Маргарита Коннаутская
Принцесса Маргарита Виктория Шарлотта Аугуста Нора Коннаутская (ингл. Margaret Victoria Charlotte Augusta Norah); 15 ғинуар 1882 йыл — 1 май 1920 йыл) — Швецияның кронпринцессаһы, герцог ҡатын Сконская, герцог Адольф Густав Сконскийҙың ҡатыны. Бөйөк Британия һәм Ирландияның принцессаһы, унда уны Дэйзи (Маргаритка) тип йөрөтәләр.
Тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маргарита 1882 йылдың 15 ғинуарында тыуа һәм Викторияның өсөнсө улы принц Артур, герцог Коннаутскийҙың һәм уның ҡатыны Луиза Маргарита Прусскаяның ҡыҙы була. 11 мартта Виндзор һарайында Арчибальд Кэмпбел Тэйт, архиепископ Кентерберийский тарафынан суҡындырыла. Ҡабул итеп алыусылары булып уның оләсәһе, королева Виктория, ағаһы, герман императоры Вильгельм I; ағаһы Эдуард, принц Уэльский, инәһе Виктория Саксен-Кобург-Готсая; олатаһы, пруссия принцы Карл Фридрих һәм өләсәһе Мария Анна Ангальт-Дессауская булалар.
Маргарита донъяның күп кенә күренекле шәхестәренә туған була. Уның ике туған ағайҙары һәм апайҙары булып Германия императоры Вильгельм II, Англия короле Георг V, Норвегияның королева-консорты Мод, Рәсәй император ҡатыны Александра Федоровна, Румынияның королева-консорты Мария Эдинбург һәм Испанияның королева-консорты Виктория Евгения Баттенберг.
Маргарита һәм уның һеңлеһе Патриция Европала иң матур принцессаларҙың береһе һанала. Уларҙың бабайҙары, Британия короле Эдуард VII ҡыҙ туғандарына отошло никах ойошторорға, уларҙы европа королдәренә йәки тәхеткә ултырырға тейешле принцтарға кейәүгә бирергә теләй. Шуның өсөн 1905 йылдың ғинуарында Маргарита һәм Патриция Португалияға юлланалар, унда күпмелер ваҡыт Португалия короле Карл I һәм уның ҡатыны Амелия Орлеанская һарайында йәшәйҙәр. Апалы-һеңлеләрҙең хакимлыҡ иткән ир менән ҡатындың улдары менән булған никах мөмкинлектәре мәсьәләһе тикшерелә, Маргаритаға етлекмәгән өлкән ағайы Луиш Филипеға, ә Патрицияға кесеһенә, Мануэлға сығыу күҙ уңында тотола. Әммә һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһеҙ барып бөтә, һәм принцессалар Египет һәм Судан буйлап сәйәхәткә сығып китәләр. Ҡаһирәлә Маргарита үҙенең дүрт туғаны Густав Адольф, герцог Сконский менән таныша, ул унда уҡыу сәфәре менән була. Был осрашыуҙың инициаторы булып Густав Адольфтың атаһы яғынан оләсәһе, Швецияның һәм Норвегияның королеваһы София Нассауская була. Башта Густав Адольфтың ҡатыны булып Патриция Коннаутская булырға тейеш була, әммә герцог өлкән апаһы Маргаританы һайлай.
Йәштәр тәү күреүҙән үк бер-береһен яраталар, принц күрәш күҙле һәм кәләшенән ун айға тиерлек йәшерәк булыуына ҡарамаҫтан, һунарға, музыкаға, һәм бейеүгә һәләтле була, ҡыҙҙың ата-әсәһе никахҡа ризалыҡ бирәләр. Густав Адольф менән Маргаританың никахлашыуы 1905 йылдың 15 июнендә Виндзор һарайындағы Изге Георгий сиркәүендә үтә. Баллы айҙы йәштәр Ирландияла үткәрә. Мөхәббәткә ҡоролған никахтары бәхетле була, уларҙың дүрт улы һәм бер ҡыҙы тыуа.
Туй тантанаһында Мысыр хедивы (солтан титулы) Хильми Ғәббәс II кәләшкә туй бүләге итеп «Cartier» фирмаһында эшләнгән алмаздарҙан һәм платинанан торған тиара бүләк итә. Артабан был тиараны үҙҙәренең туйҙарында Маргаританың ҡыҙы, ейәнсәрҙәре кейә. Кейәү егетенең олатаһы, Швецияның короле Оскар II йәштәргә швед ҡалаһы Хельсинборгтан биш километр алыҫлыҡта ятҡан Софиеру һарайын бүләк итә. Густав менән Маргарита был һарайҙы, баҡса биләмәләрен төҙөкләндерәләр, һәм баҡсаны инглиз стилендә яһап алалар. Баҡсала эшләп, принцесса хатта «Софиерула. беҙҙең баҡса», «Сәскә атҡан баҡсала» тигән китаптар ҙа сығара, уларҙы үҙенең һүрәттәре һәм фотоһүрәттәре менән иллюстрациялай. Был һарай парҙарҙың рәсми булмаған резиденцияһы була.
1907 йылда мартында Густавтың олатаһы Оскар II вафат була һәм тәхеткә Густав V ултыра Густав Адольф швед тәхетенең вариҫы булып ҡала, ә Маргарита Швецияның кронпринцесса титулын ала.
Маргарита Коннаутская үҙенең титулын тулыһынса аҡлай. Ике йыл швед телен өйрәнгәндән һуң, ул телдә бик яҡшы һөйләшә, Швецияның тарихын, сәйәсәтен белә. Был илдә ун биш йыл тиерлек йәшәгән осоронда ул туғандарын да онотмай, уларға даими рәүештә хаттар яҙып тора. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Маргарита Швецияла Ҡыҙыл тәрегә ярҙам итеү маҡсатында теген йәмғиәте ойоштора. Швецияның ҡораллы көстәре өсөн парафин тәьмин итеү кәмегәс, ул май шәмдәрҙе йыйыуҙы ойоштора. Кронпринцесса һуғыш айырған туғандарҙың аралашсыһы сифатында ла эштәр башҡара, уның ярҙамы менән шәхси хаттар тапшырыла, һәм һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ир-егеттәрҙе табышырға ярҙам итә.
1919 йылдың ноябрендә Маргаритала алтынсы тапҡырға йөклө ваҡытында уртаса отит асыҡлана, һөҙөмтәлә уға декабрь айында операция яһайҙар. 1920 йылдың мартында кронпринцесса яман сәсәк ауырыуы менән ауырый, был мастоидитҡа килтерә. 1 майҙа һигеҙенсе айлыҡ йөклө ваҡытында ул балаһы менән операция ваҡытында ҡанының зараланыуы һөҙөмтәһендә вафат була. Уны Стокгольмда Изге Николай сиркәүендә ерләйҙәр, ә 1922 йылда үҙе васыят итеп әйткән король Хаг зыяратына күсереп ерләйҙәр.
1923 йылда Густав Адольф яңынан, ике туған һеңлеһе Маргарита Луиза Маунтбеттенға өйләнә. Густав VI Адольф һәмаҡ, беренсе ҡатыны үлгәндән һуң утыҙ йыл үткәс, швед тәхетенә ултыра.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме | Тыуған ваҡыты | Вафат булған ваҡыты | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Адольф Густав, герцог Вестерботтенский | 22 апрель, 1906 | 26 ғинуар 1947 | Буласаҡ Швеция короле Карл XVI Густавтың атаһы. |
Принц Сигвард, Аппланд герцогы | 7 июнь 1907 | 4 февраль 2002 | Граф Сигвард Бернадотт һәм фон Висборг морганатик никах менән өс тапҡыр өйләнгән. |
Принцесса Ингрид | 28 март 1910 | 7 ноябрь 2000 | Дания королеваһы, буласаҡ королева Маргарита Датскаяның һәм Грецияның экс-королеваһы Анна- Марияның әсәһе. |
Бертиль, герцог Халландский | 28 февраль 1912 | 5 ғинуар 1997 | Лилиан Девисҡа өйләнгән, нәҫел ҡалдырмаған. |
Принц Карл Юхан | 31 октябрь 1916 | 5 май, 2012 | Граф Карл Юхан, граф Висборг. |
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маргарита Коннаутская әсәһе яғынан Рәсәй императоры Павел I тыуасары була.
- Хәҙерге Швеция короле Карл XVI Густав, Дания королеваһы Маргрете II һәм Грецияның экс-королеваһы Анна-Мария Маргарита Коннаутскаяның ейәндәре.
- Кронпринцесса Маргарита декоратор һәм тәжрибәле баҡсасы кеүек билдәле була, уның хөрмәтенә 1999 йылда нәфис абрикос төҫөндәге инглиз сорты раузалары «Princess Margaretha Crown» тип атала башлай.
Шәжәрәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маргарита Коннаутскаяның нәҫел-нәсебе
|}
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Margareta (швед.) — 1917.
- ↑ Margareta // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 4,0 4,1 Margareta // RKDartists (нидерл.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Hovförsamlingens kyrkoarkiv, Död- och begravningsböcker, SE/SSA/0007/F I/5 (1895-1938), bildid: 00033282_00090 — Б. 86.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Kindred Britain
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Lundy D. R. Margaret Victoria Charlotte Augusta Norah Saxe-Coburg and Gotha, Princess of Connaught and Strathearn // The Peerage (ингл.)