорты
- Казарман аэропорты
- Нарын аэропорты
- Талас аэропорты
- Каруан (Кербен) аэропорты
Бәхетһеҙ осраҡтар һәм һәләкәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2002 йылдың 22 октябрендә Мәскәүҙән (Домодедово) техник рейс башҡарған Рәсәйҙең «Третьяково» авиакомпанияһының Ил-62 самолеты ергә төшкәндә экипаждың тупаҫ хаталары арҡаһында осоу-ултырыу һыҙатынан сығып китә һәм емерелә[7].
- 2006 йылдың 26 сентябрендә «Алтын Эйр» авиакомпанияһының Ту-154 самолеты осоу-ултырыу һыҙатында Американың KC-135 яғыулыҡ ҡойоусыһына ҡанаты менән тейә. Ту-154 самолеты имен генә ергә төшә ала, ә яғыулыҡ ҡойоусы машина яна[8].
- 2008 йылдың 24 авгусында Iran Aseman Airlines авиакомпанияһы идара иткән «Итек Эйр» Boeing 737—200 самолеты Манас аэропортынан 2 км алыҫлыҡта һәләкәткә осрай[9].
- 2017 йылдың 16 ғинуарында Turkish Airlines авиакомпанияһының Boeing 747-400F самолеты ергә төшкәндә һәләкәткә осрай[10].
- 2018 йылдың 1 мартында 107-се Бишкәк-Баткен рейсын башҡарған British Avro RJ85 самолеты, двигателенең эштән сығыуы сәбәпле, Бишкәк ҡалаһының Манас аэропортына ултырырға мәжбүр була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Аэропорт «Манас»: от целинного поля до современной бетонки .
- ↑ Справочник «Аэропорты и Авиакомпании, Авиапоставщики 2015 (СНГ и Балтия)». — М.: Авиатека, 2015. — 640 с. — ISBN 978-5-9905032-3-6.
- ↑ Срочной замены требует около 80 % аэронавигационного оборудования ГП «Кыргызаэронавигация» . Дата обращения: 3 ғинуар 2013. Архивировано 6 ғинуар 2013 года.
- ↑ FLYARYSTAN 2Q23 NETWORK EXPANSION – 09FEB23 . Aeroroutes. Дата обращения: 4 март 2023.
- ↑ programming by weltkind (anatoly lelevkin), design by scriv(alex krivov), cms by DonPedro(Peter Panov). «BNC Finance» - Брокерские услуги на рынке ценных бумаг Кыргызской Республики :: Сообщения и события . my.bnc.kg. Дата обращения: 9 август 2016. Архивировано 22 август 2016 года.
- ↑ Аэропорты - Международный аэропорт «Манас» . www.airport.kg. Дата обращения: 18 ғинуар 2018. Архивировано 22 ғинуар 2022 года.
- ↑ Информация об авиационном происшествии с самолётом Ил-62М RA-86452 :: Ил-62 :: IL-62.RU . Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано 19 май 2009 года. 2009 йыл 19 май архивланған.
- ↑ ASN Aircraft accident Tupolev 154M EX-85718 Bishkek Airport (FRU) . Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано 9 ноябрь 2012 года.
- ↑ www.24kg.org - КЫРГЫЗСТАН . Дата обращения: 6 апрель 2009. Архивировано из оригинала 8 сентябрь 2008 года. 2008 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ Крушение Boeing 747 под Бишкеком. Хроника событий, ТАСС. 16 ғинуар 2017 тикшерелгән.